Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һин кеше ғүмерен ҡотҡара алаһың
Һин кеше ғүмерен ҡотҡара алаһың Донорҙарға бар кешелек исеменән рәхмәт әйтеү ҙә аҙ кеүек, сөнки улар ауыр хәлдә ҡалғандарҙың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡала. Халыҡ сәләмәтлеге маҡсатындағы был эште Республика ҡан биреү станцияһы ғәмәлгә ашыра. Уның етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш трансфузиологы Урал СОЛТАНБАЕВҠА Донорҙар көнө уңайынан бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.


— Урал Сәхийәр улы, был көндөң донъя күләмендә билдәләнеүе үҙе үк ҡан биреү хеҙмәтенең юғары әһәмиәтен дәлилләй, моғайын...
— Был сара барлыҡ донорҙарға ихтирам һәм рәхмәт билдәһе булараҡ билдәләнә, уларға киң йәмәғәтселек тарафынан иғтибар йәлеп итә. Мохтаждарға ҡан биреү тармағының тарихы 1930 йылға барып тоташа. Австрия табибы, иммунолог Карл Ландштейнер кешенең ҡан төркөмдәрен асыҡлай һәм был асышы өсөн Нобель премияһына лайыҡ була. Табип үҙе 14 июндә тыуған, Бөтә донъя донор көнө лә ошо датаға бәйле билдәләнә.
Сара йыл да билдәле бер тематикаға арнала. Быйыл “Ҡан барыбыҙҙы ла берләштерә” тигән исем менән үтә. Бынан тыш, Бөтә донъя сәләмәтлекте һаҡлау ойошмаһы “Ҡан тапшыр, ғүмерең менән уртаҡлаш” тигән девиз ҡабул итте. Әйтергә кәрәк, ошондай кампаниялар кешеләрҙе бер-береһе тураһында хәстәрлек күрергә саҡыра, донорҙарҙың изге шөғөлөн дауам итергә, сәләмәт булып та, әлегәсә ҡан бирмәгәндәрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе донорҙар сафын тулыландырыуға йәлеп итә.
— Республикала ҡан биреү хеҙмәте нисек ойошторолған?
— Эшмәкәрлек 1937 йылда башлана. Һуңғы йылдарҙа төрлө быуын табиптары тармаҡты үҫтереү, камиллаштырыу өсөн ҙур көс һала.
2009 йылда беҙҙең республика “Ҡан хеҙмәтен үҫтереү” федераль программаһына ҡушылды. Уға ярашлы, учреждениены техник йыһазландырыу, берҙәм мәғлүмәт базаһы булдырыу, ҡан һәм уның компоненттарын түләүһеҙ донорлауҙы үҫтереү йүнәлеше ғәмәлгә ашырыла. Әлеге программа сиктәрендә Республика ҡан биреү станцияһының матди-техник базаһы камиллаштырылды. Атап әйткәндә, донорҙар ҡанын һәм уның компоненттарын әҙерләү, эшкәртеү һәм һаҡлау өсөн заманса ҡорамалдар, донор кадрҙарын иҫәпләү системаһын автоматлаштырыу мөмкинлеген биргән, шулай уҡ Берҙәм мәғлүмәт базаһын тәьмин иткән компьютер йыһаздары урынлаштырылды.
2015 йылдан башлап республикала ҡан хеҙмәте структураһын һигеҙ филиалды берләштергән ике ҡан биреү станцияһы һәм Өфөләге медицина учреждениеларында бер бүлексә тәшкил итә. Уларҙа юғары әҙерлекле, тәжрибәле белгестәр эшләй. Әлеге ваҡытта Республика ҡан биреү станцияһында 45 төр трансфузион матдә һәм иммундиагностик стандарттар эшләп сығарыла. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең учреждение республикала ҡан хеҙмәтенең база һәм ойоштороу-методик үҙәге лә булып тора.
— Һис ниндәй матди ҡыҙыҡ­һыныуҙарға иҫәп тотмайынса, үҙ ҡанын биреп, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарырға әҙер бул­ған кешеләр күпме һуң беҙҙең арала?
— Бәхәсһеҙ, донорҙар ауырыу­ҙарҙы дауалауға кәрәкле препа­раттарҙы һәм компоненттарҙы етештереү өсөн берҙән-бер ҡан сығанағы булып тора. Халыҡты донорлыҡҡа йәлеп итеү йүнәле­шендә һөҙөмтәле саралар күренә. Әйтәйек, “Бөтә донъя ҡан доноры көнө”, “Милли донор көнө”, “АвтоМотоДонор”, “Ҡан бир — балаға ярҙам ит” кеүек акцияларға күптәр теләп ҡушыла. Ғөмүмән, ҡан күҙәнәктәре донорҙары арта. Бөгөн республикала 10,5 мең кеше “Рәсәйҙең почетлы доноры” тип билдәләнгән. Был исемлек даими тулыланыр тип өмөт итәбеҙ. Форсаттан файҙаланып, респуб­ликаның барлыҡ донорҙарын ошо байрам айҡанлы ҡайнар ҡотлайым, сәләмәтлек, уңыштар теләйем.

Р. ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә