Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош – диңгеҙ, ғүмер – аҡҡан һыу
Тормош – диңгеҙ, ғүмер – аҡҡан һыу Ысынлап та, шулайҙыр. Йәшәлгән йылдарыңдың бер генә көнө лә эҙһеҙ үтмәй икән. Ул һиңә, үҙең дә һиҙмәҫтән, йә күңелде йыуатырлыҡ иҫтәлек, йә ғибрәтләнер ваҡиға, йә иһә ҡабаттан хәтереңде ҡуҙғатырлыҡ бер дәрт булып әйләнеп ҡайта. Гүйә, ғүмереңдең ахыры төҫмөрләнгәндә, яуҙа ғәйеп булған атайыңдан өскөл хат-хәбәр килеп төштө лә сабыйлығыңа кире әйләндең, йә ғәзиз әсәйеңдең йәннәттән тауышын ишеттең.
Әбйәлил — изге атайсалым. Уның менән һаубуллашып, белем алыу, хеҙмәт юлдары тип сығып китеүемә алты тиҫтә йыл самаһы булып килә. Яйы тура килгәндә юл төшөүҙәре, яҡташтарҙың һине онотоп өлгөрмәгәндәре менән һирәк-һаяҡ осрашыуҙар, әлбиттә, һыуһынды ҡандырмай, олоғайған һайын көсәйә барған һағыныу тойғоһон баҫа алмай.
Бына ошондай ваҡыттарҙа, болоҡһоған күңелеңде ҡаматлағандай, ярҙамға хәтер тигән мөғжизә килә. Һикһәненсе йылдар аҙағында, хәтһеҙ ваҡыт баҙнатһыҙланып йөрөй торғас, Башҡортостан китап нәшриәтендә “Изгелек орлоҡтары” тип аталған очерктар йыйынтығымды баҫтырғайным. Ус аяһындай ғына ошо китаптың сәхифәләрен ҡайтанан күҙ алдынан үткәрәм дә һаман да бейек Ҡырҡты һыртына, йәй көндәре шишмә һымаҡ ҡына селтерләп аҡҡан Оло Ҡыҙыл буйҙарына, һибелеп ятҡан күлдәремә килеп еткәндәй булам. Унда олпат совхоз директоры Миңнислам Мирсаяпов, мөғәллим Юлай Хәсәнов, быҙау ҡараусы Сәлимә Зәйтүнова, заманында депутат булып Кремлдә йөрөгән Мәүҙиғә Ғәбитова, һауынсы Йәнүзә Сәфәрғәлиналар, бәлки, осрар һымаҡ.
Бөгөн “Башҡортостан” гәзитенә Мәүҙиғә Ғаффан ҡыҙы Ғәбитова тураһындағы очеркты һәм, өҫтәп, апайҙың яҙмаларын тәҡдим итмәк булдым.

Кешегә бәхет төрлө сүрәттә килә: яратып башҡарған эш, бығаса ишетмәгән моң, тупылдатып һөйөр балаң... Бәхет төҫө төрлө буяуҙа, ләкин кеше өсөн бер-берең менән аралашыуҙан да ҙурыраҡ, сағыуыраҡ бәхет бармы икән? Яҡшы кеше менән танышыуҙан һиндә уның яҡтыһы сағылып, яҡшылығы яғылып ҡала. Шуға ла СССР-ҙың халыҡ депутаты Мәүҙиғә Ғаффан ҡыҙы менән таныш булған кешеләр үҙен ысынлап бәхетле һанай алалыр.
Әллә имеш, әллә ысынлап булған был хәлде Мәүҙиғәгә Хәлимә өләсәй Кәримова һөйләгәйне.
…Хәҙерге Боранғол ауылынан төньяҡтараҡ, көн боҙолор булһа, шомло үкереп, түбәһенә йәйен-ҡышын ҡара болот урап ятҡан Ҡараташ тауындағы мәмерйәлә бик борон замандарҙа аждаһа башлы, ат ҡойроҡло, дөйә аяҡлы бер йән эйәһе йәшәгән, ти. Мөхәббәтенән баш тартырға теләмәгән күркәм бер егетте уҫал сихырсы шул имәнес хәлдә ҡалдырған икән. Төҫө менән күршеләрҙе ҡурҡытырға теләмәй, егет мәмерйәнән көндөҙ сығып йөрөмәгән.
Көндәрҙең береһендә, дауыллап-күкрәп ямғыр яуғанда, мәмерйәгә селт аҡ бүре шыуышып килеп ингән. Теге егет-ҡарасҡы бүрене аңғармаҫтан тотоп алған һәм тиреһен һыҙырырға әҙерләнгән. “О, шәфҡәтлем, — тип һүҙ башлаған шул саҡ аҡ бүре, телгә килеп, – һиңә минең тиремдән ни файҙа? Ҡотолтһаң, мин һиңә элекке рәүешеңә ҡайтыу әмәлен өйрәтәм...” “Йә, әйтеп ҡара һуң”. “Ошо дауыл-ғәрәсәт тынып, Ҡараташ өҫтөндә йәйғор ҡалҡҡас, һин йәйғор дуғаһының һул саты ергә терәлгән урынды эҙләп тап. Шул ерҙән йәйен тешеңде һындырырлыҡ һалҡын, ҡышын телеңде бешерерлек ҡайнар шишмә урғылып ятыр. Теләкә шишмәһе булыр ул. Егет ҡиәфәтенә ҡайтырға теләгең булһа, шуның бер йотҡанда боҙ, икенсе йотҡанда ҡуҙ һыуында ҡойоноп сыҡ...”
Шулай тиеүе була, аҡ бүре күҙҙән дә юғала. Имәнес зат рәүешендәге егет Теләкә шишмәһен барып таба. Зарығып көткән теләге ҡабул була...
Күпте күргән, күп уҡыған кеше лә баһа Мәүҙиғә, әкиәтте ысынға алып ултырырға. Ләкин Хәлимә өләсәй һөйләгән шул риүәйәт күңеленә инде лә ятты. Гөр-гөр генә ағып ятҡан Теләкә хаҡында ла шундай хикәйәт булғас, анау Оло Ҡыҙыл тураһында нимәләр һөйләмәйҙәр, тиһең.
Эйе, кешенең уй-хыялдарын, изге теләк-ынтылыштарын сағылдырған риүәйәттәрҙе күп сығарған халыҡ. Бәлки, үҙ араһында иң матур легендаларҙан да матурыраҡ яҙмышлы кешеләрҙең күп булыуы быға сәбәпселер? Шундай шәхестәр була: уларҙың ихтыяры һәм һүҙе, шәхси абруйы һәм йәшәү рәүеше үҙен уратып алғандарҙың да ҡылыҡ-фиғеленә, көнкүрешенә ныҡ йоғонто яһай.
Хәҙер ундай шәхестәр бармы һуң? Боранғол ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе Мәүҙиғә Ғәбитова менән танышыу был һорауға ыңғай яуап бирә, ләкин осрашып-күрешкәндән һуң бер һорауға оҙаҡ яуап таба алмай йөрөнөм: Әбйәлил яҡтарында уның ифрат күренекле кеше булыуы нимәнән килә икән? Саялығынанмы? Белемлелегенәнме? Тәбиғәт биргән һөйкөмлөлөгөнәнме? Бөтә эштең тәүбашы, бәлки, Ғәбитова-рәйес менән эшләгән кешеләрҙә, уларҙың дәрт-дарманындалыр?
Мәүҙиғә Ғәбитова тыуған Боранғол, уға һыйынып ултырған Һәйетҡол, Исхаҡ, Ишкилде ауылдары ошо төпкөл яҡтың да төпкөлөндәрәк, ҡалын урмандар ҡуйынында, башта әйтелгән мәшһүр Ҡараташ тирәһендә ята. Бынан бер ун-ун биш йылдар самаһы әүәл, йүнле юлдар булмағанда, төбәк район үҙәгенән яҙлы-көҙлө өҙөлә лә ҡала торғайны. Ләкин ана шул ҙур донъянан ниндәйҙер дәрәжәлә айырылып йәшәү ҙә Боранғол яғы халҡын ҡырағайландырмаған, өйөнә һәм мал-тыуарына ғына бәйләмәгән. Ҡайһы бер ер аҫты сығанаҡтарына, өҫкә бәреп сығыу өсөн, көпләп ятҡан бер ташты алып ташлау ҙа етә. Мәүҙиғә, минеңсә, шуны тоҫмаллай белгән. Һуңғы йылдарҙа Боранғолда ижтимағи әүҙемлектең бермә-бер көсәйеүе, ошо яҡтың республикала ғына түгел, бөтә Союзда билдәле булыуы иң тәүҙә уның исеме менән бәйле.
Бер осрашҡанда Мәүҙиғә Ғаффан ҡыҙы миңә ике альбом тоттороп китте. “Кәрәк тапһағыҙ, ҡарап сығырһығыҙ, эшләгән ҡайһы бер эштәрҙе яҙып барғайныҡ”, — тине ул, ғәҙәтенсә, оялсан ғына йылмайып. Альбомдарҙы ике көн, ике төн уҡыным. Күҙ алдыма өйҙәрен Бәләкәй тау итәгенә һибеп ултырған ҙур, күркәм Боранғол ауылы, шәмдәл ҡарағайҙар, Теләкә шишмәһе килеп баҫҡандай булды. Әйтерһең, беҙ туҡһандың тупһаһына баҫҡан теремек Хәлимә әбейҙең хикәйәттәрен тыңлайбыҙ, киске эңерҙә ферманан ҡайтабыҙ, күршеләргә бәпес туйына барабыҙ.
Мәүҙиғә Ғәбитова халыҡтың ни менән йәшәүен, уның уй-ынтылыштарын, зауығын, хәстәрлектәрен, рухи мөмкинлектәрен күреп-белеп үҫкән. Аҙаҡтан, Боранғол китапханаһында эшләй башлағас та, шул рухи ҡеүәтте ҡуҙғатыу һәм эшкә егеү, кешеләрҙең әлегә йоҡомһораған дәртенә ялҡын өҫтәү тураһында күп уйланған.
...Сурайып торған Аҡташ түбәһендә үҫкән бейек ҡарағайҙың иң осона ҡыҙыл флаг мендереп элгәндәр. Ауылға ингән оло юл аша үҙенә күрә триумфаль арка һымағыраҡ нәмә эшләгәндәр ҙә аршындай хәрефтәр менән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тип яҙып ҡуйғандар. Тағы ла арыраҡ, Оло Ҡыҙыл кисеүендә, юлаусыларҙы һыбайлы егеттәр һәм ҡыҙҙар көтә. Бәләкәй тау битендә ҡаҙандар аҫылған, өҫтәлдәр теҙелгән. Боранғолдар ауылдан ситтә эшләгән-йәшәгән яҡташтарын ҡаршылай.
Был идея менән ауыл Советында тәү башлап Мәүҙиғә янып йөрөгәйне. Ләкин уны шунда уҡ күтәреп алдылар тип уйлайһығыҙмы?
— Ул хәтлем ғәскәрҙе нисек йыймаҡсы булаһығыҙ? Кемдең ҡайҙа йәшәгәнен белеп бөткәнсе тәҡәтегеҙ ҡалмаҫ. Ҡуй әле, — тип өмөтһөҙ ҡул һелтәгәндәр байтаҡ булды. Әммә Мәүҙиғәне лә уйынан кире ҡайтарыуы еңел түгел ине шул.
— Ҡустылар, тыңлағыҙ әле, — тине ул, ғәҙәтенсә йомшаҡ ҡына итеп, — бер кем дә мәжлес үткәрергә йыйынмай. Колхоздан ярҙам да күп кәрәкмәй: юлдарҙы рәтләргә лә өй тирәләрен һипләргә булышһағыҙ, ҡалғанын халыҡ үҙе ҡарар. Ауылдаштары менән осрашып һөйләшеү беҙҙән бигерәк балаларға кәрәк. Ошо ерҙә хужа булып йәшәү өсөн кәрәк.
Әбйәлил районында өлкән журналист һәм ғалим Ғәли Ишбулатовтың идеяһы менән тәүләп үткәрелгән шул осрашыу рәсми сара рәүешен алды. Уны әҙерләүгә ғәмәлдә Боранғол ауылының бөтә халҡы йәлеп ителде. Эшләйем тигән һәр кешегә эше табылды.
Беҙ Мәүҙиғә Ғаффан ҡыҙы менән ошо хаҡта оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Мине көндәлек мең мәшәҡәт менән мәшғүл кешенең хәтерендә тиҫтәләрсә, юҡ, йөҙҙәрсә исемдең, датаның, факттың һаҡлана алыуы ғәжәпләндерҙе. Баяғы әйткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тип аталған осрашыуҙы үткәрергә булғас, Мәүҙиғә, Боранғолда өй беренсә йөрөп, кемдең ҡайһы туғанының ҡайҙа йәшәүен яҙып алған, һәр кемгә — олоһона ла, кесеһенә лә — саҡырыу ҡағыҙы ебәрелгән.
Мәүҙиғә Ғаффан ҡыҙы, ваҡыты булһа, ауылдаштарының һәр береһе хаҡында тәфсирләп һөйләргә әҙер. Зиннур Заһитов ағайҙы ғына ал. Ауыр һуғыш йылдарында илгә квалификациялы эшселәр кәрәк булғас, сөй буйлыҡ ҡына малай, юл муҡсаһын артмаҡлап, Ҡырҡты аша йәйәүләп Магниткаға китә. Унда ФЗО мәктәбенә уҡырға инә. Нисәмә быуыны мал көтөп, ағас ҡырҡып үҫкән башҡорт малайы ташсы һөнәрен үҙләштерә, йылдар үтеү менән Заһитовтың фамилияһы бөтә Магнитогорск ҡалаһында билдәле булып китә. Боранғолона ҡайтҡас, ауылдың күркәмлегенә һоҡланыуын йәшерә алмай. “Шәп йәшәйһегеҙ, ағай-эне, өйҙәрҙе бынауындай итеп һалырға ҡайҙан өйрәндегеҙ?” — тип эскерһеҙ шатлана Зиннур ағай.
Бындай ҡыуанысты күреп торған кешенең үҙенә кинәнес. Ошо Боранғол, Исхаҡ, Һәйетҡол ауылдарына ҡот инһен тип, көн-төн йүгергән Мәүҙиғә Ғәбитова өсөн айырыуса.
Ләкин ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесенең эше ауылдың таҙалығы, йорт-ҡураларҙың күркәмлеге хаҡында хәстәрлек менән сикләнә тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Шул матур йорттарҙа матур рухлы, зауыҡлы, киң ҡарашлы кешеләр йәшәһен. Шул кешеләр, халҡыбыҙҙың рухи, әхлаҡи мираҫына тоғро ҡалып, заманса йәшәргә өйрәнһен. Бына бит Мәүҙиғә һәм уның фекерҙәше — ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәхилә Хамматова ниндәй юғары маҡсаттар ҡуя. Тынғыһыҙ ауыл Советы рәйесенең ойошторған эштәренә тәүҙәрәк артыҡ мәшәҡәт тип ҡараған район етәкселәре лә тора-бара был төбәкте башҡаларға өлгө итеп ҡуя башланы.
Һәм тиккә генә түгел икән. Үҙ эше менән сикһеҙ мауығып йәшәгән кешеләрҙе беләм. Әммә Мәүҙиғә Ғәбитова кеүек тына белмәҫ кешене күргән юҡ ине. Институт-фәлән бөтмәһә лә, белемле, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булғанса, инсафлы, кешеләрҙе дәртләндерә белә, Боранғолда һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың матур йолаларын яңыртҡан байтаҡ байрамдар үткәрелә тора. Уларҙың һәр береһенең сценарийын Мәүҙиғә үҙе яҙған, ойоштороу мәшәҡәттәренең төп өлөшөн үҙ өҫтөнә алған. Ошо эштәрҙә уның ойоштороусы таланты ғына түгел, бәлки, фольклорсы, этнограф һәләт­лектәре лә асыла.
1985 йылда күренекле журналист Василий Песков “Комсомольская правда” гәзитендә Боранғолда үткәрелгән ҡаҙ өмәһе тураһында яҙып сыҡты. Унда ла Мәүҙиғә Ғәбитованың эшенә юғары баһа бирелгән.
1988 йылда Үҙәк телевидение “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” тигән документаль фильм күрһәтте. Унда ла байтаҡ кадрҙар Боранғол урамында төшөрөлгәйне.
Хәҙер бөтөн халыҡ сәләмәт, әүҙем көнкүреш өсөн көрәш юлына баҫҡанда Мәүҙиғә Ғәбитова һәм уның ярҙамсыларының ошо йәһәттән эште бынан байтаҡ йылдар элек башлауын әйтмәй булмай. Заман талабын, тимәк, төпкөлдәге ауыл активистары алдараҡ тойған, заман еленә елкәнде улар алданыраҡ киргән. Уйлап ҡараһаң, әлеге “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Ҡарға бутҡаһы” кеүек байрамдарҙы, “Ҡәйнәләр һәм килендәр” һымаҡ кисәләрҙе, “Өлгөлө йорт”, “Өлгөлө йорт хужаһы” һымағыраҡ конкурстарҙы, аш-һыу, тегеү-сигеү оҫталығына ярыштарҙы үткәреү, Мәүҙиғәнең инаныуынса, ауыл кешеһенең эше юҡлыҡтан йә ауыл хакимиәте иҫәбендәге сара булһын тип эшләнмәй. Ә халыҡта күмәк ял итә белеү зауығы, коллективизм, бер-береңә ихтирам тәрбиәләүе менән ҡиммәт.
Бөтә хеҙмәтте Мәүҙиғә Ғәбитоваға ҡайтарып ҡалдырырға йыйынмайым, әммә Боранғол ауылының хәҙер Урал төбәгендә иң матур, иң төҙөк ауылдар рәтенә баҫыуына, шул матур ауылда кешеләрҙең гүзәл итеп йә­шәргә өйрәнеүҙәрендә ошо энтузиаст, хатта эшенә фанатик рәүештә бирелгән ҡатындың көсө күп һалынған.
Мәүҙиғә Ғаффан ҡыҙы менән һуңғы осорҙа бигерәк тә йыш осраша башланыҡ. Халыҡ депутаты итеп һайланғас, уға Өфө юлын ай һайын тиерлек тапарға тура килде. Элекке ғәҙәт буйынса, һайлау барышында уҡ депутатҡа тау-тау наказдар өйөп ташлайбыҙ. Күпер төҙөт, ферма һалдырт, автомашина ҡайтарт, фондты арттырт... Ә ваҡ-төйәк көнкүреш мәшәҡәттәре менән мөрәжәғәт итеүселәр күпме? Депутат — халыҡ хеҙмәтсеһе тигәс тә, ул фатир бүлеүсе лә, юл таҙартыусы ла түгел бит.
Үҙәк телевидение СССР халыҡ депутаттары съезын күрһәткән саҡта, Мәүҙиғә апай ҙа экранда күренгеләп ҡала ине. Ҡайнап эшләп өйрәнгән кешегә аҙналар буйы ултырышта ҡатнашыу еңел булмағандыр, ләкин төпкөл башҡорт ауылынан Съездар һарайына килгән ябай ҡатындың илгә идара итеү кеүек ғәжәйеп ҡатмарлы фәнде өйрәнеүгә тәүәккәл­лек итеүе үҙе үк һоҡланырлыҡ та, ғорурла­нырлыҡ та.
...Йәшәгән йылдарын һикһәнгә тиклем һанаған да ҡул һелтәгән Хәлимә өләсәй хикәйәтенең мәғәнәһенә төшөндөгөҙмө инде? Кешегә һәр саҡ яҡтылыҡҡа, сафлыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылыу хас. Кешелә үҙ асылына ҡайтыу һәм шул асылынан айырылмай йәшәү теләге көслө. Бәлки, Мәүҙиғә Ғәбитова ошо хәҡиҡәтте башҡаларға ҡарағанда алдараҡ аңлағандыр?
Бына шундай тарих. Ул ҡағыҙға төшөп, китап булып сығып, уҡыусыға барып етеүенә лә биш былтыр үткән. Яҙмала телгә алынған кешеләрҙең һәммәһе лә, бәлки, иҫән дә түгелдер. Шул уҡ ваҡытта кешенең хеҙмәтен һәм исемен йылдар саңы ҡаплап онотторорға тейеш түгел. Бәхеткә, Мәүҙиғә Ғаффан ҡыҙы ошо арала ҡайһы бер яҙмалар менән булашырға әмәл тапҡан икән һәм улы, иҡтисад фәндәре кандидаты һәм һәләтле журналист Илдар Ғәбитовҡа: “Мә, яҙғандарҙы Өфөлә Марсель ағайыңа күрһәт әле, ул бер яйын табыр”, – тип биреп ебәргән. Һүҙҙе дауам итеп, аҙ ғына ҡыҫҡартыуҙар менән, Мәүҙиғә Ғәбитованың сәләмен һеҙгә тәҡдим итмәк булдым.

* * *

...Хәҙер йәмғиәтебеҙ тормошон ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашлығынан тыш күҙ алдына килтереүе ауыр. Тәүҙәрәк мин китапханала эшләй инем. Ауыл Советы рәйесе Вара ағай Нәбиуллин ҡатын-ҡыҙҙар советын алып барырға ҡушып ҡуйҙы. Эште ниҙән башларға? Ауыл Советына биш ауыл ҡарай. Шул ауылдарҙағы актив ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып, үҙебеҙсә совет төҙөп алдыҡ. Эшебеҙҙе ауылдарҙа йорт алдында таҙалыҡ булдырыуҙан башланыҡ. Совет ағзалары, ауыл Советы менән берлектә, был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн эшлекле саралар күрә башланы. Теге йәки был йорт хужаһы ҡуйылған талаптарҙы үтәмәһә, ауыл Советына саҡыртабыҙ.
Бер йыйылғанда: “Әйҙәгеҙ, “Ҡәйнәләр һәм килендәр” кисәһен үткәрәйек!” – тип һөйләштек. Йәш һәм өлкән ғаиләләр араһындағы бәйләнеш, дуҫлыҡ һәм ихтирам, аңлашып, татыу йәшәү – ныҡлы ғаиләнең нигеҙе. Өлкәндәрҙең аҡылы, фәһемле кәңәше, балаларҙы тәрбиә­ләүҙәге роле – уларҙы нимә алмаштыра ала һуң?
Тәүҙә өй беренсә йөрөп сыҡтыҡ, кисәнең маҡсатын аңлаттыҡ. “Иң оҫта ашнаҡсы”, “Иң таҙа йорт”, “Иң татыу ғаилә”, “Иң уңған хужабикә”, “Иң өлгөлө ғаилә башлығы”, “Иң уңған килен”, “Иң һәйбәт ҡәйнә” тигән конкурстар иғлан ителде. Кисәлә клуб тулы халыҡ булды. Байрам шул тиклем һәйбәт үтте, һауыт-һаба шалтыраған ғаиләләр ҙур фәһем алды.
Шунан һуң һәр ауылда урам байрамдары уҙғара башланыҡ. Уның төп маҡсаты – ауыл халҡын бөхтә, зауыҡлы, матур итеп йәшәүгә йәлеп итеү. Кешенең күңеле лә, йорт-ҡураһы ла, урамы ла, ауылы ла йәмле булырға тейеш. Еңеүселәр өйҙәренә “Өлгөлө йорт” тигән табличка элеү хоҡуғын алды. Иң матур урам, иң матур ауылдар билдәләнде.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы мөнәсә­бәтте яҡшыртыу, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү маҡсатында “Ҡарға бутҡаһы” байрамын үткәрергә булдыҡ. Онотола барған йолаларҙы яңыртыу маҡсатында башлағайныҡ, уны бөтә ауылдарыбыҙ ҙа күтәреп алды. Хатта бер йылы “Ҡарға бутҡаһы” байрамында республика семинары үтте.
Армияға оҙатыу, алтын-көмөш туйҙарҙы үткәреү, бәпес туйҙарын билдәләү ҡәҙимге эш була торғайны. 1979 йыл Балалар йылы тип иғлан ителгәйне. Беҙ ошо йылда 14 бәпес туйын үткәрҙек, һәр баланы фотоға төшөрөп, иҫтәлеккә хат яҙып һалып, уның ата-әсәһенә тапшырҙыҡ. Хатты бала комсомолға ингәндә кисә үткәреп, шунда асырға ҡуштыҡ. Бына ул көн дә килеп етте. Тағы ла ҙур кисә ойошторҙоҡ. Бына ошо балалар уҡып сығып, башлы-күҙле булып донъя көтә башлағас, тағы ла бер йыйылырға һөйләштек. Ул көндәр ҙә етте. Хаҡлы ялда булыуыма, ҡайһы берәүҙәребеҙҙең арабыҙҙан китеүенә ҡарамаҫтан, тоттом да, бешеренеп-төшөрөнөп, буҙа ҡойоп, теге балаларға хәбәр итеп, тағы ла матур кисә үткәреп ебәрҙем. Күңелем булды – әйткән һүҙемдә торҙом!
Йыл һайын, иҫтә ҡалырлыҡ итеп, хаҡлы ялға оҙатыу кисәләре үткәрә торғайныҡ. Уларҙың таралышып бөткән балалары, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамай, йыйыла, бүләктәр, ҡотлауҙар, күҙ йәштәре...
Ошо осорҙа ауыл Советында ете Герой-әсә булды. Уларҙы ҙурлап ниндәй генә кисәләр үткәрмәнек!
“Сәскәләр байрамы” ла йолаға инеп китте. Уның маҡсаты – тәбиғәт матур­лығына һөйөү тәрбиәләү, кешеләрҙе дарыу үләндәре менән таныштырыу. Йәй башы менән шишмәләр, йылға буйҙарын таҙартабыҙ, өмәләр ойошторабыҙ.
Ауылда тағы ла бер байрам – “Айыҡ туй” – үткәреү хәтерҙә ҡалған. Яңы өйләнешкән Нуриҙә менән Хәсән Хашимовтарҙың туйы ине. Уны боронғо йолалар менән үткәрҙек, киноға ла төшөрөп алдылар. Хәҙер Хашимовтар биш балаһын үҫтереп, башлы-күҙле итеп, балалар йортонан тағы ике бала алып тәрбиәләй.
Халыҡ: “Ни сыҡһа, ошо Мәүҙиғәнән сығыр!” – ти торғайны. Дөрөҫ булғандыр, хәтирәләрҙе теүәлләй башлаһаң, башҡарған эштәрҙең осона сығырмын, тимә. Был эштәрҙе атҡарып сығыуҙа бөтөн ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзала­рының, депутаттарҙың, ауыл халҡының ярҙамы ҙур булды. Алмаштырғыһыҙ ярҙамсыларым Нәсимә Моратова, Гөлшат Ғәбитова, Тәнзилә Тайыпова, Рәхилә Әбдрәхимова, Шәүрә Камалова, Закирә Килдейәрова, Йомабикә Камалова, Вәсилә Садиҡова, Мәҙинә Вәлиәхмәтова, Нурисафа Лоҡманова, Хәлимә Исламова ошо сараларҙы үткәреүҙә әүҙем эшләне. Ә бына Алтынбикә Заһитова, Гөлнур Ишмыр­ҙина, Сәкинә Хәйруллина, Фәрзәнә Йәнбирҙина, Әлфиә Ҡустыбаева, Хөснә Абдрахманова беҙҙең арала юҡ инде, йәндәре йәннәттә булһын.
Халыҡ араһында үткәрелә килгән ошо сараларҙы район, республика гәзиттәре, үҙәк баҫмалар күтәреп алды. Үҙем 1961 йылдан хаҡлы ялға киткәнсе, 1994 йылға тиклем, ауыл Советы депутаты булдым, хатта пенсияла ла халыҡ ышанысын белдереп торҙо.
Хәтеремдә, 1989 йылда СССР Юғары Советына һайлау иғлан ителде. Райондан минең кандидатурамды тәҡдим иттеләр. Ябай ауыл ҡатынының шундай юғары урынға үтерен уйлап та бирмәнем. Өфөлә лә бер тауыштан үтеп киттем. Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары Вазифа Байтурина менән Мәскәүгә пленумға киттек. Вазифа Хәмит ҡыҙына ла “эшләй алмам” тип ныҡышам. Ул “борсолма” тип йыуата. Үҙемде әҙерәк ҡулға алдым, Вазифа Хәмит ҡыҙына әсәйҙәргә өс йыл декрет ялы тураһында тәҡдим индерергә тигәйнем, ул йәһәт кенә, матур итеп яҙып бирҙе. Бына сығыш яһарға миңә лә сират етте, ҡаушай-ҡаушай сығып һөйләй башланым. Тәҡдимемә барып еткәйнем, зал гөрләтеп ҡул саба башланы. Шулай итеп, бер тауыштан депутат итеп һайландым. Был өс йыллыҡ декрет ялына бөтәһенән дә бигерәк мин ҡыуанғанмындыр. Биш бала әсәһе булараҡ, бер айы тулған сабыйың менән эшкә сыҡ әле!..
Депутат булып эш башланым. Валентина Матвиенко етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар эштәре буйынса комитетҡа һайлап ҡуйҙылар. Беҙҙең алда СССР ҡатын-ҡыҙҙарының үҙәгенә үткән мәсьәлә – минең программанан алынған өс йыллыҡ декрет ялы тураһындағы мәсьәләне тормошҡа ашырыу торҙо.
Ҡатын-ҡыҙҙар советынан республика буйынса берҙән-бер депутат булараҡ, миңә райондар буйлап осрашыуҙарға йөрөүҙәр, халыҡ наказдары артынан хәстәрҙәрҙе яҙып бөтөрлөк түгел. Яңы ойошторолған “Амангилде” совхозына директоры Азат Зиннәт улы Әхтәмов кран һорағайны. Мәскәүҙә съезд мәшәҡәттәренән бушаған арала ошо заявкалар артынан йөрөйбөҙ. Кран артынан Рәсәй ауыл хужалығы министры Геннадий Васильевич Куликка бер барҙым – юҡ, тип сығарҙы. Икенсе барҙым, булмаҫ, ти был. Йыбанмай, өсөнсөгә барып индем. “Ну, Ғәбитова, үтә настырный икәнһең”, – тип, кран вәғәҙә итте. Мин ила ла ебәр, үҙем дә оялдым. Хәҙер шулай итеп наказдар артынан илай-илай йөрөгәндәрҙе уйлап, үҙем дә көлөп ҡуям.
Шәжәрә – теге йәки был ҡәбилә, ырыу йә араның быуындар йылъяҙмаһы. Ул – борондан килгән документ, икенсе төрлө әйткәндә, бер туған кешеләрҙең уртаҡ танытмаһы. Башҡорт үҙ тарихын шәжәрәһенә яҙып барған.
Туғандарҙың Шәжәрә байрамын үткәреп ҡарарға булдыҡ. Тәүҙә иптәшем яғынан Ғәбитовтарҙың шәжәрәһен ойошторорға ниәтләнек. Беҙ тәүҙә ете быуынды барлап сығып, Ғәбит ҡарттың дүрт улы һәм ике ҡыҙының балаларын, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәр, тыуа-тыуасарҙарын таптыҡ.
Бына көнө лә килеп етте. Ҡан-ҡәрҙәштәр менән осрашыуға ашҡынып ҡайтҡан туғандарҙы, ауыл осона сығып, икмәк-тоҙ менән ҡаршыланыҡ. Теләкә йылғаһы буйындағы аҡланда Рәфәғәт мулланан мәрхүм булған атай-олатайҙар, әсәй-өләсәйҙәр рухына аят уҡыттыҡ.
Һәр ғаилә музыкаль бүләк әҙерләне. Йыйынды ойоштороусылар әҙерләгән бүләктәрҙе таратты: араның иң олоһона ла, иң кесеһенә лә, юбилярына, яңғыҙы бала тәрбиәләгән әсәләргә, яңы ғаилә ҡорғандарына, мәктәпте яҡшы тамамлағандарына ла. Төрлө спорт ярыштарында көс һынашты туғандар, ҡыҫҡаһы, бәләкәй бер һабантуй булды.
...Бәләкәй тау. Боранғол һыйынып ултырған был тауҙы түбәләре күккә олғашҡан Урал, Ҡырҡты, Ҡараташ менән тиңләп булмай. Әммә уның түбәһенә артылыу өсөн дә байтаҡ көс-ҡеүәт кәрәк. Эргәһенән генә, бормаланып, Оло Ҡыҙыл йылғаһы аға, икенсе яҡтан уға көмөш һыулы Теләкә, Ҡутырҙы килеп ҡушыла. Емеш-еләккә, кейеккә, ҡош-ҡортҡа бай урмандарыбыҙҙы нисәмә быуын кешеләре үҙ итеп, тормошто йәмләү өсөн тирен түккән, атай йортона булған һөйөүен йәш-елкенсәккә биргән. Йәштәр атай нигеҙен һаҡлап ҡала, күпләп яңы йорттар төҙөй. Армиянан ҡайтҡан егеттәр ауылда ҡалырға тырыша. Беҙ – һинеке, ауылым! Ошонан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайбыҙ, ти икән, йәштәрҙең тыуып-үҫкән ергә тартылыу хисе атай-олатайҙарҙан күсә киләлер, моғайын.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873