Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъялыр был...
Донъялыр был... Эссенан өҙөк
Сәйәсәт, Аристотель билдәләүенсә, сәйәсмәндәрҙең халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, йәмғиәт менән мөнәсәбәткә инеүе. Сәйәсәт тар ҡатламдарҙың мәнфәғәтен ҡайғыртыуға ғына йөҙ тотһа, дәүләт көсһөҙләнә.
Һуңғы осорҙа илебеҙҙә бер ни тиклем дәүләт мәнфәғәтен ҡайғыртҡан эре монополиялар барлыҡҡа килде. Был тәбиғи күренеш, әммә бер яғы ғына хәүефләндерә: улар йыш осраҡта дөйөм халыҡ мәнфәғәтенән бигерәк үҙ мәнфәғәтен ҡайырыу юлына баҫа башланы. 90-сы йылдарҙа йәш олигархтар “илдең ҡеүәтен үҙ кеҫәңә индереү өсөн кәртәләр юҡ” тигән лозунг менән йәшәне. Дәүләт Думаһы уларҙы яҡлаған закондар ҡабул итте. Шул арҡала лоббист депутаттарға дөйөм бәлештән өлөш сығарыла торҙо, яңы буржуйҙар менән улар ҡосаҡлашып йөрөнө. Ҡиммәтле ресторандарҙа бергәләшеп ашап-эсеүҙәре, һәр яҡлап закондар менән яҡланған байҙар иҫәбенә сит илдәргә сығып, фешенебелле ҡунаҡханаларҙа ял итеүҙәре, үҙҙәрен депутат итеп һайлаған электоратҡа биргән вәғәҙәләрен онотоу кеүек сифаттары менән айырылып торҙолар.



Донъялыр был...Байтаҡ иҡтисади өҫтөнлөктәр мәңге һалмыш Борис Ельциндың ҡыҙы Татьяна Дьяченко аша тотҡарлыҡһыҙ хәл ителде. Бушлай түгел, әлбиттә. Дьяченко сит илдә замок һатып алды. “Россия”, “Россия” тип лаф орған кешенең балаһы Рәсәйҙә артабан йәшәү мөмкин түгеллегенә төшөндө, сөнки Рәсәй уның атаһы Президент булған осорҙа, хәйерселеккә төшкән асарбаҡ кеүек, сит илдәр капиталына өмөтләнеп теҙ сүккәйне инде. Ә ситтән триллионлап алынған кредиттар әлеге лә баяғы илгә идара итеүсе олигарх кландары араһында “туғандарса” бүлгеләнеп торҙо.
Ельцинды бығаса Рәсәй сәйәсәтендә күҙгә салынмаған Владимир Путин алыштырҙы. Сибек, бик буйсан да булмаған был Питер егетен Ельцин кланы һәм “ғаиләһе” үҙ кеҫәһендә тота аласағына икеләнмәгәндер. Әммә элекке разведчик “ҡаты сәтләүек” булып сыҡты һәм олигарх кландары закондары буйынса йәшәп миктәгән илде хоҡуҡи рельстарға индерергә тотондо. Путин Рәсәй Конституцияһының тотош ил өсөн берҙән-бер хоҡуҡи ҡануниәт булырға тейешлеген талап итте һәм моратына иреште лә.
Бынан һуң ил Президенты олигарх кландарын Рәсәй сәйәсәтенә йоғонто яһауҙан ситләштерергә тотондо. Ельциндың ишеге төбөнә доллар түшәп, кабинетына тотҡарлыҡһыҙ инеп йөрөгән буржуйҙарҙың Кремлгә юлын ҡыҫҡартты, шул уҡ кешеләрҙең ҡулында рупор булған байтаҡ киң мәғлүмәт сараларына, шул иҫәптән телевидение каналдарына ауыҙлыҡ кейҙерҙе. Потанин, Гусинский, Березовский кеүек Ельцин ғаиләһе янында ҡанат нығытҡан һәм халыҡтың хәйерселеккә төшөүе иҫәбенә кеҫә ҡалынайтҡан бәндәләр илдән сығып тайыу яғын ҡараны. Рәсәй эсендә айырым дәүләт кеүек хөкөм һөргән ЮКОС компанияһының хужаһы Ходорковский бюджетҡа һалым түләмәгәне өсөн төрмәгә ултыртылды.
Бәхетле кеше булып сыҡты Путин. Донъя баҙарында нефткә хаҡтар күтәрелде. Унан килгән табыш Рәсәйҙең тышҡы бурыстарын ҡаплауға таман булды, шул рәүешле халыҡ-ара сәйәсәт майҙанына илебеҙ тулы хоҡуҡлы держава сифатында барып инде. Хәйер, держава уҡ булып етеүгә алыҫ әле. Халыҡ-ара сәйәсәткә йоғонто яһаусы иң көслө ете ил президенты саммитына уны һигеҙенсе итеп алыуҙан башҡа сара ҡалманы. Айҙар, йылдар буйы эш хаҡы, пенсия ала алмай интеккән Рәсәй халҡына тамсылап булһа ла ҡулаҡса эләгә башланы. Дөрөҫ, халыҡ төшөнкөлөккә бирелергә өлгөргәйне инде. Бушлай ҡул ҡыбырҙатҡыһы ла килмәгәндән эшһеҙлектә көн күреүгә һалышҡан байтаҡ репродуктив йәштәге кешеләр эскелеккә, депрессияға бирелгәйне. Рәсәйҙә тыуымдың үлемдән аҙыраҡ булыуы демографик проблема алдына килтереп баҫтырҙы.
Власть — ҡатмарлы һәм ярайһы уҡ уҫал институт ул. Эске рухы һәм ихтыяры көслө кешегә власть йәнә лә нығыраҡ көс өҫтәй, һайыраҡтарҙың мәхлүклеген көсәйтеп ебәрә. Путин бөгөн Рәсәйҙең донъя сәйәсәте һәм иҡтисадынан айырылғыһыҙ булыуын, беҙҙең менән иҫәпләшергә тура киләсәген талап итеүсе ҙур сәйәсмәнгә һәм стратегка әүерелде. Уның юғары халыҡ-ара форумдарҙа киҫкен сығыштар яһауын Ельцин заманында килешеүсәнлеккә өйрәнгән сәйәсмәндәр һәм Европа, АҠШ йәмәғәтселеге ауыр ҡабул итте, ләкин Путин үҙенең хаҡлы булыуын аныҡ миҫалдар менән дәлилләр булды.
Владимир Путин власҡа килгәс, Рәсәйҙә күп партиялылыҡҡа юлдар асылды. Мин, әлбиттә, бик аңлап бөтмәйем: күп партия нимәгә кәрәк икән ул? Кешеләрҙе теге йәки был фирҡә ағзаһы булырға ниндәй идеялар әйҙәй һәм мәнфәғәттәр берләштерә икән? Совет осоронда партиялы булыу карьераға юл аса ине. Был, күренеүенсә, әле лә шулай. Бөгөн күп партиялы парламентта төп урынды биләгән “Берҙәм Рәсәй” янында программалары бер-береһенән айырылмаған оппозиция партиялары бар.
Сәйәсәттең нигеҙе — аҡсала. Ә уны ҡайҙан алырға? Олигархтар бүлешергә те­ләмәй, сөнки сәйәсәттән ситләш­терелделәр. Кумирҙар сәйәсәт майҙа­нынан ҡыуылып сыҡмаһын өсөн һуңғы тинен бирерҙәй фанатиктар күренмәй. Рәсәйҙә ағзалыҡ иғәнәһенә генә таянып көн күргән партия юҡ. Власть партияһынан башҡаларҙы кем аҫрап тота икән?
Беҙ мәктәп йылдарында Свердлов, Сергей Лазо, Красин һәм башҡа революционерҙарҙың ҡыйыулығы, француз революцияһының баррикада алыштарында, яу майҙанында еңеүҙәргә өлгәшеүсе Марат, Робеспьер кеүек, Куба революцияһының Фидель Кастро, Че Гевара һымаҡ батырҙары хаҡында уҡып, революция романтикаһына һоҡланып ҡарай инек. Ә шул революциялар ваҡытында ҡаршы яҡтың да, революционерҙар яғының да иҫәпһеҙ юғалтыу кисереүе, ҡан ағыуы хаҡында уйланмағанбыҙ.
Оппозиция романтиктарҙы әле лә майҙандарға саҡыра. Үҙенең ике күҙе — сит илдәрҙә. Рәсәйҙең сеймал сығанағы булыуҙан арына барыуына риза булмаған Вашингтон, Лондондың ҡашҡа тәкәләре үҙҙәренең глобаль ниәттәрен тормошҡа ашырыу маҡсатында Евросоюз тоҙағына инергә теләмәгән илдәрҙең боласылары өсөн аҡса йәлләмәй. Донъя эсендә барған революцияларҙың ҡыңғырауы ҡайҙан яңғырағаны хаҡында алдараҡ телгә алғайным инде. Был, һис һүҙһеҙ, ерҙәр, табыш килтерә торған тәбиғи ресурстар өсөн көрәш. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй оппозицияһының хакимдар алдына ҡуйған һорауҙары ла урынлы бит. Журналистар Листьев һәм Политковскаяны, именлек хеҙмәте офицеры Литвиненконы, сәйәсмән Немцовты үлтереүселәр кем? Малайзия боингын кем, ни өсөн бәреп төшөргән? Мәскәүҙәге, Волгодонскиҙағы кешеләр йәшәп ятҡан йорттарҙы кем шартлатҡан?
Ошо һәм бүтән бик күп һорауҙарға яуап биреүҙе һәр граждан талап итергә хоҡуҡлы. Сөнки һәммәбеҙ ҙә дәүләт ҡаҙнаһы өсөн һалым түләй. Тимәк, дәүләт беҙҙең именлегебеҙ, социаль көнкүрешебеҙ һағында торорға, уны тәьмин итергә тейеш бит.
Ер йөҙөндәге халыҡтың яртыһы техник прогресҡа өлгәшкән XXI быуатта ла ас-яланғас көн күрә. Телевизорҙан күреп йәнем әсегәне иҫемдә: тире лә һөйәк кенә булған Сомали балалары һыуһауҙың, асығыуҙың сигенә еткән. Күҙҙәрендә — хәсрәт. Улар күпләп ҡырыла. Кеше ғүмеренең бер ниндәй ҡәҙере юҡ... Ә улар менән бер кем дә мал бүлешергә йыйынмай. Киреһенсә, көс һалып үҫтерелгән ризыҡты тонналап-тонналап бульдозерҙарҙан тапатып юҡ итеү бара...
...Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: иртәнсәк тороуға коррупция бөткән, ти. Ни булырын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Уның юҡҡа сығыуы тотош системаның да юҡҡа сығасағын аңлата түгелме? Сөнки илебеҙҙәге коррупция хәҙер ҡаҙнаны үҙ-ара бүлешеү механизмы кимәленә еткерелгән, бер урындан һүтеп ебәрһәң, икенсе ерҙән бүҫелеп китергә генә тора. Сөнки дәүләт бюджет өлкәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең ниндәй ауыр шарттарҙа йәшәүен яҡшы белә. Шуға ла медицина, хоҡуҡ һаҡлау органдарына көнө төшкән кешеләр ҡулын бешерә-бешерә кеҫәһенә тығыла һәм, сараһыҙҙан, кәмһетелеүле хеҙмәт хаҡына эшләүселәргә түләнергә мәжбүр була, сөнки шунһыҙ тегеләр һиңә битараф. Дауаханаларҙа, мәҫәлән, түләнә алмаһаң да, ярҙам итәсәктәр, әммә, палатала йәнәш ятҡан кешеләрҙең кем кеҫәһенә күпме төшөргәнен ишетеп ятһаң, кеҫәң һай булыуҙан төшөнкөлөккә биреләһең һәм үҙеңде ауыр эш башҡарған табиптар алдында ғәйепле тоя башлайһың. Бындай бахырлыҡ комплексы психологик торошто ҡаҡшата, тимәк, сәләмәтлектең яҡшырыуына булышлыҡ итмәй. Тимәк, коррупциянан ҡотолоу илеңдәге һәммә хеҙмәт кешеһенә ғәҙел мөнәсәбәттә булыу кимәленә күтәрелеү менән бәрәбәр. Был мөмкинме? Дәүләт власы — тыйыусы, буйһондороусы институт. Уның һинең күңелең, рухи талаптарың менән ҡыҙыҡһынырға форсаты юҡ. Дәүләт етәкселеге халҡын аҙмы-күпме туҡ йәшәтергә, енәйәтселекте ауыҙлыҡларға, хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймаҫҡа, илдең матди потенциалын үҫтерергә һәм оборона һәләтен юғары кимәлдә тоторға ғына бурыслы. Ә ҡалғаны үҙебеҙгә бәйле.
Әлеге лә баяғы үҙәккә үткән ришүәт­селек, коррупция хаҡында уйланһаң, Эзоптың кинәйәһе иҫкә төшә. Имештер, Эзоп ғүмер иткән Самоста бер ҡараҡ енәйәтсене хөкөм итәләр. Эзоп шул судта сығыш яһай: “Йылға аша йөҙөп сығып барған бер төлкө, ярға етәрәк ҡомороҡҡа эләгеп, оҙаҡ айҡаша. Тәнен талпандар һырып ала. Яр ситенән йүгереп үтеп барған терпе төлкөнөң ыҙаланғанын күреп йәлләй һәм талпандарҙы һурып алырға тәҡдим итә. “Кәрәкмәй, — ти төлкө. — Былары минең ҡанды оҙаҡ һурҙы, һурып алһаң, тәнемә яңылары, асыҡҡандары килеп ҡаҙалыр. Был үлем менән бер”. Шуның кеүек был кеше хәҙер инде туҡ, байлығы етерлек, уны язаға тарттырһаҡ, урынына яңы талпан килеп ҡаҙаласаҡ”.
Был лаҡап, бәлки, урынһыҙҙыр ҙа. Әммә унда ни тиклемдер дөрөҫлөк тә бар кеүек.
Шул уҡ ваҡытта тотош XX быуат буйы һуғыштар, сикләнгәнлектәр солғанышында серәшеп йәшәгән, 90-сы йылдарҙағы сәйәси түңкәрелеш ҡорбаны булған, хәйерселеккә төшөрөлгән, бандитлыҡ менән илебеҙҙе тырым-тырағай талап, үҙҙәренең дә күбеһе мәрмәр таштар аҫтына инеп ятҡан бәндәләрҙең аяуһыҙлығынан ҡаҡшаған халыҡтарға иркен тын алыу форсаты тейгәне юҡ әле. Ҡыҫҡа ғына арауыҡта — ете йыл эсендә — Рәсәй иҡтисады өс тапҡыр көрсөккә барып терәлде.
2008-2009 йылдарҙа нефткә хаҡтар­ҙың ҡырҡа кәмеүе, донъяның кредиттар баҙары ҡаҡшауы Рәсәйҙең генә түгел, донъяның байтаҡ башҡа дәүләт­тәренең тормош-көнкүрешен дер һелкетә башланы. Был көрсөк беҙҙе бүтән илдәргә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡомға илтеп терәт­те. Эске тулайым продукт (ВВП) кәмене. Аҙыҡ-түлеккә, сәнәғәт тауарҙарына хаҡтар юғарыға һикерҙе. Ғаиләләрҙең ниндәйҙер мөһим әйбер һатып алырға тип серәшеп йыйған аҡсаһы йәнә осһоҙланды. Ярай ҙа был көрсөк, ныҡ ҡына төп башына ултыртһа ла, бик оҙаҡҡа барманы, нефткә хаҡтар күтәрелде һәм кредиттар баҙары яңынан хәрәкәткә килде.
2010-2011 йылдарҙа иҡтисад үҫеше уртаса 5 процент тирәһен тәшкил итә ине. Тотороҡлолоҡҡа өмөтләнгән халыҡ йәнә кредиттар ала башланы, банкттар кредиторҙар иҫәбенә нығыныуға йөҙ тотто. Был, әлбиттә, улар өсөн иң еңел килем. Ә кредиттарҙы түләү — бик күп ғаиләләр өсөн хәсрәткә, ваҡытында түләмәгән өсөн өҫтәлгән проценттар муйынға кейҙерелгән элмәккә әүерелде. Етмәһә, хеҙмәт хаҡының бер урында тапаныуы, эшләп йөрөп тә муллыҡҡа өлгәшә алмауҙан төшөнкөлөккә бирелеү бәғзеләрҙе ысынлап та үҙ-үҙенә ҡул һалыуға тиклем алып барып еткерҙе. Бер яҡтан Хөкүмәт тә, Президент та илдәге 90-сы йылдар ыҙаһы һәм законһыҙлыҡ шарттарында кәмеүгә дусар ителгән халыҡ иҫәбен арттырыуға йөҙ борһа, икенсе яҡтан, тормош шарттарының көндән-көн насарая барыуы, медицина хеҙмәтенең сифатһыҙлығы, депрессия, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең көсәйеүе халыҡтың күпләп ҡырылыуына килтерҙе. Продуктив йәштәге егет-ҡыҙҙар, баш әйләндергес хаҡлы торлаҡҡа эйә булыу мөмкинлеге юҡлыҡтан, ғаилә ҡороуға йөрьәт итә алмай ҡаңғырҙы. Ә инде йәш ирҙәр ғаиләһен тәьмин итерлек хаҡ түләнгән эш юҡлыҡтан Мәскәү төҙөлөштәренә, Себер тарафтарына китергә мәжбүр булды. Атайҙар ситтә йөрөгәндә ауылдарҙағы донъя мәшәҡәте ҡатын-ҡыҙ елкәһенә ятты. Балалар гастролерға оҡшаған гастарбайтер атайҙарҙың йоғонтоһонан мәхрүм ине.
Саҡ ҡына баш-күҙ алабыҙ икән тигәндә, Украина болаһы килеп ябырылды. 2014 йылдың урталарында донъя баҙары йәнә энергия ресустарына хаҡты төшөрөп ебәрҙе. Украина, Ҡырым ваҡиғалары арҡаһында Рәсәй санкциялар тоҙағына барып ҡапты һәм доллар, евро кеүек сит ил валюталары курсы ике тапҡырға тиерлек күтәрелде. 12—15 процентҡа еткән инфляция шарттарында бюджет хеҙмәткәрҙәренең (ә уларҙың һаны ил халҡының 20 процентын тәшкил итә) эш хаҡы элеккесә ҡалды. Торлаҡ хужалығы, газ, электр энергияһына хаҡтарҙы күтәрергә онотманы монополистар. Мин сауҙа үҙәге тирәһендә йәшәйем. Икмәккә, һөткә сыҡҡанымда ғына ла еләк-емеш, йәшелсә хаҡтарына күҙ һалғылайым. Яҡын да барырлыҡ түгел. Ит тураһында әйтеп тә тораһы юҡ. Пенсия (халыҡтың 15 проценты — пенсионер) күләмен индексациялау инфляцияның яртыһын да ҡаплай алмай. Дарыухана кәштәләре янына барыу һәм хаҡтарға күҙ йүгертеү генә лә ил хеҙмәтендә сәләмәтлеген юғалтҡан ҡарт-ҡороно инфаркт йә инсультҡа еткереүе ихтимал...
...Владимир Путин килгәнгә тиклем Рәсәй сәйәсәтендәге ете банкир өҫтөнлөгө (семибанкирщина), власҡа дөйөм ил байлығын кеҫәһенә һалған олигархтарҙың хужа булыуы, нәҡ уларҙың һөмһөҙлөгө һәм нәфсеһе арҡаһында халыҡ-ара аренала бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ позицияларыбыҙҙың юғалыуы асылда Тыуған ер, Ватан, державасылыҡ, илһөйәрлек кеүек төшөнсәләрҙән теләһә ниндәй шарттарҙа ла баш тартырға теләмәгән халҡыбыҙ өсөн туҙға яҙылмаған, ҡолаҡҡа һәм менталитетыбыҙға яҡмаған ғәрлек һәм бәхетһеҙлек ине.
“Олигарх”, “семибанкирщина” терминдары 1996 йылда әйләнешкә инеп китте. 1996 йылдың мартында эскелектән йонсоған, йөрәгенә операция яһатҡан Борис Ельцинға президент һайлауҙы ойоштороуҙы һәм фәҡәт уға еңеү тәьмин итеүҙе вәғәҙәләүсе бай финансистар, сәнәғәтселәр һәм банкирҙар ярҙам ҡулы һуҙыу ниәтен белдерә. Был әфәнделәр — бер ҡатлы булыуҙан алыҫ кешеләр. Ельцин алдына улар үҙҙәренең талабын да ҡуя. Рәсәйҙең иҡтисади һәм социаль реформаларын үҙ ҡулдарына алырға теләүҙәрен йәшермәйҙәр. Апрель айында халыҡтың кәйефен һынау маҡсатында власть органдарына тәғәйенләп “Көрсөктән сығыу” (“Выйти из тупика”) тип исемләнгән хат яҙалар. Хаттың инициаторҙары “ЛогоВАЗ” хужаһы Борис Березовский, Роспром, МЕНАТЕП, һуңыраҡ ЮКОС етәксеһе Михаил Ходорковский, Альфа-групп башлығы Михаил Фридман, “Столичный” банкы етәксеһе Александр Смоленский, банкир Петр Авен, “Мост” төркөмө етәксеһе Владимир Гусинский, “Онэксим” банкы хужаһы Владимир Потанин була.
Тиҙҙән эре банктар араһында килешеү төҙөлә. “Смотрящий” итеп финанс министры Евгений Ясиндың кейәүе тәғәйенләнә. Артабан семибанкирщина власть органдары составында үҙҙәренең кешеһе булыуына өлгәшә — Владимир Потанин Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры вазифаһына тәғәйенләнә. Нәҡ шул осорҙа “Хөкүмәт органдарында бай кешеләр эшләргә тейеш, улар урлашыуға бармаясаҡ” тигән лозунг формалаша. Илдең бюджет аҡсаһы, инвестиция каналдары, үҙәк телеканалдарҙың финанс ресурстары нәҡ ошо олигархтар кланы контроллегендә тормошҡа ашырыла.
Олигархтар арҡаһында Президент вазифаһын һаҡлап ҡалған Борис Ельцин, әллә аңғармаҫтан, әллә аңғарып та, интервьюларының береһендә ил иҡтисадының 50 проценты ошо етәүҙең ҡулында булыуы һәм Рәсәйҙең эске сәйәсәтенә лә нәҡ уларҙың йоғонто яһауы хаҡында әйтеп ысҡындырҙы. Исемдәрен дә атап сыҡты. Ил менән идара итеүҙәге был Ельцин реформаһын яҡлап сығырлыҡ берәр классик та кәрәк булды, күрәһең. 1996 йылдың ноябрендә Александр Сол­женицын үҙенең сығышында Ельцин сәйәсәтенә “олигархтар сәйәсәте” тигән баһа бирҙе. Термин ул осорҙа ыңғай мәғәнәлә йөрөнө.
Ельцин етәкселек иткән заман Рәсәйҙең иң бахыр осоролор ул. Чубайс фамилиялы берәүҙең реформа үткәреп, ваучер таратыуы һөҙөмтәһендә тиҫтәләгән йылдар буйы халҡыбыҙҙың тире менән барлыҡҡа килгән предприятиелар, нефть табыу, эшкәртеү тармаҡтары арзан ғына хаҡҡа әрһеҙ өлгөрҙәр ҡулына төштө. Ельцин осоронда чечен һуғышы башланды. Бер ниндәй ғәйепһеҙ халыҡ террорсылар тип иғлан ителеп, ауыл-ҡалалар бомбаға тотолдо, йәш кенә егеттәребеҙ шул мәғәнәһеҙ һәм һис кәрәкмәгән һуғышта башын һалды. Ельцин ҙур илебеҙ тарҡалыуға нигеҙ һалды: Рәсәй беренселәрҙән булып СССР составынан сығарылды. Ельцин осоронда АҠШ, Европа илдәренең йылғыр консультанттары Рәсәйҙе иркенләп ҡыҙырҙы, кешеләрҙе капиталист булырға өйрәтте, ас-яланғас халыҡ өсөн гуманитар ярҙам йөҙөнән срогы сыҡҡан ризыҡ, секонд-хенд тауарҙары килтереп индерелде. Улары ла бушлай таратылманы, Рәсәй йылғырҙары ҡулында булды һәм арзаныраҡ хаҡҡа булһа ла һатыу ойошторолдо.
Ельцин осоронда ауыл хужалығының тамырҙарына балта сабылды. Эшһеҙ, килемһеҙ ҡалған ауыл кешеләре эскелеккә бирелде. Рәсәй граждандары йыл һайын миллионлап алкоголизмдан, төшөнкөлөккә этәргән депрессиянан, суицидтан һәләк булды. Алдағы көнгә ышаныс юғалтҡан ғаиләләр бала табырға йөрьәт итмәне.
Ельцин осоронда илебеҙҙең социалистик илдәрҙәге ғәскәрҙәре ашығыс-бошоғос Рәсәйгә ҡайтарылды һәм бер ниндәй шарттар булмаған урындарҙа дислокацияланды. Ә ҡайһы бер юғары чиндағы офицерҙар, ҡайтыр алдынан хәрби ҡорамалдарҙы, ҡоралдарҙы һатып, табышын кеҫәһенә һалды.
Ельцин осоронда күп кенә киң мәғлүмәт саралары шәхси ҡулдарҙа булыуҙары арҡаһында оятһыҙ фильмдар күрһәтергә тартынманы, асыҡлыҡҡа һылтанып, теге йәки был сәйәси көстәргә ҡаршы эт һөсләтте.
Иҫерек Ельцин тотош донъя ҡаршыһында ГДР-ҙан Рәсәйгә оҙатылған армия менән хушлашҡанда уйнап торған хәрби оркестрға дирижерлыҡ итеп, ғәм халыҡты көлдөрҙө. Шул саҡ намыҫлы офицерҙарҙың күҙенән йәштәр субырланы. Һуңғы йылдарҙағы интернет баҫмаларынан күренеүенсә, депрессив холоҡло Ельцин суицидаль психикалы шәхес тә булған икән.
Путин иһә илебеҙҙе кәмһетелеүгә дусар иткән иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алды, һәм был власть өсөн генә көрәш түгел, Тыуған илгә булған мөнәсәбәттәр бәрелешендәге еңеү һәм егетлек тә ине. Ә әлегә ил эсендә тулып ятҡан проблемаларға килгәндә, Владимир Соловьев әйтмешләй, “дәүләттең бурысы – илдә ожмах булдырыу, ә ерҙә тамуҡ башланмаһын өсөн көрәшеү”.
Телгә оҫта, еңел аралашыусан, айныҡ Президенттың аҙымдары социаль йүнәлешле дәүләт системаһы төҙөүгә йүнәлтелгән кеүек ине. Сит ил дәүләттәре лидерҙары араһында үҙе, Рәсәй менән иҫәпләшеүҙе талап иткән холоҡ-фиғелле Путин халыҡтарҙа ил, дәүләт, милли ғорурлыҡ кеүек төшөнсәләргә битараф булмауы арҡаһында ышаныс тыуҙырҙы.
Етешлек ҡайҙан килһен, ти? 2015 йылда Европа илдәре берләшмәһе, АҠШ Рәсәйгә санкциялар иғлан итте һәм илебеҙҙең сауҙа-иҡтисади эшмәкәрлеген сикләне. Әммә байтаҡ йылдар Рәсәй менән Европа берләшмәһе илдәре, АҠШ-тың сауҙа предприятиелары араһында килешеүҙәр төҙөлөү арҡаһында ауыл хужалығы продукттарын етештереүҙе Рәсәй сауҙа баҙарына тәғәйенләп көйләгән фермерҙар, етештергән продукцияһын, законһыҙ юлдар менән булһа ла тип әйтәйек, күнегелгән баҙарға сығарыу юлдарын эҙләргә тотондо һәм... Йә Раббым... Таможняларҙа уларға арест һалынып, телевизор аша халыҡтың күҙ алдында шул санкция исемлегенә индерелгән ризыҡты бульдозерҙарҙан тапатырға, мейестәрҙә яндырырға тотондолар. Маҡсаты — Рәсәй халҡын үҙе өсөн үҙенә ризыҡ етештерергә өйрәтеү. Өйрәттең, ти, бар, ана! Тауыҡ үрсетергә лә йыбанып, осһоҙ “окорочка”ға алданып йәшәргә өйрәтел дә билеңде бөгөп ергә эйел, имеш.
— Ситтән индерелгән ризыҡты инсинераторҙарға (крематорий) оҙатыуҙың файҙаһы бар ул, — тип һөйләй Ырымбур өлкәһенең инсинератор директоры Николай Кокарев. — Пармезан менән хамонды (пармезаны — сыр, хамоны — ҡаҡланған сусҡа ите, буғай, ашап ҡараған юҡ, теләк тә юҡ) яндырһаң, бынамын тигән биогаз барлыҡҡа килә. Беҙ емеш, колбаса, ит, балыҡ, сырҙар яндырабыҙ. Температура арҡаһында органика тарҡала. Бер нисә файҙалы компонент айырылып сыға: биогаз (составында етмеш процент метан бар) һәм эффлюент — метанды әсетә торған продукт. Уны ашлама өсөн ҡулланыу яҡшы.
Тимәк... Әҙер ризыҡ яндырыла, уның бер өлөшөнән биогаз алалар, һәм ул автомобилдәр өсөн яғыулыҡ хеҙмәтен үтәй, бер өлөшө йәнә көсәнеп, ризыҡ етештереү өсөн ашлама функцияһын үтәй. Әйтегеҙ һуң миңә: ни өсөн эсте бошора был мәғәнәһеҙлек?! Ә түрәләр ултырып йөрөгән “Шевроле”, “Порше” (артабан һанай ҙа алмайым, ул яҡтан бик мәғлүмәтһеҙмен) машиналарын бульдозер аҫтына һалһаң йәки әлеге аҙаплы крематорийҙарға оҙатһаң? Унан ни саҡлым файҙа булырын күҙ алдына килтерәһегеҙме? Минең ҡара аҡылымса... Ярты илде хеҙмәтләндерерлек металлоломмы, пластик ҡалдыҡтармы килеп сығыр ине. Шуларҙы эшкәртәһең дә “Лада-Калина” машиналарын етештерәһең…
Икенсе бер патриот, крематорий директоры журналисҡа һөйләй. Ғәфү итегеҙ, ошо терминды ҡулланырға тура килә, инсинератор тигәнен аңға уйыу ҡыйын. Ят термин. Теге директор Валерий Кожушок былай ти:
— Балыҡтарҙы, диңгеҙ ҡыҫалаһын беҙ тәүҙә турағыстан үткәрәбеҙ, бешерәбеҙ, киптерәбеҙ, шунан ғына яндырабыҙ. Шулай эшләһәң, ҡалдығы аҙыраҡ була. Тәүлегенә 70 тонна диңгеҙ продукцияһын юҡ итерлек крематорийыбыҙ, ғәфү итегеҙ, нисек әле... инсинераторыбыҙ бар...
— Ә продукцияны конфискациялап акт төҙөһәң, шунан халыҡ мәнфәғәтендә ҡулланһаң...
— Мөмкин инде... Рөхсәт юҡ бит... Семганы турап, киптереп яндырғанда эс боша.
— Үҙегеҙ өсөн булһа ла алып ҡала алғанығыҙ бармы?
— Эшһеҙ ҡалыр өсөнмө?..
Яндырыусылар йәнә шоколад, юғары сортлы коньяк, араҡы, “Шанель” кеүек зат­лы хушбуйҙарҙы юҡ иткәндәге еҫтең дә ни саҡлым ауыр булыуына зарлана. Респираторһыҙ эшләп булмай икән... Бына шундай сәйер һәм ҡыҙғаныс хәлдәр шаһиты булырға яҙҙы беҙҙең быуынға. Ленинград блокадаһын үткән Рәсәй халҡы өсөн был, әлбиттә, күңелле хәл түгел ине.
XX быуат буйы репрессиялар солға­ны­шында йәшәргә мәжбүр ителгән ха­лыҡтың холоҡ-фиғеле лә күндәм булырға өйрәтелгәйне шул. Дәүләт сәйәсәтенә ҡыҫылыуҙан фәтүә юҡлыҡты төшөнгән совет кешеһе матди етешлектәр тип әллә ни тәгәрәп барманы (барынан яҙҙыр­ма­һалар ҙа хуп әле). Ҡабул ителгән норманан сығыу теләге менән дә янманы. Эйе, йәшерәк саҡта романтикаға бирелеп тә китәһең ул, ләкин ғаилә ҡороп, донъя кө­тә башлау менән хыялдар артҡа сиген­гәндән-сигенә бара. Хөкөм һөргән шарт­тар­ға яраҡлашырға, ҡулайлашырға, система ҡағиҙәләренә буйһонорға тура килде.
90-сы йылдар халыҡтың төпкө аңын, йылдар буйы эсенә йыйылған ҡәнәғәт­һеҙлеген уятып ебәргәйне лә, яңылыҡҡа ынтылыш йәнә өмөттө аҡламаны. Һөнәри һәләттең, талантлы кешеләрҙең демократик шарттарҙа хәжәте булмауы йәмәғәтселек алдына йылғыр лидерҙарҙы сығарып баҫтырҙы, улары иһә замандаштарының яҙмышын йәнә бульдозер аҫтына ташларға, төшөнкөлөккә бирелдереп, ғәҙеллек хаҡында хыялынан ваз кистерергә тотондо. Рухи һәм матди көрсөк һағалауҙан туҡтаманы.
ХХ быуаттың икенсе яртыһында формалашҡан ҡапма-ҡаршылыҡлы сәйәси системаларҙың көс структуралары араһындағы Варшава Килешеүе юҡҡа сығарылғайны, НАТО тарҡалырға уйламау ғына түгел, йоғонтолоғон Рәсәйҙең сигенә үк килтереп терәтте. Балтика буйы илдәре, Евросоюз улар өсөн ҡапҡаларын шар асып ебәрҙе.
Ошондай шарттарҙа берләшеүгә йөҙ тотҡан ШОС, БРИКС ойошмаларының бер ултырышы былтыр июлдә Өфөлә үтте. Ҡаланы ярайһы килешле итеп матурланылар, ҡунаҡханалар төҙөлдө, юлдарҙы ремонтланылар. Уныһы һәйбәт булды. БРИКС-ты Евросоюз менән сағыштырырлыҡ түгел, әлбиттә. БРИКС — ярайһы киң ҡоласлы иҡтисад клубы булһа кәрәк. Башлыса уның ярҙамы менән ошо ойошмаға ингән дәүләттәрҙең халыҡ-ара финанс, иҡтисад мәсьәләләре хәл ителергә тейеш. ШОС та — етди берекмә. Унда ингән илдәрҙең етәкселәре, Хөкүмәт башлыҡтары, хәрби көстәр, сит ил эштәре министрҙары, террорға ҡаршы көрәш үҙәктәре етәкселәре даими осрашыуҙар, берлектәге уҡыуҙар, хәрби күнекмәләр уҙғара. Инде Һиндостан, Пакистан, Иран дәүләттәре лә ҡушылмаҡсы.
Хәлдәр ошондайыраҡ. Артабан ниҙәр көтә икән һуң? Хөкүмәт йәнә, коммунизм төҙөүселәрҙе алдаштырған кеүек, түҙегеҙ, тиҙҙән яҡшы буласаҡ, тигән вәғәҙәләр менән илһамландыра ла бит...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518