Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөбәрәк булһын изге ай!
Башҡортостан мосолман­дары­ның Диниә назараты рәйе­се мөфтөй Нурмөхә­мәт хәҙрәт НИҒМӘ­ТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә бәрәкәтүһ, хөрмәт­ле ҡәрҙәштәр! Иншаллаһ, изге Ҡөрьән индерелгән, Ислам дине терәктә­ренең береһе булған Рамаҙан шәриф айына аяҡ баҫабыҙ. Ошо уңайҙан барығыҙҙы ла ихлас күңелдән тәбрикләйем! Изге ай мөбә­рәк булһын, һәр беребеҙгә Аллаһ Тә­ғәләнең рәхмәтенә өлгәшеү юлында уңыштар насип әйләһен, иншаллаһ.
“Эй, иман кил­тер­гән һөйөклө бәндә­ләрем, һеҙгә ураҙа ғибәҙәте фарыз ител­де, тәҡүәлек ҡы­лығыҙ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Был һүҙҙәрҙә “Раббыбыҙҙың ғазабынан һаҡланығыҙ, уның рәхмәтен алығыҙ” тигән мәғәнә ята. Әҙәм балаһы ураҙа тотоу менән Аллаһ Тәғәләнең юлына аяҡ баҫа, сөнки ул тыйылған ғәмәл­дәрҙән ситләшә. Әйтәйек, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, — тигән икән, телде тәрбиәләргә тейешбеҙ. Исламда һәр нәмәне уйлап әйтеү ҙур урын тота. “Мосолмандың ике күркәм сифаты бар: мәғә­нәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Ураҙа тотҡан кеше шулай уҡ ризыҡтың, һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә. Йәнә бер хикмәт шунда: әҙәм балаһы, Аллаһтың бойороғона буйһоноп, үҙенең Хаҡ Тәғәлә бәндәһе икәнлеген тағы бер ҡат тәҡрарлай. Рамаҙан тамам булып, изге ғәйетте үткәргән ваҡытта: “Эй, Раббым, бер ай дауамында ҡушҡандарыңды үтәнек”, — тип күңелебеҙҙә ҙур кинәнес кисерәбеҙ. Ә Ураҙаның әжере хисапһыҙ. Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ошо ҡыуаныслы кисерештәрҙе тойорға насип итһен.
“Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин?” тигән һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһынды­ралыр. Ҡыҙ бала — туғыҙ, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ һанала. Тимәк, ошо ваҡыттан башлау дөрөҫ. Ныҡ өлкән йәштәге­ләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙа­ҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәр­биәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шу­ны белеү фарыз: фидиә биреү ураҙаны һа­тып алыу тигәнде аңлатмай. Ғибә­ҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш. Әммә әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына Аллаһ Тәғәләнең ризалығы менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөп, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, диндарлыҡ түгел, ә Хоҙай күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә биргән рөхсәттән файҙаланыу зарур.
Аллаһ Тәғәлә ураҙаны Рамаҙан айында фарыз иткән икән, ғәмәлде хәлебеҙҙән килгәнсә тоторға тейешбеҙ. Был ғибәҙәттә кеше аңлап етмәгән хикмәт­тәр барҙыр. Мәҫәлән, әҙәм балаһы тормоштоң һәр төрлө шарттарына, ауыр мәлдәренә әҙер булырға тейеш. Әйтәйек, асығырға тура килер. Ә Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше бирешмәҫ, ауырлыҡты башҡаларға ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер.
Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу юлында һәр бере­беҙгә тәҡүәлек, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ насип әйләһен, хөрмәтле ҡәрҙәш­тәр. Аллаһ Тәғәлә ураҙа­быҙҙы, ғибәҙәт­тәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмә­тен, бәрәкәтен насип ҡыл­һын, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ. Изгелек игеп, яҡшы эштәр баш­ҡарып, мәрхәмәт­лек, шәфҡәтлелек күрһәтеп, тормо­шо­боҙҙо нурға күмәйек. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә