Мөбәрәк булһын изге ай!03.06.2016
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү ғәләйкүм үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Иншаллаһ, изге Ҡөрьән индерелгән, Ислам дине терәктәренең береһе булған Рамаҙан шәриф айына аяҡ баҫабыҙ. Ошо уңайҙан барығыҙҙы ла ихлас күңелдән тәбрикләйем! Изге ай мөбәрәк булһын, һәр беребеҙгә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшеү юлында уңыштар насип әйләһен, иншаллаһ.
“Эй, иман килтергән һөйөклө бәндәләрем, һеҙгә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, тәҡүәлек ҡылығыҙ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Был һүҙҙәрҙә “Раббыбыҙҙың ғазабынан һаҡланығыҙ, уның рәхмәтен алығыҙ” тигән мәғәнә ята. Әҙәм балаһы ураҙа тотоу менән Аллаһ Тәғәләнең юлына аяҡ баҫа, сөнки ул тыйылған ғәмәлдәрҙән ситләшә. Әйтәйек, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, — тигән икән, телде тәрбиәләргә тейешбеҙ. Исламда һәр нәмәне уйлап әйтеү ҙур урын тота. “Мосолмандың ике күркәм сифаты бар: мәғәнәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Ураҙа тотҡан кеше шулай уҡ ризыҡтың, һаулыҡтың, ваҡыттың, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәнә. Йәнә бер хикмәт шунда: әҙәм балаһы, Аллаһтың бойороғона буйһоноп, үҙенең Хаҡ Тәғәлә бәндәһе икәнлеген тағы бер ҡат тәҡрарлай. Рамаҙан тамам булып, изге ғәйетте үткәргән ваҡытта: “Эй, Раббым, бер ай дауамында ҡушҡандарыңды үтәнек”, — тип күңелебеҙҙә ҙур кинәнес кисерәбеҙ. Ә Ураҙаның әжере хисапһыҙ. Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә ошо ҡыуаныслы кисерештәрҙе тойорға насип итһен.
“Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин?” тигән һорау күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр. Ҡыҙ бала — туғыҙ, малай кеше 12-13 йәштән бәлиғ һанала. Тимәк, ошо ваҡыттан башлау дөрөҫ. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шуны белеү фарыз: фидиә биреү ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ғибәҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш. Әммә әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына Аллаһ Тәғәләнең ризалығы менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала.
Мәғлүм булыуынса, бөгөн ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөп, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, диндарлыҡ түгел, ә Хоҙай күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә биргән рөхсәттән файҙаланыу зарур.
Аллаһ Тәғәлә ураҙаны Рамаҙан айында фарыз иткән икән, ғәмәлде хәлебеҙҙән килгәнсә тоторға тейешбеҙ. Был ғибәҙәттә кеше аңлап етмәгән хикмәттәр барҙыр. Мәҫәлән, әҙәм балаһы тормоштоң һәр төрлө шарттарына, ауыр мәлдәренә әҙер булырға тейеш. Әйтәйек, асығырға тура килер. Ә Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше бирешмәҫ, ауырлыҡты башҡаларға ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер.
Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу юлында һәр беребеҙгә тәҡүәлек, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ насип әйләһен, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Аллаһ Тәғәлә ураҙабыҙҙы, ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡылһын, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ. Изгелек игеп, яҡшы эштәр башҡарып, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелек күрһәтеп, тормошобоҙҙо нурға күмәйек. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.