Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нимә булды һиңә, медицина?
Нимә булды һиңә, медицина? Һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының эшенә ҡәнәғәтһеҙлек беҙҙең йәмғиәттә артҡандан-арта бара. Табипҡа сираттың оҙонлоғо, белгестәрҙең етешмәүе, дауаханаға ятыу өсөн әллә күпме алдан яҙылыу зарурлығы, дауаның йоғонтоһо аҙ булыуы һәм сирленең артабан йылдар буйы табип тупһаһын тапарға мәжбүр ителеүе... Был нимә – медицинаның замандан артта ҡалыуымы, әллә үҙебеҙҙең уға артыҡ юғары талап ҡуйыуыбыҙмы, әллә финанслау етешмәүеме?

Йыл башында киң мәғлүмәт саралары аша таралған бер хәбәр беҙҙең инде һис ниндәй яңылыҡҡа ғәжәпләнмәҫкә өйрән­гән халыҡты ла аптырашта ҡал­дырҙы. Силәбе өлкәһенең Ҡара­баш ҡала дауаханаһына “Ашы­ғыс ярҙам” килтергән ауырлы ҡатындың игеҙәк бәпестәрен кесарь киҫелеше (кесарево сечение) ысулы менән алырға булалар. Ләкин... операция барышында уның ауырлы түгел­леге, фәҡәт ҡорһағында ҙур шеш (киста) барлығы асыҡлана.
Ҡатын-ҡыҙҙар консульта­цияһының белешмәләрен тағы бер тапҡыр ҡарайҙар: уларҙа ошо ҡатындың ауырлы булыуы тураһында ғына түгел, ә ярал­ғының тейешенсә үҫеүе, була­саҡ әсәнең дүрт тапҡыр табипҡа күренеүе хаҡында асыҡ яҙыл­ған, ультратауыш тикшереүенең (УЗИ) һүрәте лә һалынған. Ул арала ҡатын: “Балаларымды ҡайҙа ҡуйҙығыҙ? Улар йә үле тыуған, йә һатырға булған­һығыҙ!” – тип тауыш күтәрә.
Аптыраған хирургтар әлеге консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Үҙ-ара асыҡлау барышында бындағы табиптар УЗИ һү­рәтен ҡатындың икенсе клиниканан алып килеүен, ә карточ­каға яҙмаларҙы уның һөйләүенә ҡарап ҡына индереүҙәрен танырға мәжбүр була. Хәбәр итеүҙәренсә, ике дауаханала ла бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү үткә­рә. Рәсәй медицинаһын донъя кимәлендә оятҡа ҡалдыр­ған ошондай миҫалдарҙы илдең башҡа төбәк­тәрендә лә осратыуы ҡыйын түгел.
Беҙҙең медицинаға бөгөн ҡапма-ҡаршылыҡлы ике сифат хас: беренсенән, техник яҡтан иҫ киткес алға китеш: диагноз ҡуйыу өсөн мәғлүмәттәрҙе күҙ асып йомған арала әҙерләп биргән аппараттар, операция мәлендә сирленең тәнендәге һәр үҙгәреште белеп торған һиҙгер приборҙар... Заманса ҡорамал­дар хәҙер һәр район дауахана­һында барҙыр, моға­йын (әлбиттә, нигеҙҙә, сит илде­келәр) һәм улар әленән-әле яңыртылып тора. Әммә, икен­сенән, сирлегә мөнә­сә­бәт, уға заманса уңайлыҡтар тыуҙы­рыуҙан алып тиҙерәк һауыҡ­тырыуға хәтлем булған хәс­тәрлек, йәғни эштең сифаты менән ҡыҙыҡһыныу кәмей бара.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “кеше факторы” тип аталған терминды бик йыш ҡулланалар ине, хәҙер ул онотолдо. Технологияларға ҡара­ғанда кешенең үҙен үҙгәртеп ҡороу ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Бында ла шулай: дауаханаға сит илдән шәп ҡорамал килтереп ултыртыу ғына дауалауҙың юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелеүен аңлат­май әле.
Бынан бер йыл самаһы элек Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ райондарының береһендәге дауаханаға килтерелгән сит ил ҡорамалының айҙар буйы фай­ҙаланылмай ятыуына ризаһыҙ­лыҡ белдергәйне. Баҡһаң, был ҡорамалды урынлаштырырға бүлмә генә түгел, уны эшләтә алырлыҡ белгес тә юҡ! Дөрөҫ һаҡламау һөҙөмтәһендә ул хатта боҙола ла башлаған. Тимәк, ундағы дауаханала бындай аппаратты ҡулланыу ысулы тура­һында ғына түгел, ә нисек һаҡ­лар­ға икәнен дә белмәйҙәр! Ни өсөн икәне асыҡ – белергә теләк тә юҡ... Теләктең ни өсөн юҡ­лығы ла сер түгел – уны ҡулла­нырға йәки һаҡларға өйрәнгән хеҙмәткәрҙең эш хаҡы ошо ҡорамал хаҡының бер процентына ла етмәйҙер, моғайын. Ә халыҡҡа тоғро хеҙмәт итеү телә­ге менән янған, үҙе тураһында уйламаған энтузиаст хәҙер ни өсөндөр табылмай. Был ра­йонда ғына түгел, башҡа та­раф­тарҙа ла.
Кеше факторы... Шәхестең тәненә лә, йәненә ҡарата ла яҡшы мөғәмәлә талап ителгән дауахана шарттарында ул айырыуса һиҙелә. Был төшөнсә кешенең социаль мәсьәләләрен һәр ваҡыт дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә хәл итеп тороуҙы ғына түгел, ә шәхестең үҙен дә әүҙем­ләштереүҙе, баҙар иҡтисады шарттарында матди ҡыҙыҡһы­ныуын арттырыуҙы ла күҙ уңында тота ине. “Коммунизм төҙөйбөҙ” тип дәртләндереү ысулы үҙен күптән аҡламай башлағайны шул. Табиптар араһында ла был яҙылмаған ҡанун үҙ көсөндә: сирленең һауығып аяҡҡа баҫыуы дауалаусы өсөн ҡыуаныслы хәл булһа ла, был ғына уның һәм ғаиләһенең тормош кимәлен яҡшырта алмай.
Хәтеремдә, бер нисә йыл самаһы элек Өфөнөң 21-се дауаханаһында санитаркаға: “Мин операция өсөн аҡса түләнем, ә ни өсөн түшәк кәрәк-ярағы ла бирмәйһегеҙ?” – тип дәғүә белдергәйнем. Йәнәһе, бүтәндәр бушлай дауаланғанда, миңә ҡарата айырым хәстәрлек булырға тейеш. Ләкин санитарка ауыҙымды тиҙ япты: “Һеҙ бит аҡсаны кассаға түләнегеҙ, миңә уның бер тине лә эләкмәй. Бөгөнгә простынялар юҡ, кәрәк булһа, шул кассирҙан барып һорағыҙ”.
Был дауаханала әле лә шул уҡ хәл. Сменаһына 40-тан ашыу кеше ҡабул итә алған бер бү­лексәлә өс түләүле палата бар. Уларҙа дауаланған сирле көнө­нә 700 (!) һум түләргә тейеш. Ул хәтлем аҡса түгерлек шарттар юҡ был бүлмәләрҙә, фәҡәт шуныһы: ҡалған пала­та­ларҙа алтышар кеше йәшәһә, бы­ларында – икешәр генә пациент. Тағы ла бер айырма – был бүлмәләргә бәләкәй генә те­левизорҙар ултыртып сыҡ­ҡан­дар. Әгәр ҙә дауаханала 28 көн ятһаң, бындай бүлмә өсөн 19 мең 600 һум аҡсаңды сығарып һалырға кәрәк! Дауахана эргә­һендә бөтә уңайлыҡтары булған бер бүлмәле фатирҙы бер айға ҡуртымға алһаң, арзаныраҡҡа төшә түгелме?!
“Ни өсөн шулай ҡиммәт?” – тип һораманым да, бүлексәлә эшләүселәр уны ҡайҙан бел­һен? Табиптарға ла, шәфҡәт туташтарына ла унан бер тин дә эләкмәй. Был финанс “серен” – хаҡтың ҡайҙан алыныуын да, йыйылған сумманың ҡайҙа ките­үен дә – баш табип менән баш бухгалтер ғына беләлер, моға­йын.
Дауахана табиптарының һәм хеҙмәткәрҙәренең тейешенсә эшләүенә йәмғиәт тә (әлеге осраҡта – сирлеләр) йоғонто яһай ала һәм яһарға бурыслы, юғиһә беҙ был ойошмаларҙа үҙебеҙҙе сит йорттағы ҡунаҡ һымаҡ тоябыҙ. Быйыл яҙ ғына баш ҡала дауаханаларының береһендә оло йәштәге палаталаш ағайҙың һөйләгәне иҫтә.
– Операциянан һуң ҡуҙғала алмай ятам, – тине ул. – Кесе хәжәтте үтәргә һәр шундай сирлегә “судно” бирәләр, ләкин уны сығарып түгергә хәлдән килмәй, тора алмайым бит. Санитарканан үтенгәйнем, ул шунда уҡ баш тартты. Ризаһыҙлыҡ белдергәс, шәфҡәт туташы килеп еткән. “Санитарканың бурысы – иҙән йыуыу, башҡаһын талап итә лә алмайһығыҙ! Ни өсөн ҡатынығыҙ килеп ҡара­май?” – ти. Мин әйтәм, ул бөгөн эштә, килә алмай, бына һеҙ эштән китә алмайһығыҙ бит, ул да шундай хәлдә. Һеҙ әле әйткән һүҙҙәре­геҙҙе законлы тип иҫәп­ләй­һегеҙ икән, кисекмәҫтән баш табипты йәки бүлексә мөдирен саҡыры­ғыҙ, мин улар менән һөйләшәм. Белгегеҙ килһә, мин бында – төп кеше. Минән һуң дәрәжәһе буйынса баш табип тора, артабан – уның урынба­ҫарҙары, бүлексә мөдире, дауалаусы табип, шунан һуң ғына һеҙ. Әгәр ҙә минең кеүектәр булмаһа, был дауахананы ябасаҡтар, хатта йөҙ баш табип ултырһа ла.
Шәфҡәт туташы аптыраны, күрәһең, сирленән бындай һүҙ­ҙәрҙе тәүләп ишетә. Ишеккә бара башланы ла, миңә табан боролоп, былай тине: “Төп кеше булғас, ни өсөн беҙҙең пробле­ма­ларҙы хәл итмәйһегеҙ?” “Уларҙы тап мин хәл итәм дә инде, – тим. – Минең эш хаҡы­нан даими рәүештә медицина страховкаһы фондына иғәнә тотоп алып ҡалына, ошо фондтан һеҙгә эш хаҡы ла түләйҙәр, ҡорамал да алалар...”
Түләүһеҙ медицина... Беҙ уның менән тиҫтәләрсә йыл буйы ғорурланып йәшәнек. Ләкин, урыҫтарҙың “бушлай сыр сысҡан аулағыста ғына” тигән әйтемен­дәге кеүек, үҙебеҙҙе үҙебеҙ алдай торған мөхиткә барып индек түгелме? Энтузиас­тар заманы үткән, ә беҙ һаман да табиптың Гиппократ антына тоғролоғо барыһын да хәл итә тип уйлап йөрөүҙән арына алмайбыҙ.
Халҡы ниндәй – медицинаһы ла шундай. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эш хаҡы тип атарға ла оят булған аҡса өсөн көнө-төнө йүгергеләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәргә ҡарап, “Әлдә эшләп йөрөйҙәр, улар булмаһа, ни ҡылыр инек”, тип тә уйлап ҡуяһың. Әлеге Ҡарабаш дауаха­наһында хирургия бүлексәһен­дәге ике шәфҡәт туташы ла эштән киткәс, был бүлексәне бикләп ҡуйырға мәжбүр булалар. Унан алда ғына инфекция бүлексәһе ябылған була. Был хеҙмәткәрҙәрҙең дауахана менән хушлашыуының сәбәп­тәре – эш хаҡының бәләкәй булыуы, ә хеҙмәт күләменең артҡандан-арта барыуы. Ахыр сиктә ҡала Советы депутаттары ултырышта дауахананың баш табибына яңы шәфҡәт туташтарын табырға, уларҙы ҡыҙыҡ­һындырыу өсөн эш хаҡын арттырырға һәм фатир менән тәьмин итергә ҡуша. Хеҙмәт хаҡын, башҡаларҙың өлөшөнә инеп булһа ла, бер аҙға арт­тырырҙар ҙа ул, тик бына фатирҙы баш табип ҡайҙан алһын? Улар хатта “Ауыл табибы” программаһына ла инмәй, сөнки Ҡарабаш ҡала биләмәһе иҫәпләнә.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең эшен яҡшыртыу – табиптарҙың ғына түгел, ә тотош йәмәғәт­селектең бурысы. Табиптарҙың йыш осраған вайымһыҙлығы, был өлкәлә коррупцияның киң таралыуы, яңы техника менән ҡоралланған бөгөнгө медицина шарттарында ла үлем осраҡта­рының үткән быуаттың 60-сы йылдары менән сағыштырғанда ике тапҡырға(!) артыуы, элекке санитар-ағартыу эшенең телевидение аша көн-төн ағылған тупаҫ рекламаға әйләнеүе һәм башҡалар ошо бурысыбыҙҙы насар үтәү (йәки үтәмәү) арҡа­һында килеп тыуҙы. Быйыл 24 февралдә, Башҡортостандың медицина йәмәғәтселеге йыйылышында сығыш яһап, Баш­ҡорт­остан Башлығы Рөстәм Хәмитов шулай тигәйне:
– Медицинаның эшенә ҡәнә­ғәт­һеҙлек белдергән хаттарҙы көн һайын тиерлек алабыҙ. Хакимиәттә лә, Хөкүмәттә лә ошо ялыуҙарҙы уҡып ултырырға мәжбүрҙәр. Айырыуса һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эше насар ойошторолоуға, сират­тарҙың оҙонлоғона, та­биптарға телефон аша яҙылып булмауға, ташламаға мохтаж­дарға дарыуҙар етешмәүгә зар­ланалар. Мин аңлайым: табип­тарҙың эш хаҡы бәләкәй, ләкин ришүәт бирергә мәжбүр булған сирлеләр ҙә олигарх түгел бит. Бөтә был йыйылған мәсьәлә­ләрҙе власть үҙе генә хәл итә алмай, сөнки уларҙың күпселеге власть вәкәләттәренән ситкә сыға. Шуға күрә бында йәмәғәт­селектең киң ҡатнашыуы талап ителә.
Замана хәҙер башҡа һәм беҙгә уның төп үҙенсәлеген аңларға ваҡыт: барлыҡ һөнәр эйәләре, шул иҫәптән табиптар ҙа, бөгөн көн һайын фиҙакәрлек һәм ҡаһарманлыҡ ҡылыу тураһында түгел, ә лайыҡлы тормош кимәле менән тәьмин итә алырлыҡ эш урыны хаҡында хыяллана.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 700

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 104

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 179

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 779

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 828

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 619

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 874