Һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының эшенә ҡәнәғәтһеҙлек беҙҙең йәмғиәттә артҡандан-арта бара. Табипҡа сираттың оҙонлоғо, белгестәрҙең етешмәүе, дауаханаға ятыу өсөн әллә күпме алдан яҙылыу зарурлығы, дауаның йоғонтоһо аҙ булыуы һәм сирленең артабан йылдар буйы табип тупһаһын тапарға мәжбүр ителеүе... Был нимә – медицинаның замандан артта ҡалыуымы, әллә үҙебеҙҙең уға артыҡ юғары талап ҡуйыуыбыҙмы, әллә финанслау етешмәүеме?Йыл башында киң мәғлүмәт саралары аша таралған бер хәбәр беҙҙең инде һис ниндәй яңылыҡҡа ғәжәпләнмәҫкә өйрәнгән халыҡты ла аптырашта ҡалдырҙы. Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала дауаханаһына “Ашығыс ярҙам” килтергән ауырлы ҡатындың игеҙәк бәпестәрен кесарь киҫелеше (кесарево сечение) ысулы менән алырға булалар. Ләкин... операция барышында уның ауырлы түгеллеге, фәҡәт ҡорһағында ҙур шеш (киста) барлығы асыҡлана.
Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының белешмәләрен тағы бер тапҡыр ҡарайҙар: уларҙа ошо ҡатындың ауырлы булыуы тураһында ғына түгел, ә яралғының тейешенсә үҫеүе, буласаҡ әсәнең дүрт тапҡыр табипҡа күренеүе хаҡында асыҡ яҙылған, ультратауыш тикшереүенең (УЗИ) һүрәте лә һалынған. Ул арала ҡатын: “Балаларымды ҡайҙа ҡуйҙығыҙ? Улар йә үле тыуған, йә һатырға булғанһығыҙ!” – тип тауыш күтәрә.
Аптыраған хирургтар әлеге консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Үҙ-ара асыҡлау барышында бындағы табиптар УЗИ һүрәтен ҡатындың икенсе клиниканан алып килеүен, ә карточкаға яҙмаларҙы уның һөйләүенә ҡарап ҡына индереүҙәрен танырға мәжбүр була. Хәбәр итеүҙәренсә, ике дауаханала ла бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү үткәрә. Рәсәй медицинаһын донъя кимәлендә оятҡа ҡалдырған ошондай миҫалдарҙы илдең башҡа төбәктәрендә лә осратыуы ҡыйын түгел.
Беҙҙең медицинаға бөгөн ҡапма-ҡаршылыҡлы ике сифат хас: беренсенән, техник яҡтан иҫ киткес алға китеш: диагноз ҡуйыу өсөн мәғлүмәттәрҙе күҙ асып йомған арала әҙерләп биргән аппараттар, операция мәлендә сирленең тәнендәге һәр үҙгәреште белеп торған һиҙгер приборҙар... Заманса ҡорамалдар хәҙер һәр район дауаханаһында барҙыр, моғайын (әлбиттә, нигеҙҙә, сит илдекеләр) һәм улар әленән-әле яңыртылып тора. Әммә, икенсенән, сирлегә мөнәсәбәт, уға заманса уңайлыҡтар тыуҙырыуҙан алып тиҙерәк һауыҡтырыуға хәтлем булған хәстәрлек, йәғни эштең сифаты менән ҡыҙыҡһыныу кәмей бара.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “кеше факторы” тип аталған терминды бик йыш ҡулланалар ине, хәҙер ул онотолдо. Технологияларға ҡарағанда кешенең үҙен үҙгәртеп ҡороу ҡатмарлыраҡ булып сыҡты. Бында ла шулай: дауаханаға сит илдән шәп ҡорамал килтереп ултыртыу ғына дауалауҙың юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелеүен аңлатмай әле.
Бынан бер йыл самаһы элек Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ райондарының береһендәге дауаханаға килтерелгән сит ил ҡорамалының айҙар буйы файҙаланылмай ятыуына ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Баҡһаң, был ҡорамалды урынлаштырырға бүлмә генә түгел, уны эшләтә алырлыҡ белгес тә юҡ! Дөрөҫ һаҡламау һөҙөмтәһендә ул хатта боҙола ла башлаған. Тимәк, ундағы дауаханала бындай аппаратты ҡулланыу ысулы тураһында ғына түгел, ә нисек һаҡларға икәнен дә белмәйҙәр! Ни өсөн икәне асыҡ – белергә теләк тә юҡ... Теләктең ни өсөн юҡлығы ла сер түгел – уны ҡулланырға йәки һаҡларға өйрәнгән хеҙмәткәрҙең эш хаҡы ошо ҡорамал хаҡының бер процентына ла етмәйҙер, моғайын. Ә халыҡҡа тоғро хеҙмәт итеү теләге менән янған, үҙе тураһында уйламаған энтузиаст хәҙер ни өсөндөр табылмай. Был районда ғына түгел, башҡа тарафтарҙа ла.
Кеше факторы... Шәхестең тәненә лә, йәненә ҡарата ла яҡшы мөғәмәлә талап ителгән дауахана шарттарында ул айырыуса һиҙелә. Был төшөнсә кешенең социаль мәсьәләләрен һәр ваҡыт дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә хәл итеп тороуҙы ғына түгел, ә шәхестең үҙен дә әүҙемләштереүҙе, баҙар иҡтисады шарттарында матди ҡыҙыҡһыныуын арттырыуҙы ла күҙ уңында тота ине. “Коммунизм төҙөйбөҙ” тип дәртләндереү ысулы үҙен күптән аҡламай башлағайны шул. Табиптар араһында ла был яҙылмаған ҡанун үҙ көсөндә: сирленең һауығып аяҡҡа баҫыуы дауалаусы өсөн ҡыуаныслы хәл булһа ла, был ғына уның һәм ғаиләһенең тормош кимәлен яҡшырта алмай.
Хәтеремдә, бер нисә йыл самаһы элек Өфөнөң 21-се дауаханаһында санитаркаға: “Мин операция өсөн аҡса түләнем, ә ни өсөн түшәк кәрәк-ярағы ла бирмәйһегеҙ?” – тип дәғүә белдергәйнем. Йәнәһе, бүтәндәр бушлай дауаланғанда, миңә ҡарата айырым хәстәрлек булырға тейеш. Ләкин санитарка ауыҙымды тиҙ япты: “Һеҙ бит аҡсаны кассаға түләнегеҙ, миңә уның бер тине лә эләкмәй. Бөгөнгә простынялар юҡ, кәрәк булһа, шул кассирҙан барып һорағыҙ”.
Был дауаханала әле лә шул уҡ хәл. Сменаһына 40-тан ашыу кеше ҡабул итә алған бер бүлексәлә өс түләүле палата бар. Уларҙа дауаланған сирле көнөнә 700 (!) һум түләргә тейеш. Ул хәтлем аҡса түгерлек шарттар юҡ был бүлмәләрҙә, фәҡәт шуныһы: ҡалған палаталарҙа алтышар кеше йәшәһә, быларында – икешәр генә пациент. Тағы ла бер айырма – был бүлмәләргә бәләкәй генә телевизорҙар ултыртып сыҡҡандар. Әгәр ҙә дауаханала 28 көн ятһаң, бындай бүлмә өсөн 19 мең 600 һум аҡсаңды сығарып һалырға кәрәк! Дауахана эргәһендә бөтә уңайлыҡтары булған бер бүлмәле фатирҙы бер айға ҡуртымға алһаң, арзаныраҡҡа төшә түгелме?!
“Ни өсөн шулай ҡиммәт?” – тип һораманым да, бүлексәлә эшләүселәр уны ҡайҙан белһен? Табиптарға ла, шәфҡәт туташтарына ла унан бер тин дә эләкмәй. Был финанс “серен” – хаҡтың ҡайҙан алыныуын да, йыйылған сумманың ҡайҙа китеүен дә – баш табип менән баш бухгалтер ғына беләлер, моғайын.
Дауахана табиптарының һәм хеҙмәткәрҙәренең тейешенсә эшләүенә йәмғиәт тә (әлеге осраҡта – сирлеләр) йоғонто яһай ала һәм яһарға бурыслы, юғиһә беҙ был ойошмаларҙа үҙебеҙҙе сит йорттағы ҡунаҡ һымаҡ тоябыҙ. Быйыл яҙ ғына баш ҡала дауаханаларының береһендә оло йәштәге палаталаш ағайҙың һөйләгәне иҫтә.
– Операциянан һуң ҡуҙғала алмай ятам, – тине ул. – Кесе хәжәтте үтәргә һәр шундай сирлегә “судно” бирәләр, ләкин уны сығарып түгергә хәлдән килмәй, тора алмайым бит. Санитарканан үтенгәйнем, ул шунда уҡ баш тартты. Ризаһыҙлыҡ белдергәс, шәфҡәт туташы килеп еткән. “Санитарканың бурысы – иҙән йыуыу, башҡаһын талап итә лә алмайһығыҙ! Ни өсөн ҡатынығыҙ килеп ҡарамай?” – ти. Мин әйтәм, ул бөгөн эштә, килә алмай, бына һеҙ эштән китә алмайһығыҙ бит, ул да шундай хәлдә. Һеҙ әле әйткән һүҙҙәрегеҙҙе законлы тип иҫәпләйһегеҙ икән, кисекмәҫтән баш табипты йәки бүлексә мөдирен саҡырығыҙ, мин улар менән һөйләшәм. Белгегеҙ килһә, мин бында – төп кеше. Минән һуң дәрәжәһе буйынса баш табип тора, артабан – уның урынбаҫарҙары, бүлексә мөдире, дауалаусы табип, шунан һуң ғына һеҙ. Әгәр ҙә минең кеүектәр булмаһа, был дауахананы ябасаҡтар, хатта йөҙ баш табип ултырһа ла.
Шәфҡәт туташы аптыраны, күрәһең, сирленән бындай һүҙҙәрҙе тәүләп ишетә. Ишеккә бара башланы ла, миңә табан боролоп, былай тине: “Төп кеше булғас, ни өсөн беҙҙең проблемаларҙы хәл итмәйһегеҙ?” “Уларҙы тап мин хәл итәм дә инде, – тим. – Минең эш хаҡынан даими рәүештә медицина страховкаһы фондына иғәнә тотоп алып ҡалына, ошо фондтан һеҙгә эш хаҡы ла түләйҙәр, ҡорамал да алалар...”
Түләүһеҙ медицина... Беҙ уның менән тиҫтәләрсә йыл буйы ғорурланып йәшәнек. Ләкин, урыҫтарҙың “бушлай сыр сысҡан аулағыста ғына” тигән әйтемендәге кеүек, үҙебеҙҙе үҙебеҙ алдай торған мөхиткә барып индек түгелме? Энтузиастар заманы үткән, ә беҙ һаман да табиптың Гиппократ антына тоғролоғо барыһын да хәл итә тип уйлап йөрөүҙән арына алмайбыҙ.
Халҡы ниндәй – медицинаһы ла шундай. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эш хаҡы тип атарға ла оят булған аҡса өсөн көнө-төнө йүгергеләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәргә ҡарап, “Әлдә эшләп йөрөйҙәр, улар булмаһа, ни ҡылыр инек”, тип тә уйлап ҡуяһың. Әлеге Ҡарабаш дауаханаһында хирургия бүлексәһендәге ике шәфҡәт туташы ла эштән киткәс, был бүлексәне бикләп ҡуйырға мәжбүр булалар. Унан алда ғына инфекция бүлексәһе ябылған була. Был хеҙмәткәрҙәрҙең дауахана менән хушлашыуының сәбәптәре – эш хаҡының бәләкәй булыуы, ә хеҙмәт күләменең артҡандан-арта барыуы. Ахыр сиктә ҡала Советы депутаттары ултырышта дауахананың баш табибына яңы шәфҡәт туташтарын табырға, уларҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн эш хаҡын арттырырға һәм фатир менән тәьмин итергә ҡуша. Хеҙмәт хаҡын, башҡаларҙың өлөшөнә инеп булһа ла, бер аҙға арттырырҙар ҙа ул, тик бына фатирҙы баш табип ҡайҙан алһын? Улар хатта “Ауыл табибы” программаһына ла инмәй, сөнки Ҡарабаш ҡала биләмәһе иҫәпләнә.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең эшен яҡшыртыу – табиптарҙың ғына түгел, ә тотош йәмәғәтселектең бурысы. Табиптарҙың йыш осраған вайымһыҙлығы, был өлкәлә коррупцияның киң таралыуы, яңы техника менән ҡоралланған бөгөнгө медицина шарттарында ла үлем осраҡтарының үткән быуаттың 60-сы йылдары менән сағыштырғанда ике тапҡырға(!) артыуы, элекке санитар-ағартыу эшенең телевидение аша көн-төн ағылған тупаҫ рекламаға әйләнеүе һәм башҡалар ошо бурысыбыҙҙы насар үтәү (йәки үтәмәү) арҡаһында килеп тыуҙы. Быйыл 24 февралдә, Башҡортостандың медицина йәмәғәтселеге йыйылышында сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов шулай тигәйне:
– Медицинаның эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдергән хаттарҙы көн һайын тиерлек алабыҙ. Хакимиәттә лә, Хөкүмәттә лә ошо ялыуҙарҙы уҡып ултырырға мәжбүрҙәр. Айырыуса һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эше насар ойошторолоуға, сираттарҙың оҙонлоғона, табиптарға телефон аша яҙылып булмауға, ташламаға мохтаждарға дарыуҙар етешмәүгә зарланалар. Мин аңлайым: табиптарҙың эш хаҡы бәләкәй, ләкин ришүәт бирергә мәжбүр булған сирлеләр ҙә олигарх түгел бит. Бөтә был йыйылған мәсьәләләрҙе власть үҙе генә хәл итә алмай, сөнки уларҙың күпселеге власть вәкәләттәренән ситкә сыға. Шуға күрә бында йәмәғәтселектең киң ҡатнашыуы талап ителә.
Замана хәҙер башҡа һәм беҙгә уның төп үҙенсәлеген аңларға ваҡыт: барлыҡ һөнәр эйәләре, шул иҫәптән табиптар ҙа, бөгөн көн һайын фиҙакәрлек һәм ҡаһарманлыҡ ҡылыу тураһында түгел, ә лайыҡлы тормош кимәле менән тәьмин итә алырлыҡ эш урыны хаҡында хыяллана.