Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Изгелек менән яуланған ихтирам
Изгелек менән яуланған ихтирам Баймаҡ районы Күсей ауы­лын­­­­­­да Мулләхмәт менән Раҡияны белмәгән кеше юҡтыр. Мулләхмәт бик егәрле, оҫта ҡуллы була. Егәрленең ҡулы етәү тигәндәй, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, яйын табып, рәтенә килтереп ҡуя. Тишелгән самауыр, ҡаҙан, сәйнүктәрҙе иретеп ямай, быйма табанлай, мейес сығара, семәрләп ҡапҡа эшләй, келәт, мунса төҙөй, өй ҡыйығын яба. Уның хеҙмәт кенәгәһендә “тимерсе” тигән бер генә яҙыу. Раҡияны иһә ауылдаштары күҙ табибы тип иҫләй. Көтмәгәндә күҙҙәренә дегәнәк төшһә, уны ала алмай, “Раҡия ғына сығарыр” тип уға ебәрәләр.
Ғаиләләрендә ете бала тәрбиәләп үҫте­рәләр. Йыр-моңға әүәҫ, дәртлеләр, концерттарға йөрөргә яраталар. Улар ҡартайғансы ҡултыҡ­лашып ҡына клубҡа йөрөүҙәрен, Яңы йыл һайын ҡыҙыҡлы маскарадта ҡатнашып, уйнап-көлөп матур йәшәгән мәлдәрен балалары һағынып иҫкә ала.
Ошо холоҡтары бигерәк тә ҡыҙҙары Сәғиҙәлә сағылыш тапҡан. “Тормошта дөрөҫ йәшәү өсөн ғәҙеллек, дөрөҫлөк, тура һүҙлелек кеүек кәрәкле сифаттар, хеҙмәткә әҙерлек сынығыуҙарын һабаҡ итеп әсәйемдән алһам, атайымдан ҡул оҫталығы, сәнғәткә һөйөү күскәндер”, — ти Сәғиҙә Байназарова.
Хеҙмәт юлын тыуған яғында, йәмле Ирәндек итәгендә урынлашҡан Күсей ауылы мәҙәниәт йортонда башлай. Әсәһе Раҡия апайҙың бер туған ағаһы Хәмит Әхмәтов оҫта ҡурайсы була, атаһы ла — ҡурайсы, бейеүсе. Күренекле бейеүсе Йәүҙәт Бикбирҙин, Баймаҡ, Өфөләрҙә сығыш яһағанда бейеү хәрәкәттәрен Мулләхмәт ағайҙан өйрәндем, тип хәтерләй. Шундай талантлы нәҫелдең ҡыҙы ла сәнғәт донъяһын үҙ итә.
Мәктәп йылдарында уҡ мандолинала, гармунда уйнай, был шөғөлдәре клубта һәм мәктәптә эшләгәндә бик кәрәкле була. Ул һәр саҡ йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. Төрлө саралар үткәрә. Һәр эштә лә оҫта ойоштороусы 22 йәшлек кенә ҡыҙ баланы юҡҡамы ни ауылдаштары ауыл Советы рәйесе итеп һайлап ҡуя! Һис ҡурҡып тормайынса дүрт ауыл ҡараған биләмәне етәкләй. Ситтән тороп Стәрле­тамаҡ педагогия институтында юғары белемгә эйә булғас, 1985 йылдан Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙә­биәте­нән уҡыта.
Урыҫлашып бөткән ауылда башҡорт телен уҡытыу еңел­дән булмай. Ата-әсәләр араһында аң­­латыу эше алып бара, халыҡ­тың милли аңын уятыу ҙа күп сы­ҙамлылыҡ талап итә. “Сибай” ха­лыҡ үҙәге менән берлектә, уның вәкил­дәре З. Ибраһимов, Р. Үтә­ғолов, С. Өмөтбаевалар яр­ҙамы менән, ниһайәт, 1990 йыл­да тәүге башҡорт класы асыла.
Сәғиҙә Байназарова бер урында ғына тапанырға яратмай. Халҡыбыҙҙың бай йолаларын, байрамдарын өйрәнә, тәжрибәле сәнғәт әһелдәре менән кәңәш­ләшә. 1987 йылдың көҙөндә күп балалы әсә Рәйсә Иҙрисованың өйөндә ауыл халҡы менән “Ҡаҙ өмәһе” байрамын үткәрә. Ҡоролтайҙан, Сибай ҡалаһы хакимиәтенән киләләр. Шул тиклем матур, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған өмәне телевидение төшөрөп халыҡҡа күрһәтә. 2007 йылда ауыл тарихы менән бәйле “Шәжәрә байрамы”нда булыусылар әле булһа ла был сараны маҡтап һөйләй.
Уның башҡорт теле һәм әҙә­биә­те дәрестәре лә ҡыҙыҡлы, йәнле, мауыҡтырғыс үтә. С. Байназарова аттестация үткән мәлдә миңә Миңъямал Әхмәтова менән уның эшен баһаларға тура килде. Эшенә мөкиббән киткән абруйлы уҡы­тыусының ысын мәғәнәһендә рух илсеһе икәнлегенә һоҡланып ҡайттыҡ. Алсаҡ сырай, мөләйем йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршыланы ул беҙҙе. Әйтерһең дә, йөҙөндәге яҡты нурҙарҙы бүлмәһенә бөрк­кән, һәр нәмә үҙ урынында, тәр­тип, бөхтәлек, бай материал тупланған. Башҡорт халҡының көн­күреш кәрәк-яраҡтары, милли ке­йем һәм башҡа ҡомартҡылар ҡу­йылған мөйөш — үҙе бер музей.
Ул даталарға, байрамдарға саралар әҙерләгәндә әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереүҙе лә бик оҫта файҙалана. Бигерәк тә З. Биише­ваның “Кәмһетел­гән­дәр”ен, Ә. Яхи­наның “Юғалған миҙал”ын тамашасы көтөп ала.
Юғары категориялы белгес, Башҡортостандың мәғариф ал­дын­ғыһы, хеҙмәт ветераны, һөҙөмтәле эше өсөн Мәғариф министрлығының бихисап грамоталары, ҡала хакимиәтенең бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән Сәғиҙә Мул­ләх­мәт ҡыҙы Байназарованы уҡыусылары ярата, ата-әсәләр ихтирам итә. Ғөмүмән, барыһы ла сикһеҙ рәхмәтле уға.
Яңғыҙы өс баланы аяҡҡа баҫ­тыра ул. Әлиә ике юғары белемле, институтта эшләй, Ләйсән сән­ғәт колледжын һәм сәнғәт ака­демияһын тамамлай, ә Рәил — сән­ғәт колледжын һәм сәнғәт академияһының баян бүлегендә белем алған музыкант. Балалары Сәғиҙә апайҙы игеҙәктәр Айҙар менән Яҙгөл, Данияр, Рианна исем­ле ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандырҙы. Бәхетле өләсәй уларҙы ҡарашырға ла өлгөрә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.
“Яратам һине, тормош!” ҡала конкурсында 1-се урын ала, Белоретта уҙған фестиваль-концертта ҡатнаша, Сибайҙағы “Ағинәйҙәр” конкурсында ла уның бар йәһәттән дә талантын юғары баһалайҙар.
Гәзиткә яҙылыу буйынса халыҡ араһында аңлатыу эше алып бара. “Сибайский рабочий”, “Атайсал”, “Йәшлек”, “Һаҡмар”, “Йәншишмә” гәзиттәрендә төрлө темаға уҡымлы, фәһемле мәҡәләләре донъя күрҙе. Һуңғы йылдарҙа туған телебеҙ яҙмышына, борсолоп яҙған үткер мәҡәләһе кемдәргәлер уҡ булып ҡаҙалды, ә кемдәрҙер ҡәләм оҫтаһына рәхмәтен белдерҙе. Әйткәндәй, ул — “Атайсал”дың 2014 йылғы лауреаты.
Хоҙай Тәғәлә Сәғиҙә апайҙы бай телмәр, изге күңел, ихлас­лыҡ, етәкселек оҫталығы сифаттары менән нурлаған. Заманында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында Күсей ауылының аҡһа­ҡалы Шәһәрғәзе Ҡыуатов­тың: “Ут булдың, ихлас эшләнең, гел һағынып иҫкә алабыҙ”, — тип маҡ­тап арҡаһы­нан һөйөп алыуын оло баһа итеп күңелендә йөрөтә. Ә инде Төйәләҫ ҡасабаһында иң яҡын кешеһе Дзидра Агееваның: “Тыныс, күркәм холоҡло, һәр кем менән уртаҡ тел таба, ололарҙы ололай, кеселәргә кәңәш бирә. Уның бар булмышы — кешеләргә шатлыҡ өләшеү, ярҙам итеү, күңелдәренә рух өҫтәү. Нисәмә йылдар һынау күперҙәрен ныҡлы баҫып үткән, ҡыйыу йөрәкле әхирәтемә һәйкәл ҡуйырлыҡ!” — тиеүе уның бөтә булмышын асып һала.



Автор: Әлнисә АЛДЫРХАНОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә