Баймаҡ районы Күсей ауылында Мулләхмәт менән Раҡияны белмәгән кеше юҡтыр. Мулләхмәт бик егәрле, оҫта ҡуллы була. Егәрленең ҡулы етәү тигәндәй, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, яйын табып, рәтенә килтереп ҡуя. Тишелгән самауыр, ҡаҙан, сәйнүктәрҙе иретеп ямай, быйма табанлай, мейес сығара, семәрләп ҡапҡа эшләй, келәт, мунса төҙөй, өй ҡыйығын яба. Уның хеҙмәт кенәгәһендә “тимерсе” тигән бер генә яҙыу. Раҡияны иһә ауылдаштары күҙ табибы тип иҫләй. Көтмәгәндә күҙҙәренә дегәнәк төшһә, уны ала алмай, “Раҡия ғына сығарыр” тип уға ебәрәләр.Ғаиләләрендә ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Йыр-моңға әүәҫ, дәртлеләр, концерттарға йөрөргә яраталар. Улар ҡартайғансы ҡултыҡлашып ҡына клубҡа йөрөүҙәрен, Яңы йыл һайын ҡыҙыҡлы маскарадта ҡатнашып, уйнап-көлөп матур йәшәгән мәлдәрен балалары һағынып иҫкә ала.
Ошо холоҡтары бигерәк тә ҡыҙҙары Сәғиҙәлә сағылыш тапҡан. “Тормошта дөрөҫ йәшәү өсөн ғәҙеллек, дөрөҫлөк, тура һүҙлелек кеүек кәрәкле сифаттар, хеҙмәткә әҙерлек сынығыуҙарын һабаҡ итеп әсәйемдән алһам, атайымдан ҡул оҫталығы, сәнғәткә һөйөү күскәндер”, — ти Сәғиҙә Байназарова.
Хеҙмәт юлын тыуған яғында, йәмле Ирәндек итәгендә урынлашҡан Күсей ауылы мәҙәниәт йортонда башлай. Әсәһе Раҡия апайҙың бер туған ағаһы Хәмит Әхмәтов оҫта ҡурайсы була, атаһы ла — ҡурайсы, бейеүсе. Күренекле бейеүсе Йәүҙәт Бикбирҙин, Баймаҡ, Өфөләрҙә сығыш яһағанда бейеү хәрәкәттәрен Мулләхмәт ағайҙан өйрәндем, тип хәтерләй. Шундай талантлы нәҫелдең ҡыҙы ла сәнғәт донъяһын үҙ итә.
Мәктәп йылдарында уҡ мандолинала, гармунда уйнай, был шөғөлдәре клубта һәм мәктәптә эшләгәндә бик кәрәкле була. Ул һәр саҡ йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. Төрлө саралар үткәрә. Һәр эштә лә оҫта ойоштороусы 22 йәшлек кенә ҡыҙ баланы юҡҡамы ни ауылдаштары ауыл Советы рәйесе итеп һайлап ҡуя! Һис ҡурҡып тормайынса дүрт ауыл ҡараған биләмәне етәкләй. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтында юғары белемгә эйә булғас, 1985 йылдан Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Урыҫлашып бөткән ауылда башҡорт телен уҡытыу еңелдән булмай. Ата-әсәләр араһында аңлатыу эше алып бара, халыҡтың милли аңын уятыу ҙа күп сыҙамлылыҡ талап итә. “Сибай” халыҡ үҙәге менән берлектә, уның вәкилдәре З. Ибраһимов, Р. Үтәғолов, С. Өмөтбаевалар ярҙамы менән, ниһайәт, 1990 йылда тәүге башҡорт класы асыла.
Сәғиҙә Байназарова бер урында ғына тапанырға яратмай. Халҡыбыҙҙың бай йолаларын, байрамдарын өйрәнә, тәжрибәле сәнғәт әһелдәре менән кәңәшләшә. 1987 йылдың көҙөндә күп балалы әсә Рәйсә Иҙрисованың өйөндә ауыл халҡы менән “Ҡаҙ өмәһе” байрамын үткәрә. Ҡоролтайҙан, Сибай ҡалаһы хакимиәтенән киләләр. Шул тиклем матур, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған өмәне телевидение төшөрөп халыҡҡа күрһәтә. 2007 йылда ауыл тарихы менән бәйле “Шәжәрә байрамы”нда булыусылар әле булһа ла был сараны маҡтап һөйләй.
Уның башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре лә ҡыҙыҡлы, йәнле, мауыҡтырғыс үтә. С. Байназарова аттестация үткән мәлдә миңә Миңъямал Әхмәтова менән уның эшен баһаларға тура килде. Эшенә мөкиббән киткән абруйлы уҡытыусының ысын мәғәнәһендә рух илсеһе икәнлегенә һоҡланып ҡайттыҡ. Алсаҡ сырай, мөләйем йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршыланы ул беҙҙе. Әйтерһең дә, йөҙөндәге яҡты нурҙарҙы бүлмәһенә бөрккән, һәр нәмә үҙ урынында, тәртип, бөхтәлек, бай материал тупланған. Башҡорт халҡының көнкүреш кәрәк-яраҡтары, милли кейем һәм башҡа ҡомартҡылар ҡуйылған мөйөш — үҙе бер музей.
Ул даталарға, байрамдарға саралар әҙерләгәндә әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереүҙе лә бик оҫта файҙалана. Бигерәк тә З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”ен, Ә. Яхинаның “Юғалған миҙал”ын тамашасы көтөп ала.
Юғары категориялы белгес, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны, һөҙөмтәле эше өсөн Мәғариф министрлығының бихисап грамоталары, ҡала хакимиәтенең бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән Сәғиҙә Мулләхмәт ҡыҙы Байназарованы уҡыусылары ярата, ата-әсәләр ихтирам итә. Ғөмүмән, барыһы ла сикһеҙ рәхмәтле уға.
Яңғыҙы өс баланы аяҡҡа баҫтыра ул. Әлиә ике юғары белемле, институтта эшләй, Ләйсән сәнғәт колледжын һәм сәнғәт академияһын тамамлай, ә Рәил — сәнғәт колледжын һәм сәнғәт академияһының баян бүлегендә белем алған музыкант. Балалары Сәғиҙә апайҙы игеҙәктәр Айҙар менән Яҙгөл, Данияр, Рианна исемле ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандырҙы. Бәхетле өләсәй уларҙы ҡарашырға ла өлгөрә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.
“Яратам һине, тормош!” ҡала конкурсында 1-се урын ала, Белоретта уҙған фестиваль-концертта ҡатнаша, Сибайҙағы “Ағинәйҙәр” конкурсында ла уның бар йәһәттән дә талантын юғары баһалайҙар.
Гәзиткә яҙылыу буйынса халыҡ араһында аңлатыу эше алып бара. “Сибайский рабочий”, “Атайсал”, “Йәшлек”, “Һаҡмар”, “Йәншишмә” гәзиттәрендә төрлө темаға уҡымлы, фәһемле мәҡәләләре донъя күрҙе. Һуңғы йылдарҙа туған телебеҙ яҙмышына, борсолоп яҙған үткер мәҡәләһе кемдәргәлер уҡ булып ҡаҙалды, ә кемдәрҙер ҡәләм оҫтаһына рәхмәтен белдерҙе. Әйткәндәй, ул — “Атайсал”дың 2014 йылғы лауреаты.
Хоҙай Тәғәлә Сәғиҙә апайҙы бай телмәр, изге күңел, ихласлыҡ, етәкселек оҫталығы сифаттары менән нурлаған. Заманында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында Күсей ауылының аҡһаҡалы Шәһәрғәзе Ҡыуатовтың: “Ут булдың, ихлас эшләнең, гел һағынып иҫкә алабыҙ”, — тип маҡтап арҡаһынан һөйөп алыуын оло баһа итеп күңелендә йөрөтә. Ә инде Төйәләҫ ҡасабаһында иң яҡын кешеһе Дзидра Агееваның: “Тыныс, күркәм холоҡло, һәр кем менән уртаҡ тел таба, ололарҙы ололай, кеселәргә кәңәш бирә. Уның бар булмышы — кешеләргә шатлыҡ өләшеү, ярҙам итеү, күңелдәренә рух өҫтәү. Нисәмә йылдар һынау күперҙәрен ныҡлы баҫып үткән, ҡыйыу йөрәкле әхирәтемә һәйкәл ҡуйырлыҡ!” — тиеүе уның бөтә булмышын асып һала.