Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡ яурын сал бөркөт
Аҡ яурын сал бөркөт Аҡ яурын сал бөркөт — иң көслө бөркөттәрҙең бер төрө. Улар ҡая таштарҙа, яланға яҡын бейек тауҙарҙың, яңғыҙ-ярым үҫеп ултырған бейек ҡарағас, ҡайын ағастарының баштарында оялай. Бейектәге ояларынан тирә-яҡты дошмандарынан күҙәтеү менән бергә, дала киңлектәрен үткер күҙҙәре менән күҙәтеп, балаларына ашатыу өсөн ем-табыш эҙләй. Күп ваҡыт һауаға, юғарыға күтәрелеп, ерҙән ваҡ йәнлектәрҙе эҙләп таба. Ҡуян, төлкө, ҡыр кәзәләрен һауаға күтәреп, ояһына алып китә ала.


Борон заманда аҡ яурынлы сал бөркөттәр Ирәндек тауының көнсығыш битләүҙәрендә, ҡая таш баштарында оялап бала сығар­ған. Башҡорт далаларын һауанан күҙәтеп, табыш тапҡандар. Бәрән һарыҡтарҙы күтәреп алып китә торған булғандар. Хәҙер был төр бөркөттәр Ирәндектә юҡ инде. Уларҙы ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ далаларында, бейек ҡаяларҙа, тау-таш баштарында һәм ҡайһы бер зоопарктарҙа ғына осратырға мөмкин.
Әүәл башҡорт һунарсылары аҡ яурынлы сал бөркөттөң яңы ғына сыҡҡан балаларын ояларынан алып, үҫтереп, ҡулға өйрәт­кән­дәр. Һыбай килеш эйәр ҡа­шына ултыртып, һунарға сыҡҡан­дар. Бөркөт менән төлкө, бүре һәм башҡа йәнлектәрҙе тотҡан­дар.
Бөркөттө бүрегә сөйөүең була ул иң элек йыртҡыстың янбашына үткер тырнаҡтарын батырып, мат­ҡып тота. Ҡорбаны артына әйлә­неп, ҡаршылашырға ынтылған сағында бөркөт бер ботоноң тырнаҡтары менән уның ике күҙен һыта ла ҡуя. Ошондай алыш барған ваҡытта һыбайлы һунарсы килеп етеп, бүрене үлтереп ала торған булған.
Ирәндек тауының көнсығыш итәгендә ултырған ауылдарҙың береһендә бер батыр егет булған. Уның атай-олатайҙары ла ғүмер буйы, аҡ яурынлы сал бөркөттәр тотоп, һунарсылыҡ иткән. Ата-бабаларынан күрмәксе, был егет тә бөркөт менән һунарға йөрөргә хыялланған, тик ҡулында өйрә­телгән ҡошо булмаған. Һәр көн, һәр йыл һайын Ирәндек ҡаяла­рынан бөркөт ояһын эҙләгән. Шулай йөрөй торғас, Ирәндек тауының менә алмаҫлыҡ бер бейек ҡаяһында аҡ яурынлы сал бөркөт ояһын күреп ҡала. Бөркөттөң йомортҡа һалып, бала сығарыу ваҡытын түҙемһеҙлек менән көтә егет.
Хәтһеҙ ваҡыт үткәс, аталы-инәле бөркөттәрҙең алмашлап ояларындағы балаларына ем ташыуын күрә. Күп тә үтмәй, йәйге бер иртәлә, таң һарыһынан был егет, һаҡ ҡына бөркөт ояһына яҡынлашып, ҡая таш янында йәшенеп ята. Көн яҡтырып, ҡояш юғары күтәрелгәс тә, бөркөт­тәрҙең ем өсөн һунарға осоп китеүҙәрен күҙәтә.
Көткән ваҡыт килеп етә: бөркөттәр табыш эҙләргә һунарға осоп сығып китә. Ошо мәлдән файҙаланып, бик һаҡлыҡ менән текә ҡая башына, бөркөт ояһына үрмәләй егет һәм, ояға менеп етеп, аҡ төҫтәге ике бөркөт балаһының береһен тиҙ генә сепрәккә урап ҡуйынына тыға ла түбән төшә башлай. Шул саҡ ауыҙына ем ҡапҡан инә бөркөт ояһына килеп тә ҡуна. Бер балаһының юҡлығын белеп, әсе тауыш менән ғауғалап ҡысҡырырға тотона. Ошо саҡ ата бөркөт тә табыш менән ояһына ҡайта. Шунан икеһе лә һауаға күтәрелә. Бөркөттәр, ҡаянан түбән төшөп килгән егетте күреп, уға ике тапҡыр һөжүм итә. Егет, таш ҡуйынына һырынып, уларҙың һөжүменән көскә ҡотолоп ҡала.
Бөркөттәр өсөнсө тапҡыр һөжүм иткән ваҡытта егет, алдан әҙерләнеп тороп, өҫтөндәге һырма көпөһөн сисеп, уларға ырғыта. Бөркөттәр көпөнө эләктереп алып, һауаға күтәрелеп киткән сағында, батыр егет ҡаянан төшөп өлгөрә һәм ҡуйы ағастар араһына инеп юғала. Егет бөркөт балаһын яңынан сепрәккә урап, йылы ҡуйынына тыға. Ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс кенә, шатлығы күкрәгенә һыймай, йүгерә-атлай тирмә йортона ҡайтып инә.
Иртәгәһенә бөркөттәр, һауаға күтәрелеп, көнө буйы ҡысҡырып, юғалған балаһын эҙләгән. Иртәле-кисле һәр көн шулай ҡайғылы тауыш менән ҡысҡырышҡандар. Был тауыштарҙы ишетеп, егеттең дә йөрәге һыҙлай, бөркөт балаһын ниңә барып алып ҡайтҡан көнгә ҡала. Ҡайһы бер ҡарттар: “Бөркөттәрҙе ҡайғыға ҡалдырҙың, улар һине ҡарғай бит, балаһын ояһына алып барып һалырға кәрәк”, — ти. Ләкин быны эшләү һис кенә лә мөмкин түгел.
Бөркөттәрҙең ҡайғылы ҡыс­ҡырышып, һәр көн балаларын эҙләүе һәм уларҙың тауышы егеттең башына һеңеп китә. Ҡоштарҙың ҡайғыһын күҙ алдына килтереп, эсе боша башлай, күкрәгендә бөркөт тауышына оҡшаған моң килеп тыуа. Был моңдо ул ҡурайында уйнай, һәр көн уйнап, йөрәге һыҙлауын бер аҙ баҫа торған була. Көйҙө халыҡ ғәжәп ҡалып тыңлай. Аҡ яурын сал бөркөт тауышына оҡшаған да баһа был, тиҙәр. Шулай итеп, был көй ҡурайсылар араһында бик тиҙ таралып китә. “Аҡ яурын сал бөркөт” тип йөрөтәләр уны. Булған ваҡиғаны халыҡ араһында һөйләй торғас, көйҙөң тарихы ла барлыҡҡа килә. Быуындан быуынға күсә килеп, ”Аҡ яурынлы сал бөркөт” көйөн хәҙер ҙә оло ҡурайсылар яратып уйнай.
Ә теге бөркөттәр икенсе йылы был ояға килмәҫ булған.
Батыр егет, бөркөт балаһын яҡшы тәрбиәләп үҫтереп, уны төлкө, бүре сөйөргә өйрәткән һәм, һунарға йөрөп, күп табыштар алған, ти.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә 01.07.2025 // Йәмғиәт

Алдағы биш йыллыҡта Башҡортостанда автомобиль юлдарын үҫтереүгә һәм транспорт хеҙмәттәре сифатын...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы өс төнгә ябыла
Июлдең беренсе декадаһында аномаль һауа торошо көтөлә
2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була 01.07.2025 // Йәмғиәт

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була...

Тотош уҡырға 7

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы һөнәри байрам булдырылды 01.07.2025 // Йәмғиәт

Адвокатура көнө 31 майҙа билдәләнә....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы башлана
Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 12

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 20

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 12

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 32

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 26