Аҡ яурын сал бөркөт — иң көслө бөркөттәрҙең бер төрө. Улар ҡая таштарҙа, яланға яҡын бейек тауҙарҙың, яңғыҙ-ярым үҫеп ултырған бейек ҡарағас, ҡайын ағастарының баштарында оялай. Бейектәге ояларынан тирә-яҡты дошмандарынан күҙәтеү менән бергә, дала киңлектәрен үткер күҙҙәре менән күҙәтеп, балаларына ашатыу өсөн ем-табыш эҙләй. Күп ваҡыт һауаға, юғарыға күтәрелеп, ерҙән ваҡ йәнлектәрҙе эҙләп таба. Ҡуян, төлкө, ҡыр кәзәләрен һауаға күтәреп, ояһына алып китә ала.Борон заманда аҡ яурынлы сал бөркөттәр Ирәндек тауының көнсығыш битләүҙәрендә, ҡая таш баштарында оялап бала сығарған. Башҡорт далаларын һауанан күҙәтеп, табыш тапҡандар. Бәрән һарыҡтарҙы күтәреп алып китә торған булғандар. Хәҙер был төр бөркөттәр Ирәндектә юҡ инде. Уларҙы ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ далаларында, бейек ҡаяларҙа, тау-таш баштарында һәм ҡайһы бер зоопарктарҙа ғына осратырға мөмкин.
Әүәл башҡорт һунарсылары аҡ яурынлы сал бөркөттөң яңы ғына сыҡҡан балаларын ояларынан алып, үҫтереп, ҡулға өйрәткәндәр. Һыбай килеш эйәр ҡашына ултыртып, һунарға сыҡҡандар. Бөркөт менән төлкө, бүре һәм башҡа йәнлектәрҙе тотҡандар.
Бөркөттө бүрегә сөйөүең була ул иң элек йыртҡыстың янбашына үткер тырнаҡтарын батырып, матҡып тота. Ҡорбаны артына әйләнеп, ҡаршылашырға ынтылған сағында бөркөт бер ботоноң тырнаҡтары менән уның ике күҙен һыта ла ҡуя. Ошондай алыш барған ваҡытта һыбайлы һунарсы килеп етеп, бүрене үлтереп ала торған булған.
Ирәндек тауының көнсығыш итәгендә ултырған ауылдарҙың береһендә бер батыр егет булған. Уның атай-олатайҙары ла ғүмер буйы, аҡ яурынлы сал бөркөттәр тотоп, һунарсылыҡ иткән. Ата-бабаларынан күрмәксе, был егет тә бөркөт менән һунарға йөрөргә хыялланған, тик ҡулында өйрәтелгән ҡошо булмаған. Һәр көн, һәр йыл һайын Ирәндек ҡаяларынан бөркөт ояһын эҙләгән. Шулай йөрөй торғас, Ирәндек тауының менә алмаҫлыҡ бер бейек ҡаяһында аҡ яурынлы сал бөркөт ояһын күреп ҡала. Бөркөттөң йомортҡа һалып, бала сығарыу ваҡытын түҙемһеҙлек менән көтә егет.
Хәтһеҙ ваҡыт үткәс, аталы-инәле бөркөттәрҙең алмашлап ояларындағы балаларына ем ташыуын күрә. Күп тә үтмәй, йәйге бер иртәлә, таң һарыһынан был егет, һаҡ ҡына бөркөт ояһына яҡынлашып, ҡая таш янында йәшенеп ята. Көн яҡтырып, ҡояш юғары күтәрелгәс тә, бөркөттәрҙең ем өсөн һунарға осоп китеүҙәрен күҙәтә.
Көткән ваҡыт килеп етә: бөркөттәр табыш эҙләргә һунарға осоп сығып китә. Ошо мәлдән файҙаланып, бик һаҡлыҡ менән текә ҡая башына, бөркөт ояһына үрмәләй егет һәм, ояға менеп етеп, аҡ төҫтәге ике бөркөт балаһының береһен тиҙ генә сепрәккә урап ҡуйынына тыға ла түбән төшә башлай. Шул саҡ ауыҙына ем ҡапҡан инә бөркөт ояһына килеп тә ҡуна. Бер балаһының юҡлығын белеп, әсе тауыш менән ғауғалап ҡысҡырырға тотона. Ошо саҡ ата бөркөт тә табыш менән ояһына ҡайта. Шунан икеһе лә һауаға күтәрелә. Бөркөттәр, ҡаянан түбән төшөп килгән егетте күреп, уға ике тапҡыр һөжүм итә. Егет, таш ҡуйынына һырынып, уларҙың һөжүменән көскә ҡотолоп ҡала.
Бөркөттәр өсөнсө тапҡыр һөжүм иткән ваҡытта егет, алдан әҙерләнеп тороп, өҫтөндәге һырма көпөһөн сисеп, уларға ырғыта. Бөркөттәр көпөнө эләктереп алып, һауаға күтәрелеп киткән сағында, батыр егет ҡаянан төшөп өлгөрә һәм ҡуйы ағастар араһына инеп юғала. Егет бөркөт балаһын яңынан сепрәккә урап, йылы ҡуйынына тыға. Ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс кенә, шатлығы күкрәгенә һыймай, йүгерә-атлай тирмә йортона ҡайтып инә.
Иртәгәһенә бөркөттәр, һауаға күтәрелеп, көнө буйы ҡысҡырып, юғалған балаһын эҙләгән. Иртәле-кисле һәр көн шулай ҡайғылы тауыш менән ҡысҡырышҡандар. Был тауыштарҙы ишетеп, егеттең дә йөрәге һыҙлай, бөркөт балаһын ниңә барып алып ҡайтҡан көнгә ҡала. Ҡайһы бер ҡарттар: “Бөркөттәрҙе ҡайғыға ҡалдырҙың, улар һине ҡарғай бит, балаһын ояһына алып барып һалырға кәрәк”, — ти. Ләкин быны эшләү һис кенә лә мөмкин түгел.
Бөркөттәрҙең ҡайғылы ҡысҡырышып, һәр көн балаларын эҙләүе һәм уларҙың тауышы егеттең башына һеңеп китә. Ҡоштарҙың ҡайғыһын күҙ алдына килтереп, эсе боша башлай, күкрәгендә бөркөт тауышына оҡшаған моң килеп тыуа. Был моңдо ул ҡурайында уйнай, һәр көн уйнап, йөрәге һыҙлауын бер аҙ баҫа торған була. Көйҙө халыҡ ғәжәп ҡалып тыңлай. Аҡ яурын сал бөркөт тауышына оҡшаған да баһа был, тиҙәр. Шулай итеп, был көй ҡурайсылар араһында бик тиҙ таралып китә. “Аҡ яурын сал бөркөт” тип йөрөтәләр уны. Булған ваҡиғаны халыҡ араһында һөйләй торғас, көйҙөң тарихы ла барлыҡҡа килә. Быуындан быуынға күсә килеп, ”Аҡ яурынлы сал бөркөт” көйөн хәҙер ҙә оло ҡурайсылар яратып уйнай.
Ә теге бөркөттәр икенсе йылы был ояға килмәҫ булған.
Батыр егет, бөркөт балаһын яҡшы тәрбиәләп үҫтереп, уны төлкө, бүре сөйөргә өйрәткән һәм, һунарға йөрөп, күп табыштар алған, ти.