Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыласаҡ
Танышым Артурға шылтыратһам, урамда кинәт үҙен насар тойоп, саҡ иҫтән йығылмаған бер апайға автобус туҡталышына тиклем барырға ярҙам итеп йөрөй булып сыҡты. Һис тә аптыраманым – ул тап шундай. Артур Алтынсуринға битарафлыҡ ят, ул – ярҙамсыл, тыныс, ипле кеше.

Бала саҡта кисергән ҡаты гриптың эҙемтәһе булараҡ, Артурҙың һаулығы буйынса мөмкинлеге сикле – ҡолағы насар ишетә. Әммә булдыҡлы уҙаман үҙен һис тә бәхетһеҙ тоймай, сөнки улы өсөн йәнен бүлеп бирергә әҙер ата-әсәһе, уны аңлап ҡабул иткән һөйгәне, донъяһын йәмләп торған ҡурсаҡтай ҡыҙҙары бар.
Сер түгел: беҙҙең йәмғиәттә һаулығы булмағандарға икеләтә ҡыйын. Илдә иҡтисади көрсөк, эшһеҙлек көсәйә, евро менән доллар һумдың боғаҙынан ала, тип һәр мөйөштән тиерлек ҡысҡырған осорҙа һаулығы һәм белеме булғандар ҙа юғалып ҡала әле. Ә мөмкинлеге сик­ләнгәндәргә был шарттарҙа ни эшләргә? Бер ҡараһаң, алға китеш бар кеүек. Йәнәһе, ярҙам итергә әҙер торған төрлө йүнәлешле ойошмалар ҡаҙаныштары менән маҡтана, эш менән тәьмин итеү үҙәктәре “мөмкинлектәре сикләнгәндәргә шунса эш урыны тәҡдим ителде” тип отчет бирә, дәүләт кимәлендә махсус программалар ҡабул ителә...
Ысынбарлыҡта иһә быға тиклем һау­лығын юғалтҡандар нисек үҙ проблемалары менән яңғыҙ булған, шул килеш ҡала бирә. Уларҙың йәшәү сифаты фәҡәт эргәләге мөхиткә бәйле: яҡындары маҡ­сатҡа ынтылырлыҡ рухи нигеҙ булдыра алһа, үҙ-үҙенә ышаныс өҫтәһә, тормош ҡаршылыҡтарын йырып сығыу ауырҙан түгел. Бөгөн телгә алған уҙаман нәҡ шун­дайҙарҙан, арабыҙҙа уның кеүек маҡсатлы, тырыштар күберәк булһасы.
Артурҙың юғары белеме бар, ҡулдары алтын. Компьютер нескәлектәрен яҡшы белә. Уның өсөн йорт йыһазы яһау бер ни түгел, оҫта иретеп йәбештереүсе лә. Тотороҡло аҡса түләгән эш урыны эҙләп, тиҫтәләгән ойошма тупһаһын тапап сыҡҡас, битарафлыҡ, кешелекһеҙлек кеүек күренештәр менән күҙмә-күҙ осрашҡас, ул аныҡ ҡарар ҡабул иткән: үҙ эшен булдырырға тейеш. Тәүәккәлләгән – таш ярған. Әлеге ваҡытта Артур Алтынсурин социаль селтәрҙә махсус төркөм бул­дырған һәм реклама буйынса хеҙмәт күрһәтә, сайттар эшләй. Унан тыш, заказдар буйынса реклама щиттары, штендерҙар яһай, иретеп йәбештереү буйынса ла теләһә ниндәй ҡатмарлыҡтағы эште атҡарып сыға ала.
– Былай эшләүҙең ыңғай яҡтары күп, – ти ул. – Эш ваҡытын үҙем билдәләйем, ғаиләмә лә ваҡыт бүлергә өлгөрәм. Яратҡан девизым бар: эштең ояты юҡ. Шуға ла һәр яңылыҡҡа ҡыйыу тотонам, үҙемде һынап ҡарайым. Килеп сығырмы, булдыра алырмынмы, тип оҙаҡ шикләнеп тормайым, алам да эшләйем. Өйрәнәм, уҡыйым, бик тә булмаһа, һорауҙарыма Интернет аша яуап эҙләйем. Ғөмүмән, хәл итеп булмаған мәсьәлә, өлгәшеп бул­маҫтай маҡсат юҡ, тип иҫәпләйем. Бер ишек ябыла икән, тимәк, икенсеһе асыла­саҡ. Эҙләргә, тырышырға, эшләргә кәрәк. Ярҙамсыллыҡ, кешелеклелек кеүек сифат­тар ҙа мөһим, кешенән рәхмәт алыу, үҙең рәхмәтле була белеү кеүек ҡиммәттәр тор­мош гармонияһын билдәләй, – ти Артур.
Уның менән килешмәйенсә булдыра алмайым.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Илшат
    Илшат от 08.04.2016, 18:17
    Гүзәлиә, гәзиттең был номерында бик файҙалы ике мәҡәләгеҙ сыҡҡан ("Татлы еңеү тәме","Бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыласаҡ").Рәхмәт.Был мәҡәләләрегеҙҙе уҡығандар ,эшһеҙҙәр,үҙаллы эш асыуға ҡыйыуыраҡ тотонор,тип уйлайым. Һәр хәлдә, мәҡәләгеҙ ,үҙаллы эшләп тә матди яҡты нығытырға мөмкинлекте раҫлай.Миңзиә Каспранованың декрет "ялын" халыҡҡа ла,үҙенә лә файҙалы итеп үткәрә белеүенә аптырап та,һоҡланып та ултырам.

Комментарий өҫтәргә