Бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыласаҡ08.04.2016
Танышым Артурға шылтыратһам, урамда кинәт үҙен насар тойоп, саҡ иҫтән йығылмаған бер апайға автобус туҡталышына тиклем барырға ярҙам итеп йөрөй булып сыҡты. Һис тә аптыраманым – ул тап шундай. Артур Алтынсуринға битарафлыҡ ят, ул – ярҙамсыл, тыныс, ипле кеше.
Бала саҡта кисергән ҡаты гриптың эҙемтәһе булараҡ, Артурҙың һаулығы буйынса мөмкинлеге сикле – ҡолағы насар ишетә. Әммә булдыҡлы уҙаман үҙен һис тә бәхетһеҙ тоймай, сөнки улы өсөн йәнен бүлеп бирергә әҙер ата-әсәһе, уны аңлап ҡабул иткән һөйгәне, донъяһын йәмләп торған ҡурсаҡтай ҡыҙҙары бар.
Сер түгел: беҙҙең йәмғиәттә һаулығы булмағандарға икеләтә ҡыйын. Илдә иҡтисади көрсөк, эшһеҙлек көсәйә, евро менән доллар һумдың боғаҙынан ала, тип һәр мөйөштән тиерлек ҡысҡырған осорҙа һаулығы һәм белеме булғандар ҙа юғалып ҡала әле. Ә мөмкинлеге сикләнгәндәргә был шарттарҙа ни эшләргә? Бер ҡараһаң, алға китеш бар кеүек. Йәнәһе, ярҙам итергә әҙер торған төрлө йүнәлешле ойошмалар ҡаҙаныштары менән маҡтана, эш менән тәьмин итеү үҙәктәре “мөмкинлектәре сикләнгәндәргә шунса эш урыны тәҡдим ителде” тип отчет бирә, дәүләт кимәлендә махсус программалар ҡабул ителә...
Ысынбарлыҡта иһә быға тиклем һаулығын юғалтҡандар нисек үҙ проблемалары менән яңғыҙ булған, шул килеш ҡала бирә. Уларҙың йәшәү сифаты фәҡәт эргәләге мөхиткә бәйле: яҡындары маҡсатҡа ынтылырлыҡ рухи нигеҙ булдыра алһа, үҙ-үҙенә ышаныс өҫтәһә, тормош ҡаршылыҡтарын йырып сығыу ауырҙан түгел. Бөгөн телгә алған уҙаман нәҡ шундайҙарҙан, арабыҙҙа уның кеүек маҡсатлы, тырыштар күберәк булһасы.
Артурҙың юғары белеме бар, ҡулдары алтын. Компьютер нескәлектәрен яҡшы белә. Уның өсөн йорт йыһазы яһау бер ни түгел, оҫта иретеп йәбештереүсе лә. Тотороҡло аҡса түләгән эш урыны эҙләп, тиҫтәләгән ойошма тупһаһын тапап сыҡҡас, битарафлыҡ, кешелекһеҙлек кеүек күренештәр менән күҙмә-күҙ осрашҡас, ул аныҡ ҡарар ҡабул иткән: үҙ эшен булдырырға тейеш. Тәүәккәлләгән – таш ярған. Әлеге ваҡытта Артур Алтынсурин социаль селтәрҙә махсус төркөм булдырған һәм реклама буйынса хеҙмәт күрһәтә, сайттар эшләй. Унан тыш, заказдар буйынса реклама щиттары, штендерҙар яһай, иретеп йәбештереү буйынса ла теләһә ниндәй ҡатмарлыҡтағы эште атҡарып сыға ала.
– Былай эшләүҙең ыңғай яҡтары күп, – ти ул. – Эш ваҡытын үҙем билдәләйем, ғаиләмә лә ваҡыт бүлергә өлгөрәм. Яратҡан девизым бар: эштең ояты юҡ. Шуға ла һәр яңылыҡҡа ҡыйыу тотонам, үҙемде һынап ҡарайым. Килеп сығырмы, булдыра алырмынмы, тип оҙаҡ шикләнеп тормайым, алам да эшләйем. Өйрәнәм, уҡыйым, бик тә булмаһа, һорауҙарыма Интернет аша яуап эҙләйем. Ғөмүмән, хәл итеп булмаған мәсьәлә, өлгәшеп булмаҫтай маҡсат юҡ, тип иҫәпләйем. Бер ишек ябыла икән, тимәк, икенсеһе асыласаҡ. Эҙләргә, тырышырға, эшләргә кәрәк. Ярҙамсыллыҡ, кешелеклелек кеүек сифаттар ҙа мөһим, кешенән рәхмәт алыу, үҙең рәхмәтле була белеү кеүек ҡиммәттәр тормош гармонияһын билдәләй, – ти Артур.
Уның менән килешмәйенсә булдыра алмайым.