Башҡортостанда 2016 йылда ремонтланасаҡ төбәк һәм муниципаль-ара автомобиль юлдары участкаларының исемлеге раҫланды. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо — 407,3 саҡрым. Әйткәндәй, 2010 — 2015 йылдарҙа юл һалыуға, төҙөкләндереүгә һәм тәртиптә тотоуға 57 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Быйыл иһә 11 миллиард 157 миллион һум ҡаралған.Юлдағы соҡор-саҡыр радарлы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторынан мең артыҡ – тиҙлекте көйләй, ришүәт алмай, штрафын да касса аша ғына түләйһең... “Автозапчастар” магазинында. Уйынлы-ысынлы әйтелгән был һүҙҙәр йылдан-йыл мөһимлеген юғалтмай. Иң аяныслыһы – күптән ремонт күрмәгән “бураҙналы” юл арҡаһында авариялар йышая, кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Ә бит юлдар төҙөлмәй түгел, төҙөлә. Йыл һайын ҡаҙнанан тиҫтәләрсә миллион һум “асфальтлана”… Тик яҙ етеү менән йәнә соҡорҙар... Быйыл хәл бигерәк тә ҡот осмалы. Белгестәр бының сәбәбен һауа торошоноң үҙгәреүсәнлеге — ҡышын бер һыуытып, бер йылытып тороу менән бәйләй. Әммә сәбәп ошонда ғынамы икән?
Иң ҙур кәртә – федераль стандарт. Билдәле булыуынса, ошоғаса бер генә төҙөлөштө лә, шул иҫәптән юл һалыуҙы ла, федераль стандартта ҡаралған нормативтарҙан тайпылып башҡарып булмай ине. Хатта алдынғы технологиялар, сифатлы асфальт ҡатнашмалары була тороп та, нормативтарға тура килмәгәнлектән, уларҙы ҡулланып булманы. Ниһайәт, быйылдан Башҡортостан үҙ стандарттарын булдырҙы. Хәҙер юлдар ҙа урындағы талаптарға тап килтереп һалына башлаясаҡ. Яңы нормативтарға яраҡлаштырылған асфальт ҡатнашмаһы Өфөлә әле үк тәжрибә үтә башлаған да инде. Дим районының Яңы Рәсәй урамындағы юлдың бер өлөшө Америкалағы технологияларға нигеҙләнеп түшәлгән.
Яңы технология буйынса һалынған асфальт тәү ҡарашҡа беҙҙекенән бер нимәһе менән дә айырылмай. Ләкин ул күпкә оҙағыраҡ ятасаҡ, тип ышандыра юл төҙөүселәр. Сит илдә уға 8-10 йыл гарантия бирһәләр, беҙҙә кәм тигәндә, биш йыл булыр, тип күҙаллана. Йыл да таушалып торған юлдарҙы күҙ уңында тотҡанда, был – ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтә. Ҡалынлығы ни бары өс сантиметр булһа ла, ныҡлығы буйынса беҙҙекенән ике тапҡырға отошло, ти белгестәр.
Яңы асфальт-битум ҡатнашмаһын, Башҡортостан сеймалын файҙаланып, Ырымбур эшҡыуарҙары етештерә. Инвесторҙар төҙөгән завод сәғәтенә 270 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештереү ҡеүәтенә эйә. Сеймал беҙҙеке, ә технология – сит илдән. Һөҙөмтәлә юлдар күпкә сифатлыраҡ килеп сыға.
Икенсенән, республикала етди контроль юҡ. Республика Башлығы юл төҙөлөшөн тикшереү өсөн махсус лабораториялар ҙа төҙөттө. Ләкин был үҙәктәр өмөттө аҡламаны...
Баҡтиһәң, Рәсәй юлдарындағы соҡор-саҡыр, “ГОСТ” талаптарынан сығып, “дөрөҫ” һәм “дөрөҫ түгел” кеүек төрҙәргә бүлеп ҡарала икән. Уға ярашлы, уйымдарҙың, йырындарҙың тәрәнлеге – биш, киңлеге – 60, ә оҙонлоғо 15 сантиметрҙан да артмаҫҡа тейеш. Әгәр күрһәткестәр бер дәүмәлгә артыҡ булһа, был урын мотлаҡ кәртәләнеп алынырға һәм махсус тамға менән билдәләнергә тейеш. Беҙҙең осраҡта, дәүләт стандарттарынан сығып фекер йөрөткәндә, айырым юлдарҙы бөтөнләй ябып ҡуйырға тура килер ине.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр юл торошоноң насарлығы сәбәпле 1000-дән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авариялар һөҙөмтәһендә тиҫтәләгән кеше һәләк булған, күптәре төрлө тән йәрәхәте алған. Был – рәсми теркәлгән осраҡтар. Ә күпме водитель эште оҙаҡҡа һуҙмай (хәл-ваҡиғаларҙың үҫешенә ҡарап, әлбиттә), “тимер ат”ын урында ғына төҙөкләндерә йә яҡындағы автосервисҡа мөрәжәғәт итә.
Ғөмүмән, юл торошона бәйле теркәлгән юл-транспорт һәләкәттәре йыш ҡына бәхәс тыуҙыра. Был йәһәттән юл инспекторҙары водителдәрҙе иғтибарлы булырға, юл торошона ҡарата дәғүәләр булһа, ваҡытында мөрәжәғәт итергә саҡыра.
Ә шулай ҙа “соҡор” бәләһенә тарыған осраҡта нимә эшләргә һуң? Билдәле, юл-транспорт ваҡиғаһына осраһағыҙ, кисекмәҫтән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен саҡыртырға кәрәк. Инспектор килеп еткәнсе машинағыҙҙы бер үк урынынан ҡуҙғатмағыҙ. Икенсенән, һеҙгә мотлаҡ шаһиттар табыу шарт. Сөнки суд була ҡалһа, аварияның юл торошона бәйле килеп сығыуын иҫбатлауы ауыр буласаҡ. Ә шаһиттар иһә был йәһәттән хәлегеҙҙе еңеләйтәсәк. Өсөнсөнән, инспектор аварияның схемаһын төҙөгәндә, иғтибарлы булығыҙ. Юл ситендә иҫкәртеүсе билдәләр булғанмы, юҡмы (мәҫәлән, ”урау юл”, ”төҙөкләндереү эштәре” һәм башҡалар), соҡорҙоң ҙурлығы – барыһы ла иҫәпкә алынырға тейеш. Протокол төҙөгәндә юл хеҙмәтенең вәкиле булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Ләкин ул килеп тә, документтарға ҡул ҡуйыуҙан баш тарта икән, уныһын да шаһиттар алдында теркәп ҡуйығыҙ. Ғөмүмән, һәр документығыҙҙың күсермәһе булырға тейеш, ваҡиға урынын фотоға төшөрөп алырға ла онотмағыҙ. Әгәр ЮХХДИ хеҙмәткәре юл хеҙмәтен түгел, ә һеҙҙе ғәйепле итеп күрһәтергә теләй икән, судҡа ялыу яҙығыҙ.
Артабан махсус баһа биреү фирмаһында зыян күләмен иҫәпләтергә кәрәк. Әйткәндәй, баһалауға юл хеҙмәте вәкилдәрен дә саҡырығыҙ. Килеү-килмәүҙәре мотлаҡ түгел – иң мөһиме, саҡырыуҙың күсермәһен судта күрһәтә алаһығыҙ. Хәҙер инде бөтә дәғүәләрегеҙҙе белдереп, сарыф ителгән аҡсағыҙҙың суммаһын күрһәтеп, юлсыларға зыянды ҡаплау тураһында хат яҙһағыҙ ҙа була. Аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ, хатығыҙҙы заказ менән ебәрегеҙ. Тапшырыу тураһында белдереү ҡағыҙын хәстәрләһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Закон буйынса хаттар бер ай дауамында тикшерелә. Ошо ваҡыт эсендә яуап алмаһағыҙ йәки юлсыларҙың ҡарарынан риза түгелһегеҙ икән, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Был осраҡта автомобилегеҙ КАСКО буйынса страховкаланған булһа, ярты мәшәҡәттән ҡотолаһығыҙ, әлбиттә. Зыянды юлсылар түгел, мотлаҡ рәүештә страховка агентлығы түләй. Тик КАСКО менән ОСАГО-ны бутай күрмәгеҙ. КАСКО полисын тултырып, һеҙ тик автомобилде генә, ә ОСАГО полисын алып, башҡа кешенең автомобиленә зыян килтергән осраҡта үҙегеҙҙең яуаплылыҡты страховкалайһығыҙ. Ҡыҫҡаһы, КАСКО – һәр осраҡта ла һеҙҙең “тимер ат”ты, ә ОСАГО кешенекен һаҡлай.
Әле Интернетта Өфө водителдәренең сифатлы юлдар талап итеп, митингка сығырға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр йөрөй. Шул хәлгә килеп еттекме ни?.. Етәкселәр, проблема тиҙ арала хәл ителәсәк, яуаплылыҡ арттырыласаҡ, сифат тәү урынға ҡуйыласаҡ, тип вәғәҙәләй ҙә ул, әммә юл ремонтлау сараларының дауамлы булмаҫына бер кем дә гарантия бирмәй. Уйлап ҡараһаң, ябай бер соҡор...
Республика Башлығы
Рөстәм ХӘМИТОВ: – Оят! Бөгөн юлдарҙың насар булыуында кем ғәйепле? Беренсенән, насар асфальт һалыусы, икенсенән, власть. Тимәк, юлдар боҙолмаһын өсөн талаптарҙы дөрөҫ ҡуя белмәйбеҙ. Беҙгә стандарттарҙы ҡабул итеү өсөн бер йыл кәрәк булды. Республика юлдары – минең, һеҙҙең, вице-премьерҙың, ҡала, муниципалитет башлыҡтарының яуаплылығы. Тәртип урынлаштырыуҙы талап итәм, бер кемде лә йәлләмәгеҙ. Иң яҡшыһы – намыҫһыҙ эшселәрҙе туҡтатығыҙ. Ошо йәһәттән аяуһыҙ эшләргә кәрәк. Улар кешеләрҙе йәлләмәй бит.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе
Константин ТОЛКАЧЕВ: — Йылдан-йыл юлдың сифатына ҡағылышлы һорауҙар ҡуйырғандан-ҡуйыра. Был мәсьәлә хатта автомобиль йөрөтөүселәрҙе генә лә борсомай. Йәйәүлеләр, пассажирҙар, транспорт хужалары — барыһын да бер һорау борсой: ни өсөн беҙҙә юлдарҙың сифаты юҡ? Ошоларҙы иҫәпкә алып, республика юлдарының торошона һәм уларҙы төҙөкләндереүгә ҡағылышлы закон проектын әҙерләргә ҡарар ителде. Проект халыҡ фекерен иҫәпкә алып төҙөләсәк, шуға ла документ яҡын арала йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителәсәк.