Соҡор бәләһе баш бәләһенә әйләнмәһен...05.04.2016
Соҡор бәләһе баш бәләһенә әйләнмәһен... Башҡортостанда 2016 йылда ремонтланасаҡ төбәк һәм муниципаль-ара автомобиль юлдары участкаларының исемлеге раҫланды. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо — 407,3 саҡрым. Әйткәндәй, 2010 — 2015 йылдарҙа юл һалыуға, төҙөкләндереүгә һәм тәртиптә тотоуға 57 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Быйыл иһә 11 миллиард 157 миллион һум ҡаралған.

Юлдағы соҡор-саҡыр радарлы юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге инспекторынан мең артыҡ – тиҙлекте көйләй, ришүәт алмай, штрафын да касса аша ғына түләйһең... “Автозапчастар” магазинында. Уйынлы-ысынлы әйтелгән был һүҙ­ҙәр йылдан-йыл мөһим­ле­ген юғалтмай. Иң аяныслыһы – күптән ремонт күрмәгән “бураҙналы” юл арҡаһында авариялар йышая, кеше ғү­мерҙәре өҙөлә. Ә бит юлдар төҙөлмәй түгел, төҙөлә. Йыл һайын ҡаҙнанан тиҫтәләрсә миллион һум “асфальтлана”… Тик яҙ етеү менән йәнә со­ҡорҙар... Быйыл хәл бигерәк тә ҡот осмалы. Белгестәр бының сәбәбен һауа торо­шо­ноң үҙгәреүсәнлеге — ҡышын бер һыуытып, бер йылытып тороу менән бәйләй. Әммә сәбәп ошонда ғынамы икән?
Иң ҙур кәртә – федераль стандарт. Билдәле булыуынса, ошоғаса бер генә төҙөлөштө лә, шул иҫәптән юл һалыуҙы ла, федераль стандартта ҡа­рал­ған нор­матив­тарҙан тайпылып баш­ҡарып булмай ине. Хатта ал­дынғы технологиялар, сифатлы асфальт ҡатнашма­лары була тороп та, нор­матив­тарға тура килмәгән­лектән, уларҙы ҡулланып булманы. Ниһайәт, быйылдан Баш­ҡортостан үҙ стандарттарын булдырҙы. Хәҙер юлдар ҙа урындағы талаптарға тап килтереп һалына башлаясаҡ. Яңы нормативтарға яраҡлашты­рылған асфальт ҡатнашмаһы Өфөлә әле үк тәжрибә үтә башлаған да инде. Дим райо­нының Яңы Рәсәй урамындағы юлдың бер өлөшө Амери­ка­лағы технологияларға нигеҙ­ләнеп түшәлгән.
Яңы технология буйынса һалынған асфальт тәү ҡа­рашҡа беҙҙекенән бер нимәһе менән дә айырылмай. Ләкин ул күпкә оҙағыраҡ ятасаҡ, тип ышандыра юл төҙөүселәр. Сит илдә уға 8-10 йыл гарантия бирһәләр, беҙҙә кәм тигәндә, биш йыл булыр, тип күҙаллана. Йыл да таушалып торған юлдарҙы күҙ уңында тотҡанда, был – ярайһы уҡ яҡшы һөҙөм­тә. Ҡалынлығы ни бары өс сантиметр булһа ла, ныҡлығы буйынса беҙҙекенән ике тап­ҡыр­ға отошло, ти белгестәр.
Яңы асфальт-битум ҡат­наш­маһын, Башҡортостан сеймалын файҙаланып, Ырымбур эшҡыуарҙары етештерә. Ин­весторҙар төҙөгән завод сәғәтенә 270 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештереү ҡеүәтенә эйә. Сеймал беҙҙеке, ә технология – сит илдән. Һөҙөмтәлә юлдар күпкә сифатлыраҡ килеп сыға.
Икенсенән, республикала етди контроль юҡ. Республика Башлығы юл төҙөлөшөн тик­шереү өсөн махсус лабораториялар ҙа төҙөттө. Ләкин был үҙәктәр өмөттө аҡла­маны...
Баҡтиһәң, Рәсәй юлдарын­дағы соҡор-саҡыр, “ГОСТ” талаптарынан сығып, “дөрөҫ” һәм “дөрөҫ түгел” кеүек төрҙәргә бүлеп ҡарала икән. Уға ярашлы, уйым­дарҙың, йырындар­ҙың тәрәнлеге – биш, киңлеге – 60, ә оҙонлоғо 15 сан­ти­метр­ҙан да артмаҫҡа тейеш. Әгәр күрһәт­кестәр бер дәүмәлгә артыҡ булһа, был урын мотлаҡ кәртәләнеп алынырға һәм махсус тамға менән билдәләнергә тейеш. Беҙҙең осраҡта, дәүләт стандарттарынан сығып фекер йөрөткәндә, айырым юлдарҙы бөтөнләй ябып ҡуйырға тура килер ине.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы­нан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр юл то­рошоноң насарлығы сәбәпле 1000-дән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Авариялар һөҙөмтәһендә тиҫтәләгән кеше һәләк булған, күптәре төрлө тән йәрәхәте алған. Был – рәсми теркәлгән осраҡ­тар. Ә күпме водитель эште оҙаҡҡа һуҙмай (хәл-ваҡиға­ларҙың үҫешенә ҡарап, әлбит­тә), “тимер ат”ын урында ғына төҙөкләндерә йә яҡындағы автосервисҡа мөрәжәғәт итә.
Ғөмүмән, юл торошона бәйле тер­кәлгән юл-транспорт һәләкәттәре йыш ҡына бәхәс тыуҙыра. Был йәһәттән юл инспекторҙары водителдәрҙе иғтибарлы булырға, юл торошона ҡарата дәғүәләр булһа, ваҡытында мөрәжәғәт итергә саҡыра.
Ә шулай ҙа “соҡор” бәлә­һенә тарыған осраҡта нимә эшләргә һуң? Билдәле, юл-транспорт ваҡиғаһына осра­һағыҙ, кисекмәҫтән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен саҡыртырға кәрәк. Инспектор килеп еткәнсе машинағыҙҙы бер үк урынынан ҡуҙғатмағыҙ. Икенсенән, һеҙгә мотлаҡ шаһиттар табыу шарт. Сөнки суд була ҡалһа, авария­ның юл торошона бәйле килеп сығыуын иҫбатлауы ауыр буласаҡ. Ә шаһиттар иһә был йәһәттән хәлегеҙҙе еңеләй­тәсәк. Өсөнсөнән, инспектор аварияның схемаһын төҙө­гәндә, иғ­ти­барлы булығыҙ. Юл ситендә иҫкәртеүсе билдәләр булғанмы, юҡмы (мәҫәлән, ”урау юл”, ”төҙөкләндереү эштәре” һәм башҡалар), соҡорҙоң ҙурлығы – барыһы ла иҫәпкә алынырға тейеш. Протокол төҙөгәндә юл хеҙ­мәтенең вәкиле булһа, тағы ла яҡшыраҡ. Ләкин ул килеп тә, документтарға ҡул ҡу­йыу­ҙан баш тарта икән, уныһын да шаһиттар алдында теркәп ҡуйығыҙ. Ғөмүмән, һәр доку­ментығыҙҙың күсермәһе булырға тейеш, ваҡиға урынын фотоға төшөрөп алырға ла онотмағыҙ. Әгәр ЮХХДИ хеҙ­мәткәре юл хеҙмәтен түгел, ә һеҙҙе ғәйепле итеп күрһәтергә теләй икән, судҡа ялыу яҙығыҙ.
Артабан махсус баһа биреү фир­маһында зыян күләмен иҫәпләтергә кәрәк. Әйткәндәй, баһалауға юл хеҙмәте вәкил­дәрен дә саҡырығыҙ. Килеү-килмәүҙәре мотлаҡ түгел – иң мөһиме, саҡырыуҙың күсер­мәһен судта күрһәтә алаһығыҙ. Хәҙер инде бөтә дәғүәлә­регеҙҙе белдереп, сарыф ителгән аҡсағыҙҙың суммаһын күрһәтеп, юлсыларға зыянды ҡаплау тураһында хат яҙһағыҙ ҙа була. Аҡсағыҙҙы йәлләмә­геҙ, хатығыҙҙы заказ менән ебәрегеҙ. Тапшырыу тура­һын­да бел­дереү ҡағыҙын хәстәр­ләһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ. Закон буйынса хаттар бер ай дауамында тикшерелә. Ошо ваҡыт эсендә яуап алмаһағыҙ йәки юлсы­ларҙың ҡарарынан риза түгелһегеҙ икән, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Был осраҡта автомобилегеҙ КАСКО буйынса страховка­ланған булһа, ярты мәшәҡәт­тән ҡотолаһығыҙ, әлбиттә. Зыянды юлсылар түгел, мотлаҡ рәүештә страховка агентлығы түләй. Тик КАСКО менән ОСАГО-ны бутай күрмәгеҙ. КАСКО полисын тултырып, һеҙ тик автомобилде генә, ә ОСАГО полисын алып, башҡа кешенең автомобиленә зыян килтергән осраҡта үҙегеҙҙең яуаплы­лыҡты страховкалайһығыҙ. Ҡыҫҡаһы, КАСКО – һәр ос­раҡта ла һеҙҙең “тимер ат”ты, ә ОСАГО кешенекен һаҡлай.
Әле Интернетта Өфө во­дител­дәренең сифатлы юлдар талап итеп, митингка сығырға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр йөрөй. Шул хәлгә килеп еттекме ни?.. Етәкселәр, проблема тиҙ арала хәл ителәсәк, яуаплылыҡ артты­рыласаҡ, сифат тәү урынға ҡуйыласаҡ, тип вәғәҙәләй ҙә ул, әммә юл ремонтлау сараларының дауамлы булмаҫына бер кем дә гарантия бирмәй. Уйлап ҡара­һаң, ябай бер соҡор...


Республика Башлығы
Рөстәм ХӘМИТОВ:


– Оят! Бөгөн юлдарҙың насар булыуында кем ғәйепле? Беренсенән, насар асфальт һалыусы, икенсенән, власть. Тимәк, юлдар боҙолмаһын өсөн талаптарҙы дөрөҫ ҡуя белмәйбеҙ. Беҙгә стандарттарҙы ҡабул итеү өсөн бер йыл кәрәк булды. Республика юлдары – минең, һеҙҙең, вице-премьерҙың, ҡала, муниципалитет башлыҡтарының яуаплылығы. Тәртип урынлаштырыуҙы талап итәм, бер кемде лә йәлләмәгеҙ. Иң яҡшыһы – намыҫһыҙ эшселәрҙе туҡтатығыҙ. Ошо йәһәттән аяуһыҙ эшләргә кәрәк. Улар кешеләрҙе йәлләмәй бит.

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе
Константин ТОЛКАЧЕВ:


— Йылдан-йыл юлдың сифатына ҡағылышлы һорауҙар ҡуйырғандан-ҡуйыра. Был мәсьәлә хатта автомобиль йөрөтөүселәрҙе генә лә борсомай. Йәйәүлеләр, пассажирҙар, транспорт хужалары — барыһын да бер һорау борсой: ни өсөн беҙҙә юлдарҙың сифаты юҡ? Ошоларҙы иҫәпкә алып, республика юлдарының торошона һәм уларҙы төҙөкләндереүгә ҡағылышлы закон проектын әҙерләргә ҡарар ителде. Проект халыҡ фекерен иҫәпкә алып төҙөләсәк, шуға ла документ яҡын арала йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителәсәк.


Вернуться назад