Бала саҡ менән тығыҙ бәйле булған “Йәнһүрәт башланды!” тигән һүҙҙәрҙе онотоу мөмкин түгелдер, сөнки уларҙы ишеткәс тә тышта уйнап йөрөгән бала-саға, өйгә килеп тулып, зәңгәр экранға төбәлер ине. Мөғжизәле әкиәттәр донъяһы, төрлө геройҙарҙың образдары, яратып, көтөп алған мәл әленән-әле иҫкә төшә. Элек йәнһүрәттәр бик йыш күрһәтелмәне, уларҙы ҡарау үҙе бер байрам ине. Бөгөн иһә хәл башҡасараҡ.Юғары технологиялар, Интернет заманында йәнһүрәттәрҙе, көнө буйы ултырһаң да, ҡарап бөтмәҫһең. Улар күплеге һәм төрлөлөгө менән хайран ҡалдыра. Түҙемһеҙләнеп тәғәйен ваҡытын көтөүҙең кәрәге лә юҡ, ошо сәбәпле ҡәҙерҙәре лә кәмей.
Йәнһүрәттәрҙе балалар ғына түгел, оло йәштәгеләр ҙә яратып ҡарай. Әкиәт донъяһына тағы бер ҡат барып әйләнеү кемгә оҡшамаһын?! Шулай ҙа хәҙер ҡайһы бер мультфильмдарҙың фәҡәт өлкән йәштәге аудитория өсөн эшләнеүе, йәш тамашасыға әллә ни аңлашылып етмәгән, ҡатмарлы уйҙар тыуҙыра торған сюжеттар ҡулланылыуы аптырашта ҡалдыра. Шуға күрә баланы өйҙә телевизор йә компьютер алдында ҡалдырып, эшкә юлланғанда күңелеңде шомло, икеле уйҙар борсомаҫ, тимә... Әммә “йәнһүрәт – балалар өсөн тәғәйен программа” тигән фекер күңелде йыуата.
Психологтар билдәләүенсә, балаларҙа тормош тәжрибәһе һәм кәрәкле ғилем тулы кимәлдә булмау сәбәпле, улар донъяны образдар һәм хис-тойғо аша ғына өйрәнә. Экрандағы геройҙар образдарынан бала, кубиктарҙы теҙгән кеүек, үҙенең донъя моделен төҙөй. Йәнһүрәт балаға аңлайышлы, ябай тел ярҙамында байтаҡ мәғлүмәт еткереү һәләтенә эйә. Тик образдарҙың гел генә ыңғай булмауын да оноторға ярамай. Көнбайыштан килгән әкиәти тамашаларҙа йыш ҡына агрессия һүрәтләнә, был иһә йәш организм өсөн үтә хәүефле. Ата-әсә балаһына өлгө, фәһем бирерлек тапшырыуҙарҙы һайлап күрһәтергә бурыслы.
Беренсенән, хәүефле фильмдар исемлегенә индерелгән йәнһүрәттәрҙә ҡатын-ҡыҙ образын сағылдырыу хупларлыҡ кимәлдә түгел. Миҫал өсөн киң танылыу яулаған “Шрек” һәм “Рапунцель”де алып ҡарайыҡ. Ундағы төп героиняларҙың үҙен тотошо һағайта: һуғыша беләләр, алыш ваҡытында тышҡы ҡиәфәттәре үҙгәрә, нәфислек һәм нәзәкәтлелек сифаттары юғала. Башҡорт фольклорындағы Һомай, Айһылыу, Зөһрә, Һыуһылыу, урыҫ халыҡ әкиәттәрендәге Аленушка йә Елена кеүек гүзәл заттың көрәшеп, һуғышып йөрөгәнен күргәнегеҙ бармы?! Юҡ, әлбиттә. Уларҙа ҡатын-ҡыҙға хас наҙлылыҡ, баҫалҡылыҡ һәм серлелек асыҡ сағылдырыла.
Бынан тыш, балаларҙа асыҡ төҫтәргә күберәк иғтибар итеү ғәҙәте барлығын онотмайыҡ. Йәнһүрәттәге ҡыҙҙы сағыу, ҡысҡырып торған асыҡ төҫтәр менән биҙәһәң, уның йәш аңды “аулап”, сикһеҙ хыял диңгеҙенә алып китеүе бик ихтимал.
Бала өсөн ҡатын-ҡыҙ образдары араһынан иң яҡыны – әсә. Донъялағы барлыҡ халыҡ әкиәттәрендә лә асыҡ сағыла был. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Көнбайышта етештерелгән йәнһүрәттәрҙә бындай изге образ традицион рәүештә йәнлектәр миҫалында ғына күрһәтелә. “Арыҫлан батша”, “Дамбо”, “Бэмби” – әсә һөйөүе һәм хәстәрлеге менән һуғарылған һоҡланғыс тамашалар. Башҡа заманса йәнһүрәттәрҙә йәш, сибәр, донъяға ғашиҡ, балаларға өлгө булырлыҡ әсә образы һынландырылмауы үкенесле. “Ете гном”да, “Һылыу ҡыҙ менән Дейеү”ҙә артҡы планда йыш ҡына күркәм булмаған, балаға күмелгән персонаждар күренеп ҡала. Ошо “алтынсы кадр”ҙың йәшерен маҡсаты “матур булғың килһә, бала тапма” тигәндәй ҡабул ителә. Баланың аңы камил үҫешһен өсөн уға ир-егеттең батырлығын, ҡатын-ҡыҙҙың әҙәпле, тәрбиәле булыуын сағылдырған йәнһүрәттәр күрһәтеү зарур.
Медицина белгестәре әйтеүенсә, балалар өсөн йәнһүрәт ҡарауҙың иң ҡулай ваҡыты – көндөң беренсе яртыһы, ә йоҡо алдынан телевизорға текәлеү ҡәтғи тыйыла. Бер йәшкә тиклемге балалар ҡабыҙылған экранды бөтөнләй күрергә тейеш түгел, кире осраҡта күҙ мускулдарына көс төшә, үҙәк нервы системаһының артыҡ ярһыуы күҙәтелә. Бер-ике йылдан күреү һәләте 50-60 процентҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал. Йәш организмға телевизорҙы ярты сәғәттән дә күберәк ҡарау зыянлы. Артыҡ сағыу төҫтәр ҡулланылған йәнһүрәттәр баланың психикаһына ла тәьҫир итмәй ҡалмай. Кескәйҙәрҙең күптәнге дуҫына әйләнгән “телепузик”тар менән дә хәл шулайыраҡ. Уларҙың билдәлелегенең сере нимәлә? Төп геройҙарҙың ҡылыҡтары, сығарған тауыштары бала-сағаныҡына оҡшаш. Күренештәр икешәр тапҡыр ҡабатлана, тимәк, ниндәйҙер мәғлүмәтте кешенең аңына мәжбүри һеңдерәләр. Өҫтәүенә йәнһүрәттә бер ниндәй мәғәнәгә эйә булмаған оҙайлы кадрҙар ҙа осрап ҡуя. Былар иһә балаларҙы экранға нығыраҡ ылыҡтырыу өсөн ҡулланыла, ти психологтар.
Йәнә бер ғәҙәти булмаған күренеш: йәнһүрәттә “малай-телепузик”тар, ҡыҙҙар кейемен кейә лә, сисмәҫкә тырыша. Башҡалар иһә “улар бит ҡыҙҙар кеүек” тигәнерәк һүҙҙәр менән әлеге тәртипте хуплай. Бер яҡтан көлкө лә кеүек, әммә шаяртыуҙың мәғәнәһе тойолмай, етмәһә, был алымдың балаларҙың психикаһын ҡаҡшатыуы ихтимал.
Әлбиттә, йәнһүрәттәрҙе “яҡшы”ға, “яман”ға, “беҙҙеке”нә, “беҙҙеке түгел”гә бүлергә була, әммә унан бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Әгәр ҙә беҙ балаларға халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, быуаттар буйы йыйылған рухи байлығын, тарихын еткерергә теләһәк, кескәйҙәр өсөн китаптар, телетапшырыу, фильм йә йәнһүрәттәр һайлауға ентекле ҡарарға тейешбеҙ.
Әлбиттә, беҙҙең әкиәттәрҙә, йәнһүрәттәрҙә кире геройҙар юҡ түгел, әммә уларҙың ҡылған яуызлыҡтары язаһыҙ ҡалмай, яҡшы яманды еңә. Сит илдәрҙән килгән тапшырыуҙарҙа иһә персонаждарҙың мәкерле ҡылыҡтары оҙаҡ ваҡыт дауам итә, һәм ул тотош донъя кимәленә сыға, бер нисә серияға һуҙылыуы ихтимал. Һөҙөмтәлә бындай йәнһүрәтте ҡараған баланың күңелендә “яуызлыҡ тигән нәмәне еңерлек түгел” тигән фекер ҡалыплаша. Сағыштырыу өсөн Альтронды (“Люди икс”), Джафарҙы (“Аладдин”), Шрамды (“Король Лев”) ҡарайыҡ. Ул геройҙарҙың барыһы ла аяуһыҙ, хәйләкәр, хакимлыҡ яратыусылар, маҡсаттарына өлгәшер өсөн нимә генә ҡылмайҙар.
Ҡайһы бер ата-әсәләр, балам көнө буйы телевизор ҡаршыһында ултыра, тип зарлана, әммә ошо күренешкә үҙҙәре үк юл ҡуйғанын аңламайҙар. Ошо йәһәттән йәнһүрәттәрҙе ялға күтәренкелек өҫтәү өсөн генә ҡарарға, кескәйҙәргә иғтибарҙы күберәк бүлергә кәңәш итә белгестәр. Ысынбарлыҡ экрандағы тормоштан ҡыҙығыраҡ булһын өсөн балағыҙ менән мауыҡтырғыс уйындар ойоштороғоҙ. Телевизор ҡарауға айырым бер ваҡыт билдәләгеҙ.
Әйтергә кәрәк, баланы йәнһүрәттәрҙән бөтөнләй айырыу ҙа дөрөҫ түгел, бары тик сама белергә кәрәк. Бынан тыш, балаға үҙенең тиңдәштәре менән аралашыу мөһим, шуның өсөн уларҙы дуҫтары менән яратҡан геройҙары тураһында фекер алышыу мөмкинлегенән мәхрүм итергә ярамай. “Цензура” функцияһын да үтәргә онотмағыҙ, өлкәндәр.
Аяуһыҙлыҡты һәм һуғышты күп сағылдырған йәнһүрәттәрҙән һаҡланыу кәрәк, юғиһә балаларҙа агрессия арта, уйындары бер-береһен туҡмау, йәберләү йүнәлешен алыуы ихтимал. Әгәр ҙә йәнһүрәт геройҙары үҙҙәрен тыйылғанса тотоп, дөйөм ҡағиҙәләрҙе боҙа һәм бының өсөн язаға тарттырылмай икән, баланың аңында ошолай ҡыланыу рөхсәт ителгән тигән фекер тыуа.
Ҡарттарҙы, көсһөҙҙәрҙе йәберләүҙе, шулай уҡ хайуандарға һәм үҫемлектәргә ихтирамһыҙлыҡты сағылдырған күренештәр ҙә кескәйҙәргә кире тәьҫир итә.
Йәнһүрәтте балағыҙ менән бергә ҡарағанда, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп була. Сюжет тураһында фекер алышыу, яҡшылыҡ, яманлыҡ төшөнсәләрен асыҡлау мөмкинлеге тыуа бындай осраҡта. Баланан күргәнен һөйләтһәгеҙ, уның аң-ғилеме үҫешенә табан аҙым булыр. Күберәк ваҡытты ғәзиздәрегеҙ менән бергә үткәрергә, уйнарға, саф һауала йөрөргә тырышығыҙ. Йоҡо алдынан йәнһүрәт күрһәтеү урынына әкиәттәр һөйләгеҙ, мөхәббәтегеҙҙе күрһәтегеҙ, сөнки ата-әсә һөйөүен, иғтибарын, йылыһын берәү ҙә алмаштыра алмай, ә ата-әсә өсөн баланан башҡа йәшәү мәғәнәһе юҡ.