Йәнһеҙ йәнһүрәттәр тураһында18.03.2016
Йәнһеҙ йәнһүрәттәр тураһында Бала саҡ менән тығыҙ бәйле булған “Йәнһүрәт башланды!” тигән һүҙҙәрҙе онотоу мөмкин түгелдер, сөнки уларҙы ишеткәс тә тышта уйнап йөрөгән бала-саға, өйгә килеп тулып, зәңгәр экранға төбәлер ине. Мөғжизәле әкиәттәр донъяһы, төрлө геройҙарҙың образдары, яратып, көтөп алған мәл әленән-әле иҫкә төшә. Элек йәнһүрәттәр бик йыш күрһәтелмәне, уларҙы ҡарау үҙе бер байрам ине. Бөгөн иһә хәл башҡасараҡ.

Юғары технологиялар, Интернет заманында йәнһүрәт­тәрҙе, көнө буйы ултырһаң да, ҡарап бөтмәҫ­һең. Улар күплеге һәм төрлөлөгө менән хайран ҡалдыра. Түҙемһеҙ­ләнеп тәғәйен ваҡытын көтөүҙең кәрәге лә юҡ, ошо сәбәпле ҡәҙер­ҙәре лә кәмей.
Йәнһүрәттәрҙе балалар ғына түгел, оло йәштәгеләр ҙә яратып ҡарай. Әкиәт донъяһына тағы бер ҡат барып әйләнеү кемгә оҡшама­һын?! Шулай ҙа хәҙер ҡайһы бер мультфильмдарҙың фәҡәт өлкән йәштәге аудитория өсөн эшләнеүе, йәш тамаша­сыға әллә ни аңлашылып етмәгән, ҡатмарлы уйҙар тыу­ҙыра торған сюжеттар ҡулланы­лыуы аптырашта ҡалдыра. Шуға күрә баланы өйҙә телевизор йә компьютер алдында ҡалдырып, эшкә юлланғанда күңелеңде шомло, икеле уйҙар борсомаҫ, тимә... Әммә “йәнһүрәт – балалар өсөн тәғәйен программа” тигән фекер күңелде йыуата.
Психологтар билдәләүенсә, бала­ларҙа тормош тәжрибәһе һәм кәрәкле ғилем тулы кимәлдә булмау сәбәпле, улар донъяны образдар һәм хис-тойғо аша ғына өйрәнә. Экрандағы геройҙар образдарынан бала, кубиктарҙы теҙгән кеүек, үҙенең донъя моделен төҙөй. Йәнһүрәт балаға аңлайышлы, ябай тел ярҙамында байтаҡ мәғлүмәт еткереү һәләтенә эйә. Тик образ­дар­ҙың гел генә ыңғай булмауын да оноторға ярамай. Көнбайыштан килгән әкиәти тамашаларҙа йыш ҡына агрессия һүрәтләнә, был иһә йәш организм өсөн үтә хәүефле. Ата-әсә балаһына өлгө, фәһем бирерлек тапшырыуҙарҙы һайлап күрһәтергә бурыслы.
Беренсенән, хәүефле фильмдар исемлегенә инде­релгән йәнһүрәт­тәр­ҙә ҡатын-ҡыҙ образын сағылды­рыу хупларлыҡ кимәлдә түгел. Миҫал өсөн киң танылыу яулаған “Шрек” һәм “Рапунцель”де алып ҡарайыҡ. Ундағы төп героиня­лар­ҙың үҙен тотошо һағайта: һуғыша беләләр, алыш ваҡытында тышҡы ҡиәфәттәре үҙгәрә, нәфислек һәм нәзәкәтлелек сифаттары юғала. Башҡорт фольклорындағы Һомай, Айһылыу, Зөһрә, Һыуһылыу, урыҫ халыҡ әкиәттәрендәге Аленушка йә Елена кеүек гүзәл заттың көрә­шеп, һуғышып йөрөгәнен күргәнегеҙ бармы?! Юҡ, әлбиттә. Уларҙа ҡа­тын-ҡыҙға хас наҙлылыҡ, баҫалҡы­лыҡ һәм серлелек асыҡ сағылды­рыла.
Бынан тыш, балаларҙа асыҡ төҫ­тәргә күберәк иғтибар итеү ғәҙәте барлығын онотмайыҡ. Йәнһүрәттәге ҡыҙҙы сағыу, ҡысҡырып торған асыҡ төҫтәр менән биҙәһәң, уның йәш аңды “аулап”, сикһеҙ хыял диңгеҙенә алып китеүе бик ихтимал.
Бала өсөн ҡатын-ҡыҙ образдары араһынан иң яҡыны – әсә. Донъя­лағы барлыҡ халыҡ әкиәттәрендә лә асыҡ сағыла был. Әммә, ҡыҙ­ға­нысҡа ҡаршы, Көнбайышта етеш­терелгән йәнһүрәттәрҙә бындай изге образ традицион рәүештә йән­лектәр миҫалында ғына күрһәтелә. “Арыҫлан батша”, “Дамбо”, “Бэмби” – әсә һөйөүе һәм хәстәрлеге менән һуғарылған һоҡланғыс тамашалар. Башҡа заманса йәнһүрәттәрҙә йәш, сибәр, донъяға ға­шиҡ, балаларға өлгө булырлыҡ әсә образы һынлан­ды­рыл­мауы үкенесле. “Ете гном”да, “Һылыу ҡыҙ менән Де­йеү”­ҙә артҡы планда йыш ҡына күркәм булмаған, балаға күмелгән персонаждар күренеп ҡала. Ошо “алтын­сы кадр”ҙың йәшерен маҡсаты “матур булғың килһә, ба­ла тапма” тигәндәй ҡабул ителә. Баланың аңы камил үҫеш­һен өсөн уға ир-егеттең батырлығын, ҡатын-ҡыҙҙың әҙәпле, тәрбиәле булыуын сағылдырған йәнһүрәттәр күрһәтеү зарур.
Медицина белгестәре әйтеүенсә, балалар өсөн йән­һүрәт ҡарауҙың иң ҡулай ваҡыты – көндөң беренсе яртыһы, ә йоҡо алдынан теле­визорға текәлеү ҡәтғи тыйыла. Бер йәшкә тиклемге балалар ҡабы­ҙылған экранды бөтөнләй күрергә тейеш түгел, кире осраҡта күҙ мускулдарына көс төшә, үҙәк нервы системаһының артыҡ ярһыуы күҙәтелә. Бер-ике йылдан күреү һәләте 50-60 процентҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал. Йәш организм­ға телевизорҙы ярты сәғәттән дә күберәк ҡарау зыянлы. Артыҡ сағыу төҫтәр ҡулланылған йәнһүрәттәр баланың психикаһына ла тәьҫир итмәй ҡалмай. Кескәйҙәрҙең күп­тәнге дуҫына әйләнгән “телепузик”­тар менән дә хәл шулайыраҡ. Уларҙың билдәлелегенең сере нимәлә? Төп геройҙарҙың ҡылыҡта­ры, сығарған тауыштары бала-са­ғаныҡына оҡшаш. Күренештәр икешәр тапҡыр ҡабат­лана, тимәк, ниндәйҙер мәғлүмәтте кешенең аңына мәж­бүри һеңдерәләр. Өҫтә­үенә йәнһүрәттә бер ниндәй мәғә­нәгә эйә булмаған оҙайлы кадрҙар ҙа осрап ҡуя. Былар иһә балаларҙы экранға нығыраҡ ылыҡтырыу өсөн ҡулланыла, ти психологтар.
Йәнә бер ғәҙәти булмаған күре­неш: йәнһүрәттә “малай-телепузик”­тар, ҡыҙҙар кейемен кейә лә, сис­мәҫкә ты­рыша. Башҡалар иһә “улар бит ҡыҙҙар кеүек” тигәнерәк һүҙ­ҙәр менән әлеге тәртипте хуплай. Бер яҡтан көлкө лә кеүек, әммә шаяртыуҙың мәғәнәһе тойолмай, етмәһә, был алымдың бала­лар­ҙың психикаһын ҡаҡшатыуы ихтимал.
Әлбиттә, йәнһүрәттәрҙе “яҡшы”­ға, “яман”ға, “беҙҙеке”нә, “беҙҙеке түгел”гә бүлергә була, әммә унан бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Әгәр ҙә беҙ балаларға халҡыбыҙҙың мәҙә­ниәтен, быуаттар буйы йыйылған рухи байлығын, тарихын еткерергә теләһәк, кескәйҙәр өсөн китаптар, телетапшырыу, фильм йә йәнһү­рәттәр һайлауға ентекле ҡарарға тейешбеҙ.
Әлбиттә, беҙҙең әкиәттәрҙә, йәнһүрәттәрҙә кире геройҙар юҡ түгел, әммә уларҙың ҡылған яуыз­лыҡтары язаһыҙ ҡалмай, яҡшы яманды еңә. Сит илдәрҙән килгән тапшырыуҙарҙа иһә персонаж­дарҙың мәкерле ҡылыҡтары оҙаҡ ваҡыт дауам итә, һәм ул тотош донъя кимәленә сыға, бер нисә серияға һуҙылыуы ихтимал. Һөҙөм­тәлә бындай йәнһүрәтте ҡараған баланың күңелендә “яуызлыҡ тигән нәмәне еңерлек түгел” тигән фекер ҡалыплаша. Сағыштырыу өсөн Альтронды (“Люди икс”), Джафарҙы (“Аладдин”), Шрамды (“Король Лев”) ҡарайыҡ. Ул геройҙарҙың барыһы ла аяуһыҙ, хәйләкәр, хакимлыҡ яратыусылар, маҡсаттарына өлгәшер өсөн нимә генә ҡылмайҙар.
Ҡайһы бер ата-әсәләр, балам көнө буйы телевизор ҡаршы­һында ултыра, тип зарлана, әммә ошо күренешкә үҙҙәре үк юл ҡуйғанын аңламайҙар. Ошо йәһәттән йәнһүрәттәрҙе ялға күтәренкелек өҫтәү өсөн генә ҡарарға, кескәйҙәргә иғтибар­ҙы күберәк бүлергә кәңәш итә белгестәр. Ысынбарлыҡ эк­ран­дағы тормоштан ҡыҙы­ғы­раҡ булһын өсөн балағыҙ менән мауыҡтырғыс уйындар ойоштороғоҙ. Телевизор ҡа­рау­ға айырым бер ваҡыт билдәләгеҙ.
Әйтергә кәрәк, баланы йәнһүрәт­тәрҙән бөтөнләй айырыу ҙа дөрөҫ түгел, бары тик сама белергә кәрәк. Бынан тыш, балаға үҙенең тиңдәш­тәре менән аралашыу мөһим, шуның өсөн уларҙы дуҫтары менән яратҡан геройҙары тураһында фекер алышыу мөмкинлегенән мәхрүм итергә ярамай. “Цензура” функция­һын да үтәргә онотмағыҙ, өлкәндәр.
Аяуһыҙлыҡты һәм һуғышты күп сағылдырған йәнһү­рәттәрҙән һаҡла­ныу кәрәк, юғиһә балаларҙа агрессия арта, уйындары бер-береһен туҡмау, йәберләү йүнәлешен алыуы ихтимал. Әгәр ҙә йәнһүрәт геройҙа­ры үҙҙәрен тыйылғанса тотоп, дөйөм ҡағиҙәләрҙе боҙа һәм бының өсөн язаға тарттырылмай икән, баланың аңында ошолай ҡыланыу рөхсәт ителгән тигән фекер тыуа.
Ҡарттарҙы, көсһөҙҙәрҙе йәбер­ләү­ҙе, шулай уҡ хайуан­дарға һәм үҫемлектәргә ихтирамһыҙлыҡты сағылдырған күренештәр ҙә кескәйҙәргә кире тәьҫир итә.
Йәнһүрәтте балағыҙ менән бергә ҡарағанда, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп була. Сюжет тураһында фекер алышыу, яҡшылыҡ, яманлыҡ төшөнсәләрен асыҡлау мөмкинлеге тыуа бындай осраҡта. Баланан күргәнен һөйләтһәгеҙ, уның аң-ғиле­ме үҫешенә табан аҙым булыр. Күберәк ваҡытты ғәзиздәрегеҙ менән бергә үткәрергә, уйнарға, саф һауала йөрөргә тырышығыҙ. Йоҡо алдынан йәнһүрәт күрһәтеү урынына әкиәттәр һөйләгеҙ, мөхәб­бәтегеҙҙе күрһәтегеҙ, сөнки ата-әсә һөйөүен, иғтибарын, йылыһын берәү ҙә алмаштыра алмай, ә ата-әсә өсөн баланан башҡа йәшәү мәғәнәһе юҡ.




Вернуться назад