Студент йылдары ваҡиғаларға ла, хәтирәләргә лә бай була. Улар онотолмай, һәр кем күңелендә иң яҡты иҫтәлектәр булып һаҡлана. Төрлө райондарҙа, төрлө ғаиләлә тәрбиә алһаҡ та, төркөмдәштәр бик татыу йәшәнек, үҙебеҙ ойошторған сараларҙы бергә үткәрҙек. Диплом алып таралышҡас та йыш ҡына осраша торғайныҡ.Иҫтәлеккә мотлаҡ фотоға төшә инек, бигерәк тә хәҙерге Салауат һәйкәле майҙанының төрлө өлөштәре эргәһендә, сөнки беҙ БДУ-ла уҡыған осорҙа һәйкәл ҡуйылмағайны әле. Уның, атының айырым-айырым өлөштәре генә килтерелгәйне, улар йыл миҙгелдәренең үҙгәрешле шарттарында төрлө хәлдә ятты. Уҡыуҙар тамамланғас та мин быға шаһит булдым, сөнки беҙ Салауат һәйкәле урынлаштырыласаҡ майҙанға яҡын ғына урындан – Пушкин урамынан – фатир алыу бәхетенә өлгәштек. Иртә менән мин көн дә йүгерер, һәйкәл ҡуйыласаҡ Ағиҙел ярына барып еткәс, физик күнекмәләр эшләр инем. Бер ял көнө һуң ғына торғас, атлап ҡына барып етһәм, ерҙәге һәйкәл киҫәктәре янында ҙур кәүҙәле бер кеше тора. Уға яҡынайғас, ныҡлап таныным. Эйе, үҙе – иң бейек яр башында торасаҡ атлы Салауатыбыҙ һәйкәленең авторы – Сосланбәк Дафай улы Тавасиев. Ҡырҙан уға байтаҡ ҡына ҡарап торҙом. Ул буласаҡ һәйкәлде ҡабат-ҡабат тикшерә, бөтә өлөштәре лә барлығын самалай, ниндәй хәлдә ятыуҙарын тикшерә, хатта бер нисәүһен ҡояш яҡтыһына күтәреп, оҙаҡ ҡына текләп тора.
Икенсе тапҡыр ҙа килгәнен күрҙем. “Күпме бында ятырҙар?” тигән ғазаплы борсолоуҙары йөрәген ярһытып, тағы ла килгәндер инде, тип уйлап ҡуйҙым.
Кем һуң атлы Салауатыбыҙға ҡуйыласаҡ һәйкәлдең авторы?! Ҡыҫҡаса яҙылған биографияһына иғтибар итәйек. Ул 1894 йылдың 25 декабрендә Осетияның Дигора районында тыуа. 1905 йылда Владикавказ гимназияһына уҡырға инә. Артабан Баталпашин гимназияһында белем ала, уны 1915 йылда тамамлай. Ошо йылда армияға алынып, 1917-1918 йылдарҙа Елизаветград кавалерияһында юнкер булып хеҙмәт итә. Серго Орджоникидзе менән таныша. Ул Сосланбәккә һәм башҡаларға хәрби эшкә ныҡ өйрәнергә ҡуша. 1922-1923 йылдарҙа егет тағы ла байтаҡ урында була. Был осорҙа Төньяҡ Кавказда, башҡаларҙыҡы менән бергә, уның да сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмәгә ҡуйыла, ыңғай баһа ала. 1930 йылда, Мәскәүҙә юғары художестволы институтта уҡыған сағында, Сосланбәк Тавасиевты партия сафына ҡабул итәләр.
Уларҙың нәҫел-ырыуы физик яҡтан иҫ киткес көслө кешеләрҙән иҫәпләнә. Был сифат быуындан быуынға күсә килә. Көс-кәр һәм кәүҙә бәһлеүәнлеге Сосланбәккә лә тиңдәштәренән айырылып торорлоҡ күләмдә бирелә. Гүйә, тормошо, яҙмышы уны, әйтерһең, алдан күреп, рухи яҡтан ғына түгел, физик йәһәттән дә кәрәк буласағын белеп әҙерләгән. Юҡһа һәйкәл ҡуйғанда булған ҡурҡыныс хәлде нисек аңлатырһың. Һәйкәл аҫтына ҡыҫанын (рам) күсерергә булалар, шул саҡ ул ҡапыл үҙе “китә” башлай. Ҡурҡыштан бөтәһе лә ситкә ҡаса. Авторы ғына бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмай тороп, урынынан күсә башлаған ҡыҫаны туҡтата ала. Шул көндә үк скульптор, бер ни булмағандай, Мәскәүгә Салауат һәйкәле эшләнеп ятҡан Абрамцево ҡасабаһына ҡайтып китә. Тик баш ҡалала уның арҡа һөйәге ҡуҙғалғанын асыҡлайҙар...
Сосланбәк ун дүрт йәшендә үҙенән бер нисә йәшкә оло егеттәр менән, кәрәк булһа, һис ҡурҡмай һуғыша һәм еңеп сыға. Шуға ла уға бик бәйләнеп бармайҙар. Ә инде ун алты йәшенә дүрт ат аша еңел генә итеп сальто яһай ала.
Кавалерия училищеһын уңышлы тамамлағас, егет революцияны хуплап ҡына ҡалмай, уны яҙмышы, киләсәге тип ҡабул итә, бары уға хеҙмәт итергә теләй. Яңы власҡа бирелгәнлеген, ойоштороу һәләтен күреп, Сосланбәкте полк командиры итеп ҡуялар. Уның ҡул аҫтында 1500-ҙән ашыуыраҡ кеше була. Холоҡ-ҡылыҡтары түҙеп торғоһоҙ. Мәҫәлән, һатлыҡйән тип табылған бер төрөктө ҡулдары менән йолҡҡослап-өҙгөләп үлтерәләр. Сосланбәк бында ла иҫ киткес аҡыл һәм ихтыяр көсө күрһәтә. Ул бөтәһенә лә аңлайышлы тел менән талаш-тартыштан нимә сығырын, нисек бөтөрөн аңлатып бирә. Был һөйләшеүҙән һуң бер-береһенә ҡаршы ҡорал күтәрергә батысылыҡ иткәндәр табылмай.
Шуға ла Тавасиевҡа 1917 йылда Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла. Ул мәлдә наградалар күп итеп сығарылмаған, берәмләп кенә эшләнгән. Беҙҙең герой бүләкләнгәндең номеры – өс йөҙөнсө. Ул саҡта, хәҙер паспорттарға яҙылған кеүек, ордендың һаны партбилетҡа яҙылған, балалары, аты һәм винтовкаһы ла шунда теркәлгән.
Граждандар һуғышынан һуң бер мәл Тавасиев бик елле һаҡал үҫтереп ебәрә. Уны күргән шағир Демьян Бедный: “Всегда воевал против бороды, а этой – поклониться надо!” – тип шиғыр арнай. Революциянан һуң ул “бөтә илебеҙ – минең йортом” тигән тойғо менән йәшәй. Үҙ мәнфәғәттәрен генә уйлағандарҙы енәйәт ҡылғандар рәтенә ҡуя. Был тойғоһо ла уның йөрәгендә ғүмерлеккә ҡала...
Тора-бара ул, һуғыштарҙан, көрәштәрҙән арып, тауҙар араһына китә, әммә сәнғәткә булған һөйөүе бер ҡасан да һүнмәй. Ул таш киҫеүселәрҙән күп нәмәгә өйрәнә, үҙе лә ҡәбер таштары эшләргә оҫтара. Уның тауҙар араһында йөрөгәнен иң-иң яҡындарынан башҡа бер кем дә белмәй. Сама менән 1937 йылда була был хәл. Шул сәфәре, бәлки, Тавасиевты “халыҡ дошманы” булып ҡуйыуҙан аралағандыр, алдағы ҙур эштәре хаҡына, ниндәйҙер бер илаһи көс һаҡлап ҡалғандыр үҙен.
Тауҙарҙан ҡайтҡас, Тавасиев Мәскәү сәнғәт академияһына уҡырға инә, унда бик һәйбәт өлгәшә. Башҡалар оҙон семестр буйы маташтырғанды бер нисә көн эсендә тамамлап та ҡуя. Дипломды ла “отлично” билдәһенә яҡлай.
Сосланбәк Дафай улы бик көслө рухлы, һәр саҡ асыҡ күңелле, ярҙамсыл кеше була, дөрөҫлөктө, ғәҙеллекте яҡлай, ҡайһы бер хәҡиҡәтте күҙгә ҡарап әйтеүҙән дә ҡурҡмай. Минеңсә, ҙур, ысын таланттарға хас сифат был.
Өфөгә Тавасиев беренсе тапҡыр көтмәгәндә килеп юлыға. Һуғыш ваҡытында ул ҡатыны менән малайын тылға — Башҡортостанға — барған поезд менән оҙатырға тип вокзалға килә. Оҙатҡанда үҙе лә барырға тейеш тигән бойороҡ ала. Киндер күлдәк-ыштан ғына кейгән килеш, бер ниндәй документһыҙ поезға ултырып китергә мәжбүр була ул. Өфөгә килеп урынлашҡас, бер көн Колхоз баҙарына бара. Халыҡ бөтә ерҙә лә һуғыш тураһында һөйләй. Бер урында ярайһы ғына оло йәштәге ике кеше урыҫ телендә һөйләшә. Береһе: “Гитлерҙы еңеү өсөн Салауат Юлаев кеүек батыр кәрәк!” — тип ҡысҡырып ебәрә. Икенсеһе лә уны хуплап: “Их, булһа икән дә батыр Салауатыбыҙ”, — тип ярһыулы үкенесен белдерә.
Был һөйләшеүҙе ишетеп торған Тавасиев яҡын барып, тәүге ҡарттан батыр хаҡында һорай ҡуя. Тегеһе ҡыҙып китә лә: “Һин Салауат Юлаевты ла белмәгән ниндәй әҙәм ул?” – тип ҡамсыһын баш осона күтәрә. Дуҫын тыйып, икенсе ир уны ситкәрәк алып китә, Сосланбәккә шунан Салауат Юлаев хаҡында ҡыҫҡаса аңлатып бирә.
Был осрашыуҙан һуң Тавасиев иң башта Степан Злобиндың “Салауат Юлаев” романын уҡып сыға. Авторы менән танышып, дуҫлаша. Батырҙың һәйкәлен эшләргә хыялланыуын белгәс, яҙыусы уны хуплап ҡына ҡалмай, изге эшенә дәртләндерә, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булыуына ышандыра.
Сосланбәк былар хаҡында ҡатыны – иң яҡын кәңәшсеһе Маринаға ла һөйләй. Һәр кемгә ярҙамсыл Сосланбәктең теленән төшмәгән был эскерһеҙ, асыҡ сибәрҙе “алтын ҡатын” тип йөрөтәләр. Ул иренең эшен хуплаусы ла, илһамландырыусы ла була. Бына уның Салауат һәйкәлен эшләй башлаған иренә Абрамцевоға яҙған бер хаты:
“Һаумы, минең ҡәҙерлем!
...Һиңә бер иҫкәрмә яһайым. Ниңә миңә аҡсаһыҙ йөрөгәнеңде яҙманың? 17-һендә һиңә 400 һум ебәреүем тураһында телеграмма һалдым. Әгәр тағы ла берәй нәмәне һатһам йәки эшләп таба алһам, тағы һалырмын. Ростик (улдары) һине ныҡ һағынған. Көтәм. Марина”.
Бына тағы бер хатынан өҙөк:
“Сослан, мин оҫтаханаға ут яҡмайым. Салауат иреп ҡуйыр, тип ҡурҡам. Һин миңә тиҙ генә хат яҙып ебәр. Нимә эшләргә миңә? Яғырғамы, яҡмаҫҡамы? Беҙҙә һалҡынлыҡ 19 градусҡа етә. Көтәм. Марина”.
Был хаттарға комментарий кәрәкмәйҙер. Ике аралағы йылы мөнәсәбәт, шул уҡ ваҡытта ирҙең ҙур хеҙмәте хаҡында хәстәрлек...
Салауат Юлаев һәйкәлен, эшләнеп бөткәс, урамға алып сығалар. Ә инде уны Ленинградҡа алып барып, “Монумент-скульптура” заводында ҡоя башлағас, шул саҡтағы ил башлығы Н.С. Хрущев “архитектурала һәм скульптурала кәрәкмәгән артыҡ ҡулланыуҙарҙы кәметергә” тип ҡарар итә. Бронзаны суйынға алмаштырырға ҡушыла. Әммә Салауат Юлаев һыны завод эшселәренә шул тиклем ныҡ оҡшай. Улар, технологияһын йәшереп кенә, бронзаны суйын төҫөнә буяй ҙа ҡуя. Шуға ла бөйөк батырыбыҙ, шағирыбыҙ һәйкәле бронзанан эшләнгән килеш ҡала! Рәхмәт заводтың башлы, тәүәккәл егеттәренә!
Бронзанан ҡойолған һыбай Салауатыбыҙ – хәҙер халҡыбыҙҙы һәм төрлө милләт кешеләрен берҙәмлеккә, татыулыҡҡа, дуҫлыҡҡа һәм яңы еңеүҙәргә әйҙәп торған иң яҡын, иң гүзәл мемориалыбыҙ, ғорурлығыбыҙ!
Р.S. Һүҙ аҙағында шул хаҡта ла әйтке килә. Тавасиев Салауат Юлаев һәйкәлен һынландырыуға дүрт тиҫтә йыл буйы ижади һәм физик көсөн түккән, эште башлағандан алып монументты урынына ултыртыуҙың һуңғы сәғәтенә тиклем бөтә эштә ҡатнашҡан. Шуға күрә осетин халҡының ғорурланыр улына Салауат һыны эргәһендә бюст ҡуйҙырыу хәстәрлеген күрергә кәрәк, минеңсә. Был халыҡтар дуҫлығын раҫлап тормошҡа ашырылған изге, ҙур эшебеҙ булыр ине, сөнки Сосланбәк Дафай улының тормошо ла, беҙгә ҡалдырған мәңгелек эше лә — ҡаһарманлыҡ өлгөһө!
Риф МИФТАХОВ,
Салауат Юлаев ордены
кавалеры.