Ҡаһарманлыҡ18.03.2016
Ҡаһарманлыҡ Студент йылдары ваҡиғаларға ла, хәтирәләргә лә бай була. Улар онотолмай, һәр кем күңелендә иң яҡты иҫтәлектәр булып һаҡлана. Төрлө райондарҙа, төрлө ғаиләлә тәрбиә алһаҡ та, төркөмдәштәр бик татыу йәшәнек, үҙебеҙ ойошторған сараларҙы бергә үткәрҙек. Диплом алып таралышҡас та йыш ҡына осраша торғайныҡ.

Иҫтәлеккә мотлаҡ фотоға төшә инек, бигерәк тә хәҙерге Салауат һәйкә­ле майҙанының төрлө өлөштәре эргәһендә, сөнки беҙ БДУ-ла уҡыған осорҙа һәйкәл ҡуйылмағайны әле. Уның, аты­ның айырым-айырым өлөш­тәре генә килтерелгәйне, улар йыл миҙгелдә­ренең үҙгәрешле шарттарында төрлө хәлдә ятты. Уҡыуҙар тамамланғас та мин быға шаһит булдым, сөнки беҙ Салауат һәйкәле урынлаш­ты­ры­ласаҡ майҙанға яҡын ғына урындан – Пушкин урамынан – фатир алыу бәхетенә өлгәштек. Иртә менән мин көн дә йүгерер, һәйкәл ҡуйыласаҡ Ағиҙел ярына барып еткәс, физик күнекмәләр эшләр инем. Бер ял көнө һуң ғына тор­ғас, атлап ҡына барып етһәм, ерҙәге һәйкәл киҫәктәре янында ҙур кәүҙәле бер кеше тора. Уға яҡынайғас, ныҡлап таныным. Эйе, үҙе – иң бейек яр башында торасаҡ атлы Сала­уатыбыҙ һәй­кәленең авторы – Сосланбәк Да­фай улы Тавасиев. Ҡырҙан уға байтаҡ ҡына ҡарап торҙом. Ул бу­ла­саҡ һәйкәлде ҡабат-ҡабат тикшерә, бөтә өлөш­тәре лә бар­лығын самалай, нин­дәй хәлдә ятыу­ҙарын тикшерә, хатта бер нисәү­һен ҡояш яҡты­һына күтә­реп, оҙаҡ ҡына текләп тора.
Икенсе тапҡыр ҙа килгәнен күрҙем. “Күпме бында ятырҙар?” тигән ғазаплы борсолоуҙары йөрәген ярһытып, тағы ла килгән­дер инде, тип уйлап ҡуйҙым.
Кем һуң атлы Салауатыбыҙға ҡуйы­ласаҡ һәйкәлдең авторы?! Ҡыҫҡаса яҙыл­ған биографияһына иғтибар итәйек. Ул 1894 йылдың 25 декабрендә Осетияның Дигора районында тыуа. 1905 йылда Вла­дикавказ гимназияһына уҡыр­ға инә. Артабан Баталпашин гим­на­зияһында белем ала, уны 1915 йылда тамамлай. Ошо йылда ар­мияға алынып, 1917-1918 йыл­дар­ҙа Елизаветград кавале­рия­һында юнкер булып хеҙмәт итә. Серго Орджоникидзе менән таныша. Ул Сосланбәккә һәм баш­ҡаларға хәрби эшкә ныҡ өйрә­нергә ҡуша. 1922-1923 йыл­дарҙа егет тағы ла байтаҡ урында була. Был осорҙа Төньяҡ Кавказда, башҡаларҙыҡы менән бергә, уның да сәнғәт әҫәрҙәре күргәҙмә­гә ҡуйыла, ыңғай баһа ала. 1930 йылда, Мәскәүҙә юғары художест­волы институтта уҡыған сағында, Сосланбәк Тавасиевты партия сафына ҡабул итәләр.
Уларҙың нәҫел-ырыуы физик яҡтан иҫ киткес көслө кешеләрҙән иҫәпләнә. Был сифат быуындан быуынға күсә килә. Көс-кәр һәм кәүҙә бәһлеүәнлеге Сосланбәккә лә тиңдәштәренән айырылып торорлоҡ күләмдә бирелә. Гүйә, тормошо, яҙмышы уны, әйтерһең, алдан күреп, рухи яҡтан ғына тү­гел, физик йәһәттән дә кәрәк бу­ласағын белеп әҙерләгән. Юҡһа һәйкәл ҡуйғанда булған ҡурҡыныс хәлде нисек аңлатыр­һың. Һәйкәл аҫтына ҡыҫанын (рам) күсерергә булалар, шул саҡ ул ҡапыл үҙе “китә” башлай. Ҡурҡыштан бөтәһе лә ситкә ҡаса. Авторы ғына бер ҡайҙа ла ҡуҙғалмай тороп, урыны­нан күсә башлаған ҡыҫаны туҡ­тата ала. Шул көндә үк скульптор, бер ни булмағандай, Мәс­кәүгә Салауат һәйкәле эшләнеп ятҡан Абрамцево ҡасабаһына ҡайтып китә. Тик баш ҡалала уның арҡа һөйәге ҡуҙғалғанын асыҡлайҙар...
Сосланбәк ун дүрт йәшендә үҙенән бер нисә йәшкә оло егеттәр менән, кәрәк булһа, һис ҡурҡмай һуғыша һәм еңеп сыға. Шуға ла уға бик бәйләнеп бармай­ҙар. Ә инде ун алты йәшенә дүрт ат аша еңел генә итеп сальто яһай ала.
Кавалерия училищеһын уңыш­лы та­мам­­лағас, егет революцияны хуплап ҡына ҡалмай, уны яҙмышы, киләсәге тип ҡабул итә, бары уға хеҙмәт итергә теләй. Яңы власҡа бирелгәнлеген, ойоштороу һәләтен күреп, Сос­лан­бәкте полк ко­мандиры итеп ҡуялар. Уның ҡул аҫтында 1500-ҙән ашыуыраҡ ке­ше була. Холоҡ-ҡылыҡтары түҙеп торғоһоҙ. Мәҫәлән, һат­лыҡйән тип та­был­ған бер төрөктө ҡулда­ры менән йолҡҡослап-өҙгөләп үлте­рәләр. Сосланбәк бында ла иҫ киткес аҡыл һәм ихтыяр көсө күрһәтә. Ул бөтәһенә лә аңла­йыш­лы тел менән талаш-тартыш­тан нимә сығырын, нисек бөтөрөн аңлатып бирә. Был һөйләшеүҙән һуң бер-береһенә ҡаршы ҡорал күтәрергә баты­сылыҡ иткәндәр табылмай.
Шуға ла Тавасиевҡа 1917 йылда Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла. Ул мәлдә наградалар күп итеп сығарылмаған, бе­рәмләп кенә эшләнгән. Беҙҙең герой бү­ләкләнгәндең номеры – өс йөҙөн­сө. Ул саҡта, хәҙер паспорттарға яҙылған кеүек, ордендың һаны партбилетҡа яҙылған, балалары, аты һәм винтовкаһы ла шунда теркәлгән.
Граждандар һуғышынан һуң бер мәл Тавасиев бик елле һаҡал үҫтереп ебәрә. Уны күргән шағир Демьян Бедный: “Всегда воевал против бороды, а этой – поклониться надо!” – тип шиғыр арнай. Революциянан һуң ул “бөтә иле­беҙ – минең йортом” тигән тойғо менән йәшәй. Үҙ мән­фәғәттәрен генә уйлағандарҙы енәйәт ҡыл­ған­дар рәтенә ҡуя. Был тойғоһо ла уның йөрәгендә ғүмерлеккә ҡала...
Тора-бара ул, һуғыштарҙан, кө­рәш­тәрҙән арып, тауҙар араһы­на китә, әммә сәнғәткә булған һөйөүе бер ҡасан да һүнмәй. Ул таш киҫеүселәрҙән күп нәмәгә өй­рәнә, үҙе лә ҡәбер таштары эш­ләргә оҫтара. Уның тауҙар ара­һында йөрөгәнен иң-иң яҡын­дарынан башҡа бер кем дә белмәй. Сама менән 1937 йылда була был хәл. Шул сәфәре, бәлки, Тавасиевты “халыҡ дошманы” булып ҡуйыуҙан арала­ғандыр, алдағы ҙур эштәре хаҡына, нин­дәйҙер бер илаһи көс һаҡлап ҡалғандыр үҙен.
Тауҙарҙан ҡайтҡас, Тавасиев Мәскәү сәнғәт акаде­мияһына уҡырға инә, унда бик һәйбәт өлгәшә. Башҡалар оҙон семестр буйы маташтырғанды бер нисә көн эсендә тамамлап та ҡуя. Дипломды ла “отлично” билдәһенә яҡлай.
Сосланбәк Дафай улы бик көс­лө рухлы, һәр саҡ асыҡ кү­ңел­ле, ярҙамсыл кеше була, дөрөҫлөктө, ғәҙеллекте яҡлай, ҡайһы бер хәҡиҡәтте күҙгә ҡарап әйтеүҙән дә ҡурҡмай. Минеңсә, ҙур, ысын таланттарға хас сифат был.
Өфөгә Тавасиев беренсе тап­ҡыр көтмә­гәндә килеп юлыға. Һуғыш ваҡытында ул ҡатыны менән малайын тылға — Баш­ҡорт­останға — барған поезд менән оҙатырға тип вокзалға килә. Оҙатҡанда үҙе лә барырға тейеш тигән бойороҡ ала. Киндер күлдәк-ыштан ғына кейгән килеш, бер ниндәй документһыҙ поезға ултырып китергә мәжбүр була ул. Өфөгә килеп урынлашҡас, бер көн Колхоз баҙарына бара. Халыҡ бөтә ерҙә лә һуғыш ту­раһында һөйләй. Бер урында ярайһы ғына оло йәштәге ике кеше урыҫ телендә һөйләшә. Береһе: “Гитлерҙы еңеү өсөн Салауат Юлаев кеүек батыр кәрәк!” — тип ҡысҡырып ебәрә. Икенсеһе лә уны хуплап: “Их, булһа икән дә батыр Салауатыбыҙ”, — тип ярһыулы үкенесен белдерә.
Был һөйләшеүҙе ишетеп тор­ған Тавасиев яҡын барып, тәүге ҡарттан батыр хаҡында һорай ҡуя. Тегеһе ҡыҙып китә лә: “Һин Салауат Юлаевты ла белмәгән ниндәй әҙәм ул?” – тип ҡамсы­һын баш осона күтәрә. Дуҫын тыйып, икенсе ир уны ситкәрәк алып китә, Сосланбәккә шунан Салауат Юлаев хаҡында ҡыҫҡаса аңлатып бирә.
Был осрашыуҙан һуң Тавасиев иң башта Степан Злобиндың “Салауат Юлаев” романын уҡып сы­ға. Авторы менән танышып, дуҫ­ла­ша. Батырҙың һәйкәлен эш­ләргә хыялланыуын белгәс, яҙыу­сы уны хуплап ҡына ҡалмай, изге эшенә дәрт­ләндерә, һәр саҡ яр­ҙам итергә әҙер булыуына ышандыра.
Сосланбәк былар хаҡында ҡа­тыны – иң яҡын кәңәшсеһе Ма­ринаға ла һөйләй. Һәр кемгә ярҙамсыл Сосланбәктең теленән төшмәгән был эскерһеҙ, асыҡ сибәрҙе “алтын ҡатын” тип йөрө­тәләр. Ул иренең эшен хуплаусы ла, илһамландырыусы ла була. Бына уның Салауат һәйкәлен эшләй башлаған иренә Абрам­цевоға яҙған бер хаты:
“Һаумы, минең ҡәҙерлем!
...Һиңә бер иҫкәрмә яһайым. Ниңә миңә аҡсаһыҙ йөрөгәнеңде яҙманың? 17-һендә һиңә 400 һум ебәреүем тураһында телеграмма һалдым. Әгәр тағы ла берәй нәмәне һатһам йәки эшләп таба алһам, тағы һалырмын. Ростик (улдары) һине ныҡ һағынған. Көтәм. Марина”.
Бына тағы бер хатынан өҙөк:
“Сослан, мин оҫтаханаға ут яҡмайым. Салауат иреп ҡуйыр, тип ҡурҡам. Һин миңә тиҙ генә хат яҙып ебәр. Нимә эшләргә миңә? Яғырғамы, яҡмаҫҡамы? Беҙҙә һалҡынлыҡ 19 градусҡа етә. Көтәм. Марина”.
Был хаттарға комментарий кәрәкмәйҙер. Ике аралағы йылы мөнәсәбәт, шул уҡ ва­ҡытта ирҙең ҙур хеҙмәте хаҡында хәс­тәрлек...
Салауат Юлаев һәйкәлен, эш­ләнеп бөткәс, урамға алып сыға­лар. Ә инде уны Ленинградҡа алып барып, “Монумент-скульптура” заводында ҡоя башлағас, шул саҡтағы ил башлығы Н.С. Хрущев “архитектурала һәм скульп­турала кәрәк­мәгән артыҡ ҡулланыуҙарҙы кәметергә” тип ҡарар итә. Бронзаны суйынға алмаш­тырырға ҡушыла. Әммә Са­лауат Юлаев һыны завод эш­селәренә шул тиклем ныҡ оҡшай. Улар, технологияһын йәшереп кенә, бронзаны суйын төҫөнә бу­яй ҙа ҡуя. Шуға ла бөйөк баты­рыбыҙ, шағирыбыҙ һәйкәле бронзанан эшләнгән килеш ҡала! Рәхмәт заводтың башлы, тәүәк­кәл егет­тәренә!
Бронзанан ҡойолған һыбай Салауа­тыбыҙ – хәҙер халҡыбыҙ­ҙы һәм төрлө милләт кешеләрен берҙәмлеккә, татыу­лыҡҡа, дуҫ­лыҡҡа һәм яңы еңеүҙәргә әйҙәп торған иң яҡын, иң гүзәл мемо­риалыбыҙ, ғорурлығыбыҙ!
Р.S. Һүҙ аҙағында шул хаҡта ла әйтке килә. Тавасиев Салауат Юлаев һәйкәлен һынландырыуға дүрт тиҫтә йыл буйы ижади һәм физик көсөн түккән, эште баш­лағандан алып монументты урынына ултыртыуҙың һуңғы сәғә­тенә тиклем бөтә эштә ҡатнаш­ҡан. Шуға күрә осетин халҡының ғорурланыр улына Салауат һыны эргәһендә бюст ҡуйҙырыу хәстәр­леген күрергә кәрәк, минеңсә. Был халыҡтар дуҫлығын раҫлап тормошҡа ашырылған изге, ҙур эшебеҙ булыр ине, сөнки Сос­ланбәк Дафай улының тормошо ла, беҙгә ҡалдырған мәңгелек эше лә — ҡаһарманлыҡ өлгөһө!

Риф МИФТАХОВ,
Салауат Юлаев ордены
кавалеры.



Вернуться назад