Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәмиевтәр нәҫеленән Хафиз
Рәмиевтәр  нәҫеленән Хафиз Шаулап-гөрләп үткән Әҙәбиәт йылында беҙ күп кенә яңы исемдәр менән таныштыҡ һәм донъяла юғалмаҫ эҙ ҡалдырған яҙыусыларҙы ла иҫкә алдыҡ. Был мәҡәләмдә Дәрдмәндтең – шағир Мөхәмәтзакир Рәмиев – эшен дауам иттереүселәр тураһында яҙмаҡсымын.

Мөхәмәтзакир Баймаҡ, Әбйә­лил, Үрге Урал яҡтарында алтын табыу, эшкәртеү эшен йәйелдерә. Ул үҙе Стәрлетамаҡ өйәҙе Ергән ауылында тыуған. Атаһы Мөхә­мәт­садиҡ Урал тауҙарында алтын эҙләү менән мәшғүл була һәм балаларына белем бирер өсөн күп көс һала.
Мөхәмәтзакир Орск өйәҙендә­ге Муллаҡай ауылында Ғабдулла хәҙрәт мәҙрәсәһендә, һуңынан Истанбулда хисап ғилемен ала. 1906 йылда Петербургта мосолмандар йәмғиәтенә вәкил булып һайлана. Ошо уҡ йылдың февра­лендә Ырымбурҙа “Ваҡыт” гәзи­тен нәшер итә башлай. Дәрд­мәндтең ижады ла тап ошо осор­ҙа асыла. Әммә ул һуңыраҡ (төр­лө ғәйептәрҙән аҡланғас) ҡына танылыу таба. Уның шиғырҙары 1959, 1980 йылдарҙа яңынан ба­ҫылып сыға. Урыҫ теленә тәр­же­мә ителгәндәре 1977 йылда “Бөтә донъя әҙәбиәте китапхана­һы”на һәм 1987 йылда “Балалар өсөн бөтә донъя әҙәбиәте китап­ханаһы”на индерелә.
Рәмиевтәр  нәҫеленән ХафизОктябрь революцияһынан һуң ул үҙенең барлыҡ приискыларын Совет хөкүмәтенә тапшыра һәм Ырымбурҙан Орск ҡалаһына ҡайтып ижад эшенә сума, бала­ларының барыһында ла (уның биш улы, өс ҡыҙы була) үҙ хал­ҡына, теленә, мәҙәниәтенә ысын һөйөү, яңы власҡа тоғролоҡ тойғоһо тәрбиәләй.
Уның Искәндәр менән Ғариф исемле улдары “Хөсәйениә” мәҙ­рәсәһен, Санкт-Петербургта гимназия тамамлағас, белемдәрен Германияла дауам итә.
Искәндәр Рәмиев үҙен үтә белемле, талантлы инженер итеп таныта. 1914 – 1938 йылдарҙа ал­тын приискыларында эшләп, олатаһының, атаһының эшен дауам итә.
Искәндәр Мөхәмәтзакир улы ике тапҡыр репрессияға дусар була. 1929 йылда ҡулға алынып, туғыҙ ай төрмәлә ултырып сыға. Бынан иҫән-һау ҡотолғас, Учалы районының Поляковка приискы­һына барып эләгә.
Унда контроль-эҙләнеү лабо­ра­торияһы мөдире булып эшләй, алтын йыуыу технологияһына техник яҡтан байтаҡ яңылыҡ индерә.
Уның ойоштороу һәләтен һәм белемен күреп, 1934 йылда Өфө­гә “Башкирзолото” тресына кон­троль-эҙләнеү лаборатория­һының мөдире итеп күсерәләр.
1938 йылда уға “халыҡ дошманы” тигән ярлыҡ тағып, тағы ҡулға алалар һәм байтаҡ йылдар уҙғас, 1943 йылдың 3 апрелендә вафат булды, тип хәбәр итәләр.
Искәндәрҙең улы Бәширгә лә (1918 йылда тыуған) күп нужа ҡаласын ашарға тура килә. Көтөл­мәгән ғәҙелһеҙлектәр, ҡыйырһы­тылыуҙар, ситкә тибелеүҙәр уның күңелен, әлбиттә, ныҡ ҡыра, ләкин үҙендә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ көс таба.
1948 йылда ул – СССР Фәндәр академияһының энергетика институтында инженер-конструктор, 1949 йылда – машиналар һәм приборҙар эшләү министрлы­ғын­да төп инженер, бүлек начальнигы һәм башҡалар. 1955 – 1968 йылдарҙа Бәшир ғилми-тикше­ренеү институтында эшләй. Ты­рыш­лығы, уңғанлығы уға оло абруй килтерә. Әгәр ҙә Б.И. Рә­ми­ев­тең ғилми командировкалары исемлегенә күҙ һалһаң, иҫә­бенә сығырлыҡ түгел: Венгрия, Болгария, Куба, Франция, Финляндия һ.б. Уны коллегалары “аҡыл үҙәге” тип йөрөтә. Ул СССР-ҙағы тәүге ЭВМ-дарға нигеҙ һалыусы­ларҙың береһе булып иҫәпләнә.
Бәшир Искәндәр улы – СССР Министрҙар Советы премиялары лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙан­ған фән эшмәкәре, атаҡлы конс­труктор һәм уйлап табыусы ла.
Мөхәмәтзакирҙың икенсе улы Йәғәфәр (1893 – 1975) Ырымбур ҡалаһында тыуған. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ математика менән мауыға.
1919 йылда Ҡыҙыл Армияла Муса Мортазин бригадаһына яҙыла, уны ҡоралланыу бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр.
Иң мөһиме – бөтә приискыларын Совет хөкүмәтенә тапшыр­ған атаһына һәм яратҡан ағаһы Искәндәргә эйәреп, Йәғәфәр ҙә яңы власты үҙенеке итеп ҡабул итә. Көнсығыш, Урал фронттарында айырыуса ауыр мәлдәрҙә туранан-тура алыштарҙа ҡатна­ша, шулай уҡ 1920 йылда аҡ поляктар менән йөҙгә-йөҙ килеп һуғыша, ике тапҡыр яралана. Холм эргәһендә һөжүмгә барған саҡта ҡулһыҙ ҡала.
Йәғәфәр Мөхәмәтзакир улы көндәлектәр ҙә яҙып өлгөрә. Унда Муса Мортазиндың образын асыр­лыҡ байтаҡ юлдар осратыр­ға мөмкин. Мин быны раҫлаған документтарҙы Йәғәфәр ағайҙың ҡыҙы Зөбәржәт апайҙа үҙ күҙҙә­рем менән күрҙем һәм өйрәндем. Һәм был яҙмаларҙы мәрхүм Рә­үеф Насировҡа тапшырҙым. Һө­ҙөм­тәлә ул “Әллә яҙмыш, әллә уҙ­мыш. Дәрдмәнд вариҫтары” тигән ҙур тарихи әйбер яҙып, “Ағи­ҙел” журналында баҫтырҙы, һуңынан “Уралым батырҙары” (2007 йыл) тигән китабына индерҙе.
Йәғәфәр Закир улы 1932 йылдан алып 1952 йылға тиклем Поляковкала йәшәй. 1952 йылдың ҡышында ауылына күсеп килә. Ул ҡайҙа ғына эшләһә лә, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, һәр ваҡыт намыҫ менән тоғро хеҙмәт итә, йәне-тә­не менән эшкә сума. 1967 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән наградлана.
Йәғәфәр өс балаға ғүмер бирә. Зөбәржәт ҡыҙы Силәбе педагогия институтын тамамлап, уҡытыусы булып эшләй. Ул ғүмеренең һуң­ғы көндәренә тиклем Сәфәр ауылында йәшәне, минең ут күршем булды. Александр Пушкинды, Михаил Лермонтовты, Сергей Есенинды ныҡ яратып уҡыны. Үҙе уҡый ҙа китаптарын тоттороп сығарыр булды, һуңынан икәүлә­шеп әңгәмәләшер инек. Зөбәржәт апай олатаһының, аталарының документтарын, фоторәсемдәрен үтә лә ҡәҙерләп һаҡланы. Улар тураһында һөйләгәндә күңелендә ауыр хистәр ятҡаны аңлашыла ине.
Бер саҡ олатаһы Дәрдмәндтең шиғри китабын бүләк итте һәм атаһы Йәғәфәр Рәмиевтең көндә­леген, шиғырҙарын күрһәтте. Матур, ынйы кеүек теҙелгән хәреф­тәрҙән торған юлдар. Унда рухи һыҙланыуҙар, әрнеүҙәр, тәрән хис­тәр теҙелеп ята. Тормошҡа үҙенә генә хас булған ҡараш. Йәғәфәр ағайҙың алтын сәнә­ғә­тендә иҫәп-хисап менән булышыуы тамаҡ аҫрау, балаларҙы тәрбиәләү өсөн, ә төп йән бай­лығы, рухи хәстәрлеге шиғриәт була. Күп әҙиптәр әҙәбиәтте үҙҙәрен данлау, шөһрәт ҡаҙаныу сараһы күрһә, Йәғәфәр Мөхәмәт­закир улы өсөн шиғриәт ғәҙәти һулышы, йәшәйеше була.
Зөбәржәт апай Рәис ағай ме­нән үтә татыу йәшәнеләр. Түшәк­тә ятҡан әсәләре Гөлнур апайҙы сабырлыҡ менән оҙаҡ йылдар ҡарап, һуңғы юлға оҙаттылар. Өйҙәрендә һәр саҡ бөхтәлек, яҡтылыҡ, йылылыҡ бөркөлөп торҙо. Бар байлыҡтары китап ине уларҙың.
Татыу ғаиләлә өс малай үҫә. Өлкән улдары ун һигеҙ йәшендә генә ауырып мәрхүм булды. Икен­сеһе Рәшит Сорғот ҡалаһында үҙ магазиндарын булдырып бай­таҡ эшләне, хәҙер хаҡлы ялда.
Өсөнсө улдары Хафиз 1962 йыл­да Мулдаҡай ауылында тыуа. Ул дүртенсе класта саҡта Сәфәр ауылына күсеп киләләр, шунда урта белемгә аттестат ала. Бала саҡтан саңғы ярыштарында, турникта күтәрелеп гел призлы урындар ала. Аяҡтарына 16 кило­г­рам­лыҡ герҙәрҙе бәйләп турникта күтәрелгәнен күреп иҫем-һушым китә торғайны. Көн дә иртүк өс-дүрт саҡрым йүгереп килер йә Рәшит менән икәүләп аймаҡ малайҙарын йыйып волейбол, футбол уйнарҙар ине.
Хафиз армия хеҙмәтен Төньяҡ хәрби флотта үтәй. Хеҙмәттән һуң диңгеҙ эшенә яҡыныраҡ булыу теләге менән Украиналағы Николаевск өлкәһендәге суднолар төҙөү заводына эшкә урынлаша. Бында ла ул спортты ташламай. Үҙен “Динамо” спорт клубына эшкә саҡыралар.
СССР тарҡалғас, нисек йәшәр­гә тип тормай, Ҡытайҙан һәм башҡа илдәрҙән кейем-һалым, төрлө сағыу әйберҙәр ташый. Күңеленә бик үк ятып етмәгән эш менән өс йыл шөғөлләнгәндән һуң Сорғот ҡалаһына, ағаһы Рәшит эргәһенә килә. Бында улар кәңәшләшеп, икеһенә бер иҫке генә йөк машинаһы һатып алалар, шуны йүнәтер өсөн төрлө оҫтаханаларға йөрөткән саҡта Хафиздың күңеленә уй килә: “Әгәр ҙә яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған автомобил­дәрҙе техник яҡтан хеҙмәтлән­дереү станцияһы асһам, нисек булыр икән? Тик ҡайҙан аҡса алырға?” Дуҫтары Вадим Моратшин, Рәил Туҡтубаев, атаһы, әсәһе, ағай-энеләре менән кәңәш­ләшә. Шул ваҡыт әсәһе Зөбәржәт апай: “Һин – кесе улыбыҙ, беҙ олоғайҙыҡ, ҡайт үҙебеҙгә”, – тип өгөтләй. Ата-әсәһенә яҡыныраҡ булыу уйы менән Иҡсанов тыуған яғына юллана.
Дуҫтарының, яҡындарының фатихаһын алған Хафиз Рәис улы күңеленә һалынған орлоҡто үҫтерә һәм өс бүлмәле фатирын һатып, Учалы ҡалаһын­дағы элекке ОРС базаһының аукционға ҡуйылған ремонт-оҫтаханаһы бинаһын һатып ала. Үҙенең хыялын тормошҡа ашырыу өсөн, торлаҡһыҙ ҡалып булһа ла, егет тәүге хәл иткес аҙымды яһай.
Ҡот осҡос хәлдә булған бинаны сүп-сарҙан таҙартыу, емерел­гән ҡапҡаһын, стеналарҙы ремонтлау, иҙәнгә бетон түшәү, тәгәрмәс ремонтлау ҡорамалда­рын, токарь, быраулау станоктарын файҙаланыу кимәленә еткереү һәм башҡа эштәр менән булалар. Йоҡлап йөрөргә бер мөйөшкә койка ла ултыртып ҡуя Хафиз.
1999 йылдың 12 февраленән сафҡа ингән автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү станция­һында унға яҡын кешегә эш урыны булдырыла, ҙур бокста өс тонна ауыр­лыҡты күтәргән Италиянан килтерелгән двигателдәр ҡороу бүлмәһе асыла. Кемдәр генә килмәй унда! Ҡала һәм районда машиналарҙың күбәйеүе эштәрен тағы ла әүҙемләштерә.
Эштең, заказдың ваҡытында үтәлеше етәксенән ғибәрәт. Бының өсөн Хафиз Рәис улы әле Силәбегә, йә Өфөгә, Магнитогор­скиға сығып китә. Тынғыһыҙ тормошо бер мәл уны иҫтән яҙҙыра. Ярай әле ҡатыны Гөлнара белеп ҡалып, “Ашығыс ярҙам” саҡыртып өлгөрә.
– Иҫемә килгәндә, бөтөнләй сит түшәктә ятҡаныма аптыраным, – ти ул. Үҙен дауалаған һәм үлемдән алып ҡалған Олег Ғәйнуллинға, Урал Таиповҡа, ашы­ғыс ярҙам күрһәткән табип­тарға рәхмәт уҡып бөтә алмай.
Тыныс ҡына яйға һалынған эшен дауам иттерәһе ине лә, юҡ, ул тик ята торған кеше түгел. Ауыл­дарҙағы гөрләп торған фер­ма­ларҙың, гараждарҙың емерелеп, ҡорамалдарының урланып бөтөүен күреп, йөрәге әрней. Мәк­тәптә уҡыған сағында атаһына (ул колхозда мал табибы булып эшләне) һәр саҡ ярҙам итте. Өлкән кластарҙа уҡығанында комбайнсы ярҙамсыһы булды.
Сәфәр ауылында гараж һата­лар тигәнде ишетеп, алырға тәүәк­кәллек итә. Хыялы – ошонда йөк машиналарын, тракторҙарҙы ремонтлауҙы ойоштороу. Улай ғына ла түгел, бер яҡ өлөшөндә төҙөлөш өсөн ҡоролма ултыр­тырға... Эш тә башлағайны, тик дауам иттереү өсөн күп күләмдә цемент кәрәк.
“Хафиз, әйт әле, олатайҙарың кеүек әллә бөтәһенә лә ҡул һел­тәп, һин дә ижад эшенә тотона­һыңмы?” тигән һорауыма:
– Минең шиғырҙарым, хикәйә­ләрем – бына ошо эштәрем. Улар – минең шатлығым да, ҡыуаны­сым да, бар булмышым да, – ти йылмайып. Бер аҙ уйланып тор­ған­дан һуң өҫтәй, – өндәшмәҫкә уйлағайным, әйтәм инде. Әлеге көндә мин үҙебеҙҙең ғаилә, тормошом тураһында хәтирәләр яҙам.
Афарин, Хафиз! Өс быуын яҙыусыларҙы күреү бик шәп! Хафиз менән Гөлнара ике бала үҫтерә. Ҡыҙҙары Айгөл иҡтисад белгесенә уҡып йөрөһә, улдары Айгиз – беренсе класта.
Мин был мәҡәләмдә Рәмиев­тәрҙең ҡайһы берҙәренең генә тормошона байҡау яһаным. Улар фәрештә түгел, беҙҙең кеүек ябай кешеләр. Әммә үрнәк, фә­һем, һабаҡ алырлыҡ. Уларға – оло быуын Рәмиевтәргә лә, кесе­ләренә лә – бер кем дә бөтәһен дә әҙерләп килтереп тоттормаған. Бындай тормошто улар үҙҙәренә талапсан һәм егәрле булыуҙары менән яулаған.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 770

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872