Шаулап-гөрләп үткән Әҙәбиәт йылында беҙ күп кенә яңы исемдәр менән таныштыҡ һәм донъяла юғалмаҫ эҙ ҡалдырған яҙыусыларҙы ла иҫкә алдыҡ. Был мәҡәләмдә Дәрдмәндтең – шағир Мөхәмәтзакир Рәмиев – эшен дауам иттереүселәр тураһында яҙмаҡсымын. Мөхәмәтзакир Баймаҡ, Әбйәлил, Үрге Урал яҡтарында алтын табыу, эшкәртеү эшен йәйелдерә. Ул үҙе Стәрлетамаҡ өйәҙе Ергән ауылында тыуған. Атаһы Мөхәмәтсадиҡ Урал тауҙарында алтын эҙләү менән мәшғүл була һәм балаларына белем бирер өсөн күп көс һала.
Мөхәмәтзакир Орск өйәҙендәге Муллаҡай ауылында Ғабдулла хәҙрәт мәҙрәсәһендә, һуңынан Истанбулда хисап ғилемен ала. 1906 йылда Петербургта мосолмандар йәмғиәтенә вәкил булып һайлана. Ошо уҡ йылдың февралендә Ырымбурҙа “Ваҡыт” гәзитен нәшер итә башлай. Дәрдмәндтең ижады ла тап ошо осорҙа асыла. Әммә ул һуңыраҡ (төрлө ғәйептәрҙән аҡланғас) ҡына танылыу таба. Уның шиғырҙары 1959, 1980 йылдарҙа яңынан баҫылып сыға. Урыҫ теленә тәржемә ителгәндәре 1977 йылда “Бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы”на һәм 1987 йылда “Балалар өсөн бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы”на индерелә.
Октябрь революцияһынан һуң ул үҙенең барлыҡ приискыларын Совет хөкүмәтенә тапшыра һәм Ырымбурҙан Орск ҡалаһына ҡайтып ижад эшенә сума, балаларының барыһында ла (уның биш улы, өс ҡыҙы була) үҙ халҡына, теленә, мәҙәниәтенә ысын һөйөү, яңы власҡа тоғролоҡ тойғоһо тәрбиәләй.
Уның Искәндәр менән Ғариф исемле улдары “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен, Санкт-Петербургта гимназия тамамлағас, белемдәрен Германияла дауам итә.
Искәндәр Рәмиев үҙен үтә белемле, талантлы инженер итеп таныта. 1914 – 1938 йылдарҙа алтын приискыларында эшләп, олатаһының, атаһының эшен дауам итә.
Искәндәр Мөхәмәтзакир улы ике тапҡыр репрессияға дусар була. 1929 йылда ҡулға алынып, туғыҙ ай төрмәлә ултырып сыға. Бынан иҫән-һау ҡотолғас, Учалы районының Поляковка приискыһына барып эләгә.
Унда контроль-эҙләнеү лабораторияһы мөдире булып эшләй, алтын йыуыу технологияһына техник яҡтан байтаҡ яңылыҡ индерә.
Уның ойоштороу һәләтен һәм белемен күреп, 1934 йылда Өфөгә “Башкирзолото” тресына контроль-эҙләнеү лабораторияһының мөдире итеп күсерәләр.
1938 йылда уға “халыҡ дошманы” тигән ярлыҡ тағып, тағы ҡулға алалар һәм байтаҡ йылдар уҙғас, 1943 йылдың 3 апрелендә вафат булды, тип хәбәр итәләр.
Искәндәрҙең улы Бәширгә лә (1918 йылда тыуған) күп нужа ҡаласын ашарға тура килә. Көтөлмәгән ғәҙелһеҙлектәр, ҡыйырһытылыуҙар, ситкә тибелеүҙәр уның күңелен, әлбиттә, ныҡ ҡыра, ләкин үҙендә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырлыҡ көс таба.
1948 йылда ул – СССР Фәндәр академияһының энергетика институтында инженер-конструктор, 1949 йылда – машиналар һәм приборҙар эшләү министрлығында төп инженер, бүлек начальнигы һәм башҡалар. 1955 – 1968 йылдарҙа Бәшир ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. Тырышлығы, уңғанлығы уға оло абруй килтерә. Әгәр ҙә Б.И. Рәмиевтең ғилми командировкалары исемлегенә күҙ һалһаң, иҫәбенә сығырлыҡ түгел: Венгрия, Болгария, Куба, Франция, Финляндия һ.б. Уны коллегалары “аҡыл үҙәге” тип йөрөтә. Ул СССР-ҙағы тәүге ЭВМ-дарға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып иҫәпләнә.
Бәшир Искәндәр улы – СССР Министрҙар Советы премиялары лауреаты, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, атаҡлы конструктор һәм уйлап табыусы ла.
Мөхәмәтзакирҙың икенсе улы Йәғәфәр (1893 – 1975) Ырымбур ҡалаһында тыуған. Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ математика менән мауыға.
1919 йылда Ҡыҙыл Армияла Муса Мортазин бригадаһына яҙыла, уны ҡоралланыу бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр.
Иң мөһиме – бөтә приискыларын Совет хөкүмәтенә тапшырған атаһына һәм яратҡан ағаһы Искәндәргә эйәреп, Йәғәфәр ҙә яңы власты үҙенеке итеп ҡабул итә. Көнсығыш, Урал фронттарында айырыуса ауыр мәлдәрҙә туранан-тура алыштарҙа ҡатнаша, шулай уҡ 1920 йылда аҡ поляктар менән йөҙгә-йөҙ килеп һуғыша, ике тапҡыр яралана. Холм эргәһендә һөжүмгә барған саҡта ҡулһыҙ ҡала.
Йәғәфәр Мөхәмәтзакир улы көндәлектәр ҙә яҙып өлгөрә. Унда Муса Мортазиндың образын асырлыҡ байтаҡ юлдар осратырға мөмкин. Мин быны раҫлаған документтарҙы Йәғәфәр ағайҙың ҡыҙы Зөбәржәт апайҙа үҙ күҙҙәрем менән күрҙем һәм өйрәндем. Һәм был яҙмаларҙы мәрхүм Рәүеф Насировҡа тапшырҙым. Һөҙөмтәлә ул “Әллә яҙмыш, әллә уҙмыш. Дәрдмәнд вариҫтары” тигән ҙур тарихи әйбер яҙып, “Ағиҙел” журналында баҫтырҙы, һуңынан “Уралым батырҙары” (2007 йыл) тигән китабына индерҙе.
Йәғәфәр Закир улы 1932 йылдан алып 1952 йылға тиклем Поляковкала йәшәй. 1952 йылдың ҡышында ауылына күсеп килә. Ул ҡайҙа ғына эшләһә лә, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, һәр ваҡыт намыҫ менән тоғро хеҙмәт итә, йәне-тәне менән эшкә сума. 1967 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән наградлана.
Йәғәфәр өс балаға ғүмер бирә. Зөбәржәт ҡыҙы Силәбе педагогия институтын тамамлап, уҡытыусы булып эшләй. Ул ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Сәфәр ауылында йәшәне, минең ут күршем булды. Александр Пушкинды, Михаил Лермонтовты, Сергей Есенинды ныҡ яратып уҡыны. Үҙе уҡый ҙа китаптарын тоттороп сығарыр булды, һуңынан икәүләшеп әңгәмәләшер инек. Зөбәржәт апай олатаһының, аталарының документтарын, фоторәсемдәрен үтә лә ҡәҙерләп һаҡланы. Улар тураһында һөйләгәндә күңелендә ауыр хистәр ятҡаны аңлашыла ине.
Бер саҡ олатаһы Дәрдмәндтең шиғри китабын бүләк итте һәм атаһы Йәғәфәр Рәмиевтең көндәлеген, шиғырҙарын күрһәтте. Матур, ынйы кеүек теҙелгән хәрефтәрҙән торған юлдар. Унда рухи һыҙланыуҙар, әрнеүҙәр, тәрән хистәр теҙелеп ята. Тормошҡа үҙенә генә хас булған ҡараш. Йәғәфәр ағайҙың алтын сәнәғәтендә иҫәп-хисап менән булышыуы тамаҡ аҫрау, балаларҙы тәрбиәләү өсөн, ә төп йән байлығы, рухи хәстәрлеге шиғриәт була. Күп әҙиптәр әҙәбиәтте үҙҙәрен данлау, шөһрәт ҡаҙаныу сараһы күрһә, Йәғәфәр Мөхәмәтзакир улы өсөн шиғриәт ғәҙәти һулышы, йәшәйеше була.
Зөбәржәт апай Рәис ағай менән үтә татыу йәшәнеләр. Түшәктә ятҡан әсәләре Гөлнур апайҙы сабырлыҡ менән оҙаҡ йылдар ҡарап, һуңғы юлға оҙаттылар. Өйҙәрендә һәр саҡ бөхтәлек, яҡтылыҡ, йылылыҡ бөркөлөп торҙо. Бар байлыҡтары китап ине уларҙың.
Татыу ғаиләлә өс малай үҫә. Өлкән улдары ун һигеҙ йәшендә генә ауырып мәрхүм булды. Икенсеһе Рәшит Сорғот ҡалаһында үҙ магазиндарын булдырып байтаҡ эшләне, хәҙер хаҡлы ялда.
Өсөнсө улдары Хафиз 1962 йылда Мулдаҡай ауылында тыуа. Ул дүртенсе класта саҡта Сәфәр ауылына күсеп киләләр, шунда урта белемгә аттестат ала. Бала саҡтан саңғы ярыштарында, турникта күтәрелеп гел призлы урындар ала. Аяҡтарына 16 килограмлыҡ герҙәрҙе бәйләп турникта күтәрелгәнен күреп иҫем-һушым китә торғайны. Көн дә иртүк өс-дүрт саҡрым йүгереп килер йә Рәшит менән икәүләп аймаҡ малайҙарын йыйып волейбол, футбол уйнарҙар ине.
Хафиз армия хеҙмәтен Төньяҡ хәрби флотта үтәй. Хеҙмәттән һуң диңгеҙ эшенә яҡыныраҡ булыу теләге менән Украиналағы Николаевск өлкәһендәге суднолар төҙөү заводына эшкә урынлаша. Бында ла ул спортты ташламай. Үҙен “Динамо” спорт клубына эшкә саҡыралар.
СССР тарҡалғас, нисек йәшәргә тип тормай, Ҡытайҙан һәм башҡа илдәрҙән кейем-һалым, төрлө сағыу әйберҙәр ташый. Күңеленә бик үк ятып етмәгән эш менән өс йыл шөғөлләнгәндән һуң Сорғот ҡалаһына, ағаһы Рәшит эргәһенә килә. Бында улар кәңәшләшеп, икеһенә бер иҫке генә йөк машинаһы һатып алалар, шуны йүнәтер өсөн төрлө оҫтаханаларға йөрөткән саҡта Хафиздың күңеленә уй килә: “Әгәр ҙә яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған автомобилдәрҙе техник яҡтан хеҙмәтләндереү станцияһы асһам, нисек булыр икән? Тик ҡайҙан аҡса алырға?” Дуҫтары Вадим Моратшин, Рәил Туҡтубаев, атаһы, әсәһе, ағай-энеләре менән кәңәшләшә. Шул ваҡыт әсәһе Зөбәржәт апай: “Һин – кесе улыбыҙ, беҙ олоғайҙыҡ, ҡайт үҙебеҙгә”, – тип өгөтләй. Ата-әсәһенә яҡыныраҡ булыу уйы менән Иҡсанов тыуған яғына юллана.
Дуҫтарының, яҡындарының фатихаһын алған Хафиз Рәис улы күңеленә һалынған орлоҡто үҫтерә һәм өс бүлмәле фатирын һатып, Учалы ҡалаһындағы элекке ОРС базаһының аукционға ҡуйылған ремонт-оҫтаханаһы бинаһын һатып ала. Үҙенең хыялын тормошҡа ашырыу өсөн, торлаҡһыҙ ҡалып булһа ла, егет тәүге хәл иткес аҙымды яһай.
Ҡот осҡос хәлдә булған бинаны сүп-сарҙан таҙартыу, емерелгән ҡапҡаһын, стеналарҙы ремонтлау, иҙәнгә бетон түшәү, тәгәрмәс ремонтлау ҡорамалдарын, токарь, быраулау станоктарын файҙаланыу кимәленә еткереү һәм башҡа эштәр менән булалар. Йоҡлап йөрөргә бер мөйөшкә койка ла ултыртып ҡуя Хафиз.
1999 йылдың 12 февраленән сафҡа ингән автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү станцияһында унға яҡын кешегә эш урыны булдырыла, ҙур бокста өс тонна ауырлыҡты күтәргән Италиянан килтерелгән двигателдәр ҡороу бүлмәһе асыла. Кемдәр генә килмәй унда! Ҡала һәм районда машиналарҙың күбәйеүе эштәрен тағы ла әүҙемләштерә.
Эштең, заказдың ваҡытында үтәлеше етәксенән ғибәрәт. Бының өсөн Хафиз Рәис улы әле Силәбегә, йә Өфөгә, Магнитогорскиға сығып китә. Тынғыһыҙ тормошо бер мәл уны иҫтән яҙҙыра. Ярай әле ҡатыны Гөлнара белеп ҡалып, “Ашығыс ярҙам” саҡыртып өлгөрә.
– Иҫемә килгәндә, бөтөнләй сит түшәктә ятҡаныма аптыраным, – ти ул. Үҙен дауалаған һәм үлемдән алып ҡалған Олег Ғәйнуллинға, Урал Таиповҡа, ашығыс ярҙам күрһәткән табиптарға рәхмәт уҡып бөтә алмай.
Тыныс ҡына яйға һалынған эшен дауам иттерәһе ине лә, юҡ, ул тик ята торған кеше түгел. Ауылдарҙағы гөрләп торған фермаларҙың, гараждарҙың емерелеп, ҡорамалдарының урланып бөтөүен күреп, йөрәге әрней. Мәктәптә уҡыған сағында атаһына (ул колхозда мал табибы булып эшләне) һәр саҡ ярҙам итте. Өлкән кластарҙа уҡығанында комбайнсы ярҙамсыһы булды.
Сәфәр ауылында гараж һаталар тигәнде ишетеп, алырға тәүәккәллек итә. Хыялы – ошонда йөк машиналарын, тракторҙарҙы ремонтлауҙы ойоштороу. Улай ғына ла түгел, бер яҡ өлөшөндә төҙөлөш өсөн ҡоролма ултыртырға... Эш тә башлағайны, тик дауам иттереү өсөн күп күләмдә цемент кәрәк.
“Хафиз, әйт әле, олатайҙарың кеүек әллә бөтәһенә лә ҡул һелтәп, һин дә ижад эшенә тотонаһыңмы?” тигән һорауыма:
– Минең шиғырҙарым, хикәйәләрем – бына ошо эштәрем. Улар – минең шатлығым да, ҡыуанысым да, бар булмышым да, – ти йылмайып. Бер аҙ уйланып торғандан һуң өҫтәй, – өндәшмәҫкә уйлағайным, әйтәм инде. Әлеге көндә мин үҙебеҙҙең ғаилә, тормошом тураһында хәтирәләр яҙам.
Афарин, Хафиз! Өс быуын яҙыусыларҙы күреү бик шәп! Хафиз менән Гөлнара ике бала үҫтерә. Ҡыҙҙары Айгөл иҡтисад белгесенә уҡып йөрөһә, улдары Айгиз – беренсе класта.
Мин был мәҡәләмдә Рәмиевтәрҙең ҡайһы берҙәренең генә тормошона байҡау яһаным. Улар фәрештә түгел, беҙҙең кеүек ябай кешеләр. Әммә үрнәк, фәһем, һабаҡ алырлыҡ. Уларға – оло быуын Рәмиевтәргә лә, кеселәренә лә – бер кем дә бөтәһен дә әҙерләп килтереп тоттормаған. Бындай тормошто улар үҙҙәренә талапсан һәм егәрле булыуҙары менән яулаған.