Был уҡыу йортона килеп ингәс тә, их, заманында ошондай мәктәптә белем алһаң ине ул, тиһең. Һис арттырыу, шаштырыу түгел — ысыны шулай. Һине шунда уҡ сихри белем донъяһы сорнап ала, ысҡындырырға теләмәгәндәй, бар уй-зиһенеңде арбай.Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназия-интернаты иң ҙурҙарҙан һәм уңышлы эшләгәндәрҙән һанала. Бөгөн бында 800-ҙән ашыу уҡыусы белем ала, шуларҙың 300-гә яҡыны интернатта йәшәй. Барлығы ун биш райондан, йәнә күрше өлкәләрҙән дә уҡыйҙар. Дөйөм алғанда, балалар өс бинала белем серҙәренә төшөнһә, тағы өсәүһендә йәшәй. Быйылғы уҡыу йылына балалар баҡсаһын да ҡушҡандар. Тимәк, гимназия-интернатта мөғәллимдәр, тәрбиәселәр Ишембай ҡалаһы һәм районынан йәш ярымдан алып 18-гә саҡлы балаға белем, тәрбиә бирә.
— Уҡытыу, тәрбиә эшен иң алдынғы технологиялар буйынса алып барырға тырышабыҙ. Һуңғы ҡаҙаныштарыбыҙға килгәндә, 2014 йылда республиканың иң яҡшы 20 электрон мәктәбе иҫәбенә индек, — ти гимназия директоры Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллин. — Шулай уҡ “Мәғариф” милли проекты буйынса ла еңеүселәрҙең береһе булдыҡ. Сайтыбыҙ ошо уҡ йылда еңеүсе тип билдәләнде. Был йүнәлештә нимәгә иғтибар итәбеҙ: иң тәүҙә дәрестәрҙә электрон техниканы тулыһынса ҡулланабыҙ, һәр кабинетҡа Интернет үткәрелгән, видеопроектор, бөгөнгө заманға ярашлы башҡа техник ҡорамалдар ҡуйылған. Электрон дәрестәр теҙмәһе, көндәлек, ата-әсәләр өсөн электрон журнал — бөтәһен дә әүҙем ҡулланабыҙ. Уҡытыусылар үҙҙәренең сайты аша ла файҙалы мәғлүмәт тарата.
Тағы ла яңы алымдарҙан һауа технологияларын билдәләр инем. Русса әйткәндә, “облачная технология”. Шуны ҡуллана башланыҡ. Нимәнән ғибәрәт бик ҡыҙыҡлы был яңылыҡ? Уҡыусы менән уҡытыусы һауа аша эш алып бара. Йәғни сервер ҡайҙалыр һауала тип әйтәйек, ә уҡыусы менән уҡытыусы шунда кереп, уҡыусының текстарын уҡый, үҙенең эшен ебәрә ала. Был бигерәк тә рус телен өйрәнеү, уҡытыу өсөн уңайлы. Уҡытыусы һәр бала менән шәхсән рәүештә эшләй ала.
Гимназияла өҫтәмә белем биреүгә лә иғтибар ҙур. Мәҫәлән, бөгөн бында 66 (!) түңәрәк эшләй. Интернатта йәшәгән 300 бала бәләкәйерәк бер ауыл халҡы тигән һүҙ бит. Төрлө ҡаланан, ауылдарҙан килгәндәр. Һәр береһенең үҙ холоҡ-фиғеле, шөғөлө, мауығыуы. Уларҙы бер йоҙроҡҡа туплап торорлоҡ тәрбиәүи көс кәрәк. Был иң тәүҙә сабыйға тәбиғәттән һалынған һәләтте асыуҙан ғибәрәт. Егермеләп фән буйынса өҫтәмә дәрестәр үтә. Тағы шуны әйтергә кәрәк: юғары уҡыу йорттарының да түңәрәктәре эшләй. Гимназияла ҡала балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы асылған. Унда фортепьяно, баян, ҡурай, скрипка, вокал серҙәренә өйрәтәләр. Уҡыусыларҙың 10 проценты шунда шөғөлләнә. Уңыштары ла байтаҡ: сәнғәт донъяһына ҡағылышлы төрлө республика сараларында ҡатнашып, еңеп ҡайтыуҙары уларға дәрт, сәм өҫтәй. Спорт буйынса ла секциялар бар: көрәш буйынса өс төркөм ойошторолған, еңел атлетика, саңғы, биатлон менән шөғөлләнәләр. Аҫылғужин исемендәге саңғы турниры үтә. Волейбол, футбол, баскетбол командалары электән көслө һанала.
— Кадрҙарға килгәндә, проблема бар. Мәҫәлән, башҡортса яҡшы белгән башланғыс класс уҡытыусыһы кәрәк, — ти Әлфис Ғаяз улы. — Тағы ла бер нәмә: уҡытыусы бер туҡтауһыҙ эш программаһы төҙөргә, бик күп ҡағыҙ тултырырға тейеш. Был мәсьәлә, ниһайәт, ыңғай хәл ителергә тора — эште бер аҙ еңелләштереү ҡаралды. Дөйөм алғанда, башҡорт мәктәптәрендә уҡытҡан рус теле уҡытыусылары юҡ, математиктар аҙ. Эйе, килеп, уҡытып ҡына ҡайтып китеүселәр барҙыр, ләкин бында күңел саҡырыуы буйынса эшләргә кәрәк.
Тағы бер проблема тел мәсьәләһенә ҡағыла. Беҙҙең башҡорт гимназияларын, лицейҙарын алғанда, һуңғы ваҡытта “техниктар” әҙерләйбеҙ. Былар барыһы ла кәрәк, әлбиттә. Әммә уның икенсе яғы шунда: ғүмер буйы уҡытыусылар, журналистар, яҙыусылар халыҡты, телде һаҡлаусы булды. Бөгөн тағы юристарға мохтажбыҙ. Ләкин беҙ иң аҡыллы егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы инженер, химик итергә тырышабыҙ. Уҡытабыҙ ҙа уларҙы Себергә, заводтарға ебәрәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда күптәрен “юғалтабыҙ”. Улар тыуған мөхиттән айырыла.
Беҙҙең халыҡ ғүмер буйы гуманитар булған. Әҙәбиәтте, мәҙәниәтте йәшәтеү, тарихты белеү халыҡты һаҡлап килде. Был йәһәттән уйланаһы урын күп. Техник хеҙмәткәрҙәргә килгәндә, беҙҙең балалар ифрат аҡыллы ул — тылҡып тороп, етәкләп вуздарға илтмәһәң дә, кәрәген үҙҙәре һайлай, таба, эшләй белә.
Уҙған йыл гимназияла русса һөйләшкән, йәғни туған телен белмәгән башҡорт балаларынан класс ойошторғандар. Шунан һуң 219 ата-әсә ҡатнашлығында (I — IV класс уҡыусыларыныҡы) һорау алыу үткәргәндәр. Был – 80 процент тигән һүҙ. Шуларҙың 213-ө – башҡорт. Күрһәткестәргә ҡарағанда, ата-әсәләрҙең 14 проценты туған телендә һөйләшмәй һәм үҙ-ара аңлашмай. Ғаиләлә балалары менән 49 проценты русса-башҡортса ҡатнаштырып һөйләшәләр. 38 процент бала туған телен аңламай, ә 54 уҡыусы (23 процент) башҡортса аңлай, ләкин һөйләшмәй. Икенсе класта уҡыған бер генә баланың ата-әсәһе башҡортса һөйләшмәй, үҙе иһә фекерен туған телдә аңлата ала. “Гәзит-журнал алдыраһығыҙмы?” тигән һорауға 67 процент “эйе” тип яуап бирә, ҡалғаны “юҡ” ти. Ә 49 ғаиләлә (22 процент) ата-әсәләр башҡортса тапшырыу ҡарамай. “Ни өсөн гимназияға уҡырға килдегеҙ?” тигән һорауға 86 процент уҡыусы “башҡортса белем алыр өсөн” тип яуап биргән. Тимәк, уларҙа туған телдә белем алырға теләк тә, ынтылыш та бар. Ләкин проблема ҡайҙан килә? Әлбиттә, балалар баҡсаһынан.
— Киләһе биш йылда беҙгә киләсәк 400 сабый ҡала баҡсаларында тәрбиәләнеп йөрөй. Үҙебеҙҙең балалар баҡсаһына 90-ы ғына бара ала. Унан йылына 15 бала беҙгә килә тигән һүҙ. Ҡалған 400-ө балалар баҡсаларында русса тәрбиәләнә, — ти Әлфис Ғаяз улы. — Әгәр бөгөн ошо балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асмаһаҡ, туған тел проблемаһын хәл итә алмаясаҡбыҙ. Нимә эшләргә кәрәк һуң? Конституцияға, законға ярашлы, һәр кем туған телдә уҡый, тәрбиәләнә ала. Балалар баҡсаһына ата-әсәләрҙән ғариза яҙҙырғанда “устав, документ менән таныштыҡ” тип ҡултамға ҡуйыуҙарын талап итәбеҙ. Ләкин туған телдә уҡытыу хоҡуғы менән таныштырмайбыҙ. Ошонда ата-әсә ғаризаға “баламды туған телдә тәрбиәләргә теләйем” тип яҙһа, балалар баҡсаһы етәксеһе законды мотлаҡ үтәргә тейеш. Шуға күп нәмә ата-әсәнән тора. Баҡсала башҡорт теле уҡытыуҙың әллә ни мәғәнәһе юҡ, ә тәрбиәләү кәрәк. Башҡортса мөхит булдырылһа, русса уҡытыу ҙа яҡшы. Башҡортостандың бөтә ҡалаларында ла еңел генә итеп башҡорт төркөмдәре асып була, тик теләк кәрәк, сөнки ата-әсә балаһының киләсәк яҙмышын билдәләргә, алдан хәстәрләргә тейеш.
Директор менән йәнле, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды. Һис йәшермәйем, уҡыу йорттары етәкселәренең күбеһе проблемалары тураһында өндәшмәүҙе хуп күрә. Әлфис Ғаяз улы иһә – ысын күңелдән эше өсөн янған етәкселәрҙең береһе. Шуға ла коллективта ижади ҡарашлы уҡытыусылар тупланған. Замандан артта ҡалмайынса, ҡайһы саҡта хатта уҙҙырып та белем бирәләр, иң ҙур маҡсат итеп тәрбиә эшен ҡуйғандар.
“Робот техникаһы” түңәрәген генә алайыҡ. Информатика уҡытыусыһы Ғәзинур Әхмәтйәнов алып бара уны. Бынан ике-өс йыл элек кенә ойошторолоуына ҡарамаҫтан, гимназия командаһы 2015 йылда мәктәп уҡыусылары һәм студенттарының “Роболига” республика олимпиадаһында еңеүсе булған.
Нурия Моратова етәкселек иткән мәктәп телевидениеһы студияһына ла хайран ҡалырлыҡ: уҡыусылар журналист һөнәре серҙәрен өйрәнә, аппаратура менән таныша, үҙҙәре төрлө клип төшөрә, даими рәүештә “Яңылыҡтар”, “Хәйерле иртә, гимназия!” тапшырыуҙары әҙерләнә.
Артур Мөхәмәтйәнов етәкселегендәге “Алтынай” бейеү ансамблен, Гөлсәсәк Сәфәрғолованың “Ҡом анимацияһы”н, Ирек Ғәтиәтуллиндың шашка түңәрәген һәм башҡаларҙы атап үтергә булыр ине. Лилиә Фәйзрахманова етәкселек иткән ЮНЕСКО клубын айырыуса билдәләге килә. Яңы уҡыу йылынан ул “Ассоциацияланған ЮНЕСКО мәктәбе”нә әйләнгән.
— Байтаҡ йылдар ЮНЕСКО проекттары буйынса эшләйбеҙ. Мәләүез ҡалаһында төбәк конференцияһында сертификат алдыҡ. “Торатау — ата-бабаларыбыҙҙың изге тауы” программаһы, барлыҡ экологик, сәләмәт тормошто пропагандалаған, өйрәнгән проекттар буйынса эшләйбеҙ. Республикала, Рәсәйҙә үткән форумдарҙа, фәнни конференцияларҙа ҡатнашабыҙ. Сит ил студенттары ла йыш килә, йәнле аралашыу бара. Мәҫәлән, Һиндостан, Ҡытай, Малайзия, Сингапур, Бразилиянан булдылар. Уҡыусылар ҙа шулай сит телдәрҙә аралаша, тәжрибә туплай, — тип һөйләй Лилиә Фәйзрахманова.
Гимназия-интернатта башҡарылған эштәр, үткәрелгән саралар тураһында бик күп яҙып булыр ине. Юҡҡа ғына директор эшкә ижади ҡараш булыуы хаҡында әйтмәне. Ысын мәғәнәһендә бында тырыш, татыу коллектив тупланған, балаларҙы тәрбиәләүгә етди ҡарайҙар. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ, изге эштәрендә уңыш юлдаш булһын, тибеҙ.