Күңел саҡырыуы буйынса11.03.2016
Күңел саҡырыуы буйынса Был уҡыу йортона килеп ингәс тә, их, заманында ошондай мәктәптә белем алһаң ине ул, тиһең. Һис арттырыу, шаштырыу түгел — ысыны шулай. Һине шунда уҡ сихри белем донъяһы сорнап ала, ысҡындырырға теләмәгәндәй, бар уй-зиһенеңде арбай.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт республика гимназия-интернаты иң ҙурҙарҙан һәм уңышлы эшләгәндәрҙән һанала. Бөгөн бында 800-ҙән ашыу уҡыу­сы белем ала, шуларҙың 300-гә яҡыны интернатта йәшәй. Бар­лығы ун биш райондан, йәнә күрше өлкәләрҙән дә уҡыйҙар. Дөйөм алғанда, балалар өс бинала белем серҙәренә төшөнһә, тағы өсәү­һен­дә йәшәй. Быйылғы уҡыу йылына бала­лар баҡсаһын да ҡушҡандар. Тимәк, гимназия-интернатта мөғәллимдәр, тәр­биәсе­ләр Ишембай ҡалаһы һәм районынан йәш ярымдан алып 18-гә саҡлы балаға белем, тәрбиә бирә.
— Уҡытыу, тәрбиә эшен иң алдынғы технологиялар буйынса алып барырға тырышабыҙ. Һуңғы ҡаҙаныштарыбыҙға килгәндә, 2014 йылда республиканың иң яҡшы 20 электрон мәктәбе иҫәбенә индек, — ти гимназия директоры Әлфис Ғаяз улы Фәйзуллин. — Шулай уҡ “Мәға­риф” милли проекты буйынса ла еңеүселәрҙең береһе булдыҡ. Сайтыбыҙ ошо уҡ йылда еңеүсе тип билдәләнде. Был йүнәлештә нимәгә иғтибар итәбеҙ: иң тәүҙә дәрестәрҙә электрон техниканы тулыһынса ҡуллана­быҙ, һәр ка­бинетҡа Интернет үткәрелгән, видеопроектор, бөгөнгө заманға ярашлы башҡа техник ҡорамал­дар ҡуйылған. Электрон дәрестәр теҙмәһе, көндәлек, ата-әсәләр өсөн электрон журнал — бөтәһен дә әүҙем ҡулланабыҙ. Уҡытыу­сылар үҙҙә­ренең сайты аша ла файҙалы мәғлүмәт тарата.
Күңел саҡырыуы буйынсаТағы ла яңы алымдарҙан һауа технологияларын билдәләр инем. Русса әйт­кәндә, “облачная технология”. Шуны ҡул­лана баш­ланыҡ. Нимәнән ғибәрәт бик ҡыҙыҡлы был яңылыҡ? Уҡыусы менән уҡытыусы һауа аша эш алып бара. Йәғни сервер ҡай­ҙалыр һауала тип әйтәйек, ә уҡыусы менән уҡытыусы шунда кереп, уҡыусының текстарын уҡый, үҙенең эшен ебәрә ала. Был бигерәк тә рус телен өйрә­неү, уҡытыу өсөн уңайлы. Уҡы­тыусы һәр бала менән шәхсән рәүештә эшләй ала.
Гимназияла өҫтәмә белем биреүгә лә иғтибар ҙур. Мәҫәлән, бөгөн бында 66 (!) түңәрәк эшләй. Интернатта йәшәгән 300 бала бәләкәйерәк бер ауыл халҡы тигән һүҙ бит. Төрлө ҡаланан, ауылдарҙан кил­гәндәр. Һәр бере­һенең үҙ холоҡ-фиғеле, шөғөлө, мауығыуы. Уларҙы бер йоҙроҡҡа туплап торорлоҡ тәрбиәүи көс кәрәк. Был иң тәүҙә сабыйға тә­биғәттән һалынған һәләтте асыу­ҙан ғибәрәт. Егермеләп фән буйынса өҫтәмә дәрестәр үтә. Тағы шуны әйтергә кәрәк: юғары уҡыу йорттарының да түңәрәктәре эшләй. Гимназияла ҡала балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы асылған. Унда фортепьяно, баян, ҡурай, скрипка, вокал серҙәренә өйрәтәләр. Уҡыусыларҙың 10 про­центы шунда шөғөл­лә­нә. Уңыштары ла байтаҡ: сәнғәт донъя­һына ҡағылышлы төрлө республика сараларында ҡатна­шып, еңеп ҡайтыуҙары уларға дәрт, сәм өҫтәй. Спорт буйынса ла секциялар бар: көрәш буйынса өс төр­көм ойошторолған, еңел атлетика, саңғы, биатлон менән шөғөлләнәләр. Аҫылғужин исе­мен­дәге саңғы турниры үтә. Волейбол, футбол, баскетбол командалары электән көслө һанала.
— Кадрҙарға килгәндә, проблема бар. Мәҫәлән, башҡортса яҡшы белгән баш­ланғыс класс уҡытыусыһы кәрәк, — ти Әл­фис Ғаяз улы. — Тағы ла бер нәмә: уҡытыусы бер туҡтауһыҙ эш программаһы төҙөргә, бик күп ҡағыҙ тултырырға тейеш. Был мәсьәлә, ниһайәт, ыңғай хәл ите­лергә тора — эште бер аҙ еңел­ләштереү ҡарал­ды. Дөйөм ал­ғанда, башҡорт мәктәптә­рендә уҡытҡан рус теле уҡытыусылары юҡ, математиктар аҙ. Эйе, килеп, уҡытып ҡына ҡайтып китеүселәр барҙыр, ләкин бында күңел саҡы­рыуы буйынса эшләргә кәрәк.
Тағы бер проблема тел мәсьә­ләһенә ҡағыла. Беҙҙең башҡорт гимназияларын, лицейҙарын ал­ғанда, һуңғы ваҡытта “техниктар” әҙерләйбеҙ. Былар барыһы ла кәрәк, әлбиттә. Әммә уның икенсе яғы шунда: ғүмер буйы уҡы­тыу­сылар, журналистар, яҙыусылар халыҡты, телде һаҡ­лаусы булды. Бөгөн тағы юристарға мох­тажбыҙ. Ләкин беҙ иң аҡыллы егет-ҡыҙ­ҙарыбыҙҙы инженер, химик итер­гә тырышабыҙ. Уҡытабыҙ ҙа улар­ҙы Себергә, заводтарға ебәрәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда күп­тәрен “юғалтабыҙ”. Улар тыуған мөхиттән айырыла.
Беҙҙең халыҡ ғүмер буйы гуманитар булған. Әҙәбиәтте, мә­ҙәниәтте йәшәтеү, тарихты белеү халыҡты һаҡлап килде. Был йәһәттән уйланаһы урын күп. Техник хеҙмәткәрҙәргә килгәндә, беҙҙең балалар ифрат аҡыллы ул — тылҡып тороп, етәк­ләп вуз­дарға илтмәһәң дә, кәрәген үҙҙәре һайлай, таба, эшләй белә.
Күңел саҡырыуы буйынса Уҙған йыл гимназияла русса һөйләшкән, йәғни туған телен белмәгән башҡорт балаларынан класс ойошторғандар. Шунан һуң 219 ата-әсә ҡатнашлығында (I — IV класс уҡыусыларыныҡы) һорау алыу үткәргәндәр. Был – 80 про­цент тигән һүҙ. Шуларҙың 213-ө – башҡорт. Күрһәткес­тәргә ҡарағанда, ата-әсәләрҙең 14 проценты туған телендә һөйләшмәй һәм үҙ-ара аңлашмай. Ғаиләлә балалары менән 49 проценты русса-башҡортса ҡатнашты­рып һөйләшәләр. 38 процент бала туған телен аңламай, ә 54 уҡыусы (23 процент) башҡортса аңлай, ләкин һөйләшмәй. Икенсе класта уҡыған бер генә баланың ата-әсәһе башҡортса һөйләшмәй, үҙе иһә фекерен туған телдә аңлата ала. “Гәзит-жур­нал алдыраһығыҙ­мы?” тигән һорауға 67 процент “эйе” тип яуап бирә, ҡалғаны “юҡ” ти. Ә 49 ғаиләлә (22 процент) ата-әсәләр башҡортса тапшырыу ҡарамай. “Ни өсөн гимназияға уҡырға килдегеҙ?” тигән һорауға 86 процент уҡыусы “баш­ҡортса белем алыр өсөн” тип яуап бир­гән. Тимәк, уларҙа туған телдә белем алырға теләк тә, ынтылыш та бар. Ләкин проблема ҡайҙан килә? Әлбиттә, балалар баҡса­һынан.
— Киләһе биш йылда беҙгә киләсәк 400 сабый ҡала баҡса­ларында тәрбиә­ләнеп йөрөй. Үҙебеҙҙең балалар баҡса­һы­на 90-ы ғына бара ала. Унан йылына 15 бала беҙгә килә тигән һүҙ. Ҡал­ған 400-ө балалар баҡсала­рында русса тәрбиәләнә, — ти Әлфис Ғаяз улы. — Әгәр бөгөн ошо балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асмаһаҡ, туған тел проблемаһын хәл итә алмаясаҡбыҙ. Нимә эшләргә кәрәк һуң? Конституцияға, законға ярашлы, һәр кем туған телдә уҡый, тәр­биәләнә ала. Балалар баҡсаһына ата-әсәләрҙән ғариза яҙҙырғанда “устав, документ менән таныштыҡ” тип ҡултамға ҡуйыуҙарын талап итәбеҙ. Ләкин туған телдә уҡытыу хоҡуғы менән таныштырмай­быҙ. Ошонда ата-әсә ғаризаға “баламды туған телдә тәрбиәләргә теләйем” тип яҙһа, балалар баҡсаһы етәксеһе законды мотлаҡ үтәргә тейеш. Шуға күп нәмә ата-әсәнән тора. Баҡсала башҡорт теле уҡытыу­ҙың әллә ни мәғәнәһе юҡ, ә тәр­биәләү кәрәк. Башҡортса мөхит булды­рылһа, русса уҡытыу ҙа яҡшы. Башҡорт­остандың бөтә ҡалаларында ла еңел генә итеп башҡорт төркөмдәре асып була, тик теләк кәрәк, сөнки ата-әсә балаһының киләсәк яҙмышын билдәләргә, алдан хәстәрләргә тейеш.
Директор менән йәнле, асыҡ­тан-асыҡ һөйләшеү булды. Һис йәшермәйем, уҡыу йорттары етәкселәренең күбеһе проблемалары тураһында өндәшмәүҙе хуп күрә. Әлфис Ғаяз улы иһә – ысын күңелдән эше өсөн янған етәкселәрҙең береһе. Шуға ла коллективта ижади ҡарашлы уҡытыусылар тупланған. Замандан артта ҡалмайынса, ҡайһы саҡта хатта уҙҙырып та белем бирәләр, иң ҙур маҡсат итеп тәрбиә эшен ҡуйғандар.
“Робот техникаһы” түңәрәген генә ала­йыҡ. Информатика уҡы­тыусыһы Ғәзинур Әхмәтйәнов алып бара уны. Бынан ике-өс йыл элек кенә ойошторолоуына ҡара­маҫ­тан, гимназия командаһы 2015 йылда мәктәп уҡыусылары һәм студенттарының “Роболига” республика олимпиадаһында еңеүсе булған.
Нурия Моратова етәкселек иткән мәктәп телевидениеһы студияһына ла хайран ҡалырлыҡ: уҡыусылар журналист һөнәре серҙәрен өйрәнә, аппаратура менән таныша, үҙҙәре төрлө клип төшөрә, даими рәүештә “Яңы­лыҡтар”, “Хәйерле иртә, гимназия!” тапшырыуҙары әҙерләнә.
Артур Мөхәмәтйәнов етәксе­легендәге “Алтынай” бейеү ансамблен, Гөлсәсәк Сәфәрғо­лованың “Ҡом анимацияһы”н, Ирек Ғәтиәтуллиндың шашка түңәрәген һәм башҡаларҙы атап үтергә булыр ине. Лилиә Фәй­зрах­манова етәкселек иткән ЮНЕСКО клубын айырыуса билдәләге килә. Яңы уҡыу йылынан ул “Ассоциациялан­ған ЮНЕСКО мәктәбе”нә әйләнгән.
— Байтаҡ йылдар ЮНЕСКО проекттары буйынса эшләйбеҙ. Мәләүез ҡалаһында төбәк кон­ференцияһында сертификат алдыҡ. “Торатау — ата-бабала­рыбыҙҙың изге тауы” програм­маһы, барлыҡ экологик, сәләмәт тормошто пропа­гандалаған, өйрәнгән проекттар буйынса эшләйбеҙ. Республикала, Рәсәйҙә үткән форумдарҙа, фәнни конфе­ренцияларҙа ҡатнашабыҙ. Сит ил студенттары ла йыш килә, йәнле аралашыу бара. Мәҫәлән, Һин­достан, Ҡытай, Малайзия, Сингапур, Бразилиянан булдылар. Уҡыусылар ҙа шулай сит телдәрҙә аралаша, тәж­рибә туп­лай, — тип һөйләй Лилиә Фәйзрах­ма­нова.
Гимназия-интернатта башҡарылған эштәр, үткәрелгән саралар тураһында бик күп яҙып булыр ине. Юҡҡа ғына директор эшкә ижади ҡараш булыуы хаҡында әйт­мәне. Ысын мәғәнә­һендә бында тырыш, татыу коллектив туп­ланған, балаларҙы тәрбиәләүгә етди ҡа­райҙар. Үҙ сираты­быҙ­ҙа беҙ, изге эштә­рендә уңыш юлдаш булһын, тибеҙ.


Вернуться назад