Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ысын әсәй була белде
 Ысын әсәй була белде Баҫалҡы ҡарашлы был ҡатындың нимә кисергәнен, күңелендә ниндәй уйҙар тирбәлгәнен аңлауы еңелдән түгел. Тормош уға һынауҙарҙың төрлөһөн бирә, әммә ул ауырын да, еңелен дә күтәрә. Заманында көндәрен тешен ҡыҫып, уртын ҡымтып үткәргәне лә була, әммә бер ваҡытта ла һынмай, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәй. Бөгөн балалары алдында ҡәҙерле һәм хөрмәтле әсә булып, ейән-ейәнсәрҙәрен тупылдатып һөйөп, бәхетле ҡартлығын кисерә Фәниә Сәйфуллина. Амангилде ауылында тыуып үҫә, күрше Үтәгән ауылы егете Исламға кейәүгә сыға. Хәҙер ул – ошо ауылдың абруйлы ағинәйе, ауылдаштарының ихтирамын яулаған һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.

Әңгәмә барышында ханымдың тормош юлы еңелдән булмағаны төҫмөрләнә. Йәшләй генә әсәһе вафат була, үҙенән кесе туғандарын ҡарау Фәниә елкәһенә төшә. Шуға күрә мәктәпте тамамлағас та, артабан белем алыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, колхозда хеҙмәт юлын башлай. Йәшләй кейәүгә барған Исламы, берҙән-бер улы Хәнифен ҡалдырып, гүргә инә. Ауыл йорт-ҡураһындағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш, донъя мәшәҡәттәре яңғыҙ ҡатын иңенә төшә.
Ишҡол ауылында йәшәгән Рәхимйән Шәһәрғәзиндең ҡатыны вафат булғас, биш балаһы менән ҡала. Бергә йәшәргә, балаларҙы үҫтерергә һүҙ ҡуйышҡас, Фәниә Мөҙәрис ҡыҙы бер генә шарт ҡуя:
– Балалар хаҡына ризамын, бигерәк тә бәләкәс Рәзиләне ныҡ йәлләйем. Әммә ошо нигеҙемдән китергә көс тапмайым, минең донъяма күсеп килһәң, ризамын.
Ул ваҡытта Рәхимйән ағайҙың өлкән ҡыҙы Әҡлимәһе генә кейәүгә сығып, Хәйбулла районында йәшәй. Ҡалған балаларына Фәниә Сәйфуллина ысын мәғәнәһендә әсәй була. Ысын тип әйтеүем буштан түгел, барыһын да үҙ балаһылай күреп, яратып баға, ихлас тәрбиәләй. Ире көнө-төнө колхоз эшенән бушамай, балаларҙы ҡарау, йорт мәшәҡәттәре йәнә Фәниәнең иңенә төшә. Ике ата балалары бер-береһе менән тиҙ дуҫлаша. Рәзилә ҙурайғас ҡына уның үҙ әсәһе түгеллеген белә, әммә барыбер ҡәҙерле кешеһенә ҡарата һөйөүе кәмемәй.
– Бөтә балаларыбыҙҙы ла уҡытып, башлы-күҙле иттек. Аталары вафат булғас та, мине сит кеше тип ҡараманылар. Киреһенсә, нығыраҡ тартылып, һәр ял һайын күмәкләшеп килеп ярҙам итәләр. Рәзиләбеҙҙең туйын бергәләшеп үткәрҙек, атайҙары ғына күрә алманы. Һәр балам да яҡын, ҡәҙерле, һәр ҡайһыһын тигеҙ яратам. Йәйге миҙгелдә өй эсе ейән-ейәнсәрҙәрем менән тулып, балҡып тора. Заһир, Сабир, Илдар һәм Хәниф улдарымдың кәләштәре үҙ ҡыҙҙарым кеүек, барыһы ла ифрат егәрле. Килһәләр: “Ҡәйнәм, нимә эшләйек?” – тип торалар. Улдарымдың барыһы ла хеҙмәт рәтен белә, ҡулдарына балта, салғы алһалар ҙа, бынамын итеп эшләйҙәр. Бәхетле генә булһын балаҡайҙарым, – тип һәр береһе хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте Фәниә Сәйфуллина.
Ысынлап та, бәхетле әсәй ул. Балаларынан бер ауыр һүҙ ишетмәй, ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер итә бөгөн. Юҡҡа ғына, тапҡан түгел, баҡҡан әсә, тимәгәндәрҙер. Әйткәндәй, Фәниә Мөҙәрис ҡыҙы үҙ әсәһе урынына килгән Сәбилә апаһы олоғайғас үҙе үк уны тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата.
Ҡошсоҡтарын осороп, ҡанаттарын нығытҡан инә ҡошҡа оҡшатып та ҡуйҙым мин оло йөрәкле ҡатынды. Яңғыҙы донъя көтөүенә ҡарамаҫтан, күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай Фәниә Сәйфуллина. Буш ваҡытында үҙенең тәүге эш хаҡына алған теген машинаһында кейем тегә, кәрәк-яраҡ йүнәтә. Талғын көйөнә йәшлек йырҙарын көйләгән ҡатынға ҡарап, бәхет барлығына, изгелеккә ышанмау мөмкин түгел!



Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә