Баҫалҡы ҡарашлы был ҡатындың нимә кисергәнен, күңелендә ниндәй уйҙар тирбәлгәнен аңлауы еңелдән түгел. Тормош уға һынауҙарҙың төрлөһөн бирә, әммә ул ауырын да, еңелен дә күтәрә. Заманында көндәрен тешен ҡыҫып, уртын ҡымтып үткәргәне лә була, әммә бер ваҡытта ла һынмай, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәй. Бөгөн балалары алдында ҡәҙерле һәм хөрмәтле әсә булып, ейән-ейәнсәрҙәрен тупылдатып һөйөп, бәхетле ҡартлығын кисерә Фәниә Сәйфуллина. Амангилде ауылында тыуып үҫә, күрше Үтәгән ауылы егете Исламға кейәүгә сыға. Хәҙер ул – ошо ауылдың абруйлы ағинәйе, ауылдаштарының ихтирамын яулаған һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.Әңгәмә барышында ханымдың тормош юлы еңелдән булмағаны төҫмөрләнә. Йәшләй генә әсәһе вафат була, үҙенән кесе туғандарын ҡарау Фәниә елкәһенә төшә. Шуға күрә мәктәпте тамамлағас та, артабан белем алыу мөмкинлеге булмағанлыҡтан, колхозда хеҙмәт юлын башлай. Йәшләй кейәүгә барған Исламы, берҙән-бер улы Хәнифен ҡалдырып, гүргә инә. Ауыл йорт-ҡураһындағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эш, донъя мәшәҡәттәре яңғыҙ ҡатын иңенә төшә.
Ишҡол ауылында йәшәгән Рәхимйән Шәһәрғәзиндең ҡатыны вафат булғас, биш балаһы менән ҡала. Бергә йәшәргә, балаларҙы үҫтерергә һүҙ ҡуйышҡас, Фәниә Мөҙәрис ҡыҙы бер генә шарт ҡуя:
– Балалар хаҡына ризамын, бигерәк тә бәләкәс Рәзиләне ныҡ йәлләйем. Әммә ошо нигеҙемдән китергә көс тапмайым, минең донъяма күсеп килһәң, ризамын.
Ул ваҡытта Рәхимйән ағайҙың өлкән ҡыҙы Әҡлимәһе генә кейәүгә сығып, Хәйбулла районында йәшәй. Ҡалған балаларына Фәниә Сәйфуллина ысын мәғәнәһендә әсәй була. Ысын тип әйтеүем буштан түгел, барыһын да үҙ балаһылай күреп, яратып баға, ихлас тәрбиәләй. Ире көнө-төнө колхоз эшенән бушамай, балаларҙы ҡарау, йорт мәшәҡәттәре йәнә Фәниәнең иңенә төшә. Ике ата балалары бер-береһе менән тиҙ дуҫлаша. Рәзилә ҙурайғас ҡына уның үҙ әсәһе түгеллеген белә, әммә барыбер ҡәҙерле кешеһенә ҡарата һөйөүе кәмемәй.
– Бөтә балаларыбыҙҙы ла уҡытып, башлы-күҙле иттек. Аталары вафат булғас та, мине сит кеше тип ҡараманылар. Киреһенсә, нығыраҡ тартылып, һәр ял һайын күмәкләшеп килеп ярҙам итәләр. Рәзиләбеҙҙең туйын бергәләшеп үткәрҙек, атайҙары ғына күрә алманы. Һәр балам да яҡын, ҡәҙерле, һәр ҡайһыһын тигеҙ яратам. Йәйге миҙгелдә өй эсе ейән-ейәнсәрҙәрем менән тулып, балҡып тора. Заһир, Сабир, Илдар һәм Хәниф улдарымдың кәләштәре үҙ ҡыҙҙарым кеүек, барыһы ла ифрат егәрле. Килһәләр: “Ҡәйнәм, нимә эшләйек?” – тип торалар. Улдарымдың барыһы ла хеҙмәт рәтен белә, ҡулдарына балта, салғы алһалар ҙа, бынамын итеп эшләйҙәр. Бәхетле генә булһын балаҡайҙарым, – тип һәр береһе хаҡында йылы һүҙҙәр әйтте Фәниә Сәйфуллина.
Ысынлап та, бәхетле әсәй ул. Балаларынан бер ауыр һүҙ ишетмәй, ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер итә бөгөн. Юҡҡа ғына, тапҡан түгел, баҡҡан әсә, тимәгәндәрҙер. Әйткәндәй, Фәниә Мөҙәрис ҡыҙы үҙ әсәһе урынына килгән Сәбилә апаһы олоғайғас үҙе үк уны тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙата.
Ҡошсоҡтарын осороп, ҡанаттарын нығытҡан инә ҡошҡа оҡшатып та ҡуйҙым мин оло йөрәкле ҡатынды. Яңғыҙы донъя көтөүенә ҡарамаҫтан, күпләп мал тота, ҡош-ҡорт аҫрай Фәниә Сәйфуллина. Буш ваҡытында үҙенең тәүге эш хаҡына алған теген машинаһында кейем тегә, кәрәк-яраҡ йүнәтә. Талғын көйөнә йәшлек йырҙарын көйләгән ҡатынға ҡарап, бәхет барлығына, изгелеккә ышанмау мөмкин түгел!