Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тимер бөгә көслө ҡулдар
 Тимер бөгә  көслө ҡулдар Алмалы ауылы ни бары биш тиҫтәнән ашыу йорттан тора, кеше һаны йөҙгә лә етмәй. Урбанизация һөҙөмтәһе түгел был, ауыл элек-электән ыҡсым. Шуға ҡарамаҫтан, унда үҙәк һыу үткәргес бар, газ яғалар. Иң мөһиме — ауылдың киләсәген төҫмөрләрлек йәш ғаиләләр ең һыҙғанып донъя көтә.
Венера менән Камил Хөснөтдиновтар — быға асыҡ дәлил. Ғаиләлә Рәил, Эмиль, Илнур һәм Нурислам исемле дүрт малай үҫә, тау хәтле күркәм йорт һалып сыҡҡандар, икмәк кенә түгел, ҡалас өҫтөнә май ҙа яғырлыҡ шөғөлдәре бар. Артабан һүҙ нәҡ шул шөғөл хаҡында.
Кемдер тимер ҡапҡа ҡуйырға булһа, икенсе берәү уларҙы яһарға тейештер бит. Камилдың эшмәкәрлеге нәҡ шул өлкәгә бәйле. Алмалынан 10 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Петровский ауылында тимерлек тота. Әйткәндәй, малайҙарҙың өлкәненән башҡа (Рәил – Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы) барыһы ла шул Петровскийҙа уҡый, балалар баҡсаһына йөрөй, Венера ла хеҙмәт урынын шунда тапҡан.
Камил цехында төрлө һауыттар, ҡойма-ҡапҡалар, тимерҙе иретеп йәбештереп, бөгөп, бүтән продукция етештерә. Үҙенән башҡа йәнә алты егетте эш урыны менән тәьмин иткән. Улар — тимерселәр, иретеп йәбеш­тереүселәр һәм водитель. Быныһы иһә иғтибарға ғына түгел, ихтирамға ла лайыҡ.
Әлбиттә, ҡапҡа яһап ҡына ҡалмай егеттәр, хужа һораһа, алып барып ҡуйып та бирәләр. Иң мөһиме — эшһеҙ ултырмайҙар, хатта ҡыш көндәрендә лә буш ваҡыттары юҡ.
Әйткәс әйтәйек инде: Камил башлыса Петровский һәм уға яҡын ауылдар халҡы менән генә эшләй, юҡ-юҡта “бюджет заказдары” ла килеп сыға.
— Заказ юллап райондан ситкә сығыу түгел, яҡташ­тарҙың ихтыяжын саҡ ҡәнәғәтләндереп өлгөрәбеҙ, — ти ул. – Эштең күплегенән тыш, тирә-яғыбыҙҙың матурланыуына, кешеләрҙең бөхтә йәшәргә ынтылыуына шатланам, — тип тә өҫтәй.
Эйе, тыуған яғы өсөн янып йәшәгән егеттәрҙең береһе Камил улдарын да шул юҫыҡта тәрбиәләй. Ә тыуған ауылының зыяратын кәртәләүҙе үҙенә бурыс итеп алыуы уның рухи үҫеше хаҡында һөйләй.
Бизнесҡа осраҡлы килмәй Камил. Мәктәптән һуң токарь һөнәрен үҙләштерә, әрмегә тиклем колхозда эшләй. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетына юғары белем алырға йүнәлә.
Ситтән тороп икенсе курста ғына уҡып йөрөгән егетте хужалыҡҡа баш агроном итеп тәғәйенләйҙәр. Бер нисә йыл тәжрибә туплағас, ул утыҙ саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ятҡан икенсе агропредприятиеға эшкә күсә, артабан райондың баш инженеры вазифаһын башҡара.
Хеҙмәттәге үҫеш юлының иң аҫҡы баҫҡысынан башлап шулай тәжрибә туплай Алмалы егете. Ә бер саҡ “үҙ эшемде асам” тигән ҡарарға килә. Шулай итеп, тыуған яғында бизнесҡа тотона. Ҡасандыр алған токарь һөнәренә таяна ул был мәлдә. Башта цехты ҡуртымға ала, үҙе иретеп йәбештереүсе, үҙе тимерсе-токарь була. Иҫәп-хисап буйынса ҡатыны ярҙам итә.
– Бер саҡта ла һайлаған һөнәргә үкенергә ярамай. Башҡа өлкәлә эшләһәң дә, уның ҡасан да һәм ҡайҙа ла булһа файҙаһы тейеүе ихтимал, — ти йүнсел. – Мәҫәлән, агроном, инженер булып эшләгәндә, токарь һөнәренә кире ҡайтырмын, тип һис тә уйламағайным, әле агрономлыҡтан да баш тарттым тимәйем. Бәлки, фермерлыҡ тармағы буйынса ла эш ҡуҙғатырмын.
…Биш йыл булып килә йүнселдең ҡапҡа эшләй башлауына. Әле ныҡлап аяҡҡа баҫҡан мәле, ә бит ҡасандыр ауырлыҡтар ҙа кисерә эшҡыуар: материалдар менән дә ҡытлыҡ булып ала, цехында янғын сыға. Әммә бирешмәгән егет, тырышҡан. Шалҡандай дүрт малайына, ҡатынына, ата-әсәһенә терәк булыр өсөн, шул уҡ ваҡытта үҙен булдыҡлы итеп иҫбатлар өсөндөр ҙә, моғайын. Эйе, ныҡыштар ғына шулай эшҡыуарлыҡ дилбегәһен ҡулдан ысҡындырмай.




Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә