Алмалы ауылы ни бары биш тиҫтәнән ашыу йорттан тора, кеше һаны йөҙгә лә етмәй. Урбанизация һөҙөмтәһе түгел был, ауыл элек-электән ыҡсым. Шуға ҡарамаҫтан, унда үҙәк һыу үткәргес бар, газ яғалар. Иң мөһиме — ауылдың киләсәген төҫмөрләрлек йәш ғаиләләр ең һыҙғанып донъя көтә.Венера менән Камил Хөснөтдиновтар — быға асыҡ дәлил. Ғаиләлә Рәил, Эмиль, Илнур һәм Нурислам исемле дүрт малай үҫә, тау хәтле күркәм йорт һалып сыҡҡандар, икмәк кенә түгел, ҡалас өҫтөнә май ҙа яғырлыҡ шөғөлдәре бар. Артабан һүҙ нәҡ шул шөғөл хаҡында.
Кемдер тимер ҡапҡа ҡуйырға булһа, икенсе берәү уларҙы яһарға тейештер бит. Камилдың эшмәкәрлеге нәҡ шул өлкәгә бәйле. Алмалынан 10 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Петровский ауылында тимерлек тота. Әйткәндәй, малайҙарҙың өлкәненән башҡа (Рәил – Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт лицей-интернаты уҡыусыһы) барыһы ла шул Петровскийҙа уҡый, балалар баҡсаһына йөрөй, Венера ла хеҙмәт урынын шунда тапҡан.
Камил цехында төрлө һауыттар, ҡойма-ҡапҡалар, тимерҙе иретеп йәбештереп, бөгөп, бүтән продукция етештерә. Үҙенән башҡа йәнә алты егетте эш урыны менән тәьмин иткән. Улар — тимерселәр, иретеп йәбештереүселәр һәм водитель. Быныһы иһә иғтибарға ғына түгел, ихтирамға ла лайыҡ.
Әлбиттә, ҡапҡа яһап ҡына ҡалмай егеттәр, хужа һораһа, алып барып ҡуйып та бирәләр. Иң мөһиме — эшһеҙ ултырмайҙар, хатта ҡыш көндәрендә лә буш ваҡыттары юҡ.
Әйткәс әйтәйек инде: Камил башлыса Петровский һәм уға яҡын ауылдар халҡы менән генә эшләй, юҡ-юҡта “бюджет заказдары” ла килеп сыға.
— Заказ юллап райондан ситкә сығыу түгел, яҡташтарҙың ихтыяжын саҡ ҡәнәғәтләндереп өлгөрәбеҙ, — ти ул. – Эштең күплегенән тыш, тирә-яғыбыҙҙың матурланыуына, кешеләрҙең бөхтә йәшәргә ынтылыуына шатланам, — тип тә өҫтәй.
Эйе, тыуған яғы өсөн янып йәшәгән егеттәрҙең береһе Камил улдарын да шул юҫыҡта тәрбиәләй. Ә тыуған ауылының зыяратын кәртәләүҙе үҙенә бурыс итеп алыуы уның рухи үҫеше хаҡында һөйләй.
Бизнесҡа осраҡлы килмәй Камил. Мәктәптән һуң токарь һөнәрен үҙләштерә, әрмегә тиклем колхозда эшләй. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетына юғары белем алырға йүнәлә.
Ситтән тороп икенсе курста ғына уҡып йөрөгән егетте хужалыҡҡа баш агроном итеп тәғәйенләйҙәр. Бер нисә йыл тәжрибә туплағас, ул утыҙ саҡрым тирәһе алыҫлыҡта ятҡан икенсе агропредприятиеға эшкә күсә, артабан райондың баш инженеры вазифаһын башҡара.
Хеҙмәттәге үҫеш юлының иң аҫҡы баҫҡысынан башлап шулай тәжрибә туплай Алмалы егете. Ә бер саҡ “үҙ эшемде асам” тигән ҡарарға килә. Шулай итеп, тыуған яғында бизнесҡа тотона. Ҡасандыр алған токарь һөнәренә таяна ул был мәлдә. Башта цехты ҡуртымға ала, үҙе иретеп йәбештереүсе, үҙе тимерсе-токарь була. Иҫәп-хисап буйынса ҡатыны ярҙам итә.
– Бер саҡта ла һайлаған һөнәргә үкенергә ярамай. Башҡа өлкәлә эшләһәң дә, уның ҡасан да һәм ҡайҙа ла булһа файҙаһы тейеүе ихтимал, — ти йүнсел. – Мәҫәлән, агроном, инженер булып эшләгәндә, токарь һөнәренә кире ҡайтырмын, тип һис тә уйламағайным, әле агрономлыҡтан да баш тарттым тимәйем. Бәлки, фермерлыҡ тармағы буйынса ла эш ҡуҙғатырмын.
…Биш йыл булып килә йүнселдең ҡапҡа эшләй башлауына. Әле ныҡлап аяҡҡа баҫҡан мәле, ә бит ҡасандыр ауырлыҡтар ҙа кисерә эшҡыуар: материалдар менән дә ҡытлыҡ булып ала, цехында янғын сыға. Әммә бирешмәгән егет, тырышҡан. Шалҡандай дүрт малайына, ҡатынына, ата-әсәһенә терәк булыр өсөн, шул уҡ ваҡытта үҙен булдыҡлы итеп иҫбатлар өсөндөр ҙә, моғайын. Эйе, ныҡыштар ғына шулай эшҡыуарлыҡ дилбегәһен ҡулдан ысҡындырмай.