Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Эй, туған тел, һиндә булған иң элек ҡылған доғам...”
21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Төбәгебеҙҙә ул һәр саҡ милләттәрҙең дуҫлығын, татыу йәшәүен, рухи ҡиммәттәрен һаҡларға ынтылыуын күрһәткән саралар менән үтә. Мәғлүм булыуынса, Исламда ла туған тел юғары урынға ҡуйылған. “Рухи ҡиммәтебеҙгә иғтибар бар икән, милләт тә йәшәйәсәк” тигән хәҡиҡәтте алға һөрә динебеҙ.

“Мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән яралттым”, тиелгән изге “Ҡөрьән Кә­рим”дә. Быны бөгөн генетика ғилеме менән шөғөлләнгән ғалимдар ҙа раҫ­лай. Шулай булғас, барыбыҙ ҙа бер телдә һөйләшергә тейеш инек, ләкин аяттың дауамында “Мин һеҙҙе төрлө ҡәүем итеп яралттым” тигән һүҙҙәр бар. Тимәк, был бүленеш – Аллаһ Тә­ғәләнең хикмәте, Хоҙайҙың бар­лығына һәм берлегенә дәлил.
Раббыбыҙ тарафынан барлыҡҡа кил­терелгән хазинаны – милләте­беҙ­ҙе, уның үҙенсәлектәрен – һаҡларға бу­рыслыбыҙ. Шул тиклем бөйөк тө­шөн­сә ул туған тел. Эсендә күпме из­ге фекер, фәлсәфә, хикмәт! Ошо туған телебеҙҙә нисәмә әкиәт, әйтем, ҡоба­йыр һәм башҡа ҡомартҡылар ижад ител­гән! Улар әле лә яҙылыуын дауам итә.
Аллаһ Тәғәлә милләттәрҙе бер-бе­реһе менән танышһын, төрлө тел өй­рәнһен, ғилем уртаҡлашһын өсөн яралтҡандыр. Борон да тәржемәселәр иң кәрәкле һөнәр эйәләре булып иҫәпләнгән бит. Бер-береңдән өйрә­неп, ғилемде арттырыу тормошҡа ҙур бәрәкәт бирә. Күпме тел белһәң, донъяға ҡараш та шул ҡәҙәр киң була. Ләкин әҙәм балаһы иң тәүҙә үҙенең туған телен – Аллаһ бүләгенең үҙен­сәлектәрен – яҡшы өйрәнергә тейеш. Шул саҡта ғына башҡа ғилемдәргә юл асылыр.
Әйткәндәй, Аллаһ Тәғәләне лә һәр халыҡ үҙ һүҙе менән бөйөкләй. Был, һис шикһеҙ, телдәрҙең байлығын, киң­леген, тәрән тамырлы булыуын күр­һәтә. Мәғлүм ки, Ғабдулла Туҡай­ҙың бер шиғырында:
“Эй, туған тел, һиндә булған
Иң элек ҡылған доғам...” –
тигән һүҙ­ҙәр бар. Ысынлап та, Аллаһ Тә­ғә­лә­гә өндәшкәндә күңелдәге теләкте үҙе­беҙсә, туған телебеҙ аша еткерәбеҙ бит.
“Мосолмандың сифаты шул: әй­тер­гә теләгәнен күркәм итеп еткерер, шулай уҡ матур итеп тыңлай белер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ҡөрьәндә лә был йә­һәттән аяттар бар. Ошонан сығып ҡа­рағанда, һүҙҙең, тимәк, телебеҙҙең нин­дәй ҙур көскә эйә икәнлегенә йәнә бер инанабыҙ. Уларҙың тормошта, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Пәйғәм­бәребеҙҙең “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар кил­термәҫ” тигән һүҙҙәрендә лә бөйөк аҡыл ята.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһының телен төпкәрәк ҡуйған. Һөҙөмтәлә кеше ниндәйҙер һүҙҙе әйтер өсөн тәүҙә иренен, унан тештәрен ҡыбырҙатырға тейеш. Шунан ғына тел хәрәкәткә килеп, һүҙ сыға. Әгәр ҙә ки киреһенсә бул­һа, кешелек донъяһы бихисап болғанышҡа дусар булыр ине. Телең төптәрәк тора, тимәк, уйламайынса әйтелгән һүҙҙәрҙән һаҡ булыу зарур. Һәр саҡ аҡыл алдан йөрөргә тейеш. Аллаһ Тәғәләнең ошо хикмәте теүәл үтәлһә, һис шикһеҙ, донъябыҙ яҡтыраҡ булыр.
Туған телебеҙҙә әйтелгән “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы”, “Тура әйткән – туға­нына ярамаған”, “Йылы һөйләшһәң, йылан өңөнән сығыр, ҡаты әйтһәң, ҡатының ҡуйыныңдан ҡасыр”, “Ағас башын – ел, әҙәм башын һүҙ бора” һәм башҡа мәҡәл-әйтемдәр ҙә тор­мошобоҙҙа үҙ урынын юғалтмаҫҡа тейештер. Берләштерер, дуҫлашты­рыр, һөйҙөрөр, ғөмүмән, донъябыҙға нур өҫтәр туған телебеҙҙең ҡәҙере артҡандан-артһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә