“Эй, туған тел, һиндә булған иң элек ҡылған доғам...”19.02.2016
21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Төбәгебеҙҙә ул һәр саҡ милләттәрҙең дуҫлығын, татыу йәшәүен, рухи ҡиммәттәрен һаҡларға ынтылыуын күрһәткән саралар менән үтә. Мәғлүм булыуынса, Исламда ла туған тел юғары урынға ҡуйылған. “Рухи ҡиммәтебеҙгә иғтибар бар икән, милләт тә йәшәйәсәк” тигән хәҡиҡәтте алға һөрә динебеҙ.
“Мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән яралттым”, тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Быны бөгөн генетика ғилеме менән шөғөлләнгән ғалимдар ҙа раҫлай. Шулай булғас, барыбыҙ ҙа бер телдә һөйләшергә тейеш инек, ләкин аяттың дауамында “Мин һеҙҙе төрлө ҡәүем итеп яралттым” тигән һүҙҙәр бар. Тимәк, был бүленеш – Аллаһ Тәғәләнең хикмәте, Хоҙайҙың барлығына һәм берлегенә дәлил.
Раббыбыҙ тарафынан барлыҡҡа килтерелгән хазинаны – милләтебеҙҙе, уның үҙенсәлектәрен – һаҡларға бурыслыбыҙ. Шул тиклем бөйөк төшөнсә ул туған тел. Эсендә күпме изге фекер, фәлсәфә, хикмәт! Ошо туған телебеҙҙә нисәмә әкиәт, әйтем, ҡобайыр һәм башҡа ҡомартҡылар ижад ителгән! Улар әле лә яҙылыуын дауам итә.
Аллаһ Тәғәлә милләттәрҙе бер-береһе менән танышһын, төрлө тел өйрәнһен, ғилем уртаҡлашһын өсөн яралтҡандыр. Борон да тәржемәселәр иң кәрәкле һөнәр эйәләре булып иҫәпләнгән бит. Бер-береңдән өйрәнеп, ғилемде арттырыу тормошҡа ҙур бәрәкәт бирә. Күпме тел белһәң, донъяға ҡараш та шул ҡәҙәр киң була. Ләкин әҙәм балаһы иң тәүҙә үҙенең туған телен – Аллаһ бүләгенең үҙенсәлектәрен – яҡшы өйрәнергә тейеш. Шул саҡта ғына башҡа ғилемдәргә юл асылыр.
Әйткәндәй, Аллаһ Тәғәләне лә һәр халыҡ үҙ һүҙе менән бөйөкләй. Был, һис шикһеҙ, телдәрҙең байлығын, киңлеген, тәрән тамырлы булыуын күрһәтә. Мәғлүм ки, Ғабдулла Туҡайҙың бер шиғырында:
“Эй, туған тел, һиндә булған
Иң элек ҡылған доғам...” –
тигән һүҙҙәр бар. Ысынлап та, Аллаһ Тәғәләгә өндәшкәндә күңелдәге теләкте үҙебеҙсә, туған телебеҙ аша еткерәбеҙ бит.
“Мосолмандың сифаты шул: әйтергә теләгәнен күркәм итеп еткерер, шулай уҡ матур итеп тыңлай белер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ҡөрьәндә лә был йәһәттән аяттар бар. Ошонан сығып ҡарағанда, һүҙҙең, тимәк, телебеҙҙең ниндәй ҙур көскә эйә икәнлегенә йәнә бер инанабыҙ. Уларҙың тормошта, башҡалар менән мөнәсәбәт ҡороуҙа әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Пәйғәмбәребеҙҙең “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар килтермәҫ” тигән һүҙҙәрендә лә бөйөк аҡыл ята.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһының телен төпкәрәк ҡуйған. Һөҙөмтәлә кеше ниндәйҙер һүҙҙе әйтер өсөн тәүҙә иренен, унан тештәрен ҡыбырҙатырға тейеш. Шунан ғына тел хәрәкәткә килеп, һүҙ сыға. Әгәр ҙә ки киреһенсә булһа, кешелек донъяһы бихисап болғанышҡа дусар булыр ине. Телең төптәрәк тора, тимәк, уйламайынса әйтелгән һүҙҙәрҙән һаҡ булыу зарур. Һәр саҡ аҡыл алдан йөрөргә тейеш. Аллаһ Тәғәләнең ошо хикмәте теүәл үтәлһә, һис шикһеҙ, донъябыҙ яҡтыраҡ булыр.
Туған телебеҙҙә әйтелгән “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы”, “Тура әйткән – туғанына ярамаған”, “Йылы һөйләшһәң, йылан өңөнән сығыр, ҡаты әйтһәң, ҡатының ҡуйыныңдан ҡасыр”, “Ағас башын – ел, әҙәм башын һүҙ бора” һәм башҡа мәҡәл-әйтемдәр ҙә тормошобоҙҙа үҙ урынын юғалтмаҫҡа тейештер. Берләштерер, дуҫлаштырыр, һөйҙөрөр, ғөмүмән, донъябыҙға нур өҫтәр туған телебеҙҙең ҡәҙере артҡандан-артһын.