Байтаҡҡа артта ҡалған көҙ һаман електе туңдырған һымаҡ. Ҡарһыҙ ҡара һыуығы тамам үҙәккә үтте бит. Аҡъюлай тип атап йөрөтөлгән декабрҙә лә күктең, ябалаҡ ҡарҙар елберләтеү урынына, рашҡы менән шәмәреп тороуы ла ҡышты ҡыш итмәне инде. Ә ғинуар, һыуығай, хаттин ашыуҙан да үткәреп ебәрҙе. Шығырлап торған, шәкәрҙәй аҡ ҡар ятыр саҡта тубыҡ тиңе бысраҡ бутҡаға батып, ҡыш уртаһында донъяның һәммә хәшәрәттәрен мәлһеҙ иретеп ағыҙған һыуҙы кисеп йөрө әле! Ваҡыттың самаһын, ғүмерҙең үлсәмен белгән ололар, ошо хәлдәрҙе күреп, “йыл йылға оҡшамай шул, туғандар”, тип үҙҙәрен нимә өсөндөр ғәйепле һанағандай һығымта яһаһа ла, был күңелде күтәрмәй. Әллә тәбиғәттең холҡон тәртиптә тоторлоҡ механизмдар көйһөҙләнде, әллә күҙ алдынан үтеүсе хәлдәр әҙәми заттарҙың холоҡ-фиғеленә яуап бирмәй… Күҙебеҙ тоноп, зиһенебеҙ зәғифләнеп, күңелебеҙ ҡатып, бәлки, һүҙһеҙ генә әйтелгән теләк-әмерҙәрҙе ишетеү ҡеүәһенән яҙғанбыҙҙыр? Бер тупһаларҙы тапап, көн дә тиерлек осрашып, уңайы сыҡҡанда һөйләшеп ултырған мәлдәрҙә Мостай ағай миңә, бәғзе мәсьәләлә мауығыбыраҡ китеүемде күреп, “философ” тигән ҡушамат таҡҡайны. Оло менән бәхәскә инеү ғәҙәте булмағас, үҙ холҡоңа әйләнеп ҡарауҙан бүтән сара юҡ. Үҙегеҙ ҙә һиҙгәнһегеҙҙер, тормош килде-киттерәк була барған һайын кешеләр, бигерәк тә өлкәнәйгәндәр, йыш ҡына иге-сиге күренмәҫ оҙон тәбәрәккә төшөп китә. Был күңелде йыуатыр әмәл эҙләүме икән, әллә тормоштоң юғала барыусы асылын тотоп алып ҡалырға маташыумы? Һәр хәлдә, донъяның башты әйләндерерлек, мейене ҡайнатып киптерерлек ғәләмәттәре һиңмайҙы — даһи аҡыллы, зирәкте һиңрәү кеше итерлек шул. Заманына тура килгәс, ихтыярһыҙҙан әүлиә сүрәтенә лә, диуана рәүешенә лә инерһең.
Икенсе донъя һуғышында зарураттан арҡаҙаштар булып, уртаҡ дошманды кәмһетмәйенсә солохҡа өлгәштек тигәндә генә, союздаштар, күп йылдар йәшереп йөрөткән хөсөт ниәттәренә ирек ҡуйып, кисәге яуҙаштарына ҡаршы йәнә бер фронт — “һалҡын һуғыш” фронтын — асып ебәрҙе. Атышһыҙ, әлегә үлемһеҙ яуҙың ҡубыуында беҙ, ғәҙәтләнгәнсә, яуыз ниәтле, ҡәһәр һуҡҡыр американдар менән уларҙың тоғро ҡойроҡтары британдарҙы ғәйепләнек. Цезарҙың йәмәғәтенә шик төшмәй тигән һымаҡ, үҙебеҙгә лә гонаһ табы ҡунаһы булманы.
Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, әллә һиллеккә үә әпәкәйгә моҡрау үҙәккә үтепме, байтаҡ ваҡыт: “Тирә-яғың яу булһа ла, өйөң эсе һау булһын”, – тигән уйҙы иман итеп йәшәнек. Хәйер, нимә үҙгәрҙе һуң? Беҙҙең халыҡта, ул башҡортмо, русмы, татармы йә ул ғүмер баҡый эргәлә ғүмер кисереүсе бүтән ҡәүем кешеһеме, ғәжәпләнерлек бер ҡатлылыҡ менән ғафиллыҡ, ғәҙәт булыуҙан үтеп, тәбиғи булмыш рәүешен алған. Телевидение, гәзиттәр көнө, сәғәте һайын яуҙырып торған ҡәбәхәтлек, бурлыҡ, әшәкелек, йыртҡыслыҡ хәбәрҙәрен тыңлайбыҙ, уҡыйбыҙ ҙа, баҫып барыусы ошо афәткә ҡаршы яуап хәрәкәте урынына, Ғәйнан Хәйригә эйәреп, “Нишләп улай ғазазилдар ҡанлы хәнйәр ҡайрайҙар? Нишләп улай ҡан ҡойорға яуызлыҡтар эҙләйҙәр?” – тип риторик нәфрәтләнеү-зарланыу менән сикләнәбеҙ. Мәғлүмдер, бер генә көс тә, айырыуса яуыз көс, ғәҙеллек, намыҫ, оялыу һымаҡ абстракт төшөнсәләргә иғтибар итмәй, хатта уны һанламай ҙа. Хәҙер Карл Маркс, Владимир Лениндарҙың ғилми хеҙмәттәре генә түгел, бәлки исемдәре үк бәғзе әҙәмдәрҙең күҙенә ҡан һауҙырып, телдәренән ағыу һиптерһә лә, йә кеше булып йәшәйбеҙ, йә аяҡ аҫтында селәүсен хәлендә борғоланабыҙ тигәндәй юл сатында торғанда Маркстың “Гегелдең хоҡуҡи фәлсәфиәтен тәнҡитләүгә ҡарата инеш һүҙ”ендә әйтелгән фекерҙең хаҡ булыуына йәнә ышанаһың. “Тәнҡит ҡоралы һис ҡасан да ҡорал менән тәнҡитләүҙе алмаштыра алмай. Матди көс фәҡәт матди көс менән генә түңкәрелергә тейеш”, – тип тәҡрарлаған ҡапма-ҡаршы көстәрҙең теләһә ҡайһы мәлдә бәрелешеү ихтималын XIX быуатта уҡ шәйләй алған фекер эйәһе. Һәм был ҡораллы низағҡа саҡырыу түгел, бәлки тарих ағышының теләһә ҡайһы ваҡыт конфронтацион төҫ алыу мөмкинлеген иҫкәртеү генә. Әммә классик әйтеп ҡалдырған фекер XX быуатта ла, хәҙер ҙә актуаллеген һис һүрелтмәй, киреһенсә, блоктар яңырған, дәүләттәр араһында бер-береһенә дәғүәләр көсәйгән ваҡытта сәйәси йүнәлеш төҫөн ала.
Рәсәй кешеләре һиллек йылдарында ла үҙен яу уртаһындағылай тойоп йәшәй. Һәм ни өсөн ошо ғәҙәти булмаған шарттарҙа көн күреүе тураһында уйланмай ҙа, хатта уны һиҙмәй ҙә шикелле. Беҙ тамсы һыу күрмәгән сүллектә йәшәгән мәхлүктәрҙең ни менән туҡланыуына, эҫегә-һалҡынға нисек сыҙауына хайран ҡалабыҙ. Мөхитендә һанһыҙ хазиналар һаҡлаусы Евразия киңлектәрендә лә унда төйәкләгән ҡәүемдәргә һис ҡасан да рәхәт булмаған. Унда диңгеҙҙәр яңы ғына һауып алынған һөт һымаҡ йылы түгел, иртән ҡаҙалған таяҡ кискә тамыр ебәрерлек йомарт тупрағы ла юҡ. Хәҙер Рәсәй биләп ятҡан сикһеҙ, ҡырыҫ ерҙәрҙә йәшәүҙең һәр көнө донъяны ҡабаттан асыу, тереклек өсөн йән әсеһенә көрәш менән бәрәбәр. Көрәштең, ауырлыҡтарҙы еңергә ынтылыуҙың, әлбиттә, тәнде лә, рухты ла нығытыуы мәғлүм. Шул уҡ ваҡытта тотош йәмғиәт тә, айырым шәхес тә ғүмер баҡый көсөргәнеш хәлендә йәшәй алмай. Боронғо яугирҙәр алыш юҡ саҡта ян керешен дә ысҡындырып ҡуйған. Әгәр Рәсәйгә ҡараған биләмәләр тарихы сәхифәләренә күҙ йүгертеп үтһәк, ошонда ойошҡан дәүләттең ғүмер баҡый яу көткәнен һәм яу хәлендә йәшәгәнлеген күрербеҙ. Был нимә һуң, ҡарғышмы, әллә яҙмышмы? Бүтән ҡәүемдәр, башҡа илдәрҙә кемдеңдер баҫҡынсылығын кире ҡаҡҡан, үҙе лә ҡайһы берәүҙәрҙең ер-һыуына, мал-мөлкәтенә ымһынған, ирекленең хөрриәте икенселәрҙе тарһындырған. Ошоларҙы күрә йөрөй, халыҡтың үткер зиһенле кешеһе: “Хан күп булһа – ҡан күп, бей күп булһа – яу күп, түрә күп булһа – дау күп”, – тип эс бошорғос һығымтаға килгән.
Рәсәйҙә йәшәүсе һәммә ҡәүемдәрҙе, дөйөмләштереп, рус кешеһе тип кенә атағанда, уның холоҡ-фиғелендәге ғәжәйеп үҙенсәлектәргә иғтибар итмәй мөмкин түгел. Ул ваҡыт һәм урын бар иткән ҡиммәттәргә битараф хәлдә йәшәй. Уның өсөн хис-тойғолар, дөрөҫөрәге, шул хистәрҙе белдереү мөһимерәк, сөнки әлеге мәлдә кисергәндәре маҡсатына барып етмәй ҡала, уларҙы яңылары баҫып китә. Рус кешеһе билдәле бер нәмәлә туҡтала белмәй, шуға күрә ғүмер баҡый үрһәләнеп, йә бер, йә икенсе тоҙаҡҡа эләгеп йәшәй. “Нисауа!” йәки “Бөгөнгөнөң иртәгәһе бар, иртәгәнең ирмәге бар” тип үҙ-үҙебеҙҙе бәүетеүҙәр рустың ғына түгел, бөтөнөбөҙҙөң дә менталь үҙенсәлеген күрһәтә лә инде.
Уҙған быуат баштарында, инҡилап алдынан Рәсәй дәүләтендә Франция Республикаһының илсеһе булып эшләгән Морис Палеолог 1916 йылдың 20 февралендә көндәлегенә ошондай һүҙҙәрҙе яҙған: “Рус кешеләре фәҡәт тәьҫораттар һәм хәҙерге мәл тураһындағы уй менән йәшәй. Йә иһә Рәсәйҙә бизмән тәрилкәләре бәүелеп тормай, бәлки ҡапыл ғына өҫкәме, аҫҡамы һикерә. Бер юлы бөтөнөһө лә – образдар, ниәттәр, хистәр, идеялар, ышаныуҙар, тотош бина ҡыйрала. Рустарҙың күпселеге өсөн декорацияларҙың һәр даим үҙгәреп тороуы – иң оло бәхет”.
Рәсәйҙең төп халҡына һәм уның дәүләтселегенә ҡарата дуҫлыҡ тойғолары йөрөтмәгән аҡыллы дипломаттың әлеге һүҙҙәрен теркәүенә – йөҙ йыл. Ошонан бирле, быуат эсендә, илебеҙҙә, сәйәси декорацияларҙың әленән-әле алмашынып тороуын иҫәпләмәгәндә, нимәләр үҙгәрҙе һуң? Беҙ урта быуаттарҙан һуҙыла килгән асылыбыҙҙан һаман да ҡотола алмағанбыҙмы? Донъяның күпселек дәүләттәре һуғыштар, колониаль иҙеүҙәр, ҡоллоҡ, инҡилаптар, ас-яланғаслыҡ, эпидемиялар һәм бүтән бәлә-ҡазалар кисерә лә, үҙ мөхитендә көс табып йә ситтән ярҙам алып, ҡалҡынып китә, хатта йәшәрә, яңы ҡеүәткә эйә була. Урмандағы ҡартайып йығылған ағас серегәндә, уның олононан үҫентеләр төртөп сыға, үрләй, урмандың яңырыуы, мәңгелеге шунда күренә. Ошо логикаға эйәргәндә, Рәсәйҙең организмы яңы үҫентеләр тыуҙырырлыҡ һәләтен юғалтҡанмы икән ни? Илебеҙ дәү, үҙ кәүҙәһен ҡуҙғата алмаҫтай имгәкләгән айыу хәлендә. Ул инде өңөндә генә ята, Мостай ағайҙың һүҙҙәрен ныҡ ҡына үҙгәртеп әйткәндә, тышҡа сыҡһа, өрә-өрә, эттәр ҡамай, баш осонда, ҡоҙғон булып, әжәл янай.
Уҫал мөхиттә көстө генә һанлайҙар. Рәсәй Федерацияһы әле булһа ҡеүәтле, хатта бөйөк дәүләт статусына дәғүә итә. Ләкин бының өсөн ракеталар, һыу аҫты крейсерҙары ғына етәме икән? Иҡтисад, халыҡтың көнитмеше, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау ни хәлдә? Бихисап форумдар, кәңәшмәләр, телмәрҙәр, интервьюлар заводтарҙы терелтәме, ауылдарға йән өрәме, халыҡта дәрт уятамы? Әгәр илһөйәрлек телевизорҙан көн һайын ҡорал, маневрҙар күрһәтеүгә генә ҡайтып ҡалһа, донъяла беҙгә ихтирам артырмы?
Рәсәй Федерацияһының бөгөнгө халыҡ-ара хәленә йәнә әйләнеп ҡайтып, тарихтан бер миҫалға мөрәжәғәт итәйек. 1856 йылда Ҡырым һуғышында еңелеп, Рәсәйҙе кәмһеткән һәм уны Ҡара диңгеҙҙәге флотынан яҙҙырған Париж солохонан һуң сит ил эштәре министры, йәғни ул саҡта канцлер, итеп тәғәйенләнгән кенәз Александр Михайлович Горчаков көнсөл арҡаҙаштарға: “Рәсәй уфтанып йәш түкмәй, Рәсәй йыйнаҡлана ғына”, – тип белдергән. Бөйөк рус дипломатының тәрән мәғәнәле һүҙҙәре дошмандарға ла, ил хакимдарына ла, иң мөһиме – өмөтөн өҙмәгән халыҡҡа ла төбәлгән. Бөйөклөк, ысындан да, бейектә булыуҙа түгел, бәлки, яҡты, алыҫ ҡарашлы аҡылдалыр.