Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт Микеланджелоһы
Башҡорт  Микеланджелоһы – Әхмәт Фәтҡулла улының ижадына ихтирам рәүешендә Әбйәлил районының тыуған яҡты өйрәнеү музейына төкәтмә яһап, шунда уның шәхси музейын ойошторһалар, иремдең бик күп картиналарын бирер инем. Быға бәйле ҡарар 2008 йылда уҡ сыҡты, әммә һаман етди аҙымдар яһалмай. 2018 йылда рәссамдың тыуыуына 90 йыл туласаҡ, бының хаҡында ла оноторға ярамай. Хатта Париждың үҙендә шәхесебеҙ менән ҡыҙыҡһынып, һорашып торалар, тимәк, уның тыуған яғында исемен мәңгеләштереү – өлгөрөп еткән мәсьәлә.

Луиза ЛОТФУЛЛИНА, рәссамдың ҡатыны.


Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башы. Сираттағы күргәҙмәһен асҡандан һуң Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин мине оҫтаханаһына саҡырҙы. Килеп ингәс тә, артыҡ һүҙ ҡушмай, һиҙелерлек тулҡынланыу аша яңы эшенең ҡәләм менән төшөрөлгән эскизын күрһәтте.
Башҡорт  МикеланджелоһыАлғы планда – арҡалары көмрәйгән ирҙәр һәм ҡатындар. Улар ҡаршыһында ҡулына изге китап тотҡан мулла урын алған. Тотош Ер йөҙөндәй ҙур тау, уңда төптәрәк – яңғыҙ, моңһоу ағас, алда – һуҡмаҡ-юл һәм ауыл халҡының рәт булып теҙелгән аяҡ кейемдәре, һуңғылары картинаға тере ишек рәүешендә ҡабул ителә.
Ҡапыл ошо бәләкәй генә ҡәләм эскиздың ғәйәт ҙур киңлегендә батҡандай булдым. Ҡағыҙ альбом бите мине ысынбарлыҡты оноторға һәм бар булмышым менән – сәстәремдең осонаса – һүрәттән килгән тәрән ҡайғыны кисерергә мәжбүр итте.
– “Ямғыр һорап ялбарыу” тип атаһам нисек булыр, ҡустым?
– Ерҙәге кешенең бар тормошо үҙе бөйөк ямғыр һорап ялбарыу бит ул, Әхмәт ағай.
– Аңларһың тип ышанғайным, рәхмәт. Һине йөпләп, Ер йөҙөндәге кешенең бар тормошо – ул Ватан менән хушлашыу ҙа, тип тә өҫтәгем килә, – тип ул “Салауат” серияһынан “Ватан менән хушлашыу” исемле ҙур картинаһын асып һалды.
Бөйөк рәссам Әхмәт Лотфуллин менән осрашыу-ваҡиғаларымдың, осрашыу-мәктәптәремдең, осрашыу-ялбарыуҙа­рымдың һаны, бәхетемә күрә, сикһеҙ. Ябай ғына темалар – һағыш, ҡыҙыҡ, эш, юл, ҡатын-ҡыҙ, көнүҙәк һәм ғәҙәти тормош – хаҡында һөйләшһәк тә, күпмелер йәшәү тәжрибәһе туплай бара, ошо әңгәмәләрҙең минең өсөн яҙмыш билдәләрлек, бик мөһим булғанына инандым. Үҙенең мегарәссамлығына ҡарамай, кеше менән ябай, бер тигеҙ булып һөйләшә белде ул. Әммә һәр һөйләмендә бай тормош тәжрибәһе, халыҡ вәкиленең фәлсәфәһе ярылып ятты. Башҡорт халҡының йәшәйешен сағылдырған, Ер йөҙөндәге һәр кемгә аңлашылған телдә “һөйләшкән” даһи рәссам ине ул.
Урыҫ телендә эсенә киң мәғәнә туплаған “самоед” тигән төшөнсә бар. Әхмәт Фәтҡулла улы үҙ картиналарына ҡаты тәнҡит аша ҡараған бөйөк “самоед” булды. Үҙенә ҡарата сикһеҙ талапсанлығы ҡайһы саҡ башҡаларҙың ижадына ла йомшаҡ мөнәсәбәт тыуҙырманы. Картиналары өсөн борсолоуҙары авторҙы күҙ йәшенә еткерә ине хатта. Әммә күңеле һәр саҡ ихлас, таҙа булды. Бер тапҡыр ғына, ижады тураһында әңгәмәләшкән саҡта, Әхмәт Фәтҡулла улы “яңғырауыҡлы” төшөнсә ҡулланды. Шым ғына “ҡорбан итеү” һүҙен атаны. Бер генә һабаҡташы ла, ҡәләмдәше лә уны ошо илаһи рәсем сәнғәтенә ҡарата бирелеп эшләмәүҙә йә битарафлыҡта ғәйепләй алмауын да өҫтәне ул.
Башҡорт  МикеланджелоһыӘхмәт Лотфуллин һынлы сәнғәтте ярата, тип әйтеү бер ни ҙә аңлатмай, сөнки ул ошоноң менән генә йәшәне. Оҫтаха­наһына көн һайын хеҙмәткә кеүек йөрөнө. Ғүмеренең һуңғы йылдарында үҙ йортоноң телефон номерын онотҡан хәлдә лә, төн уртаһында уятып һораһаң, Брейгелдең дә, Веласкестың да, Эль Греконың да ижадын тулыһынса һөйләп бирер ине.
Өфөнөң иҫке урамдары, Ағиҙел яры буйлап бергә йөрөгәндә мин уның бөтөнләй килбәтһеҙ күренештә йә сюжетта ла күтәренкелек, гүзәллек, йәнлелек таба алыуына хайран ҡалдым. Балаға хас сафлыҡ, бер ҡатлылыҡ, тәбиғилек менән эргәнән сабып барған эткә эйелеп, йә башҡа берәй тереклек менән һөйләшә ала ине. Был ҡылығының үтә эскерһеҙлеге, ихласлығы тирә-яҡтағыларҙа аңламау йә аптырау тойғоһо уятманы. Ағиҙел ағымы менән оҙаҡ һоҡланыр, парктағы оло ағастарҙы урап йөрөп ҡарар ине. Ҡалалағы иҫке йорттарҙың буяуы аҡтарылып, бығаса булған төҫтәрҙең асылыуын да илһамланып күҙәтте Әхмәт Фәтҡулла улы.
Йыш ҡына Лотфуллиндарҙа ҡунаҡта булып, Луиза апайҙың һөйләгән тарихтары иҫтә ҡалған. Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән осорҙа Әхмәт Фәтҡулла улы байтаҡ көндәр дауамында маҡсатлы рәүештә Эрмитажға йөрөгән, һәм унда ул фәҡәт бер ижад емешенә – тәрән, ҡатмарлы төҫтәр ҡулланып эшләнгән, өлөшләтә ҡойола башлаған боронғо көнсығыш балаҫына сәғәттәр буйы ҡарап торор булған. Һис шикһеҙ, ул эргәлә ҡуйылған бөйөк Тициан, Караваджо, Суриков картиналарында ла даһилыҡ тойған, әммә ғәҙәти балаҫта бөйөк гармония күрә белеү Лотфуллин осошона ғына хас. Һәм ул ғына күренеште ғәҙәти һүҙҙәр аша, әммә тулы асылында һүрәтләй, еткерә ала ине. Классик рәссамдарҙың картиналары хаҡында ла ябай һәм оҫталарса һөйләй белә ине ул.
Әхмәт Фәтҡулла улы кешелектең илаһи эшмәкәрлек өлкәһе һаналған һынлы сәнғәттең иң төбөнә сумып төшөп етте. Инглиздәр өсөн – Шекспир, итальяндар өсөн – Верди, немецтар өсөн – Бетховен йә иһә гректар өсөн Аристотель булғандай, башҡорт сәнғәте өсөн – Лотфуллин. Философ, шағир, тарихсы, йырсы булыу, ғәҙәтиҙе күҙәтеү һәләте – мегарәссамға хас барлыҡ “альфа-омега”лар тап унда бик күркәм рәүештә осрашҡан.
Рәссамдың һәр һүрәтендә – һүҙҙәр менән генә аңлатып бөтмәҫлек тәрәнлек. Әгәр һин ғүмереңдә бер тапҡыр булһа ла ҙур форматлы, күп фигуралы, өҫтәүенә тарихи ваҡиғалар һынландырып картина эшләп ҡараһаң, Әхмәт Лотфуллин хеҙмәтенең “ҡара икмәге” нимә икәнлегенә ифрат төшөнөр инең. Тап ошондай икмәк, һәм уны башҡаса атап та булмай. Сөнки уның һәр композицияһында сикһеҙ тәрәнлек, крәҫтиәндең намыҫлы хеҙмәте, осһоҙ-ҡырыйһыҙ осош, ҡасандыр ысын картина яҙып ҡараған һәр кем белгән рәссам “шахта”һы ла бар.
Башҡорт  МикеланджелоһыӘхмәт Фәтҡулла улының ижады менән тәүге тапҡыр атай-әсәйем таныштырҙы. Улар был рәссам тураһында китап бүләк иткәндә бишенсе класта уҡый инем. Тәрән аҡыллы ғәзиздәремә ҙур рәхмәт. Ҡустым, һеңлем һәм минең өсөн был китап яҡын, тоғро дуҫҡа әйләнде. Ҡарай-ҡарай биттәре майланып та бөтә ине. Ҡыҙыҡһыныусан балаларҙың ҡулында бөйөк китаптар тап ошондай хәлгә ҡала ла инде.
1990 йылда Әхмәт Лотфуллин Өфө дәүләт сәнғәт институтында “живопись” һәм “композиция” предметтарын уҡыта башлағас, уның менән ысын дуҫтар булып киттек. Икебеҙ араһындағы тәүге һәм һуңғы конфликт сәбәпсе булды уға.
Тәүге дәрестәр. Уҡытыусы Лотфуллин барлыҡ студенттарға ла ауыл өйө фонындағы ҡарсыҡты төшөрөргә ҡушты. Аҙна үтте, ә мин һаман был сюжетҡа тотонманым. Бөтөнләй башҡа темаларға композициялар күрһәтәм. Уҡытыусы фәҡәт үҙе ҡушҡан сюжетты талап итеп, бер нисә ҡат иҫкәрмә яһай. Инде өсөнсө аҙнаның аҙағына, остаздың сираттағы һорауына: “Был темаға хатта тотонмаясаҡмын да, сөнки уны тулы, ентекле рәүештә һәм бер генә тапҡыр түгел Әхмәт Лотфуллин исемле рәссам асып һалған, ә мин – Мәжитов, был эшкә ваҡытым да йәл, сөнки үҙемдең заманса темаларым бар”, – тип яуаплап, “Малай”, “Рәссам”, “Пьеро” серияларынан өс картинамды күрһәтәм.
Тотош курстың күҙ алдында булды был хәл. Академик Лотфуллиндан да, беҙҙең тарафтан да – оҙаҡ көсөргәнешле тынлыҡ. Уҡытыусы: “Тимәк, һин бирелгән темаға һүрәт эшләүҙән баш тартаһың? Мәжитов, һине нисек ҡабул иткәнбеҙ, шулай уҡ кире ҡыуып сығарасаҡбыҙ!” – тип ишекте шарт ябып сығып китте. Күҙ алдымда упҡын һәм донъяуи бушлыҡ хасил булды...
Башҡорт  МикеланджелоһыРәссам, педагог Лотфуллиндың даһи­лығы ла шунда: иртәгәһенә килеп, минең ҡулымды ҡыҫа һәм бер ни ҙә булмағандай кисәге эштәремде маҡтай йә тәнҡитләй башлай. Ә коридорҙа иһә: “Тамам ныҡыштар ғына рәссам булып китә, бабай. Ахыры, һин шундай. Әйҙә минең оҫтаханаға, яңы картина башлағайным, тәнҡитләрһең”, – тип өндәшә.
Иң ҙур абруй ҡаҙаныу минең өсөн ошо булды. Артабан – бөтмәҫ-төкәнмәҫ осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар, ҡала буйлап йөрөүҙәр, вернисаждар ағымы.
Йортобоҙҙа бөйөк рәссамдар тормошо, ижады тураһында китаптар бик күп. Ирвинг Стоун, Анри Перрюшо, Джон Стейнбек, Андре Моруа, Ромен Ролландыҡы улар. Бер ваҡыт ике туған апайым Анри Перрюшоның “Гоген тормошо” исемле китабын алып торҙо. Бер тынала уҡып сыҡҡан. Бер нисә көндән һуң кире ҡайтарғанда, рәссамдың тормошо, ижады менән сикһеҙ һоҡланып һәм күңелһеҙ генә: “Ошо бөйөк кешенең Франциянан Башҡортостанға түгел, Таитиға юлланыуы бик үкенесле; гүзәл башҡорт халҡын данларлыҡ күпме ҡыҙыҡлы, оҡшаш сюжеттар табыр, төшөрөр ине ул бында”, – тип әйтеп ҡуйҙы.
Таң ҡалдырғыс һығымта яһаған бит һуң ул китапты уҡып сыҡҡас! Мин шаҡ ҡаттым. Хәҙер иһә, байтаҡ йылдар үткәс, апайыма мин тулы хоҡуҡ менән: “Башҡорт халҡының образын данлаған, сикһеҙ, донъя­уи бейеклеккә күтәргән Поль Гоген ҡабатланмаҫ һәләткә эйә, арыу белмәҫ хеҙмәтсе, бөйөк рәссам Әхмәт Лотфуллин булған ул”, – тип яуаплай алам. Донъя һынлы сәнғәте исемле тотош ғаләм балаҫында үҙенә генә хас мәңгелек биҙәк ҡалдырып, башҡорт рәсеменең Рембранды, Микеланджелоһы булған ул.
Остазым республиканың ғына түгел, тотош илдең һынлы сәнғәт күген балҡытыуға тос өлөш индерҙе. Мәҫәлән, Башҡортостан Рәссамдар союзы, иң-иң эштәрҙе туплап, Мәскәүгә алып барып, унда даими күргәҙмә ойоштора. Әлбиттә, сараға илдең баш ҡалаһындағы бөйөк рәссамдар, оҫталар килә. Башҡортостан ижадсыларының хеҙмәтен һағынып көтөп ала улар. Һынлы сәнғәт күҙлегенән сығып ҡарағанда, беренсе урында – Мәскәү, икенселә – Санкт-Петербург, өсөнсөлә беҙҙең республика килә, тип ышаныслы әйтә алам. Элек иһә, Рәсәй ҙурыраҡ булғанда, алдынғылыҡ Балтик буйына, Грузияға ла бирелә ине. Хәҙер Башҡор­тостандың көслө төбәк тип һаналыуы – һөйөнөслө күренеш.
Бының сәбәбе, минеңсә, тап беҙҙең рес­пуб­ликаның Европа менән Азия сиген­дә урынлашыуындалыр. Ер йөҙөнөң ике өлөшө килеп ҡушылған майҙанда көрәш тә, яу ҙа, шул уҡ ваҡытта мөхәббәт тә хасил була, буғай. Ошо барлыҡҡа килгән йөк­мәткеле ҡаҙанда төрлө “изм”дар, йүнәлештәр, оҫталарға хас үҙенсәлекле сифаттар, ағымдар, махсус эҙләнеүҙәр өсөн ҡулай шарттар бар. Рәссамдарыбыҙ ниндәй генә йүнәлештә ижад итмәһен, һәр һүрәт ҡыҙыҡлы, бай мәғәнәле килеп сыға.
Башҡорт  МикеланджелоһыМәскәү ҡалаһындағы күргәҙмәгә килеп төшөү менән илдең киң билдәле рәссамдары беҙҙән иң тәүҙә: “Как там Ахмат?” – тип һорай торғайны. Республика­лағы танылған сәнғәт оҫталары Рәшит Нурмөхәмәтов, Әҙиә Ситдиҡова, Борис Домашников, Александр Бурзянцев, Алексей Кузнецов, Владимир Пустарнаков ижады менән яҡшы таныш булып та, улар Әх­мәт Лотфуллиндың көсөн, талантын тәү­ге планға ҡуйҙы. Сөнки остазым, берен­сенән, күп фигуралы картиналар яҙ­һа, икенсенән, тарих менән оҫта эш итте. Быныһы инде – һәр рәссам өсөн иң ауыр тема. Эшеңдә тарихты ла, шул йәһәттән дәүеренә тап килгән кейемдәрҙе лә, аттың эйәрен дә дөрөҫ бирә белеү кәрәк.
Әхмәт Фәтҡулла улы үҙенең “Салауат Юлаев” серияһында был мәсьәләне бынамын тигән итеп атҡарып сыҡҡан. Картиналарында бер генә алдашыу юҡ: башҡорт, урыҫ милли костюмдары энәһенән ебенә тиклем тулы, дөрөҫ эшләнгән. Бының өсөн иһә рәссам ғына түгел, китапханалар гиҙеп, һәр нәмәне анализлаған эҙләнеүсе лә булырға кәрәк. Ҡайһы бер оҫталар күп фигуралы һүрәт төшөргәндә йә алғы планда “ҡысҡырып” торған артыҡ төҫ ҡалдыра, йә берҙәмлеккә ирешмәй – эше төрлө яҡҡа тәгәрәгән борсаҡ кеүек.
Әхмәт Лотфуллиндың күп фигуралы картиналары иһә һоҡланғыс бөтөнлөк тәшкил итеүе, бер деталдең икенсеһенә ҡамасауламауы, камил композиция булыуы менән айырылып тора. Мәскәү рәссамдары уның ошо оҫталығын әллә ҡайҙан һиҙер, күрер ине. Яҡташыбыҙҙың ижади үргә күтәрелеүендә тәбиғәттән бирелгән һәләт тә, эшһөйәрлеге, тырыш хеҙмәте лә ҙур роль уйнай. Үҙ һүрәттәренә ҡаты тәнҡит күҙлегенән ҡараны, башҡаларҙан да шуны талап итте.
Башҡорт  МикеланджелоһыОстаздың ошо күркәм сифаты беҙгә лә күскәндер тип ышанғы килә. Үҙем ниндәй ҙә булһа эшемде баһалар алдынан, Әхмәт ағай быға ҡарата нимә әйтер ине икән, тигән һорау ҡуям. Унан тыш, Шәйехзада Бабич, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев кеүек аҡһаҡалдарыбыҙ ҙа ниндәй баһа биререн күҙаллап уйланам. Минеңсә, милләтен яратҡан, халҡына тоғро хеҙмәт иткән һәр йәш егет һәм ҡыҙ үҙ ҡылыҡтарын ошондай алым менән баһаларға тейеш.
Заманында – милләтебеҙ тураһында әллә ни асыҡ һөйләргә ярамаған осорҙа ла Әхмәт Фәтҡулла улы беҙҙә илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүгә өлгәшкән. Быны иһә ул үҙенең Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Рауил Бикбаев кеүек бөйөк шәхестәргә инанып, уларҙың портреттарын төшөрөүе аша башҡарҙы.
Ижадына етди, мөкиббән рәссам аҙна һайын, хатта йышыраҡ та минең оҫтаханама килер ине. Һөйләшеп ултыра торғас: “Ну что, старик, что там нового придумал?” – тип һүрәттәрҙе ҡарай, анализлай, тәнҡитләй. Ҡайтыр юлға мин уны оҙата сығам. Йорто Телеүҙәк яғында ине, шунда тиклем йәйәү барабыҙ, өйгә инмәй ярты сәғәттәй һөйләшеп торабыҙ ҙа Әхмәт Фәтҡулла улы: “Тәк, хәбәр бөтмәне...” – тип мине кире оҫтаханама хәтле оҙата килә. Ҡайһы саҡ инеп, ҡайһы саҡ тышта байтаҡ әңгәмәләшкәндән һуң, мин тағы уны оҙатам. Быныһында иһә беҙҙең юл Пушкин урамы буйлап тура түгел, Крупскаяға төшөп, Ағиҙел ярын гиҙеп, Аҡ йорт эргәһенән һуҙыла ине.
Башҡорт  МикеланджелоһыЭлек Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағында Рәсәй художество академия­һының ижади оҫтаханалары эшләп килде. Уның уҡытыусыһы – төбәктәге бер бөртөк академик Лотфуллин. Әммә остаз донъя ҡуйғас, оҫтаханалар эшмәкәрлеге туҡтатылды, сөнки уға тиң уҡытырлыҡ һәләтле рәссам табылманы.
Бөгөнгө милли һынлы сәнғәтебеҙгә килгәндә, шөкөр, республикабыҙ алдынғы позицияла ныҡлы баҫып тора. Бынан ике йыл элек Мәскәүҙәге “Манеж” музей-күргәҙмә берекмәһенең бер нисә залын биләгән ҙур күргәҙмә ойошторолдо. Төбәктәрҙең иң-иң рәссамдарының эштәре тупланды унда. Сара һөҙөмтәләре итеп фолиант рәүешендә ете китап сығарылды. Тупланмаларҙы кәштәгә теҙеп ҡуйһаң, Рәсәй картаһы барлыҡҡа килә. Башҡор­т­остан “Урал” тип аталған өлөшкә индерелде. Шунда иһә билдәле сәнғәт белгесе, профессор, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Галина Трифонова: “XXI быуаттың тәүге ун йыллығында Башҡортостандың профессиональ һынлы сәнғәте үҙ тарихында булмаған бейеклектә тора”, – тип яҙа.
Республика өсөн был – иң ҙур баһа­ларҙың береһе. Төбәгебеҙ менән таныш түгел сит кешенең беҙҙең һүрәттәрҙе ҡа­рап, хайран ҡалып, һынлы сәнғәтебеҙгә ҡарата шундай фекер еткереүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Ил кимәлендәге күргәҙмә­ләрҙә Башҡортостан оҫталарының эштә­рен һәр саҡ көтөп алалар. Ҡеүәтле реалистик мәктәп тә, авангард йүнәлештәре лә, абстракция сәнғәте лә, модернизм өл­гөләре лә бар беҙҙә. Шөкөр, оҫталарыбыҙ һынлы сәнғәттең һәр тармағында ла ҡыҙыҡлы, ихлас ижад итә.

Әмир МӘЖИТОВ,
профессор, Башҡортостандың
атҡаҙанған рәссамы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 134

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 485

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 222

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 929

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 696

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 273

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 593

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 453

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 530

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 354

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 537