Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һыуыҡ тейгәнме? Юҡ, аллергия!
Һыуыҡ тейгәнме?  Юҡ, аллергия! Күптәр, сәләмәтлеге ҡаҡшаһа ла, табипҡа күренергә ашыҡмай. Мәҫәлән, кемгәлер һалҡын тейһә, уның терапевҡа барасағы бик икеле. Әммә медицина белгестәрен инҡар итергә ярамай. Юғиһә тәү ҡарауға ябай ғына күренгән был сирҙе аллергия менән бутарға мөмкин. Был осраҡта үҙаллы дауаланһаң, сирҙән айҙар буйы яфаланырға мөмкин.

Нисек айырырға?

Билдәләре оҡшаш булһа ла, һалҡын тейеүҙе аллергиянан айырырға мөмкин. Иң башта сирләгәнгә тиклем өшөү-өшөмәүегеҙ, ел үткәрмәүегеҙ, аллергияның булыу-булмауын, һеҙ йәшәгән мөхиттә аллерген­дарҙың барлығын-юҡлығын асыҡлағыҙ. Ошонан һуң хәлегеҙгә ниндәйҙер анализ яһарға мөмкин.

Аллергия булһа...

Танауҙан үтә күренмәле, һыуҙы хәтер­ләткән шыйыҡса ағыусан. Тән темпера­тураһы, ғәҙәттә, күҙәтелмәй. Аллергия билдәләре менән бер юлы шешенеү, елһенеү осраҡтары булғанда ғына ул күтәрелә. Һыуыҡ үтеүгә хас булмаған ҡыҙарыныу, сөскөрөү, ҡысыныу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был күренештәр аллерген барлыҡҡа килгән мәлдән үк күҙәтелә һәм бер көндән алып хатта бер нисә айға тиклем һуҙылырға мөмкин.

Һалҡын тейһә...

Тән температураһы күтәрелә һәм уны төшөрөргә дарыуҙар ярҙам итә. Сирле кешенән вирус эләктергәндән һуң өс көн үткәс кенә ауырыу “аҙа”.
Аллергия осрағында күҙҙәр йыш ҡыҙара, һыуыҡ тейгәндә был хәл күҙәтелмәй. Йүткереү аллергияның тәүге этаптарында теркәлһә, һыуыҡ үткәндә был — ғәҙәти күренеш. Һыҙланыу, арығанлыҡ тымау тейгәндә — йыш, ә аллергия осрағында һирәк була. Был ике сирҙе айырыу өсөн иң яҡшыһы — анализ бирергә.

Танауығыҙ ҡыҙарамы?

Сатлама һыуыҡ көндәрҙә танауығыҙ тонамы, күҙҙәрегеҙ йәшләнәме, йүтәлләй­һегеҙме? Әгәр шулай икән, һыуыҡҡа аллергия булыуы ихтимал. Уны икенсе төрлө “поллиноз” тип йөрөтәләр. Әлбиттә, орга­низмға һауа температураһының ҡапыл алмашыныуы ла тәьҫир итә. Ләкин тәндең ҡыҙарыуы һәм ҡысытыуы 20-30 минуттан һуң да бөтмәй, хәл торошоғоҙ ике тәүлектән һуң да яҡшырмай икән, поллиноздан яфаланаһығыҙ, тигән һүҙ.
Был сирҙән күп кенә кеше ыҙалай. Осраҡтарҙың 70 проценты ҡатын-ҡыҙ иҫә­бенә тура килә. Поллиноз бигерәк тә 25-30 йәшлектәрҙе һағалай. Бынан тыш, ашҡаҙан-эсәк, үт ҡыуығы йәки үт юлдары, бөйөр сирҙәре, ағыуланыу, стрестар ал­лергияға сәбәпсе була. Өҫтәүенә, гендарығыҙҙың ошо сиргә бирешеүсәнлеге, антибиотиктар ҡабул итеү, кариес, хроник тонзиллит кеүек ауырыуҙар ҙа аллергияға килтерә.
Иң мөһиме — йылы итеп кейенегеҙ һәм йөн, синтетика әйберҙәрҙең аллергияны ҡуҙғытып ебәреүе хаҡында онотмағыҙ.

Поллиноздың төрҙәре:

Кесерткән биҙгәге
Бит, ҡул суҡтары, аяҡ табандары, тубыҡтар зыян күрә.
Ринит
Кеше туҡтауһыҙ сөскөрә, танауы тона.
Һыуыҡ дерматиты
Тән ҡыҙара, ҡысыта. Был сирҙең иң ауыр стадияһында тән хатта шешә.
Һыуыҡ хейлиты
Ирендәр ярылып шешә. Был хәлде булдырмау өсөн гигиеник помада һөртөргә кәрәк.
Псевдоаллергик конъюнктивит
Был сир һөҙөмтәһендә күҙ ҡыҙара, ҡысыта. Ҡояштан һаҡлаусы күҙлек кейеү отошло.
Һыуыҡтан радикулит
Өшөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Һыуыҡтан астма
Был сир һөҙөмтәһендә кешегә һауа һулау ауырлаша, тын ҡыҫыла. Әгәр был хәл йылы бинаға ингәс тә дауам итһә, пульмонологка мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Үҙеңде тикшер

Поллинозға бирешеүсәнлек кимәле хаҡында белгегеҙ килһә, бәләкәй генә боҙ киҫәген беләгегеҙгә һалып, 20 минут тотоғоҙ. Әгәр ҙә ошо ваҡыт эсендә тәне­геҙҙә тимгел таптар барлыҡҡа килһә йәки был урын ҡысытһа, һыуыҡҡа аллергияға дусар икәнлегегеҙ асыҡланыр. Әйткәндәй, был тест ярҙамында кесерткән биҙгәгенең барлығын-юҡлығын да белерһегеҙ. Ә поллиноздың башҡа төрҙәрен лабораторияла тикшереү һөҙөмтәһендә асыҡлайҙар.



Автор: Айһылыу НИЗАМОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә