Күптәр, сәләмәтлеге ҡаҡшаһа ла, табипҡа күренергә ашыҡмай. Мәҫәлән, кемгәлер һалҡын тейһә, уның терапевҡа барасағы бик икеле. Әммә медицина белгестәрен инҡар итергә ярамай. Юғиһә тәү ҡарауға ябай ғына күренгән был сирҙе аллергия менән бутарға мөмкин. Был осраҡта үҙаллы дауаланһаң, сирҙән айҙар буйы яфаланырға мөмкин. Нисек айырырға?Билдәләре оҡшаш булһа ла, һалҡын тейеүҙе аллергиянан айырырға мөмкин. Иң башта сирләгәнгә тиклем өшөү-өшөмәүегеҙ, ел үткәрмәүегеҙ, аллергияның булыу-булмауын, һеҙ йәшәгән мөхиттә аллергендарҙың барлығын-юҡлығын асыҡлағыҙ. Ошонан һуң хәлегеҙгә ниндәйҙер анализ яһарға мөмкин.
Аллергия булһа...Танауҙан үтә күренмәле, һыуҙы хәтерләткән шыйыҡса ағыусан. Тән температураһы, ғәҙәттә, күҙәтелмәй. Аллергия билдәләре менән бер юлы шешенеү, елһенеү осраҡтары булғанда ғына ул күтәрелә. Һыуыҡ үтеүгә хас булмаған ҡыҙарыныу, сөскөрөү, ҡысыныу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был күренештәр аллерген барлыҡҡа килгән мәлдән үк күҙәтелә һәм бер көндән алып хатта бер нисә айға тиклем һуҙылырға мөмкин.
Һалҡын тейһә...Тән температураһы күтәрелә һәм уны төшөрөргә дарыуҙар ярҙам итә. Сирле кешенән вирус эләктергәндән һуң өс көн үткәс кенә ауырыу “аҙа”.
Аллергия осрағында күҙҙәр йыш ҡыҙара, һыуыҡ тейгәндә был хәл күҙәтелмәй. Йүткереү аллергияның тәүге этаптарында теркәлһә, һыуыҡ үткәндә был — ғәҙәти күренеш. Һыҙланыу, арығанлыҡ тымау тейгәндә — йыш, ә аллергия осрағында һирәк була. Был ике сирҙе айырыу өсөн иң яҡшыһы — анализ бирергә.
Танауығыҙ ҡыҙарамы?Сатлама һыуыҡ көндәрҙә танауығыҙ тонамы, күҙҙәрегеҙ йәшләнәме, йүтәлләйһегеҙме? Әгәр шулай икән, һыуыҡҡа аллергия булыуы ихтимал. Уны икенсе төрлө “поллиноз” тип йөрөтәләр. Әлбиттә, организмға һауа температураһының ҡапыл алмашыныуы ла тәьҫир итә. Ләкин тәндең ҡыҙарыуы һәм ҡысытыуы 20-30 минуттан һуң да бөтмәй, хәл торошоғоҙ ике тәүлектән һуң да яҡшырмай икән, поллиноздан яфаланаһығыҙ, тигән һүҙ.
Был сирҙән күп кенә кеше ыҙалай. Осраҡтарҙың 70 проценты ҡатын-ҡыҙ иҫәбенә тура килә. Поллиноз бигерәк тә 25-30 йәшлектәрҙе һағалай. Бынан тыш, ашҡаҙан-эсәк, үт ҡыуығы йәки үт юлдары, бөйөр сирҙәре, ағыуланыу, стрестар аллергияға сәбәпсе була. Өҫтәүенә, гендарығыҙҙың ошо сиргә бирешеүсәнлеге, антибиотиктар ҡабул итеү, кариес, хроник тонзиллит кеүек ауырыуҙар ҙа аллергияға килтерә.
Иң мөһиме — йылы итеп кейенегеҙ һәм йөн, синтетика әйберҙәрҙең аллергияны ҡуҙғытып ебәреүе хаҡында онотмағыҙ.
Поллиноздың төрҙәре:Кесерткән биҙгәге
Бит, ҡул суҡтары, аяҡ табандары, тубыҡтар зыян күрә.
Ринит
Кеше туҡтауһыҙ сөскөрә, танауы тона.
Һыуыҡ дерматиты
Тән ҡыҙара, ҡысыта. Был сирҙең иң ауыр стадияһында тән хатта шешә.
Һыуыҡ хейлиты
Ирендәр ярылып шешә. Был хәлде булдырмау өсөн гигиеник помада һөртөргә кәрәк.
Псевдоаллергик конъюнктивит
Был сир һөҙөмтәһендә күҙ ҡыҙара, ҡысыта. Ҡояштан һаҡлаусы күҙлек кейеү отошло.
Һыуыҡтан радикулит
Өшөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Һыуыҡтан астма
Был сир һөҙөмтәһендә кешегә һауа һулау ауырлаша, тын ҡыҫыла. Әгәр был хәл йылы бинаға ингәс тә дауам итһә, пульмонологка мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Үҙеңде тикшерПоллинозға бирешеүсәнлек кимәле хаҡында белгегеҙ килһә, бәләкәй генә боҙ киҫәген беләгегеҙгә һалып, 20 минут тотоғоҙ. Әгәр ҙә ошо ваҡыт эсендә тәнегеҙҙә тимгел таптар барлыҡҡа килһә йәки был урын ҡысытһа, һыуыҡҡа аллергияға дусар икәнлегегеҙ асыҡланыр. Әйткәндәй, был тест ярҙамында кесерткән биҙгәгенең барлығын-юҡлығын да белерһегеҙ. Ә поллиноздың башҡа төрҙәрен лабораторияла тикшереү һөҙөмтәһендә асыҡлайҙар.