Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғаилә ҡиммәттәре ҡотҡарыр
Ғаилә ҡиммәттәре ҡотҡарыр ­СПИД. Мотлаҡ үлемгә алып барып еткергән был йоғошло ауырыу тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Улай ғына түгел, беҙҙе был сир урап үтер, тип ышаныслы баҫып йөрөйбөҙ, тик бына ғәмәлдәге һандар ғына киреһен һөйләй: Рәсәйҙә бер миллион самаһы кешенең ошо сиргә дусар булғаны асыҡланған! Наркомандар ғына СПИД йоҡтормай икән, хатта ки ғүмерендә бер тапҡыр анальгин да ҡабып ҡарамаған кешенең дә инфекция эләктереүе ихтимал. Ә нисек? Был һорауҙы беҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы инфекция дауаханаһының баш табибы Дамир ӘБДРӘХИМОВҡа бирҙек.

— Дамир Әмир улы, табип булараҡ бер миллион сирле хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
— Рәсәйҙең ҙур ил булыуын күҙ уңында тотҡанда ла, ҡурҡыныс һандар. Иң үкенеслеһе: был һанды йәнә унға ҡабатларға кәрәк. Сөнки бер миллион әле асыҡланған сирлеләр генә, ә табиптар һәм үҙҙәре лә белмәгән нисә ауырыу кеше бар?
Башҡортостан буйынса ла тынысланырға сәбәп юҡ – ВИЧ инфекцияһы Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында бигерәк тә ныҡ таралған.
— Сир нисек асыҡлана?
— Төрлөсә. Әйтәйек, кемдер эшкә урын­лаш­ҡанда йәки башҡа төр сәбәп менән медицина күҙәтеүе үткәндә, диспансерлаштырыу ваҡытында беленә. Әммә был “кеше СПИД менән ауырый” тигән һығымта яһауҙы аңлатмай әле. Мәҫәлән, беҙҙең дауаханала СПИД-ты диагностикалау лабораторияһы бар. Унда килтерелгән анализдар менән эшләйбеҙ. Ошондай уҡ өс төрлө тикшеренеү үткәргәс кенә ниндәйҙер һығымта яһарға мөмкин.
Ғөмүмән, күп сир осраҡлы рәүештә асыҡлана. Бер кем дә башта үҙен ауырыу итеп тоймай, хат­та аҙғын тормош алып барыусылар ҙа хәүеф­ләнмәй (дөрөҫөн әйткәндә, барыһы ла шул һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыға ла инде). Мәҫәлән, республикала шундай осраҡ булды: бер пациенттан анализ алғас, унда ВИЧ инфек­цияһы барлығы билдәле булды. Ә ул кеше ғаиләле, балалары бар. Һөҙөмтәлә, тикшерә башлағас, бер юлы 18 кешелә ауырыу табылды.
Шулай уҡ дауаханаларҙа ла сир йыш асыҡлана. Мәҫәлән, кешене дауалайҙар-дауалайҙар, ә алға китеш юҡ. Аптыраған көндән ВИЧ-ҡа анализ алһалар, ауырыу һуңғы сиккә барып еткән.
— Ғәҙәттә, барыһы ла сирҙең көнкүрештәге бәйләнеш (атап әйткәндә, иҫәнләшеү) аша йоҡмауын белһә лә, ВИЧ йоҡторған кешене урап үтергә тырышалар…
— Был — “һаҡланыу реакцияһы”. Ысынлап та, сирҙең йоғоу сәбәбе башлыса енси бәйләнешкә ҡоролған. Шприцтар аша, башҡа медицина манипуляциялары арҡаһында ошо сиргә дусар булыуҙар тарихта ғына ҡалып бара. Әммә, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар типтер, күрәһең, ауырыуҙар менән хатта һөйләшергә лә ҡурҡыусылар етерлек. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәт берекмәләрендә, магазиндарҙа, хатта медицина учреждениеларында ла ВИЧ-лылар эшләй – закон буйынса барыбыҙ ҙа тиң хоҡуҡлы. Бер кемдең дә маңлайына был хаҡта яҙып ҡуйылмаған бит, ҡулланыусылар күп осраҡта белмәй ҙә. Шуға күрә был йәһәттән хәүефләнәһе түгел. Ғөмүмән, сирле тейешле дауа алһа, был мәсьәләгә яуаплы ҡараһа, үҙенә лә, уратып алған кешеләргә лә ҡурҡыныс юҡ.
Тик… бер яҡтан, хәүефләнһәк тә, икенсе яҡтан, уйлап та бирмәйбеҙ. Һәр хәлдә, илдә сирлеләрҙең күбәйә барыуы шундай һығымта яһарға мәжбүр итә. Дөрөҫөн әйткәндә, Европа илдәренән айырмалы рәүештә, йәмғиәтебеҙҙә был сиргә яуапһыҙ ҡарайҙар. Һүҙ ҙә юҡ, дәүләт сирлеләрҙе ҡиммәтле дарыуҙар менән бушлай тәьмин итә, ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн иҫкәртеү саралары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ләкин халыҡ ҡына уйланмай шул. Инде мәктәп уҡыусылары араһында ла сирлеләрҙең асыҡланыуына килеп еткәс, өлгө күрһәтерҙәй ата-әсәгә ни ҡала?
— Иҫкәртеү тигәндән, һаҡланыу саралары һөҙөмтә бирмәйме ни?
— Енси бәйләнешкә ингәндә сирҙәрҙән һаҡлаусы ысулдарҙы барыһы ла яҡшы белә. Тик ғәмәлдә, әйтерһең дә, кеше һаман таш быуатта йәшәй һымаҡ. Әйтәйек, СПИД менән сирләү­селәрҙән һорағанда уларҙың һаҡлыҡ сараларын бөтөнләй ҡулланмауы асыҡлана. Ошонан һуң яуаплылыҡ тураһында һүҙ көрәштереп ҡарайыҡ инде.
— Сирлеләрҙең йәшенә һәм башҡа үҙен­сәлектәренә килгәндә…
— Элегерәк сир күпселек осраҡта наркомания һәм гомосексуализм “ярҙамында” тарала ине. Бөгөн был күренеш икенсе планға күсте. Хәҙер сир башлыса 30-40 йәш тирәһендәге ир менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы енси бәйләнеш аша йоға. Бында аҙғынлыҡ, фәхишәлек тә үҙ ролен үтәй, әлбиттә. Ә бит, баштараҡ әйтеп үтеүебеҙсә, сирлеләр араһында күп кенә өлгөлө ғаилә башлығы, яҡшы әсәй һаналған кешеләр осрай. Тимәк, барыһына ла тәрбиәһеҙлек һәм хыянат сәбәпсе. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы бер ир-егеттәр “һулаҡайға” барып ҡайтыуҙарын батырлыҡҡа тиңләй. Тик шул зина ҡылыуҙың һөҙөмтәләре генә ҡыҙғаныс килеп сыға. Һәр кем ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт иткән, сәләмәт тормош алып барған осраҡта ғына сирлеләр һанын кәметергә мөмкин…

Рәмил МАНСУРОВ
әңгәмәләште.




Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә