СПИД. Мотлаҡ үлемгә алып барып еткергән был йоғошло ауырыу тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Улай ғына түгел, беҙҙе был сир урап үтер, тип ышаныслы баҫып йөрөйбөҙ, тик бына ғәмәлдәге һандар ғына киреһен һөйләй: Рәсәйҙә бер миллион самаһы кешенең ошо сиргә дусар булғаны асыҡланған! Наркомандар ғына СПИД йоҡтормай икән, хатта ки ғүмерендә бер тапҡыр анальгин да ҡабып ҡарамаған кешенең дә инфекция эләктереүе ихтимал. Ә нисек? Был һорауҙы беҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы инфекция дауаханаһының баш табибы Дамир ӘБДРӘХИМОВҡа бирҙек.— Дамир Әмир улы, табип булараҡ бер миллион сирле хаҡында нимә әйтерһегеҙ?
— Рәсәйҙең ҙур ил булыуын күҙ уңында тотҡанда ла, ҡурҡыныс һандар. Иң үкенеслеһе: был һанды йәнә унға ҡабатларға кәрәк. Сөнки бер миллион әле асыҡланған сирлеләр генә, ә табиптар һәм үҙҙәре лә белмәгән нисә ауырыу кеше бар?
Башҡортостан буйынса ла тынысланырға сәбәп юҡ – ВИЧ инфекцияһы Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында бигерәк тә ныҡ таралған.
— Сир нисек асыҡлана?
— Төрлөсә. Әйтәйек, кемдер эшкә урынлашҡанда йәки башҡа төр сәбәп менән медицина күҙәтеүе үткәндә, диспансерлаштырыу ваҡытында беленә. Әммә был “кеше СПИД менән ауырый” тигән һығымта яһауҙы аңлатмай әле. Мәҫәлән, беҙҙең дауаханала СПИД-ты диагностикалау лабораторияһы бар. Унда килтерелгән анализдар менән эшләйбеҙ. Ошондай уҡ өс төрлө тикшеренеү үткәргәс кенә ниндәйҙер һығымта яһарға мөмкин.
Ғөмүмән, күп сир осраҡлы рәүештә асыҡлана. Бер кем дә башта үҙен ауырыу итеп тоймай, хатта аҙғын тормош алып барыусылар ҙа хәүефләнмәй (дөрөҫөн әйткәндә, барыһы ла шул һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сыға ла инде). Мәҫәлән, республикала шундай осраҡ булды: бер пациенттан анализ алғас, унда ВИЧ инфекцияһы барлығы билдәле булды. Ә ул кеше ғаиләле, балалары бар. Һөҙөмтәлә, тикшерә башлағас, бер юлы 18 кешелә ауырыу табылды.
Шулай уҡ дауаханаларҙа ла сир йыш асыҡлана. Мәҫәлән, кешене дауалайҙар-дауалайҙар, ә алға китеш юҡ. Аптыраған көндән ВИЧ-ҡа анализ алһалар, ауырыу һуңғы сиккә барып еткән.
— Ғәҙәттә, барыһы ла сирҙең көнкүрештәге бәйләнеш (атап әйткәндә, иҫәнләшеү) аша йоҡмауын белһә лә, ВИЧ йоҡторған кешене урап үтергә тырышалар…
— Был — “һаҡланыу реакцияһы”. Ысынлап та, сирҙең йоғоу сәбәбе башлыса енси бәйләнешкә ҡоролған. Шприцтар аша, башҡа медицина манипуляциялары арҡаһында ошо сиргә дусар булыуҙар тарихта ғына ҡалып бара. Әммә, һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар типтер, күрәһең, ауырыуҙар менән хатта һөйләшергә лә ҡурҡыусылар етерлек. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәт берекмәләрендә, магазиндарҙа, хатта медицина учреждениеларында ла ВИЧ-лылар эшләй – закон буйынса барыбыҙ ҙа тиң хоҡуҡлы. Бер кемдең дә маңлайына был хаҡта яҙып ҡуйылмаған бит, ҡулланыусылар күп осраҡта белмәй ҙә. Шуға күрә был йәһәттән хәүефләнәһе түгел. Ғөмүмән, сирле тейешле дауа алһа, был мәсьәләгә яуаплы ҡараһа, үҙенә лә, уратып алған кешеләргә лә ҡурҡыныс юҡ.
Тик… бер яҡтан, хәүефләнһәк тә, икенсе яҡтан, уйлап та бирмәйбеҙ. Һәр хәлдә, илдә сирлеләрҙең күбәйә барыуы шундай һығымта яһарға мәжбүр итә. Дөрөҫөн әйткәндә, Европа илдәренән айырмалы рәүештә, йәмғиәтебеҙҙә был сиргә яуапһыҙ ҡарайҙар. Һүҙ ҙә юҡ, дәүләт сирлеләрҙе ҡиммәтле дарыуҙар менән бушлай тәьмин итә, ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн иҫкәртеү саралары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ләкин халыҡ ҡына уйланмай шул. Инде мәктәп уҡыусылары араһында ла сирлеләрҙең асыҡланыуына килеп еткәс, өлгө күрһәтерҙәй ата-әсәгә ни ҡала?
— Иҫкәртеү тигәндән, һаҡланыу саралары һөҙөмтә бирмәйме ни?
— Енси бәйләнешкә ингәндә сирҙәрҙән һаҡлаусы ысулдарҙы барыһы ла яҡшы белә. Тик ғәмәлдә, әйтерһең дә, кеше һаман таш быуатта йәшәй һымаҡ. Әйтәйек, СПИД менән сирләүселәрҙән һорағанда уларҙың һаҡлыҡ сараларын бөтөнләй ҡулланмауы асыҡлана. Ошонан һуң яуаплылыҡ тураһында һүҙ көрәштереп ҡарайыҡ инде.
— Сирлеләрҙең йәшенә һәм башҡа үҙенсәлектәренә килгәндә…
— Элегерәк сир күпселек осраҡта наркомания һәм гомосексуализм “ярҙамында” тарала ине. Бөгөн был күренеш икенсе планға күсте. Хәҙер сир башлыса 30-40 йәш тирәһендәге ир менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы енси бәйләнеш аша йоға. Бында аҙғынлыҡ, фәхишәлек тә үҙ ролен үтәй, әлбиттә. Ә бит, баштараҡ әйтеп үтеүебеҙсә, сирлеләр араһында күп кенә өлгөлө ғаилә башлығы, яҡшы әсәй һаналған кешеләр осрай. Тимәк, барыһына ла тәрбиәһеҙлек һәм хыянат сәбәпсе. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы бер ир-егеттәр “һулаҡайға” барып ҡайтыуҙарын батырлыҡҡа тиңләй. Тик шул зина ҡылыуҙың һөҙөмтәләре генә ҡыҙғаныс килеп сыға. Һәр кем ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт иткән, сәләмәт тормош алып барған осраҡта ғына сирлеләр һанын кәметергә мөмкин…
Рәмил МАНСУРОВ
әңгәмәләште.