Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Диндең тыйыуымы был?
– Селлә мәлендә өйләнешергә ярамай, тиҙәр. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Селлә ҡасанға тиклем барыр?

Гөлгөнә ҠОТЛОЕВА.
Көйөргәҙе районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Динебеҙҙең ҡанун­дары бихисап. Улар – Аллаһ Тәғә­лә­нең бо­йороғо. Тор­мош­тоң бөтөн яғын да үҙ эсенә алалар. Ғөмүм ҡанун – “Ҡөрьән Кә­рим”дә.
...Пәйғәмбәребеҙ Мәккәнән Мәҙинәгә килгәс, бындағы ха­лыҡтың сәскә атып килгән хөрмә ағас­тарын яһалма һер­кәләндереүен күргән. “Әгәр улай эшләмәһәгеҙ, ни булыр?” – тип ҡыҙыҡһынған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Һөҙөмтәлә ул йылда яһалма һеркәләндереүҙе туҡтатҡандар, шуға хөрмә емеште бик аҙ биргән. Ошоға бәйле бер хәҙис бар. “Мин дин буйынса ниҙәр бойорһам, шуны тулыһынса үтәгеҙ. Ә көнкүреш эштәрендә – үҙегеҙ белешсе”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Ләкин ике арала бәйләнеш ныҡлы булырға тейеш. Халыҡ араһында барлыҡҡа килгән тыйыуҙарға, бойороҡтарға диндең үҙ ҡарашы бар.
“Селлә мәлендә никах уҡытырға, өйләнешергә ярамай” тигән ышаныуҙы ла кешеләр үҙҙәре уйлап сығарған. Билдәле булыуынса, был осор ҡырҡ көн дауам итә. Элекке йыл хисабы буйынса ул 25 декабрҙә ингән. Хәҙергеһенә ярашлы иҫәпләп сығарыу өсөн тағы ла 13 көндө ҡушырға кәрәк. Мәғлүм ки, ҡыш менән йәй 90-92 көн дауам итә. Уларҙың ҡап уртаһы – селлә мәле. Ошо ваҡытта өйләнешергә ярамай тигән һүҙҙәрҙе ҡайһы берҙәр диндең тыйыуымы икән әллә тип ҡабул итә. Ә бит Исламда никахты кисектереүгә урын юҡ. “Намаҙ ваҡыты инһә – ғибәҙәт ҡылырға, балаларығыҙҙың йәше етһә, уларҙы өйләнде­рергә ашығығыҙ!” – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Халыҡ араһында барлыҡҡа килгән тыйыуҙың хикмәте башҡа нәмәлә булһа кәрәк. Элек, беҙ үҫкән ваҡытта ла әле, ҡыш шул ҡәҙәр һыуыҡ, бурандар күҙ асҡыһыҙ була торғайны. Ҡоҙалашыу өсөн ат санаһында ауылдан-ауылға йөрөү түгел, ишек алдына сығыу ҙа хәүеф тыуҙыра торғайны. Ошоға бәйле, бәлки, халҡыбыҙ селлә мәлендә төрлө эште ваҡытлыса туҡтатып тороу кәрәклеген әйтергә теләгәндер. Тимәк, был – ғөрөф-ғәҙәт, ә динебеҙҙең тыйыуы түгел.
Хәҙер иһә, мәғлүм ки, ҡыш йомшағыраҡ. Шу­лай ҙа был һаҡлыҡты юғалтырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Йыл башын ғына иҫкә төшөрөгөҙ: һуңғы ваҡытта бигүк осрамаған сатлама һыуыҡты тойҙоҡ. Республикабыҙҙың көньяғында, Ырымбур яғында ниндәй бурандар булды! Һөҙөмтәлә хатта ки юлдар ябылды. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, төрлө мәсьәләне хәл иткәндә һауа торошо, абай булыу хаҡында оноторға ярамай. Хәҙер, әлбиттә, атта йөрөмәйбеҙ. Шулай ҙа, техникаң ниндәй генә ҡеүәтле булмаһын, тәбиғәттең көсөнә ҡаршы тороу мөмкин түгел. “Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!” тигән аят-кәримәне онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Ошо урында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғә­ләйһис-сәләмдең бер хәҙисен йәнә иҫкә төшөрөп үтәйек. Бер ғәрәп дөйәнән төшкән дә: “Эй, Раббым, Үҙеңә тапшырҙым”, – тип йәһәт кенә китергә булған. “Көтөп тор, ашыҡма, – тип туҡтатҡан уны Пәйғәмбәребеҙ. – Дөйәңде тәүҙә яҡшылап бәйлә. Унан Раббыбыҙға тапшырырһың”. Тимәк, һәр ваҡыт әҙерлекле, иғтибарлы булыу зарур. Шул саҡта эшкә ауырлыҡ янамаҫ, Хоҙай Тәғәлә бәрәкәтен бирер. Раббыбыҙ һәммәбеҙгә лә балаларыбыҙҙы үҙ ваҡытында өйләндерергә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә