Диндең тыйыуымы был?05.02.2016
– Селлә мәлендә өйләнешергә ярамай, тиҙәр. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Селлә ҡасанға тиклем барыр?
Гөлгөнә ҠОТЛОЕВА.
Көйөргәҙе районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Динебеҙҙең ҡанундары бихисап. Улар – Аллаһ Тәғәләнең бойороғо. Тормоштоң бөтөн яғын да үҙ эсенә алалар. Ғөмүм ҡанун – “Ҡөрьән Кәрим”дә.
...Пәйғәмбәребеҙ Мәккәнән Мәҙинәгә килгәс, бындағы халыҡтың сәскә атып килгән хөрмә ағастарын яһалма һеркәләндереүен күргән. “Әгәр улай эшләмәһәгеҙ, ни булыр?” – тип ҡыҙыҡһынған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Һөҙөмтәлә ул йылда яһалма һеркәләндереүҙе туҡтатҡандар, шуға хөрмә емеште бик аҙ биргән. Ошоға бәйле бер хәҙис бар. “Мин дин буйынса ниҙәр бойорһам, шуны тулыһынса үтәгеҙ. Ә көнкүреш эштәрендә – үҙегеҙ белешсе”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Ләкин ике арала бәйләнеш ныҡлы булырға тейеш. Халыҡ араһында барлыҡҡа килгән тыйыуҙарға, бойороҡтарға диндең үҙ ҡарашы бар.
“Селлә мәлендә никах уҡытырға, өйләнешергә ярамай” тигән ышаныуҙы ла кешеләр үҙҙәре уйлап сығарған. Билдәле булыуынса, был осор ҡырҡ көн дауам итә. Элекке йыл хисабы буйынса ул 25 декабрҙә ингән. Хәҙергеһенә ярашлы иҫәпләп сығарыу өсөн тағы ла 13 көндө ҡушырға кәрәк. Мәғлүм ки, ҡыш менән йәй 90-92 көн дауам итә. Уларҙың ҡап уртаһы – селлә мәле. Ошо ваҡытта өйләнешергә ярамай тигән һүҙҙәрҙе ҡайһы берҙәр диндең тыйыуымы икән әллә тип ҡабул итә. Ә бит Исламда никахты кисектереүгә урын юҡ. “Намаҙ ваҡыты инһә – ғибәҙәт ҡылырға, балаларығыҙҙың йәше етһә, уларҙы өйләндерергә ашығығыҙ!” – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Халыҡ араһында барлыҡҡа килгән тыйыуҙың хикмәте башҡа нәмәлә булһа кәрәк. Элек, беҙ үҫкән ваҡытта ла әле, ҡыш шул ҡәҙәр һыуыҡ, бурандар күҙ асҡыһыҙ була торғайны. Ҡоҙалашыу өсөн ат санаһында ауылдан-ауылға йөрөү түгел, ишек алдына сығыу ҙа хәүеф тыуҙыра торғайны. Ошоға бәйле, бәлки, халҡыбыҙ селлә мәлендә төрлө эште ваҡытлыса туҡтатып тороу кәрәклеген әйтергә теләгәндер. Тимәк, был – ғөрөф-ғәҙәт, ә динебеҙҙең тыйыуы түгел.
Хәҙер иһә, мәғлүм ки, ҡыш йомшағыраҡ. Шулай ҙа был һаҡлыҡты юғалтырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Йыл башын ғына иҫкә төшөрөгөҙ: һуңғы ваҡытта бигүк осрамаған сатлама һыуыҡты тойҙоҡ. Республикабыҙҙың көньяғында, Ырымбур яғында ниндәй бурандар булды! Һөҙөмтәлә хатта ки юлдар ябылды. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, төрлө мәсьәләне хәл иткәндә һауа торошо, абай булыу хаҡында оноторға ярамай. Хәҙер, әлбиттә, атта йөрөмәйбеҙ. Шулай ҙа, техникаң ниндәй генә ҡеүәтле булмаһын, тәбиғәттең көсөнә ҡаршы тороу мөмкин түгел. “Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!” тигән аят-кәримәне онотмайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Ошо урында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бер хәҙисен йәнә иҫкә төшөрөп үтәйек. Бер ғәрәп дөйәнән төшкән дә: “Эй, Раббым, Үҙеңә тапшырҙым”, – тип йәһәт кенә китергә булған. “Көтөп тор, ашыҡма, – тип туҡтатҡан уны Пәйғәмбәребеҙ. – Дөйәңде тәүҙә яҡшылап бәйлә. Унан Раббыбыҙға тапшырырһың”. Тимәк, һәр ваҡыт әҙерлекле, иғтибарлы булыу зарур. Шул саҡта эшкә ауырлыҡ янамаҫ, Хоҙай Тәғәлә бәрәкәтен бирер. Раббыбыҙ һәммәбеҙгә лә балаларыбыҙҙы үҙ ваҡытында өйләндерергә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.