Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Малай аңлаған булһа…
(Л. Ситдиҡова, “Яулыҡлы ҡыҙ тәрбиәлеме?”, 2015 йыл, 27 ноябрь)
Иң әүәл кәрәк нәмә – иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән...

М. АҠМУЛЛА.

Был мәҡәлә мине оҙаҡ уйланып йөрөргә мәжбүр итте. Автор үтә мөһим мәсьәлә күтәрә. Күңеленә оҡшаған ҡыҙҙың яулығы сиселеп китерлек итеп сәсенән тартҡан һәм быға ҡаршы яңғыраған тупаҫыраҡ яуапҡа албырғап ҡалған шаян малай беҙҙең бала саҡтағы тиңдәштәрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай.

Мәҡәлә авторы фекеренсә, класташына ҡырыҫ ҡына яуап биргән ҡыҙсыҡ, хәҙерге заман заңына тура килтереп ҡарағанда, әллә ни өлгө була алмай. Ата-әсәһе уға яулыҡ ябындырған, әммә тәрбиә бирергә онотҡандыр тигән фекер һалынған яҙмаға. Бындай ҡыҙҙарҙы инсафлыраҡ итеп күрергә теләй автор. Шулай уҡ малайҙарҙың барыбер сәстән тартыу ғәҙәтен ташламаясағын бел­дерә. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Яулыҡ ябын­ған ҡатын-ҡыҙ тормоштағы ваҡ-төйәккә иғтибар итмәҫкә тейештер.
Проблемаға башҡараҡ ҡараш менән бағырға ниәтем. Фекеремде ҡыҙына яулыҡ ябындырған, уны дини рухта тәрбиәләп үҫтереп килгән ата-әсә күҙлегенән, Ислам ҡанундары талаптарынан сығып әйтергә теләйем. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙе мосолман тип һанауыбыҙға ҡарамаҫтан, күбебеҙ дин ҡағиҙәләренә ярашлы йәшә­гән­дәрҙе йәмғиәттән ситтәрәк торған сәйер кешеләр һымаҡ күрә. Мосолман ҡыҙ­ҙарының яулыҡ ябынып йөрөүе рес­публикабыҙҙа тәбиғи күренеш бу­лырға тейеш бит. Был – борондан килгән тәрбиә. Мин, мәҫәлән, әсәйем мәрхү­мәнең яулыҡһыҙ йөрөгәнен һис ҡасан (тышта ғына түгел, хатта өй эсендә лә) күрмәнем. Әйткәнемә йәш быуын вәкилдәре, бәлки, ышанып та етмәҫ. Ләкин был – ысынбарлыҡ.
Яулыҡ ябыныу йәки һиджәб кейеүҙе тормоштан артта ҡалғандарҙың сеп­рәк­кә төрөнөүе йәки боронғолоҡ бил­дәһе тип иҫәпләй бәғзеләр. Ысынында иһә был – Ер йөҙөндәге барлыҡ мосолман ҡатын-ҡыҙына ҡағылған шәриғәт ҡағиҙәһе. Аллаһ илсеһе аша төшөрөлгән ҡәтғи талап. Раббыбыҙ тарафынан һәр яҡлап гүзәл итеп яралтылған заттың тәненең күп өлөшөн бүтәндәрҙең күрергә тейеш булмауы – ҡатын-ҡыҙҙың хатта хоҡуғы ла. Октябрь революцияһынан һуңғы ҡоролош өләсәйҙәребеҙҙең кейемен башҡалар­ҙыҡына тиңләп ҡыҫҡар­тыуына ҡара­маҫтан, динебеҙ талабы һис ҡасан үҙгәреп китмәйәсәк.
Мәҡәлә башында иҫкә алынған ҡыҙ бала яулығын систергән малайға: “Тамуҡта янасаҡһың!” – тигән. Уны ҡар­ғамаған, ә иҫкәртеү генә яһаған. Әлбиттә, был ҡыҙ – бала кеше. Уның урынында өлкәнерәк берәү булһа, бәлки, сабырлыҡ ҡылып, малайға бер ни ҙә әйтмәҫ ине. Ни өсөн тигәндә, ир-егеткә өндәшергә ярамағанлыҡты, кешенең тамуҡ утында яныу-янмауы Аллаһтың ғына хөкөмөндә икәнен мөслимәләр яҡшы белә. Ә бала кеше, диндең был нескәлектәрен белеп еткермәүе сәбәпле, малайға бер аҙ турараҡ, тупаҫыраҡ әйткән. Авторҙың яулыҡлы ҡыҙҙарға ҡарата юғары талап ҡуйыуы, әлбиттә, һөйөндөрә. Дин тот­ҡан кеше башҡаларға үрнәк күрһәтергә тейеш.
Малай тарафынан яулығы сиселгән ҡыҙ бала шаян класташына нисек яуап бирергә тейеш һуң? Минеңсә, ҡағы­лыуға һылтау, мөмкинлек биреп, ин­саф­лыҡ күрһәтеп, бер һүҙ ҙә өн­дәшмәй ҡалһа, дөрөҫ булмаҫ ине. Яулыҡлы булыуына ҡарамаҫтан. Дин күҙлегенән ҡарағанда, гүзәл заттың сәсен күрһә­теүе уның кейеменең баш­ҡа берәй өлөшөн асҡан һымаҡ була бит. Тимәк, минеңсә, был малайға ҡа­тыраҡ итеп әйтелгән иҫкәрмә, ҡыҙҙың йәшен дә иҫәпкә алғанда, тап-таман, бик тә урынлы. Хатта мәҡәләне уҡыған кешеләр өсөн дә фәһемле. Был – кес­кәй ҡыҙҙың башҡаларҙы иманға өндәү йәһәтенән бәләкәй генә дәғәүәте (саҡырыу).
Мәҡәлә авторының имани тәрбиә мәсьәләһен ҡуҙғата биреп ҡуйыуы ла ифрат урынлы. Уны ла киңерәк асып биреүҙе бурысым тип иҫәпләйем. Ба­рыбыҙ өсөн дә мөһим булған “иман”, “иманлылыҡ” кеүек терминдарҙы күп­тәр “әҙәплелек” йә иһә “тәрбиәлелек” тигән төшөнсәләр урынына йыш ҡул­лана. Был, әлбиттә, маҡтаулы. Ләкин ғәрәп теленән күскән был һүҙҙәрҙең синонимдар түгеллеген белеү мөһим. Иман – дини төшөнсә, Аллаһ Тәғәләгә ныҡлы ышаныуҙы һәм Уға буйһоноуҙы аңлата. Һуңғы осорҙа халҡыбыҙҙың әкренләп ошо юлға килеүе, намаҙға баҫыуы – шатлыҡлы күренеш.
Авторҙың фекерен ҡеүәтләйем: имани тәрбиә бының менән генә бөтмәй. Улай ғына ла түгел, башлана ғына! Бындай тәрбиә иман төшөнсәһенең ни аңлатҡанын төшөнөүҙән юл алырға тейеш. Ошо хаҡта махсус дини белемле һәр имам яҡшы белә, аңлатып бирә ала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм беҙгә иман шарттарын аныҡ әйтеп ҡалдырған: Аллаһтың бар­лығына, берлегенә, фәрештәләре булғанлыҡҡа, пәйғәмбәрҙәренә, китаптарына, алдан яҙып ҡуйылған тәҡдиргә, ахирәткә һис икеләнеүһеҙ ышаныу. Ошоларҙы үтәгән кеше генә үҙен иманлы, йәғни мосолман тип әйтә ала.
Мәҡәләләге малайға әйләнеп ҡай­тайыҡ. Дин ғилеме, иман шарттары менән аҙ ғына таныш булған хәлдә лә, ул ҡыҙҙарҙың яулығын сисергә ярамағанлығын белер ине. Шуның өсөн дә, минеңсә, тәрбиәне ҡыҙсыҡтан түгел, ә малайҙан башларға кәрәктер.
Иманлы кеше, һис һүҙһеҙ, әҙәп һәм тәрбиәлелек өлгөһө булып торорға тейеш. Аллаһҡа ышанған, Унан ҡурҡҡан кеше тәү сиратта үҙ холҡон, ҡылыҡ-фи­ғелен контролдә тота. Иман тө­шөн­сәһен, уның шарттарын үҙен мосолман тип иҫәпләгән бөтөн кеше белергә бурыслы. Дәүләтебеҙҙең дин ғилемен өйрәнеүҙе хуплауына шат булып, шу­ның өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп, изге ҡанундарҙы мөмкин тиклем тәрәнерәк үҙләштерергә тейешбеҙ.


Автор: Сынтимер ШАФИҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә