Малай аңлаған булһа…05.02.2016
(Л. Ситдиҡова, “Яулыҡлы ҡыҙ тәрбиәлеме?”, 2015 йыл, 27 ноябрь)
Иң әүәл кәрәк нәмә – иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән...
М. АҠМУЛЛА.
Был мәҡәлә мине оҙаҡ уйланып йөрөргә мәжбүр итте. Автор үтә мөһим мәсьәлә күтәрә. Күңеленә оҡшаған ҡыҙҙың яулығы сиселеп китерлек итеп сәсенән тартҡан һәм быға ҡаршы яңғыраған тупаҫыраҡ яуапҡа албырғап ҡалған шаян малай беҙҙең бала саҡтағы тиңдәштәрҙән бер нәмәһе менән дә айырылмай.
Мәҡәлә авторы фекеренсә, класташына ҡырыҫ ҡына яуап биргән ҡыҙсыҡ, хәҙерге заман заңына тура килтереп ҡарағанда, әллә ни өлгө була алмай. Ата-әсәһе уға яулыҡ ябындырған, әммә тәрбиә бирергә онотҡандыр тигән фекер һалынған яҙмаға. Бындай ҡыҙҙарҙы инсафлыраҡ итеп күрергә теләй автор. Шулай уҡ малайҙарҙың барыбер сәстән тартыу ғәҙәтен ташламаясағын белдерә. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Яулыҡ ябынған ҡатын-ҡыҙ тормоштағы ваҡ-төйәккә иғтибар итмәҫкә тейештер.
Проблемаға башҡараҡ ҡараш менән бағырға ниәтем. Фекеремде ҡыҙына яулыҡ ябындырған, уны дини рухта тәрбиәләп үҫтереп килгән ата-әсә күҙлегенән, Ислам ҡанундары талаптарынан сығып әйтергә теләйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙе мосолман тип һанауыбыҙға ҡарамаҫтан, күбебеҙ дин ҡағиҙәләренә ярашлы йәшәгәндәрҙе йәмғиәттән ситтәрәк торған сәйер кешеләр һымаҡ күрә. Мосолман ҡыҙҙарының яулыҡ ябынып йөрөүе республикабыҙҙа тәбиғи күренеш булырға тейеш бит. Был – борондан килгән тәрбиә. Мин, мәҫәлән, әсәйем мәрхүмәнең яулыҡһыҙ йөрөгәнен һис ҡасан (тышта ғына түгел, хатта өй эсендә лә) күрмәнем. Әйткәнемә йәш быуын вәкилдәре, бәлки, ышанып та етмәҫ. Ләкин был – ысынбарлыҡ.
Яулыҡ ябыныу йәки һиджәб кейеүҙе тормоштан артта ҡалғандарҙың сепрәккә төрөнөүе йәки боронғолоҡ билдәһе тип иҫәпләй бәғзеләр. Ысынында иһә был – Ер йөҙөндәге барлыҡ мосолман ҡатын-ҡыҙына ҡағылған шәриғәт ҡағиҙәһе. Аллаһ илсеһе аша төшөрөлгән ҡәтғи талап. Раббыбыҙ тарафынан һәр яҡлап гүзәл итеп яралтылған заттың тәненең күп өлөшөн бүтәндәрҙең күрергә тейеш булмауы – ҡатын-ҡыҙҙың хатта хоҡуғы ла. Октябрь революцияһынан һуңғы ҡоролош өләсәйҙәребеҙҙең кейемен башҡаларҙыҡына тиңләп ҡыҫҡартыуына ҡарамаҫтан, динебеҙ талабы һис ҡасан үҙгәреп китмәйәсәк.
Мәҡәлә башында иҫкә алынған ҡыҙ бала яулығын систергән малайға: “Тамуҡта янасаҡһың!” – тигән. Уны ҡарғамаған, ә иҫкәртеү генә яһаған. Әлбиттә, был ҡыҙ – бала кеше. Уның урынында өлкәнерәк берәү булһа, бәлки, сабырлыҡ ҡылып, малайға бер ни ҙә әйтмәҫ ине. Ни өсөн тигәндә, ир-егеткә өндәшергә ярамағанлыҡты, кешенең тамуҡ утында яныу-янмауы Аллаһтың ғына хөкөмөндә икәнен мөслимәләр яҡшы белә. Ә бала кеше, диндең был нескәлектәрен белеп еткермәүе сәбәпле, малайға бер аҙ турараҡ, тупаҫыраҡ әйткән. Авторҙың яулыҡлы ҡыҙҙарға ҡарата юғары талап ҡуйыуы, әлбиттә, һөйөндөрә. Дин тотҡан кеше башҡаларға үрнәк күрһәтергә тейеш.
Малай тарафынан яулығы сиселгән ҡыҙ бала шаян класташына нисек яуап бирергә тейеш һуң? Минеңсә, ҡағылыуға һылтау, мөмкинлек биреп, инсафлыҡ күрһәтеп, бер һүҙ ҙә өндәшмәй ҡалһа, дөрөҫ булмаҫ ине. Яулыҡлы булыуына ҡарамаҫтан. Дин күҙлегенән ҡарағанда, гүзәл заттың сәсен күрһәтеүе уның кейеменең башҡа берәй өлөшөн асҡан һымаҡ була бит. Тимәк, минеңсә, был малайға ҡатыраҡ итеп әйтелгән иҫкәрмә, ҡыҙҙың йәшен дә иҫәпкә алғанда, тап-таман, бик тә урынлы. Хатта мәҡәләне уҡыған кешеләр өсөн дә фәһемле. Был – кескәй ҡыҙҙың башҡаларҙы иманға өндәү йәһәтенән бәләкәй генә дәғәүәте (саҡырыу).
Мәҡәлә авторының имани тәрбиә мәсьәләһен ҡуҙғата биреп ҡуйыуы ла ифрат урынлы. Уны ла киңерәк асып биреүҙе бурысым тип иҫәпләйем. Барыбыҙ өсөн дә мөһим булған “иман”, “иманлылыҡ” кеүек терминдарҙы күптәр “әҙәплелек” йә иһә “тәрбиәлелек” тигән төшөнсәләр урынына йыш ҡуллана. Был, әлбиттә, маҡтаулы. Ләкин ғәрәп теленән күскән был һүҙҙәрҙең синонимдар түгеллеген белеү мөһим. Иман – дини төшөнсә, Аллаһ Тәғәләгә ныҡлы ышаныуҙы һәм Уға буйһоноуҙы аңлата. Һуңғы осорҙа халҡыбыҙҙың әкренләп ошо юлға килеүе, намаҙға баҫыуы – шатлыҡлы күренеш.
Авторҙың фекерен ҡеүәтләйем: имани тәрбиә бының менән генә бөтмәй. Улай ғына ла түгел, башлана ғына! Бындай тәрбиә иман төшөнсәһенең ни аңлатҡанын төшөнөүҙән юл алырға тейеш. Ошо хаҡта махсус дини белемле һәр имам яҡшы белә, аңлатып бирә ала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм беҙгә иман шарттарын аныҡ әйтеп ҡалдырған: Аллаһтың барлығына, берлегенә, фәрештәләре булғанлыҡҡа, пәйғәмбәрҙәренә, китаптарына, алдан яҙып ҡуйылған тәҡдиргә, ахирәткә һис икеләнеүһеҙ ышаныу. Ошоларҙы үтәгән кеше генә үҙен иманлы, йәғни мосолман тип әйтә ала.
Мәҡәләләге малайға әйләнеп ҡайтайыҡ. Дин ғилеме, иман шарттары менән аҙ ғына таныш булған хәлдә лә, ул ҡыҙҙарҙың яулығын сисергә ярамағанлығын белер ине. Шуның өсөн дә, минеңсә, тәрбиәне ҡыҙсыҡтан түгел, ә малайҙан башларға кәрәктер.
Иманлы кеше, һис һүҙһеҙ, әҙәп һәм тәрбиәлелек өлгөһө булып торорға тейеш. Аллаһҡа ышанған, Унан ҡурҡҡан кеше тәү сиратта үҙ холҡон, ҡылыҡ-фиғелен контролдә тота. Иман төшөнсәһен, уның шарттарын үҙен мосолман тип иҫәпләгән бөтөн кеше белергә бурыслы. Дәүләтебеҙҙең дин ғилемен өйрәнеүҙе хуплауына шат булып, шуның өсөн Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп, изге ҡанундарҙы мөмкин тиклем тәрәнерәк үҙләштерергә тейешбеҙ.