Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ихатаңда булһаң хужа, күрмәҫһең һис тә нужа
Ихатаңда булһаң хужа,  күрмәҫһең һис тә нужа Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар беҙҙең ауыл халҡы өсөн һәр саҡ ышаныслы таяныс булды: хатта колхоз малы ялан тултырып йөрөгән замандарҙа ла күберәк үҙ ихатаһындағы малына һәм баҡсаһына өмөт бағланылар. Төрлө сикләүҙәр ҙә, “артыҡ” һыйырҙар йәки сутыйҙар өсөн һалым түләттереү ҙә туҡтата алманы. Хәҙер нисек йәшәй бындай хужалыҡтар? Бөгөн шәхси майҙаныңда нимә аҫрайһың йәки ниндәй продукцияңды ҡайҙа һатаһың – үҙ ихтыярыңда. Ә шулай ҙа...


“Ҡалала үҫкәндәр йәй лагерға бара, ата-әсәһе менән тәбиғәткә сыға, ә беҙҙең ауыл балаһына ял теймәй инде ул” – беҙ бәләкәй саҡта уҡытыусыларҙың шулай тип әйткәне иҫтә. Ауылда мал һәм ҡош-ҡорт тотмаған ғаиләне табыуы ҡыйын ине элек. Бала-сағаның йәйе, ысынлап та, йә ата-әсәһенә бесән сабырға ярҙам итеп, йә бә­рәңге һәм сөгөлдөр утап, йылға буйында бәпкә көтөп үтә. Бынан тыш та ҡышҡа утын әҙерләү, яланда еләк йыйыу, ихатаны таҙартып тороу, урманда миндек бәйләү ке­үек эш бихисап. Тик шулай ҙа ризыҡты баҙарға сығарып һатыу­сылар үтә һирәк була торғайны. Беренсенән, тирә-яҡ ауылдарҙа барыһы ла тиерлек шәхси хужа­лыҡ менән шөғөлләнгәс, һинең һөт йәки ҡаймағыңды кем алһын, ә алыҫтағы ҡалаға барырға һәм ундағы баҙарҙа һатып торорға һәр кемдең хәленән килмәй ине. Икенсенән, сауҙагәр булыу ни өсөн­дөр оят эш һаналды. Беҙҙең халыҡта ундай кәсепселек төрө элек-электән булмағанғалыр, бәлки.
Ихатаңда булһаң хужа,  күрмәҫһең һис тә нужаҠала халҡының биш-алты су­тыйлыҡ баҡсалары ла ғәмәлдә шәх­си ярҙамсы хужалыҡ һымаҡ ине элегерәк. Хәҙер генә ул яҙҙан көҙгә хәтлем юлға киткән сығым уры­нына баҙарҙа йәки йәрминкәлә йәшелсә барып алыуҙың отош­лораҡ икәнен аңлайбыҙ. Хәйер, элек тә төшөнгәндәрҙер быны, тик кибеттәрҙә һәр нәмәгә ҡытлыҡ ине шул.
Йыл әйләнәһенә, нигеҙҙә, мал аҫрау менән шөғөлләнеп, шунан килгән продукция төп йәшәү сығанағы булған ғаиләләр әле лә етерлек.
– 30 баш сусҡабыҙ һәм 16 баш һыйырыбыҙ бар, – ти Ҡариҙел районының Раздолье ауылынан Игошевтар ғаиләһе. – “Ҡариҙел” совхозы тарҡалғас, мал аҫрау менән генә ныҡлап шөғөлләнергә булдыҡ. Эш хаҡы алырлыҡ бүтән урын барыбер юҡ. Ә малҡайҙар биргән продукцияны һатыуҙан килгән табыш йәшәргә етеп тора былай.
Ғаиләнең эш көсө лә ярайһы ғына: йәй бесән сабырға, йыл әйлә­нәһенә мал ҡарарға йорт хужаһына дүрт улы менән ике килене ярҙам итә. Хужа әйтеүенсә, итен тейәп баҙарға йөрөмәй, һа­тып алыусылар тирә-яҡ ауыл­дарҙан үҙҙәре килә. Күренеүенсә, бында ике шарт хәл иткес булып тора: 1) эш көсөнөң етерлек булы­уы, йәғни ғаилә ағзаларының һәм ошо уҡ ауылда йәшәүсе туған-тыу­масаның күплеге; 2) тәбиғи шарттар – Ҡариҙел яҡтары урман­ға ла, яланға ла бай. Урман аҡ­лан­дары бесәнде мул итеп әҙер­ләү мөмкинлеге бирһә, ялан ере мал аҙығы культуралары сәсеү өсөн уңайлы.
Башҡортостандың Ауыл хужа­лығы министрлығынан алын­ған мәғлүмәттәргә ҡара­ғанда, шәхси ярҙамсы хужа­лыҡтар беҙ­ҙең республиканың аграр өлкә­һендә етештерелгән тулайым продук­цияның ярты­һынан ашыуын бирә. Тимәк, улар аҙыҡ-түлек баҙарын тәь­мин итеүҙә лә (йәки халыҡтың үҙ-үҙен тәьмин итеүен­дә) хәл иткес әһәмиәткә эйә, шуға күрә был төр хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы булыуы бик мөһим.
Был ярҙам “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужа­лығын үҫтереү һәм ауыл хужа­лығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү” тигән дәүләт программаһы ниге­ҙендә тормошҡа ашырыла. Шәхси хужалыҡтарға ҡарата уның асылы – банктан алын­ған кредит проценттарының бер өлөшөн дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенән түләү.
Башҡортостан ауылдарында 1 миллион 590 мең кеше йәшәй, был – республика халҡының 40 проценты. Беҙҙә 590 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар, тимәк, ауыл ғаиләләренең һәр өсөн­сөһө үҙ тауарын етештерә. Ҡануниәткә ярашлы, улар те­ләһә ниндәй банктан түбәндәге шарттарҙа кредит алырға хоҡуҡлы:
– ике йылға – ауыл хужалығы техникаһын һәм малсылыҡ ҡура­ларын ремонтлауға яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашлама, үҫемлектәрҙе химик һаҡ­лау саралары, мал аҙығы, миҙ­гел­ле эш өсөн ветеринар препараттары, теплица ҡороу әйбер­ҙә­ре, йәш мал, ауыл хужалығы про­дукцияһын страховкалау иғәнәһе өсөн түләү маҡсатында. Был осраҡта шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған кеше ағымдағы йылда алған кредиттың дөйөм күләме 400 мең һумдан ашырға тейеш түгел;
– биш йылға – малсылыҡ һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өсөн ҡорамалдар, мал­сылыҡ ҡуралары төҙөү һәм ремонтлау, газ ҡорамалдары һатып алыу һәм газ селтәренә тоташыу өсөн түләү маҡсатында. Быйыл, мәҫәлән, бындай кредиттың дөйөм суммаһы 700 мең һумдан да артыҡ була алмай.
2006 йылдан 2015 йылға саҡ­лы беҙҙең республикала шәхси яр­ҙам­сы хужалыҡ алып барыусылар алған кредиттарҙың проценттарын ҡаплауға дәүләт 204,5 миллион һум биргән, шуның 166,2 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан, 38,3 миллионы – Башҡортостан бюджетынан.
Бер ҡараһаң, ҙур аҡса. Ләкин, Ауыл хужалығы министр­лы­ғында әйтеүҙәренсә, ошо дәүер эсендә 10 мең генә крәҫтиәндең кредит алыуы 590 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн бик аҙ. Тимәк, 580 мең самаһы ихата үҙ ғаиләһен ашатып-эсереп тороу өсөн генә мал аҫрай йәки йәшелсә-емеш үҫтерә. Ә иҡти­садсылар шулай аңлата: шәхси ярҙамсы хужа­лыҡтарҙың артыуы аграр тармаҡ­тың әлегә насар үҫешкән булыуын күрһәтә. Ауыл хужалығы пред­приятиеһында эш хаҡы юғары булһа, крәҫтиәндәрҙең төп өлөшө ит-һөттө кибеттән генә һатып алыр ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә