
Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар беҙҙең ауыл халҡы өсөн һәр саҡ ышаныслы таяныс булды: хатта колхоз малы ялан тултырып йөрөгән замандарҙа ла күберәк үҙ ихатаһындағы малына һәм баҡсаһына өмөт бағланылар. Төрлө сикләүҙәр ҙә, “артыҡ” һыйырҙар йәки сутыйҙар өсөн һалым түләттереү ҙә туҡтата алманы. Хәҙер нисек йәшәй бындай хужалыҡтар? Бөгөн шәхси майҙаныңда нимә аҫрайһың йәки ниндәй продукцияңды ҡайҙа һатаһың – үҙ ихтыярыңда. Ә шулай ҙа...
“Ҡалала үҫкәндәр йәй лагерға бара, ата-әсәһе менән тәбиғәткә сыға, ә беҙҙең ауыл балаһына ял теймәй инде ул” – беҙ бәләкәй саҡта уҡытыусыларҙың шулай тип әйткәне иҫтә. Ауылда мал һәм ҡош-ҡорт тотмаған ғаиләне табыуы ҡыйын ине элек. Бала-сағаның йәйе, ысынлап та, йә ата-әсәһенә бесән сабырға ярҙам итеп, йә бәрәңге һәм сөгөлдөр утап, йылға буйында бәпкә көтөп үтә. Бынан тыш та ҡышҡа утын әҙерләү, яланда еләк йыйыу, ихатаны таҙартып тороу, урманда миндек бәйләү кеүек эш бихисап. Тик шулай ҙа ризыҡты баҙарға сығарып һатыусылар үтә һирәк була торғайны. Беренсенән, тирә-яҡ ауылдарҙа барыһы ла тиерлек шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнгәс, һинең һөт йәки ҡаймағыңды кем алһын, ә алыҫтағы ҡалаға барырға һәм ундағы баҙарҙа һатып торорға һәр кемдең хәленән килмәй ине. Икенсенән, сауҙагәр булыу ни өсөндөр оят эш һаналды. Беҙҙең халыҡта ундай кәсепселек төрө элек-электән булмағанғалыр, бәлки.

Ҡала халҡының биш-алты сутыйлыҡ баҡсалары ла ғәмәлдә шәхси ярҙамсы хужалыҡ һымаҡ ине элегерәк. Хәҙер генә ул яҙҙан көҙгә хәтлем юлға киткән сығым урынына баҙарҙа йәки йәрминкәлә йәшелсә барып алыуҙың отошлораҡ икәнен аңлайбыҙ. Хәйер, элек тә төшөнгәндәрҙер быны, тик кибеттәрҙә һәр нәмәгә ҡытлыҡ ине шул.
Йыл әйләнәһенә, нигеҙҙә, мал аҫрау менән шөғөлләнеп, шунан килгән продукция төп йәшәү сығанағы булған ғаиләләр әле лә етерлек.
– 30 баш сусҡабыҙ һәм 16 баш һыйырыбыҙ бар, – ти Ҡариҙел районының Раздолье ауылынан Игошевтар ғаиләһе. – “Ҡариҙел” совхозы тарҡалғас, мал аҫрау менән генә ныҡлап шөғөлләнергә булдыҡ. Эш хаҡы алырлыҡ бүтән урын барыбер юҡ. Ә малҡайҙар биргән продукцияны һатыуҙан килгән табыш йәшәргә етеп тора былай.
Ғаиләнең эш көсө лә ярайһы ғына: йәй бесән сабырға, йыл әйләнәһенә мал ҡарарға йорт хужаһына дүрт улы менән ике килене ярҙам итә. Хужа әйтеүенсә, итен тейәп баҙарға йөрөмәй, һатып алыусылар тирә-яҡ ауылдарҙан үҙҙәре килә. Күренеүенсә, бында ике шарт хәл иткес булып тора: 1) эш көсөнөң етерлек булыуы, йәғни ғаилә ағзаларының һәм ошо уҡ ауылда йәшәүсе туған-тыумасаның күплеге; 2) тәбиғи шарттар – Ҡариҙел яҡтары урманға ла, яланға ла бай. Урман аҡландары бесәнде мул итеп әҙерләү мөмкинлеге бирһә, ялан ере мал аҙығы культуралары сәсеү өсөн уңайлы.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар беҙҙең республиканың аграр өлкәһендә етештерелгән тулайым продукцияның яртыһынан ашыуын бирә. Тимәк, улар аҙыҡ-түлек баҙарын тәьмин итеүҙә лә (йәки халыҡтың үҙ-үҙен тәьмин итеүендә) хәл иткес әһәмиәткә эйә, шуға күрә был төр хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы булыуы бик мөһим.
Был ярҙам “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү” тигән дәүләт программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Шәхси хужалыҡтарға ҡарата уның асылы – банктан алынған кредит проценттарының бер өлөшөн дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенән түләү.
Башҡортостан ауылдарында 1 миллион 590 мең кеше йәшәй, был – республика халҡының 40 проценты. Беҙҙә 590 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар, тимәк, ауыл ғаиләләренең һәр өсөнсөһө үҙ тауарын етештерә. Ҡануниәткә ярашлы, улар теләһә ниндәй банктан түбәндәге шарттарҙа кредит алырға хоҡуҡлы:
– ике йылға – ауыл хужалығы техникаһын һәм малсылыҡ ҡураларын ремонтлауға яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашлама, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары, мал аҙығы, миҙгелле эш өсөн ветеринар препараттары, теплица ҡороу әйберҙәре, йәш мал, ауыл хужалығы продукцияһын страховкалау иғәнәһе өсөн түләү маҡсатында. Был осраҡта шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған кеше ағымдағы йылда алған кредиттың дөйөм күләме 400 мең һумдан ашырға тейеш түгел;
– биш йылға – малсылыҡ һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өсөн ҡорамалдар, малсылыҡ ҡуралары төҙөү һәм ремонтлау, газ ҡорамалдары һатып алыу һәм газ селтәренә тоташыу өсөн түләү маҡсатында. Быйыл, мәҫәлән, бындай кредиттың дөйөм суммаһы 700 мең һумдан да артыҡ була алмай.
2006 йылдан 2015 йылға саҡлы беҙҙең республикала шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыусылар алған кредиттарҙың проценттарын ҡаплауға дәүләт 204,5 миллион һум биргән, шуның 166,2 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан, 38,3 миллионы – Башҡортостан бюджетынан.
Бер ҡараһаң, ҙур аҡса. Ләкин, Ауыл хужалығы министрлығында әйтеүҙәренсә, ошо дәүер эсендә 10 мең генә крәҫтиәндең кредит алыуы 590 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ өсөн бик аҙ. Тимәк, 580 мең самаһы ихата үҙ ғаиләһен ашатып-эсереп тороу өсөн генә мал аҫрай йәки йәшелсә-емеш үҫтерә. Ә иҡтисадсылар шулай аңлата: шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың артыуы аграр тармаҡтың әлегә насар үҫешкән булыуын күрһәтә. Ауыл хужалығы предприятиеһында эш хаҡы юғары булһа, крәҫтиәндәрҙең төп өлөшө ит-һөттө кибеттән генә һатып алыр ине.