Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эш һөйөргә өйрәтте
Рәшит Кәлимуллиндың “Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 5-се һанында сыҡҡан “Хеҙмәткә дан йырланыҡ та ул” тигән мәҡәләһен уҡығас, үҙ фекеремде белдерергә булдым.
Мин ауыл хужалығы институтында юғары белем алып колхозда, совхозда, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында пенсияға сыҡҡансы эшләнем. Дөрөҫөн әйтәм, ул замандарҙа ла был тармаҡта эшләүе еңел булманы. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, ял һәм байрам көндәрендә лә бөтә ауыл халҡы менән күмәк хужалыҡтарҙы үҫтерергә, илебеҙгә күберәк аҙыҡ-түлек тапшырырға тырыштыҡ. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреп, ҙур ҡәнәғәтләнеү ала инек.
Яҡшы эшләгән кешеләрҙең хеҙмәтен хөкүмәтебеҙ тейешле баһалай белде. Иң юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән колхоз, совхоз, район етәкселәре, агрономдар, механизаторҙар, малсылар һәм башҡа һөнәр кешеләре Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә, орден-миҙалдарға һәм башҡа наградаларға лайыҡ булды. Ябай крәҫтиән балалары Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Риза Яхин, Килдебай Сөләймәнов, Шәүәли Вахитов, СССР, РСФСР Юғары Советтарына депутат булып һайланып, халыҡ мәнфәғәтен яҡланы.
Тырышып эшләгән, дауалауға мохтаж булған колхозсыларға, совхоз эшселәренә колхоз-совхоз исеменән ял йорттарына путевка бирелде.
Хеҙмәткә айына ике мәртәбә аҡсалата түләү алдыҡ. Өҫтәүенә ауыл хужалығында эшләгән кешеләргә, уҡытыусыларға, врачтарға иген, сабынлыҡ бүленде, транспорт һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтелде.
Иң мөһиме — колхоз-совхоздар бар ваҡытта һәр ауыл кешеһенең лайыҡлы эш урыны булды, хәҙерге кеүек эскелеккә бирелеп йөрөмәнеләр. Эшләгән кешеләр пенсия алыр өсөн тейешле хеҙмәт стажы йыйҙы, хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Шуны ла оноторға ярамай: колхоз-совхоз тормошо кешеләрҙе эш һөйөргә, берҙәмлеккә, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып йәшәү сифаттарын тәрбиәләне. Ә былар инде Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының фашистик Германияны еңеүендә хәл иткес әһәмиәткә эйә булды.
Юҡҡа ғына Американың элекке баш разведчигы А. Даллес Совет иленең берҙәм ауыл хужалығын (колхоз-совхоздарҙы) социализмдың иң ныҡ нигеҙе, терәге тип танымаған, шуға СССР-ҙы, көс менән еңеп булмаясағын аңлап, идеология, иҡтисад өлкәһендә көрәштә мәкерле юлдар тәҡдим иткән.
Рәсәйҙең элекке Президенты Борис Ельцин үҙенең “Колхоз-совхоздарҙы тарҡатыу тураһында”ғы Указына юҡҡа ғына ҡул ҡуймаған.
Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов был Указды беҙҙең республикала тормошҡа ашырмаҫҡа тырышып ҡараны. Тик Рәсәй етәкселегенең шул ваҡыттағы сәйәсәте һөҙөмтәһендә күмәк хужалыҡтар барыбер бөлгөнлөккә төштө. Бының иң төп сәбәбе — ауыл хужалығында етештерелгән тауарҙарҙың техника, яғыулыҡ, газ, электр энергияһы хаҡтарынан тиҫтәләрсә тапҡыр кәм булыуында. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә ауыл хужалығына күрһәтелгән ярҙам донъяла иң түбәне тиерлек. Ошондай шарттарҙа бер колхоз да, совхоз да һөҙөмтәле эшләй алмай, бөлгөнлөккә төшә.
Хәҙер ауылдың терәге булып ҡалған шәхси крәҫтиән хужалыҡтары ла ошондай ауыр шарттарҙа көн күрә. Улар етештергән картуфты, итте һәм башҡа сеймалды алыпһатарҙар осһоҙ ғына хаҡҡа алып, ҡала кешеләренә һатып байый.
Бына 20 йылдан ашыу инде беҙҙең республикала фермер хужалыҡтары эшләй. Тик улар етештергән аҙыҡ-түлек күләме төбәк халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай. Колхоз-совхоздар тарҡалғас, күп ерҙәр эшкәртелмәй һәм файҙаланылмай. Шуға күрә халыҡҡа ҡош-ҡорт аҫрарлыҡ, иген һатырлыҡ хужалыҡтар ҙа ҡалманы. Ҡыштың күп ҡарлы, буранлы көндәрендә ҡайһы бер ауылдарға юлдар таҙартылмай ята, сөнки бәләкәй хужалыҡтарҙа быны башҡарырға техника юҡ.
Ғөмүмән, крәҫтиән йәшәгән ерҙә колхоз-совхоздар ғына түгел, мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау үҙәктәре лә бөтөрөлә, ябыла. Быныһы инде тағы ла хәүефле. Шул сәбәпле ауылдарҙа эш урындары, балаларҙы уҡытырға мөмкинлек булмағас, халыҡ ҡалаларға, башҡа тарафтарға күсергә мәжбүр.
Ауыл хужалығындағы бындай етешһеҙлектәр тураһында республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Хөкүмәт етәкселәре белә, хәлде аңлай, шуға күрә уларҙы мөмкин тиклем бөтөрөү, кәметеү сараларын күрергә тырыша.
Рәфит ЗӘЙНИШЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә