Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хеҙмәт баҙарында хәлдәр нисек?
Хеҙмәт баҙарында хәлдәр нисек? Кисә Өфөлә БРИКС илдәренең хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙарының тәүге осрашыуы башланды. Ике көн дауамында барасаҡ был сараны Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин асты.

– Беҙ илдә үткәрелгән сара­ларҙың географияһын киңәй­тәбеҙ. Бынан бер нисә йыл элек һис шикһеҙ Мәскәүҙә осрашыр инек, әле иһә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә – былтыр йәй ШОС һәм БРИКС саммиттарын ҡабул иткән төбәктә – йы­йылыуыбыҙ юҡҡа түгел. Бындай мөмкинлек тыуҙырған республика етәкселегенә рәхмәтебеҙҙе белдерге килә. Ике көн дауамында барған һөйләшеүҙәр барышында тәжрибә уртаҡлашыуға ла, бөтөн илдәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүгә лә ваҡыт етер тип өмөтләнәм. Беҙ хеҙмәттәшлек иткән йүнәлештә үҙ-ара килешеп, кәңәшләшеп эшләү зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә ыңғай ғына бармай, ауырлыҡтар менән дә осрашырға тура килә. Социаль партнерлыҡ, пенсия системаһын реформалау, хеҙмәт ҡануниәтен, социаль страховкалау һәм башҡа програм­ма­ларҙы тормошҡа ашырыу тура­һында һөйләшергә кәрәк һәм ошо күтәрелгән мәсьәләләрҙә уртаҡ фекергә килеү мөһим, – тине Максим Анатольевич.
Ә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығы­шында:
– Бөгөн Өфөнөң йәнә иғтибар үҙәгендә булыуы һәм ошондай мәртәбәле ҡунаҡтар ҡабул итеүе ҡыуаныслы. Башҡортостан иле­беҙҙең фәнни, ғилми, мәғариф, медицина үҙәктәренең береһе булып тора. 100-ҙән ашыу ил ме­нән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был йәһәттән нефть, нефть химияһы, машиналар һәм станоктар эшләү, вертолеттар, автобустар етештереү эше күп­тән яйға һалынған. Ауыл хужа­лығы үҫеше буйынса илдә тәүге биш төбәк исемлегенә ингәнбеҙ. Аҙыҡ-түлек етештереү буйынса алдынғылыҡты бирмәйбеҙ. Инновациялар ҡулланып үҫешкән ойошмалар һәм эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы ала. Инвестициялар йәлеп итеү өсөн республикала бөтөн шарттар булды­рылған. Иҡтисади яҡтан ауыр һаналған 2015 йылды ла был йәһәттән уңышлы тамамланыҡ.
Бөгөнгө осрашыу хеҙмәт баҙарын үҫтереү мәсьәләләрен күтәрә. Был – Рәсәй өсөн генә түгел, бар донъя кимәлендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Хеҙмәт баҙарын, уның инфраструк­тураһын үҫтереү, был өлкәлә легаль булмаған бизнес менән көрәшеү, уңайлы эш шарттары булдырыу һәм хеҙмәткәр­ҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау – быларҙың барыһы ла мөһим. Һанап үтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн дәүләт, профсоюз һәм эш би­реүселәр араһында тығыҙ бәй­ләнеш булдырыу көн талабы булып тора. Беҙҙә был йәһәттән уңышлы тәжрибә бар.
Башҡортостан барығыҙҙы ла асыҡ һөйләшеүгә һәм хеҙмәт­тәшлеккә саҡыра. Халыҡ-ара кимәлдәге эшлекле сараларҙы Өфөлә үткәреү тәжрибәһен да­уам итәйек. 2019 йылда Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдә­ләй. Ошо сараға ҡарата ҙур форумды Башҡортостанда үткә­рергә тәҡдим итәм, – тине.
Артабан доклад менән Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы генераль директоры Гай Райдер, Халыҡ-ара социаль тәьмин итеү ассоциацияһы генераль секретары Ханс-Хорст Конколевски, Бөтә донъя банкының глобаль практикалар буйынса төркөмө вице-президенты Кит Хансен һәм башҡалар сығыш яһаны.
Донъя кимәлендә эшһеҙлек, миграция, хеҙмәттең баһаһы төшөү мәсьәләләре көнүҙәк темаға әйләнгән мәлдә, был осрашыу мөһим булып тора. Глобалләшеү, техника үҫешкән осорҙа ябай хеҙмәт нисек баһа­лана? Бынан тыш, иҡтисадты үҫтереү, хеҙмәт етештереү­сәнлеген, кадрҙарҙы әҙерләү сифатын арттырыу, мәшғүллек үҙәктәрен көсәйтеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү ҡарала. Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар ойошмаһы рәйесе Михаил Шмаковтың сығышы бе­рәү­ҙе лә битараф ҡалдырма­ғандыр.
– Бөгөн донъя­ла 200 мил­лиондан ашыу эшһеҙ бар. Улар­ҙың сәйәси тотороҡһоҙлоҡ менән ризаһыҙ­лығы артҡандан-арта. Айырыуса араларында йәш­тәрҙең күп булыуы борсоуға һала. Беҙгә бергәләп БРИКС илдәрендә улар өсөн эш урындары булдырыу тураһында уй­лар­ға кәрәк. Ә эшләп йөрөгән­дәр­гә хеҙмәт хаҡын арттырыу мәсьә­ләһен күтәреү – көн талабы. Шул саҡта ғына тауар әйләнеше йылдамланасаҡ.
Әле Рәсәйҙә иҡтисади йә­һәт­тән әүҙемлек күрһәткән төркөмгә 76 миллион кеше ҡарай. Улар 15 йәштән 72 йәшкә тиклемгеләр. Ә эшләп йөрөүселәр һаны 15 мил­лион тирәһе. Шуларҙың 20 – 50 проценты тирәһе рәсми булмаған килем ала. Тимәк, бюджет ҙур юғалтыу кисерә. Ошо ҡатмарлы хәлдәрҙе уртаға һалып һөйләшкәндә, аралашыу өс яҡлы барһын өсөн эш төркөмө булды­рырға тәҡдим итәм, – тип бел­дерҙе Михаил Викторович.



Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә