Кисә Өфөлә БРИКС илдәренең хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙарының тәүге осрашыуы башланды. Ике көн дауамында барасаҡ был сараны Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин асты.– Беҙ илдә үткәрелгән сараларҙың географияһын киңәйтәбеҙ. Бынан бер нисә йыл элек һис шикһеҙ Мәскәүҙә осрашыр инек, әле иһә Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә – былтыр йәй ШОС һәм БРИКС саммиттарын ҡабул иткән төбәктә – йыйылыуыбыҙ юҡҡа түгел. Бындай мөмкинлек тыуҙырған республика етәкселегенә рәхмәтебеҙҙе белдерге килә. Ике көн дауамында барған һөйләшеүҙәр барышында тәжрибә уртаҡлашыуға ла, бөтөн илдәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүгә лә ваҡыт етер тип өмөтләнәм. Беҙ хеҙмәттәшлек иткән йүнәлештә үҙ-ара килешеп, кәңәшләшеп эшләү зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә ыңғай ғына бармай, ауырлыҡтар менән дә осрашырға тура килә. Социаль партнерлыҡ, пенсия системаһын реформалау, хеҙмәт ҡануниәтен, социаль страховкалау һәм башҡа программаларҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләшергә кәрәк һәм ошо күтәрелгән мәсьәләләрҙә уртаҡ фекергә килеү мөһим, – тине Максим Анатольевич.
Ә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында:
– Бөгөн Өфөнөң йәнә иғтибар үҙәгендә булыуы һәм ошондай мәртәбәле ҡунаҡтар ҡабул итеүе ҡыуаныслы. Башҡортостан илебеҙҙең фәнни, ғилми, мәғариф, медицина үҙәктәренең береһе булып тора. 100-ҙән ашыу ил менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был йәһәттән нефть, нефть химияһы, машиналар һәм станоктар эшләү, вертолеттар, автобустар етештереү эше күптән яйға һалынған. Ауыл хужалығы үҫеше буйынса илдә тәүге биш төбәк исемлегенә ингәнбеҙ. Аҙыҡ-түлек етештереү буйынса алдынғылыҡты бирмәйбеҙ. Инновациялар ҡулланып үҫешкән ойошмалар һәм эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы ала. Инвестициялар йәлеп итеү өсөн республикала бөтөн шарттар булдырылған. Иҡтисади яҡтан ауыр һаналған 2015 йылды ла был йәһәттән уңышлы тамамланыҡ.
Бөгөнгө осрашыу хеҙмәт баҙарын үҫтереү мәсьәләләрен күтәрә. Был – Рәсәй өсөн генә түгел, бар донъя кимәлендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Хеҙмәт баҙарын, уның инфраструктураһын үҫтереү, был өлкәлә легаль булмаған бизнес менән көрәшеү, уңайлы эш шарттары булдырыу һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау – быларҙың барыһы ла мөһим. Һанап үтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн дәүләт, профсоюз һәм эш биреүселәр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу көн талабы булып тора. Беҙҙә был йәһәттән уңышлы тәжрибә бар.
Башҡортостан барығыҙҙы ла асыҡ һөйләшеүгә һәм хеҙмәттәшлеккә саҡыра. Халыҡ-ара кимәлдәге эшлекле сараларҙы Өфөлә үткәреү тәжрибәһен дауам итәйек. 2019 йылда Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Ошо сараға ҡарата ҙур форумды Башҡортостанда үткәрергә тәҡдим итәм, – тине.
Артабан доклад менән Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы генераль директоры Гай Райдер, Халыҡ-ара социаль тәьмин итеү ассоциацияһы генераль секретары Ханс-Хорст Конколевски, Бөтә донъя банкының глобаль практикалар буйынса төркөмө вице-президенты Кит Хансен һәм башҡалар сығыш яһаны.
Донъя кимәлендә эшһеҙлек, миграция, хеҙмәттең баһаһы төшөү мәсьәләләре көнүҙәк темаға әйләнгән мәлдә, был осрашыу мөһим булып тора. Глобалләшеү, техника үҫешкән осорҙа ябай хеҙмәт нисек баһалана? Бынан тыш, иҡтисадты үҫтереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген, кадрҙарҙы әҙерләү сифатын арттырыу, мәшғүллек үҙәктәрен көсәйтеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү ҡарала. Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздар ойошмаһы рәйесе Михаил Шмаковтың сығышы берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр.
– Бөгөн донъяла 200 миллиондан ашыу эшһеҙ бар. Уларҙың сәйәси тотороҡһоҙлоҡ менән ризаһыҙлығы артҡандан-арта. Айырыуса араларында йәштәрҙең күп булыуы борсоуға һала. Беҙгә бергәләп БРИКС илдәрендә улар өсөн эш урындары булдырыу тураһында уйларға кәрәк. Ә эшләп йөрөгәндәргә хеҙмәт хаҡын арттырыу мәсьәләһен күтәреү – көн талабы. Шул саҡта ғына тауар әйләнеше йылдамланасаҡ.
Әле Рәсәйҙә иҡтисади йәһәттән әүҙемлек күрһәткән төркөмгә 76 миллион кеше ҡарай. Улар 15 йәштән 72 йәшкә тиклемгеләр. Ә эшләп йөрөүселәр һаны 15 миллион тирәһе. Шуларҙың 20 – 50 проценты тирәһе рәсми булмаған килем ала. Тимәк, бюджет ҙур юғалтыу кисерә. Ошо ҡатмарлы хәлдәрҙе уртаға һалып һөйләшкәндә, аралашыу өс яҡлы барһын өсөн эш төркөмө булдырырға тәҡдим итәм, – тип белдерҙе Михаил Викторович.