Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Селпәрәмә килгән бәхет
Селпәрәмә килгән бәхет Һуғыш Мотаһарҙың бала сағын урланы. Сәңгелдәктә ятып ҡалған сабый атаһын иҫләмәне. Бер туған ағаһының да "хәбәрһеҙ юғалды" тигән ҡағыҙы килде. Шуға ла тормоштоң әсе-сөсөһөн бала килеш үҙ елкәһендә татыны. Дүрт класты тамамлағас, күрше ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә лә уҡый алманы. Мыйығы һыҙыла башлағайны, яңғыҙ ҡатындың сибәр ҡыҙына өйләнде. Уларға һоҡландылар, маҡтанылар. Бер-бер артлы өс балаға ата-инә булдылар.

Тормош уға уҡырға кәрәк­леген иҫкәртте. Алдан әҙер­ләнеп, Темәс педучилищеһына имтихан бирергә юлланды. Документын алмаһалар ҙа, үҙен һынап ҡарауҙарын үтенде. Уның үткерлеге лә ярҙам иткән­дер, бөтә фәндәрҙән дә "бишле”гә тапшырып, дүрт класс белеме менән уҡыу йортона ҡабул ителде. Әммә беренсе курсты тамамлағас, ҡатыны менән араларында аңлашмау­сылыҡ ҡуйырҙы. Ул Өфөләге ауыл хужалығы институтында ситтән тороп уҡырға мәжбүр булды. Юғары уҡыу йортон тамамлап, агроном һөнәрен алды.
Совет осоро ваҡыты. Уны шунда уҡ ҙур колхозға эшкә алдылар. Ялан еренә күсеп киттеләр. Унда иген ишелеп уңды. Ул ВДНХ-ның көмөш миҙалына лайыҡ булды. Мәс­кәү ресторанында яратҡан йыры ”Илсе Ғайса”ны йырлап ишеттерҙе. Эшендә һәр саҡ хөрмәт ҡаҙанды. Халыҡ ара­һында абруйлы Мотаһарҙы халыҡ суды заседателе, сәйәси уҡыуҙар үткәрергә, башҡа йәмәғәт эштәренә ҡушып ҡына торҙолар. Балалары ла үҙенә оҡшап яҡшы уҡыны. Һәр береһе юғары белем алды. Ауылдарына газ килде. Ҡатыны, тиҙ арала уҡып алып, эшкә төштө. Газ ҡаҙанлығында бергә эшләгән мәрйә хеҙмәт­тәше эсергә әүәҫ ине. Һәр саҡ көмөшкә алып килә. Оҙон ҡыш­ҡы төндәрҙә уға ла һелтәтә. Бер юлы Мотаһары тураһында имеш-мимештәр һөйләй. Мәмдүҙә иренә ышанмай, артынан йөрөп аңдый һәм хатта машинаһына ултырып алған юлаусыларҙы һөйрәтеп төшө­рөп, типкесләргә лә оялмай башланы. Идара йортона барып, ҡысҡырып әрләй. Мотаһар өндәшмәй. Яй ғына өйөнә ҡайта. Тамағына ла үҙе яраштыра, ҡыярҙы ла үҙе тоҙлай, һауыт-һабаны ла йыуа...
Һәр ваҡиғаның да аҙағы була тигәндәй, уларҙың ҡаң­ғырығына нөктә ҡуйылды. Ул йәйге урып-һуғыу эшенән арып ҡайтып тәгәрәне. Ҡаза йоҡлата, тиҙәр. Ярты төн уртаһында ишек асылды ла бер биҙрә эсәк-ҡарын тотҡан ҡатыны килеп инде. Ғәҙәттәгесә, ире өндәшмәҫ тип уйланы. Әммә яңылышты. Мәмдүҙә ҡулын­да­ғыһын йоҡлап ятҡан ире өҫтөнә түңкәреүе булды, уныһы тороп, биҙрәһен башына кейҙерҙе. Иҫерек ҡатыны иҙәнгә тәгәрәне...
Иртән торһа, ҡатыны хәрә­кәтһеҙ ята. Шунда уҡ "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡыртты. Өс аҙна дауаханала ятып, йән бирҙе. Имеш-мимештәр, төрлө хәбәрҙәр таралды. Уны хоҡуҡ һаҡлау органдары судҡа тиклем ябып тотто. Балалары, әлбиттә, әсәләрен яҡланы. Кенә тотоусылар ирҙе ғәйеп­легә сыға­рып, шаһит булырға ла тартынманы. Идара йортонда бергә эшләгән иптәше уның урынын биләне, судҡа насар характеристика яҙҙы, ғәйбәт таратып, үсен алды.
Мотаһарҙы һигеҙ йылға ултырттылар. Зирәк ир көндәр буйы әҙәби әҫәрҙәр яҙҙы, Рәсәй Президентынан ярлыҡау һо­раны. Алты йылдан төрмәнән сыҡты.
Бар михнәтте, ғазапты кисереп, һаулығы насарайған ир, әлбиттә, физик һәм әхлаҡи яҡтан ныҡ ҡаҡшаны, биреште. Ике йылдан һуң, пенсияға ла сыға алмай, мәрхүм булды. Тотҡонлоҡта үҙенең яҙмышын тасуирлап, "Ҡара яҙмыш" романы, башҡа жанрҙағы ижады туған-тыумасаһына ҡомартҡы булып ҡалды. Туғандары уның повесын үҙнәшер юлы менән ташҡа баҫтырҙы.
Ауыр һуғыш осоронда бала­ларының яҙмышын юратырға әсәһе йәйәүләп күрәҙәселәргә "бол" һалдыр­тырға йөрөнө. Ике малайына ни өсөндөр күрәҙәсе насар яҙмыш юраны. Ысынлап та, баш балаһы ҡәһәрле һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Икенсеһе... Үҙ ғүмерендә ҡатынына бер тапҡыр ҙа ҡул күтәрмәгән ирҙең яҙмышын ҡәһәрле төн хәл итте.
Мотаһар хәләл ефетен яратманы тип әйтеп булмай. Ҡатыны бал-ҡаймаҡта йөҙҙө. Алыҫ Төньяҡҡа самолет менән барып шәшке туны, ҡиммәтле тиреле баш кейеме кейҙерҙе... Бер һүҙ менән әйткәндә, башына мендерҙе. Хас та Пушкин әҫәрендәге бар байлығы ярыҡ ялғаш булған әбейҙәй, батшабикә булып, ул ирен кәмләй, хурлай, кәмһетә башланы.
Дәрте ташып торған Мота­һар ғүмеренең һуңғы сәғәтенә тиклем колхоз эшенә егелде, һунарсы ҡомарын һүндермәй уҫаҡтан саңғы ла яһатты, атаһы һуғышҡа киткәндә төҙөп ҡалдырған ҙур йортона семәрле тәҙрә ҡапҡастары, муйыл ағасынан көйәнтәләр ҙә эшләтте. Уларҙың бәхетле тормошо селпәрәмә килеп, быялалай ватылды, юҡҡа сыҡты...





Автор: Зөһрә БӘШӘРОВА. Район: Әбйәлил районы, Теләш ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда легендар «Ғәлиә» мәҙрәсәһенең 120 йыллығы билдәләнәсәк...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров баш табиптарға 21 ашығыс медицина ярҙамы автомобиле асҡысын тапшырҙы
Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 1

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә