Һуғыш Мотаһарҙың бала сағын урланы. Сәңгелдәктә ятып ҡалған сабый атаһын иҫләмәне. Бер туған ағаһының да "хәбәрһеҙ юғалды" тигән ҡағыҙы килде. Шуға ла тормоштоң әсе-сөсөһөн бала килеш үҙ елкәһендә татыны. Дүрт класты тамамлағас, күрше ауылдағы һигеҙ йыллыҡ мәктәптә лә уҡый алманы. Мыйығы һыҙыла башлағайны, яңғыҙ ҡатындың сибәр ҡыҙына өйләнде. Уларға һоҡландылар, маҡтанылар. Бер-бер артлы өс балаға ата-инә булдылар.Тормош уға уҡырға кәрәклеген иҫкәртте. Алдан әҙерләнеп, Темәс педучилищеһына имтихан бирергә юлланды. Документын алмаһалар ҙа, үҙен һынап ҡарауҙарын үтенде. Уның үткерлеге лә ярҙам иткәндер, бөтә фәндәрҙән дә "бишле”гә тапшырып, дүрт класс белеме менән уҡыу йортона ҡабул ителде. Әммә беренсе курсты тамамлағас, ҡатыны менән араларында аңлашмаусылыҡ ҡуйырҙы. Ул Өфөләге ауыл хужалығы институтында ситтән тороп уҡырға мәжбүр булды. Юғары уҡыу йортон тамамлап, агроном һөнәрен алды.
Совет осоро ваҡыты. Уны шунда уҡ ҙур колхозға эшкә алдылар. Ялан еренә күсеп киттеләр. Унда иген ишелеп уңды. Ул ВДНХ-ның көмөш миҙалына лайыҡ булды. Мәскәү ресторанында яратҡан йыры ”Илсе Ғайса”ны йырлап ишеттерҙе. Эшендә һәр саҡ хөрмәт ҡаҙанды. Халыҡ араһында абруйлы Мотаһарҙы халыҡ суды заседателе, сәйәси уҡыуҙар үткәрергә, башҡа йәмәғәт эштәренә ҡушып ҡына торҙолар. Балалары ла үҙенә оҡшап яҡшы уҡыны. Һәр береһе юғары белем алды. Ауылдарына газ килде. Ҡатыны, тиҙ арала уҡып алып, эшкә төштө. Газ ҡаҙанлығында бергә эшләгән мәрйә хеҙмәттәше эсергә әүәҫ ине. Һәр саҡ көмөшкә алып килә. Оҙон ҡышҡы төндәрҙә уға ла һелтәтә. Бер юлы Мотаһары тураһында имеш-мимештәр һөйләй. Мәмдүҙә иренә ышанмай, артынан йөрөп аңдый һәм хатта машинаһына ултырып алған юлаусыларҙы һөйрәтеп төшөрөп, типкесләргә лә оялмай башланы. Идара йортона барып, ҡысҡырып әрләй. Мотаһар өндәшмәй. Яй ғына өйөнә ҡайта. Тамағына ла үҙе яраштыра, ҡыярҙы ла үҙе тоҙлай, һауыт-һабаны ла йыуа...
Һәр ваҡиғаның да аҙағы була тигәндәй, уларҙың ҡаңғырығына нөктә ҡуйылды. Ул йәйге урып-һуғыу эшенән арып ҡайтып тәгәрәне. Ҡаза йоҡлата, тиҙәр. Ярты төн уртаһында ишек асылды ла бер биҙрә эсәк-ҡарын тотҡан ҡатыны килеп инде. Ғәҙәттәгесә, ире өндәшмәҫ тип уйланы. Әммә яңылышты. Мәмдүҙә ҡулындағыһын йоҡлап ятҡан ире өҫтөнә түңкәреүе булды, уныһы тороп, биҙрәһен башына кейҙерҙе. Иҫерек ҡатыны иҙәнгә тәгәрәне...
Иртән торһа, ҡатыны хәрәкәтһеҙ ята. Шунда уҡ "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡыртты. Өс аҙна дауаханала ятып, йән бирҙе. Имеш-мимештәр, төрлө хәбәрҙәр таралды. Уны хоҡуҡ һаҡлау органдары судҡа тиклем ябып тотто. Балалары, әлбиттә, әсәләрен яҡланы. Кенә тотоусылар ирҙе ғәйеплегә сығарып, шаһит булырға ла тартынманы. Идара йортонда бергә эшләгән иптәше уның урынын биләне, судҡа насар характеристика яҙҙы, ғәйбәт таратып, үсен алды.
Мотаһарҙы һигеҙ йылға ултырттылар. Зирәк ир көндәр буйы әҙәби әҫәрҙәр яҙҙы, Рәсәй Президентынан ярлыҡау һораны. Алты йылдан төрмәнән сыҡты.
Бар михнәтте, ғазапты кисереп, һаулығы насарайған ир, әлбиттә, физик һәм әхлаҡи яҡтан ныҡ ҡаҡшаны, биреште. Ике йылдан һуң, пенсияға ла сыға алмай, мәрхүм булды. Тотҡонлоҡта үҙенең яҙмышын тасуирлап, "Ҡара яҙмыш" романы, башҡа жанрҙағы ижады туған-тыумасаһына ҡомартҡы булып ҡалды. Туғандары уның повесын үҙнәшер юлы менән ташҡа баҫтырҙы.
Ауыр һуғыш осоронда балаларының яҙмышын юратырға әсәһе йәйәүләп күрәҙәселәргә "бол" һалдыртырға йөрөнө. Ике малайына ни өсөндөр күрәҙәсе насар яҙмыш юраны. Ысынлап та, баш балаһы ҡәһәрле һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Икенсеһе... Үҙ ғүмерендә ҡатынына бер тапҡыр ҙа ҡул күтәрмәгән ирҙең яҙмышын ҡәһәрле төн хәл итте.
Мотаһар хәләл ефетен яратманы тип әйтеп булмай. Ҡатыны бал-ҡаймаҡта йөҙҙө. Алыҫ Төньяҡҡа самолет менән барып шәшке туны, ҡиммәтле тиреле баш кейеме кейҙерҙе... Бер һүҙ менән әйткәндә, башына мендерҙе. Хас та Пушкин әҫәрендәге бар байлығы ярыҡ ялғаш булған әбейҙәй, батшабикә булып, ул ирен кәмләй, хурлай, кәмһетә башланы.
Дәрте ташып торған Мотаһар ғүмеренең һуңғы сәғәтенә тиклем колхоз эшенә егелде, һунарсы ҡомарын һүндермәй уҫаҡтан саңғы ла яһатты, атаһы һуғышҡа киткәндә төҙөп ҡалдырған ҙур йортона семәрле тәҙрә ҡапҡастары, муйыл ағасынан көйәнтәләр ҙә эшләтте. Уларҙың бәхетле тормошо селпәрәмә килеп, быялалай ватылды, юҡҡа сыҡты...