Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙе ниҙәр көтә?
Маймыл йылын нисек ҡаршыларға, киләһе йылда үҙеңде нисек тоторға, ниндәй кәңәштәргә таянырға икәнен нығыраҡ белеү өсөн йондоҙҙарға мөрәжәғәт итәйек.

Ҡомаҡ (Cысҡан) йылы

Ҡомаҡ йылында тыуғандар бик һаҡ булырға тейеш. Пландары һәр ваҡыт үҙгәреп торор, күп көс кәрәк буласаҡ. Был йылда яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшер өсөн түҙемлек тә, хәйлә лә, аҡыл да талап ителәсәк. Мөхәббәт өлкәһендә уңырһығыҙ. Бәхетегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ. Яңы танышыуҙар бик һирәк осраҡта ғына ҡыуаныс килтерер — әгәр ысынлап ул һеҙҙең яҙмышығыҙ булһа. Ғаиләгеҙгә, дуҫтарығыҙға мөмкин тиклем күберәк иғтибар йүнәлтергә тырышығыҙ, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу тураһында уйлағыҙ. Шул ваҡытта һәр саҡ уларҙың ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ.

Үгеҙ йылы

Был йылда шәхси мөнәсәбәттәр — мөхәббәт, ғаилә, дуҫтар күп көс талап итәсәк. Үгеҙ үҙенең ҡеүәте менән тирә-яҡтағыларҙы ҡурҡыуға һалырға тейеш түгел. Киреһенсә, хәҙер ул — яҡындарын ысын мәғәнәһендә һаҡлаусы. Эштәге йәки коллективтағы үҙгәрештәрҙең хәүеф тойғолары уятыуы ихтимал. Шуны ла онотмағыҙ: киләһе йылда ең һыҙғанып, тырышып эшләргә тура килер. Үҙегеҙ менән шөғөлләнергә ваҡыт. Уй-фекерегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ.

Юлбарыҫ йылы

Юлбарыҫ өсөн Яңы йыл ыңғай булмаҡсы. Йылдың энергияһы һеҙгә уңышлы эштәргә ижади көс бирер. Айырыуса шәхси үҫешкә күберәк иғтибар биргәндә, Юлбарыҫ эштә лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтер. Әлбиттә, көс-ғәйрәтегеҙ ташып тороуы эшегеҙгә ыңғай йоғонто яһар. Бөтә күңелен һалып эшләп, ғаиләһенең, үҙенең матди хәлен яҡшыртыуға көсөн түккән Юлбарыҫҡа уңыш йылмайыр.

Бесәй (Ҡуян) йылы

Һеҙҙең өсөн дә йыл яҡшы булыр. Ҡыҙыҡлы ла, яңы үҙгәрештәр индергән осор көтә. Бесәйгә ғаиләһенә, ата-әсәһенә, уҡыуға ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Ҡасандыр онотолған эштәрҙе лә башҡарып ҡуйырға ваҡыт. Дуҫтар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, туғандарға ярҙам итеү — бына ошоларға иғтибарҙы йүнәлтеү мөһим.

Аждаһа йылы

Был йыл һеҙҙең яҡлы буласаҡ, ләкин һаҡлыҡ саралары тураһында һис онотоп ебәрергә ярамай. Нин­дәйҙер имгәнеүҙәрҙән, ауырыуҙарҙан һаҡланыу шарт. Бының өсөн хис-тойғоларығыҙҙы бер аҙ ауыҙлыҡлап тороу зарур. Дуҫтарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ, уларҙың ярҙамына таяна алаһығыҙ.
Йылан йылы

Аҡыллы Йылан төрлө осраҡта ла үҙенә файҙа эшләй ала. Шулай ҙа киләһе йылда һеҙгә бер аҙ ауырыраҡ булмаҡсы. Артыҡ сәбәләнмәй, күберәк уҡырға, дуҫтар менән эштәрҙе яйға һалырға кәңәш ителә.

Йылҡы йылы

Ҡасандыр ҡалдырып торған эштәрегеҙҙе, уйҙарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ваҡыт. Был йыл һеҙгә йәшәү өсөн көс бирә, киңлектәр аса. Ләкин ял тураһында ла онотоп ебәрмәгеҙ. Юғиһә финишҡа икенсе берәүҙең беренсе килеүе ихтимал. Эштә үҫеү өсөн дә йыл уңышлы, бары тик коллегаларығыҙға иғтибарлы булыу кәрәк.

Кәзә (Һарыҡ) йылы

Әлбиттә, Кәзә өсөн был яҡшы осор. Улар өсөн үҙгәрештәр йылы. Бөтә көстө һалып, ең һыҙғанып эшләргә әҙерләнергә кәрәк. Үҙегеҙ өҫтөндә тырышыу мөһим. Файҙалы әйберҙәр һатып алыуға аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Эшегеҙҙе алмаштырыу ихтималлығы ла бар. Элекке һөнәри эшмәкәрлегегеҙ һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәйәсәк, сөнки һеҙгә артабан үҫеш кәрәк.

Маймыл йылы

Киләһе йылда Маймылға тирә-йүндәгеләрҙең башын ҡатырыуҙан йырағыраҡ торорға кәрәк. Ул күп тормош һабаҡтары алыр. Гел генә ыңғай хәл-ваҡиғалар көтөп тормаһа ла, хәйләкәр Маймыл язанан ҡаса белер. Хатта ғәйепле булған осраҡта ла, ул хәл-ваҡиғаны үҙенә файҙалы яҡҡа бороп ебәрә аласаҡ. Бик күп ҡыҙыҡлы танышыуҙар булыр. Әгәр Маймыл һәләттәрен йәшермәһә, уның ижади мөмкинлеге лайыҡлы баһаланыр.

Әтәс йылы

Әтәсте һәйбәт йыл көтә. Бигерәк тә рухи үҫеш, мөнәсәбәттәрҙе нығытыу йәһәтенән яҡшы йыл булмаҡсы. Алда — бик күп ҡыҙыҡлы асыштар! Әтәс үҙен ышаныслы тотоуы, маҡсатҡа ынтылыусан, ғәҙел булыуы менән тирә-йүндәгеләрҙе һоҡландырыр. Иң мөһиме – етәкселек менән бәхәскә инергә ярамай. Шулай уҡ эшлекле өлкәлә артыҡ әүҙем булыу ҙа проблемаларға килтереүе ихтимал.

Эт йылы

Эт өсөн бик уңай йыл. Изге мөнәсәбәттәр, ғаилә шатлыҡтары, ижад өлкәһендә, уҡыуҙа уңыштар көтә. Эшлекле даирәлә ныҡ иғтибарлы булығыҙ. Һағыраҡ булһағыҙ, күңелһеҙ ваҡиғаларҙы ситләтеп үтергә мөмкин. Эштә тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, карьерағыҙ үҫеүе ихтимал. Шуға көс түгеүҙән ҡурҡмағыҙ. Хеҙмәт баҫҡысы буйлап үрләүҙә коллегаларығыҙҙың да ярҙамын тойорһоғоҙ.

Ҡабан (Сусҡа) йылы

Быйыл Ҡабандың эштәре күтәре­леүгә табан барыр. Иң элек дуҫтар араһында мөнәсәбәттәр нығыныр, был һеҙҙең эшегеҙгә лә йоғонто яһамай ҡалмаҫ. Сәләмәтлегегеҙҙе ҡайғыр­тырға ла онотмағыҙ. Яҡшы туҡланыуға иғтибар бирегеҙ. Сәйәхәт итеү өсөн иң уңайлы мәл. Эшегеҙҙә йәки уҡыған ерегеҙҙә алыҫ командировка тәҡдим итһәләр, баш тартмағыҙ.


Йондоҙҙар кәңәшен тыңларғамы-юҡмы, үҙегеҙ һайлағыҙ, ә беҙ һеҙгә һәйбәт ял, байрамды яҡында­рығыҙ менән күңелле ҡаршыла­уығыҙҙы теләйбеҙ. Киләһе йыл тик именлек, күңел тыныслығы, бәхет кил­терһен. Килер көндәрегеҙ Яңы йыл төнөндәге кеүек үк сағыу, шатлыҡҡа тулы булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә