Беҙҙе ниҙәр көтә?30.12.2015
Маймыл йылын нисек ҡаршыларға, киләһе йылда үҙеңде нисек тоторға, ниндәй кәңәштәргә таянырға икәнен нығыраҡ белеү өсөн йондоҙҙарға мөрәжәғәт итәйек.
Ҡомаҡ (Cысҡан) йылы
Ҡомаҡ йылында тыуғандар бик һаҡ булырға тейеш. Пландары һәр ваҡыт үҙгәреп торор, күп көс кәрәк буласаҡ. Был йылда яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшер өсөн түҙемлек тә, хәйлә лә, аҡыл да талап ителәсәк. Мөхәббәт өлкәһендә уңырһығыҙ. Бәхетегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ. Яңы танышыуҙар бик һирәк осраҡта ғына ҡыуаныс килтерер — әгәр ысынлап ул һеҙҙең яҙмышығыҙ булһа. Ғаиләгеҙгә, дуҫтарығыҙға мөмкин тиклем күберәк иғтибар йүнәлтергә тырышығыҙ, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу тураһында уйлағыҙ. Шул ваҡытта һәр саҡ уларҙың ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ.
Үгеҙ йылы
Был йылда шәхси мөнәсәбәттәр — мөхәббәт, ғаилә, дуҫтар күп көс талап итәсәк. Үгеҙ үҙенең ҡеүәте менән тирә-яҡтағыларҙы ҡурҡыуға һалырға тейеш түгел. Киреһенсә, хәҙер ул — яҡындарын ысын мәғәнәһендә һаҡлаусы. Эштәге йәки коллективтағы үҙгәрештәрҙең хәүеф тойғолары уятыуы ихтимал. Шуны ла онотмағыҙ: киләһе йылда ең һыҙғанып, тырышып эшләргә тура килер. Үҙегеҙ менән шөғөлләнергә ваҡыт. Уй-фекерегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ.
Юлбарыҫ йылы
Юлбарыҫ өсөн Яңы йыл ыңғай булмаҡсы. Йылдың энергияһы һеҙгә уңышлы эштәргә ижади көс бирер. Айырыуса шәхси үҫешкә күберәк иғтибар биргәндә, Юлбарыҫ эштә лә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтер. Әлбиттә, көс-ғәйрәтегеҙ ташып тороуы эшегеҙгә ыңғай йоғонто яһар. Бөтә күңелен һалып эшләп, ғаиләһенең, үҙенең матди хәлен яҡшыртыуға көсөн түккән Юлбарыҫҡа уңыш йылмайыр.
Бесәй (Ҡуян) йылы
Һеҙҙең өсөн дә йыл яҡшы булыр. Ҡыҙыҡлы ла, яңы үҙгәрештәр индергән осор көтә. Бесәйгә ғаиләһенә, ата-әсәһенә, уҡыуға ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Ҡасандыр онотолған эштәрҙе лә башҡарып ҡуйырға ваҡыт. Дуҫтар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, туғандарға ярҙам итеү — бына ошоларға иғтибарҙы йүнәлтеү мөһим.
Аждаһа йылы
Был йыл һеҙҙең яҡлы буласаҡ, ләкин һаҡлыҡ саралары тураһында һис онотоп ебәрергә ярамай. Ниндәйҙер имгәнеүҙәрҙән, ауырыуҙарҙан һаҡланыу шарт. Бының өсөн хис-тойғоларығыҙҙы бер аҙ ауыҙлыҡлап тороу зарур. Дуҫтарығыҙҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ, уларҙың ярҙамына таяна алаһығыҙ.
Йылан йылы
Аҡыллы Йылан төрлө осраҡта ла үҙенә файҙа эшләй ала. Шулай ҙа киләһе йылда һеҙгә бер аҙ ауырыраҡ булмаҡсы. Артыҡ сәбәләнмәй, күберәк уҡырға, дуҫтар менән эштәрҙе яйға һалырға кәңәш ителә.
Йылҡы йылы
Ҡасандыр ҡалдырып торған эштәрегеҙҙе, уйҙарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ваҡыт. Был йыл һеҙгә йәшәү өсөн көс бирә, киңлектәр аса. Ләкин ял тураһында ла онотоп ебәрмәгеҙ. Юғиһә финишҡа икенсе берәүҙең беренсе килеүе ихтимал. Эштә үҫеү өсөн дә йыл уңышлы, бары тик коллегаларығыҙға иғтибарлы булыу кәрәк.
Кәзә (Һарыҡ) йылы
Әлбиттә, Кәзә өсөн был яҡшы осор. Улар өсөн үҙгәрештәр йылы. Бөтә көстө һалып, ең һыҙғанып эшләргә әҙерләнергә кәрәк. Үҙегеҙ өҫтөндә тырышыу мөһим. Файҙалы әйберҙәр һатып алыуға аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Эшегеҙҙе алмаштырыу ихтималлығы ла бар. Элекке һөнәри эшмәкәрлегегеҙ һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәйәсәк, сөнки һеҙгә артабан үҫеш кәрәк.
Маймыл йылы
Киләһе йылда Маймылға тирә-йүндәгеләрҙең башын ҡатырыуҙан йырағыраҡ торорға кәрәк. Ул күп тормош һабаҡтары алыр. Гел генә ыңғай хәл-ваҡиғалар көтөп тормаһа ла, хәйләкәр Маймыл язанан ҡаса белер. Хатта ғәйепле булған осраҡта ла, ул хәл-ваҡиғаны үҙенә файҙалы яҡҡа бороп ебәрә аласаҡ. Бик күп ҡыҙыҡлы танышыуҙар булыр. Әгәр Маймыл һәләттәрен йәшермәһә, уның ижади мөмкинлеге лайыҡлы баһаланыр.
Әтәс йылы
Әтәсте һәйбәт йыл көтә. Бигерәк тә рухи үҫеш, мөнәсәбәттәрҙе нығытыу йәһәтенән яҡшы йыл булмаҡсы. Алда — бик күп ҡыҙыҡлы асыштар! Әтәс үҙен ышаныслы тотоуы, маҡсатҡа ынтылыусан, ғәҙел булыуы менән тирә-йүндәгеләрҙе һоҡландырыр. Иң мөһиме – етәкселек менән бәхәскә инергә ярамай. Шулай уҡ эшлекле өлкәлә артыҡ әүҙем булыу ҙа проблемаларға килтереүе ихтимал.
Эт йылы
Эт өсөн бик уңай йыл. Изге мөнәсәбәттәр, ғаилә шатлыҡтары, ижад өлкәһендә, уҡыуҙа уңыштар көтә. Эшлекле даирәлә ныҡ иғтибарлы булығыҙ. Һағыраҡ булһағыҙ, күңелһеҙ ваҡиғаларҙы ситләтеп үтергә мөмкин. Эштә тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, карьерағыҙ үҫеүе ихтимал. Шуға көс түгеүҙән ҡурҡмағыҙ. Хеҙмәт баҫҡысы буйлап үрләүҙә коллегаларығыҙҙың да ярҙамын тойорһоғоҙ.
Ҡабан (Сусҡа) йылы
Быйыл Ҡабандың эштәре күтәрелеүгә табан барыр. Иң элек дуҫтар араһында мөнәсәбәттәр нығыныр, был һеҙҙең эшегеҙгә лә йоғонто яһамай ҡалмаҫ. Сәләмәтлегегеҙҙе ҡайғыртырға ла онотмағыҙ. Яҡшы туҡланыуға иғтибар бирегеҙ. Сәйәхәт итеү өсөн иң уңайлы мәл. Эшегеҙҙә йәки уҡыған ерегеҙҙә алыҫ командировка тәҡдим итһәләр, баш тартмағыҙ.
Йондоҙҙар кәңәшен тыңларғамы-юҡмы, үҙегеҙ һайлағыҙ, ә беҙ һеҙгә һәйбәт ял, байрамды яҡындарығыҙ менән күңелле ҡаршылауығыҙҙы теләйбеҙ. Киләһе йыл тик именлек, күңел тыныслығы, бәхет килтерһен. Килер көндәрегеҙ Яңы йыл төнөндәге кеүек үк сағыу, шатлыҡҡа тулы булһын.