Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Исемдә генәме эш?
Исемдә генәме эш? Был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының атамаһындағы “башҡорт” тигән һүҙ күптән тарихта ҡалды. Хәйер, баҡса, заман елдәренә ҡаршы тороп булһа ла, эшмәкәрлеген дауам итә. Улай ғына ла түгел, башҡорт телен өйрәнергә тип башҡа милләт балалары ла эркелеп йөрөй бында. Ошо турала тулы мәғлүмәт алыр өсөн уның мөдире Земфира ИБРАҠОВАға мөрәжәғәт иттек.
— Земфира Раил ҡыҙы, баҡсаның эш башлаған мәлен иҫләйһегеҙме?
— Үткән быуаттың 90-сы йылдары тотош бер илдең юҡҡа сығыуы менән генә түгел, матур күренештәре аша ла хәтерҙә уйы­лып ҡалды: милли юҫыҡта белем биргән усаҡтар, тамашасы ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән мәҙәниәт учреждениелары күп­ләп асылды. Стәрлетамаҡ ҡа­ла­һында башҡорт балалар баҡ­саһы эшләй башлауы ошо илаһи күренештәрҙең береһе ине.
Исемдә генәме эш?Мин тәрбиәсе булып эшлә­йем. Балаларға башҡорт әкиәт­тә­ренә, фольклорына таянып белем бирәм. Күрәһең, ҡалабыҙ­ҙың зыялылары, урындағы ҡо­ролтай ағзалары быны һиҙеп ҡалған. Фәнүзә Юнысова: “Әйҙә, һылыу, балаларыбыҙҙы үҙебеҙ­ҙең телдә, рухта тәрбиәләйек”, — тип мөрәжәғәт итте. Әйтелгән – эшләнгән. Әммә ни махсус программа юҡ, ни кадрҙар мәсьә­ләһе ҡытлыҡ кисерә – был йәһәттән байтаҡ хеҙмәт атҡарып сығырға тура килде. Үҙебеҙ –тәрбиәсе, үҙебеҙ – методика булдырыусы һәм урам буйлап башҡорт ата-әсәләрен эҙләп йөрөүсе.
Ҡурҡҡан эш хәйерле була, ти­ҙәр халыҡта. Теләгебеҙ тиҙ арала тамырланып китте, милли рухта тәрбиәләнгән балаларҙың уңыштары, даны ҡалала тиҙ таралды. Ҙур ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, йола күрһәтеү, тәжрибә менән бүлешеү – береһе лә ситтә ҡалманы. Хәҙер ата-әсә­ләр үҙҙәре беҙгә килә башланы.
— Баҡса бөгөн дә ҡанунда­рына тоғро ҡаламы?
— 235 бала араһында саф башҡорт­тар күп, башҡа милләт вәкилдәре лә аҙ түгел, ҡатнаш ғаиләләр хаҡында ла оноторға ярамай. Әммә был баҡса баш­ҡорт теленән ситләште тигәнде аңлатмай әле. Исемебеҙ үҙгәрһә лә, есемебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ – башҡорт төркөм­дәре эшләп килә, бүтәндәрендә дәрестәр әсә теленә, мәҙәниә­тенә нигеҙләнеп үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта закон талаптарын да оноторға ярамай: балаларҙы йәшәгән биҫтәләре буйынса урынлаштырыу. Шулай ҙа юлын табып, барыбер ҙә телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ нигеҙҙәрен нығы­раҡ һеңдерергә тырышабыҙ.
— Шул уҡ ваҡытта башҡа милләт вәкилдәренән булған ата-әсә сабыйҙарын үҙҙәре теләп йөрөтә бит һеҙҙең баҡсаға…
— Белем усағы йыш ҡына тәжрибә майҙансығына әүерелә. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек сығарылыш төркөмөнә йө­рөү­селәр өс телде — баш­ҡор­т­са, русса, инглизсә белә ине. Әкиәттәргә айырыуса иғтибар бирҙек. Һәм, беләһегеҙме, нимәгә инандыҡ: беҙҙең ижади ҡомартҡылары­быҙ мәғәнә буйынса иң тәрәне! Был хаҡта, күрәһең, ата-әсәләр үҙҙәре лә яҡшы аңлай. Башҡа милләт вәкилдәре лә сабыйҙа­рын нәҡ башҡорт төркөмөнә йөрөтөргә теләй. Матур бейеүҙә­ребеҙгә генә ғашиҡ түгел улар, ә башҡорт мәҙәниәтендә рух ныҡлығы, тормоштоң тәрән асылы сағылыш тапҡанлығына төшөнә.
Икенсенән, балалар баҡса­һын­да тел белгән сабыйға мәк­тәпкә барғас та еңелерәк була. Башҡорт телен туған тел була­раҡ өйрәнһенме ул, дәүләт те­ле итеп уҡыһынмы, уңышҡа өлгәшәсәк.
Шул уҡ ваҡытта еңеүҙәребеҙ ҙә әҙ түгел, конкурс, ярыштарҙа артта йөрөмәйбеҙ. Иң мөһиме — ошо уңыш­тарҙы ла күрә белә ата-әсә.
— Бала, нисек кенә булма­һын, әсә теле аша фекерләй, донъяны танып белә башлай. Хәҙер күҙ алдыбыҙға килтерә­йек: бер һүҙ ҙә русса белмәгән сабый рус төркөмөнә барып эләкте. Артабан нимә көтә ул баланы?
— Ни русса, ни башҡортса һөйлә­шергә өйрәнә алмай аҙап­ланасаҡ. Фекерләү көсө туҡтай, башҡаларҙан үҙен кәм тоя башлай ул. Бында мәсьәләне бер яҡлы ғына итеп ҡарарға ярамай. Мәҫәлән, баштараҡ әйтеп үткә­нем­сә, рус ата-әсә сабыйҙарын башҡорт төркөмөнә бирергә теләй икән, уларға нәҡ әлеге хәлде аңлатабыҙ ҙа инде.
— Йәнә бер парадокс: ғаиләлә аралашыу саф баш­ҡорт телендә бара, ти, өҫ­тәүенә сабый милли төркөмгә йөрөй, әммә ул шытырлатып русса һөйләшә…
— Йәшәгән, уйнаған мөхит сәбәпсе был осраҡта. Әйтәйек, сабый урамға сығып тиҫтерҙәре менән аралашмай ҙа тора алмай, шулай уҡ ата-әсәһе нисек кенә рухлы булмаһын, гел генә “Ҡурай”ҙы ла ҡарап ултыра алмай, яңылыҡтарҙы рус телендә алып барылған каналдан тың­лай. Әммә бында шуға иғтибар итергә кәрәк: рус телен белгәнгә ҡурҡырға ярамай. Бала ни тиклем күберәк телде белә, уға шул тиклем үҫешеүе еңелерәк.
— Был тәңгәлдә кадрҙар­ҙан да уңғанһығыҙҙыр?
— Тәү ҡарашҡа ғына еңел ул тәр­биәсе булыу: балалар уйнай, ә һин күҙәтеп тик ултыра­һың. Асылда иһә хәлдәр башҡа­са: сабыйҙы төрлө яҡлап үҫте­рер­гә тейешһең, ата-әсәләр менән эш алып барырға кәрәк, хәүефһеҙлек хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бәғзе ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрен иҫәпкә алма­ғанда ла, тамам түгел әле тәрбиәсенең эше – методик яҡтан камиллашыу фарыз. Был йәһәттән ҡыҙҙарыбыҙҙан, әйтер­гә кәрәк, уңдыҡ: исемдәре ата-әсәләр теленән төшмәй.
— Баланың баҡсалағы сағын ғына түгел, артабанғы үҫешен дә күҙал­ла­май ҡал­май­­һығыҙҙыр?
— “Беҙҙә тәрбиәләнгән фәлән кеше шул урында етәксе булып эшләй, халыҡ тарафынан хеҙмәте юғары баһаланды”, тип әйтеү өсөн бер нисә тиҫтә йыл кәрәктер. Хәйер, атар исемдәр етерлек. Улар спорт, фән өлкә­һендә тәүге уңыштарын барлай. Көрәшсе егет-ҡыҙҙарыбыҙ бар, абруйлы юғары белем усаҡ­тарында белем алыусылар күп. Шулай уҡ исемдәре ғорур­ланып әйтелгән мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Мәҫә­лән, бынан тиҫтә йыл элек бер төркөм ҡаланың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-cө гимназия­һының беренсе класына уҡырға барҙы. Ата-әсәләр үҙ-ара дуҫлашып, туған­лашып бөттө тигәндәй.
Тәрбиәсе сабыйҙың баҡсала­ғы ваҡытын ғына күҙ уңында тота алмай, өйҙәге хәлдәрҙе яҡшы белергә, шул уҡ ваҡытта уның киләсәген күҙаллау һәлә­тенә эйә булырға тейеш. Кеше­нең шәхес булараҡ үҫешенә нәҡ балалар баҡсаһына йөрөгәнен­дә нигеҙ һалына – был хаҡта ла оноторға ярамай.

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.



Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ветеран Григорий Савинға 100 йәш тулды

Башҡортостанда ветеран Григорий Савинға 100 йәш тулды 06.02.2026 // Йәмғиәт

Һуғышта яраланғандан һуң фронттағы табип уға оҙон ғүмерле буласағын әйткән....

Тотош уҡырға 2

МХО-ла ҡатнашыусылар Абхазияла ял итергә мөмкин

МХО-ла ҡатнашыусылар Абхазияла ял итергә мөмкин 06.02.2026 // Йәмғиәт

МХО-ла ҡатнашыусылар Абхазияла ял итергә мөмкин...

Тотош уҡырға 2

Републикала һауа температураһының күтәрелеүе фаразлана

Републикала һауа температураһының күтәрелеүе фаразлана 06.02.2026 // Йәмғиәт

Републикала һауа температураһының күтәрелеүе фаразлана...

Тотош уҡырға 2

Республикабыҙҙа «Балаҡатай мəргəне» турниры уҙҙы

Республикабыҙҙа «Балаҡатай мəргəне» турниры уҙҙы 06.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Яңыбай ауылында традицион уҡтан атыу буйынса «Балаҡатай мәргәне» төбәк-ара турниры ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған...

Тотош уҡырға 2

Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды

Республикала Стәрлетамаҡ — Раевка юлы яңыртылды 05.02.2026 // Йәмғиәт

Былтыр мөһим төбәк трассаһының өс участкаһы норматив хәлгә килтерелде....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет – илдә иң яҡшыларҙың береһе

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет – илдә иң яҡшыларҙың береһе 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү ......

Тотош уҡырға 3

Республикала оло йәштәгеләр өсөн интернаттар социаль йорттар тип үҙгәртелде
Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды 05.02.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Элвин Грей легендар «Тыуған яҡ» хитын башҡарыу хоҡуғына эйә булды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр

Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр 04.02.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм Нефтекамала клиенттар менән осрашыуҙар үткәргән «Добролайф» компанияһында намыҫһыҙ эш ......

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар?

Башҡорт йырсыһы Альбина Килдейәрованы ни өсөн бала табыу йортонда алмаштырғандар? 04.02.2026 // Йәмғиәт

Билдәле йырсы Альбина Килдейәрова үҙенең яҙмышы хаҡында йыр сығарырға әҙерләнә....

Тотош уҡырға 2

Республикала -33 градусҡаса һыуыта

Республикала -33 градусҡаса һыуыта 04.02.2026 // Йәмғиәт

5 февралгә ҡарай төнгә температураның ныҡ түбәнәйеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә