Был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының атамаһындағы “башҡорт” тигән һүҙ күптән тарихта ҡалды. Хәйер, баҡса, заман елдәренә ҡаршы тороп булһа ла, эшмәкәрлеген дауам итә. Улай ғына ла түгел, башҡорт телен өйрәнергә тип башҡа милләт балалары ла эркелеп йөрөй бында. Ошо турала тулы мәғлүмәт алыр өсөн уның мөдире Земфира ИБРАҠОВАға мөрәжәғәт иттек.— Земфира Раил ҡыҙы, баҡсаның эш башлаған мәлен иҫләйһегеҙме?
— Үткән быуаттың 90-сы йылдары тотош бер илдең юҡҡа сығыуы менән генә түгел, матур күренештәре аша ла хәтерҙә уйылып ҡалды: милли юҫыҡта белем биргән усаҡтар, тамашасы ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән мәҙәниәт учреждениелары күпләп асылды. Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт балалар баҡсаһы эшләй башлауы ошо илаһи күренештәрҙең береһе ине.
Мин тәрбиәсе булып эшләйем. Балаларға башҡорт әкиәттәренә, фольклорына таянып белем бирәм. Күрәһең, ҡалабыҙҙың зыялылары, урындағы ҡоролтай ағзалары быны һиҙеп ҡалған. Фәнүзә Юнысова: “Әйҙә, һылыу, балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең телдә, рухта тәрбиәләйек”, — тип мөрәжәғәт итте. Әйтелгән – эшләнгән. Әммә ни махсус программа юҡ, ни кадрҙар мәсьәләһе ҡытлыҡ кисерә – был йәһәттән байтаҡ хеҙмәт атҡарып сығырға тура килде. Үҙебеҙ –тәрбиәсе, үҙебеҙ – методика булдырыусы һәм урам буйлап башҡорт ата-әсәләрен эҙләп йөрөүсе.
Ҡурҡҡан эш хәйерле була, тиҙәр халыҡта. Теләгебеҙ тиҙ арала тамырланып китте, милли рухта тәрбиәләнгән балаларҙың уңыштары, даны ҡалала тиҙ таралды. Ҙур ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, йола күрһәтеү, тәжрибә менән бүлешеү – береһе лә ситтә ҡалманы. Хәҙер ата-әсәләр үҙҙәре беҙгә килә башланы.
— Баҡса бөгөн дә ҡанундарына тоғро ҡаламы?
— 235 бала араһында саф башҡорттар күп, башҡа милләт вәкилдәре лә аҙ түгел, ҡатнаш ғаиләләр хаҡында ла оноторға ярамай. Әммә был баҡса башҡорт теленән ситләште тигәнде аңлатмай әле. Исемебеҙ үҙгәрһә лә, есемебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ – башҡорт төркөмдәре эшләп килә, бүтәндәрендә дәрестәр әсә теленә, мәҙәниәтенә нигеҙләнеп үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта закон талаптарын да оноторға ярамай: балаларҙы йәшәгән биҫтәләре буйынса урынлаштырыу. Шулай ҙа юлын табып, барыбер ҙә телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ нигеҙҙәрен нығыраҡ һеңдерергә тырышабыҙ.
— Шул уҡ ваҡытта башҡа милләт вәкилдәренән булған ата-әсә сабыйҙарын үҙҙәре теләп йөрөтә бит һеҙҙең баҡсаға…
— Белем усағы йыш ҡына тәжрибә майҙансығына әүерелә. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек сығарылыш төркөмөнә йөрөүселәр өс телде — башҡортса, русса, инглизсә белә ине. Әкиәттәргә айырыуса иғтибар бирҙек. Һәм, беләһегеҙме, нимәгә инандыҡ: беҙҙең ижади ҡомартҡыларыбыҙ мәғәнә буйынса иң тәрәне! Был хаҡта, күрәһең, ата-әсәләр үҙҙәре лә яҡшы аңлай. Башҡа милләт вәкилдәре лә сабыйҙарын нәҡ башҡорт төркөмөнә йөрөтөргә теләй. Матур бейеүҙәребеҙгә генә ғашиҡ түгел улар, ә башҡорт мәҙәниәтендә рух ныҡлығы, тормоштоң тәрән асылы сағылыш тапҡанлығына төшөнә.
Икенсенән, балалар баҡсаһында тел белгән сабыйға мәктәпкә барғас та еңелерәк була. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнһенме ул, дәүләт теле итеп уҡыһынмы, уңышҡа өлгәшәсәк.
Шул уҡ ваҡытта еңеүҙәребеҙ ҙә әҙ түгел, конкурс, ярыштарҙа артта йөрөмәйбеҙ. Иң мөһиме — ошо уңыштарҙы ла күрә белә ата-әсә.
— Бала, нисек кенә булмаһын, әсә теле аша фекерләй, донъяны танып белә башлай. Хәҙер күҙ алдыбыҙға килтерәйек: бер һүҙ ҙә русса белмәгән сабый рус төркөмөнә барып эләкте. Артабан нимә көтә ул баланы?
— Ни русса, ни башҡортса һөйләшергә өйрәнә алмай аҙапланасаҡ. Фекерләү көсө туҡтай, башҡаларҙан үҙен кәм тоя башлай ул. Бында мәсьәләне бер яҡлы ғына итеп ҡарарға ярамай. Мәҫәлән, баштараҡ әйтеп үткәнемсә, рус ата-әсә сабыйҙарын башҡорт төркөмөнә бирергә теләй икән, уларға нәҡ әлеге хәлде аңлатабыҙ ҙа инде.
— Йәнә бер парадокс: ғаиләлә аралашыу саф башҡорт телендә бара, ти, өҫтәүенә сабый милли төркөмгә йөрөй, әммә ул шытырлатып русса һөйләшә…
— Йәшәгән, уйнаған мөхит сәбәпсе был осраҡта. Әйтәйек, сабый урамға сығып тиҫтерҙәре менән аралашмай ҙа тора алмай, шулай уҡ ата-әсәһе нисек кенә рухлы булмаһын, гел генә “Ҡурай”ҙы ла ҡарап ултыра алмай, яңылыҡтарҙы рус телендә алып барылған каналдан тыңлай. Әммә бында шуға иғтибар итергә кәрәк: рус телен белгәнгә ҡурҡырға ярамай. Бала ни тиклем күберәк телде белә, уға шул тиклем үҫешеүе еңелерәк.
— Был тәңгәлдә кадрҙарҙан да уңғанһығыҙҙыр?
— Тәү ҡарашҡа ғына еңел ул тәрбиәсе булыу: балалар уйнай, ә һин күҙәтеп тик ултыраһың. Асылда иһә хәлдәр башҡаса: сабыйҙы төрлө яҡлап үҫтерергә тейешһең, ата-әсәләр менән эш алып барырға кәрәк, хәүефһеҙлек хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бәғзе ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрен иҫәпкә алмағанда ла, тамам түгел әле тәрбиәсенең эше – методик яҡтан камиллашыу фарыз. Был йәһәттән ҡыҙҙарыбыҙҙан, әйтергә кәрәк, уңдыҡ: исемдәре ата-әсәләр теленән төшмәй.
— Баланың баҡсалағы сағын ғына түгел, артабанғы үҫешен дә күҙалламай ҡалмайһығыҙҙыр?
— “Беҙҙә тәрбиәләнгән фәлән кеше шул урында етәксе булып эшләй, халыҡ тарафынан хеҙмәте юғары баһаланды”, тип әйтеү өсөн бер нисә тиҫтә йыл кәрәктер. Хәйер, атар исемдәр етерлек. Улар спорт, фән өлкәһендә тәүге уңыштарын барлай. Көрәшсе егет-ҡыҙҙарыбыҙ бар, абруйлы юғары белем усаҡтарында белем алыусылар күп. Шулай уҡ исемдәре ғорурланып әйтелгән мәктәптәр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Мәҫәлән, бынан тиҫтә йыл элек бер төркөм ҡаланың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-cө гимназияһының беренсе класына уҡырға барҙы. Ата-әсәләр үҙ-ара дуҫлашып, туғанлашып бөттө тигәндәй.
Тәрбиәсе сабыйҙың баҡсалағы ваҡытын ғына күҙ уңында тота алмай, өйҙәге хәлдәрҙе яҡшы белергә, шул уҡ ваҡытта уның киләсәген күҙаллау һәләтенә эйә булырға тейеш. Кешенең шәхес булараҡ үҫешенә нәҡ балалар баҡсаһына йөрөгәнендә нигеҙ һалына – был хаҡта ла оноторға ярамай.
Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.